9 нояб. 2012 г.

Яңылыҡтар

Грипҡа ҡаршы

Район-ҡалала грипҡа ҡаршы вакцинациялау тамамланыу өҫтөндә. Тәү сиратта прививка балаларға эшләнде. Шулай уҡ өлкәндәр өсөн 5600 доза вакцина алынған. Улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡала студенттарын вакцинациялау өсөн файҙаланыласаҡ. Был профилактик сара бушлай үткәрелә. 
 

Президент Гранты – темәстәргә! 

 “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге “Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү” йүнәлеше буйынса Башҡортостан Республикаһы Президентының 100 мең һумлыҡ Грантына лайыҡ булған. Был аҡсаға үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау әҙерләү, быйма баҫыу буйынса эште йәнләндерәсәк. Шулай уҡ улар 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған төрлө кисәләрҙе әүҙем үткәрә. Ошо көндәрҙә буласаҡ һалдаттарҙы мәсеткә йыйып, уларға вәғәз уҡыу, ололарҙың фатихаһын биреү кеүек изге эште лә ойошторғандар.
 

Эстафета – Сәйғәфәрҙә

 Ошо көндәрҙә күсейҙәр “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын Сәйғәфәр ауылына тапшырған. Ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Г. Азаматова етәкселегендәге делегация юғары кимәлдә ҡаршы алған. Сарала мәктәп, дин әһелдәре, ауыл йәмәғәтселеге, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнашҡан. Күсейҙәр 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларының шәжәрәһен төҙөгән. Сарала сәйәси золом ҡорбандары хәтергә алынған. 
Башҡорт телендә уҡыйыҡ!
 
Райондың аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр клубы рәйестәре йыйылыш үткәргән. Унда йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, ғаиләләрҙе заман афәттәренән һаҡлап ҡалыу кеүек мәсьәләләр күтәрелгән. Шулай уҡ аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр клубтары араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына иң күп яҙылыусыларға конкурс иғлан ителгән. Районыбыҙҙың оло быуын вәкилдәре башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы күпләп алдырыу һәм таратыу яғында.  
 
Г. Иҫәнгилдина.
 

Профком рәйестәре иғтибарына!

2013 йылда балаларҙы йәйге лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ял иттереү өсөн ойошма, учреждение, шәхси эшҡыуарҙарҙан заявкалар ҡабул итеү башланды. Уны 20 ноябргә тиклем мәғариф бүлегенә тапшырырға кәрәк. Заявкала план буйынса һаулығын нығытасаҡ һәм ял итәсәк балаларҙың һаны күрһәтелергә тейеш. 
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26, 106-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-11-71.
Мәғариф бүлеге.   
 

Хроника

Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы идаралығы дәүләт учреждениеһы начальнигы итеп, ошоға тиклем БР Федераль ҡаҙналығының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса бүлеге етәксеһе булып эшләгән Салихов Илгиз Мөрит улы тәғәйенләнде.

* * *
Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Ирмәкова Жанна Зөбәйер ҡыҙы тәғәйенләнде.
Ошоға тиклем район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы булып эшләгән Ишембәтов Ришат Вәкил улы биргән ғаризаһына ярашлы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан  бушатылды.  

Ауыл хеҙмәтсәне тәбрикләнәсәк


Бөгөн Өфөлә ҙур ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш була. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл хеҙмәтсәненә хөрмәт күрһәтеләсәк, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә тос өлөш индергән аграрийҙар бүләкләнәсәк. 

Делегация Өфөгә юлланыр алдынан

Яңы китаптар тәҡдим итәбеҙ


1812 йылда Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығы сиктәрендә З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһының күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора.

Йорттар ремонтлана


Баймаҡ ҡалаһындағы бер нисә күп ҡатлы йорттоң ҡыйыҡтары яңыртылыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғандыр, моғайын. Улар капиталь ремонт яһау адреслы республика программаһына ингән. Йорттарҙа барған төҙөлөш эштәре менән беҙ ҙә таныштыҡ.
 

Юл ҡағиҙәләрен боҙһаң...


Һуңғы осор илдә, шул иҫәптән республикала ла, иҫерек килеш юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыу йыш теркәлә. Шуға күрә водителдәрҙе хәмер йоғонтоһонда авария ҡылған һәм кешенең һаулығына зыян килтергән өсөн РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы хөкөмгә тарттырыласағы тураһында иҫкәртәбеҙ. Әгәр фажиғәнең сәбәпсеһе машинала йөрөргә өйрәнеп йөрөүсе булһа, уның өсөн инструктор яуаплылыҡ тота.

Йәйәүлеләргә һөжүм башланды


Ҡыш яҡынлашҡан һайын көндәр ҡыҫҡара бара. Сәғәттең ҡышҡы ваҡытҡа күсеүенә лә өмөт һүнде. Иртәнсәк күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы. Ҡойонан ҡасып оло юлдың ситенән йүгерә-атлай мәктәпкә, эшкә ашыҡҡандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф артты. Юл уртаһына ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе машина менән төкөп китмәҫ өсөн бик һаҡ йөрөргә тура килә. Ә инде юғары тиҙлек яратыусылар, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тоймай елеүен генә белә. Мәктәптәрҙә дәресте һуңыраҡ башлау ҙа проблеманы хәл итмәйәсәк. Сәғәт 8-ҙән эшләгән ата-әсә балаһын мәктәпкә иртәрәк оҙата.
 

«Баймаҡ чупакабраһы»

Районда билдәһеҙ йән эйәһе
тураһында имеш-мимештәр таралды

Һуңғы осорҙа Интернет селтәре “чупакабра” тигән бығаса билдәле булмаған йән эйәһенең ҡыҙырыуы, малға, атап әйткәндә, ваҡ малға һөжүм итеүе тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. Ярай, Интернетта ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәм ышанмаҫлыҡ юҡ-бар яҙыуҙарына беҙ күнегеп тә бөтөп барабыҙ инде. Ә бына  киң мәғлүмәт сараларының да был теманы күтәреүе нисектер уйға һала, борсолдора. Хәйер, хәҙер Рәсәйҙең күп кенә матбуғат саралары ла, сенсация артынан ҡыуып, шундай шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар баҫырға әҙер генә тора.
 

Мал аҫраусылар иғтибарына!


Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринар станцияһы белдереүенсә, урындарҙа кешеләр һәм хайуандар өсөн дөйөм айырыуса хәүефле ауырыуҙарға (бруцеллез, туберкулез, бешмә (ящур), ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе, себер язваһы, ҡотороҡ, лептоспироз) ветеринар-профилактика сараларынан тыш, ветеринария врачтарының хеҙмәте, “Түләүле ветеринария хеҙмәттәре ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 1998 йылдың 6 авгусында ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 898-се бойороғона ярашлы, түләүле. Был шулай уҡ БР Ветеринария идаралығының 2009 йылдағы бойороғона ла тап килә. Киләһе йылдан бындай төр хеҙмәттәргә хаҡтың үҙгәреүе көтөлә.

“Ғәйепһеҙгә ыҙа сиктек...”


Сәйәси золом ҡорбандары... Ғәйепһеҙгә ыҙа сиккән, ниндәйҙер ошаҡсыға ярай алмаған кешеләр... Уларҙың кемеһелер заманына күрә етеш йәшәй, ә бәғзеһе бигерәк тура һүҙле була. Колхоз-совхоз активистары ла был исемлекте тулыландыра, “планды” тултырырға ярҙам итә.

Ошо көндәрҙә район китапханаһында район хакимиәте менән берлектә “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” исемле золом ҡорбандары балалары – Ғәлиә Әминева, Гөлсирә Абдуллина, Менәүрә Сәйфуллина, Хәйерниса Нурмөхәмәтова, Раҡия Кәримова, Әхәт Мостафин, Фазулла Сарин, Әхиәр Исхаҡов һәм Хәлфетдин Ишморатов менән осрашыу кисәһе үтте. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, ҡаланың 105-се профессиональ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова һәм уның студенттары ҡатнашты.