5 нояб. 2012 г.

Матбуғат – 2013

Ҡаҙҙар – Мерәҫкә осто...


Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” квитанциялар конкурсының беренсе уйыны үтте. Унда беҙҙең хөрмәтле бағыусыларыбыҙ КФХ етәкселәре Г.З. Байрамғолова менән В.В. Әминев ҡатнашты һәм лототронды әйләндереп отоусыларҙы билдәләне.
Шулай итеп, Мерәҫтән М.Әйүпов – 10 ҡаҙ бәпкәһе, Йомаштан Х.З. Әбдрахманова – бер батман бал, Темәстән Альбина Дәүләтбаева – сәй сервизы, Мерәҫтән Хөрмәт Рыҫмөхәмәтов 2013 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү бәхетенә эйә булды. Уларҙың приздарын редакциянан килеп алыуы һорала. Был бүләктәрҙе Г.З. Байрамғолова, В.В. Әминев, Беренсе Этҡол биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова әҙерләгән ине.
Хөрмәтле дуҫтар! 16 ноябрҙә 5 тонна ҡырсынташ (ДРСУ), 5 центнер һоло (“Алғаҙы” ЯСЙ-һы), сәй сервизы (Түбә ауыл биләмәһе), электр ит үткәргесе (“Баймаҡ ПМК-һы”), бассейнға бушлай йөрөү өсөн абонемент (спорт комитеты), 2013 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау уйнатыласаҡ.
Ашығығыҙ! Гәзитебеҙгә бөгөн үк яҙылып, квитанцияғыҙҙы ебәрһәгеҙ, декабрь аҙағына тиклем елле бүләктәрҙе отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. “Һаҡмар” ҙа, приздарыбыҙ ҙа тик һеҙҙең өсөн, дуҫтар!

Ҡыуаныстарға сорналып

Бәхетле Әфләтуновтар ғаиләһе

1 ноябрь районыбыҙ тарихында иҫтәлекле, ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе булып оҙаҡ һаҡланасаҡ. Айырыуса ошо көндө торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға сертификат алған 21 ғаилә өсөн был иң бәхетле мәл булып ҡаласаҡ.

Депутаттарға яңы бурыстар билдәләнде


1 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советының беренсе ойоштороу ултырышы уҙҙы. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты етәксеһе З.И. Еникеев, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары А.В. Лихачев, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.

Баймаҡ телевидениеһы – иң яҡшыһы!

Телеконкурс еңеүсеһе – Әлфиә Түләкова

Көндәлек тормошобоҙҙо һирәк кеше “зәңгәр экрандарһыҙ” күҙ алдына килтерә алалыр. Нисәмә йылдар уңышлы эшләп килгән Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә яңылыҡтар менән ваҡытында таныштырыу, төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм тәрбиәүи тапшырыуҙар әҙерләүгә бар тырышлығын һала. Быны ошо көндәрҙә Өфөлә үткән профессиональ тележурналистарҙың “Прайм Тайм-2012” республика конкурсы ла иҫбатланы. Баймаҡ телевидениеһы үҙенсәлекле ярышҡа бер нисә тапшырыу ебәрә. Жюри тарафынан уларҙың барыһы ла юғары баһалана. Шулай уҡ Әлфиә Рәшит ҡыҙы Түләкованың “Иң яҡшы социаль-иҡтисади материал” номинацияһында еңеү яулауы һөйөндөрҙө. Әлфиә үҙ тапшырыуында ата-әсәнең эскелеге арҡаһында насар шарттарҙа йәшәгән балаларҙың тормошо тураһында бәйән иткән. Был тетрәндергес материал бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Ғөмүмән, Баймаҡ телевидениһы хеҙмәткәрҙәренең эше республикала юғары баһалана һәм улар иң яҡшылар рәтендә килә. Тележурналистарыбыҙға киләсәктә лә юғары уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
 
Г. Cалихова.
Автор фотоһы.

Байрам имен үтһен!

Байрам көндәрендә граждандарҙы терроризм һәм экстремизмдан һаҡлап ҡалыу өсөн тейешле ҡағиҙәләрҙе күҙәтеүегеҙ һорала.
 
Шикле әйбер күрһәгеҙ, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр был хәл йәмәғәт транспортында күҙәтелһә, янығыҙҙағы кешеләрҙән уның хужаһын асыҡлағыҙ. Әйберҙең эйәһе табылмаһа, был хәл тураһында водителгә әйтегеҙ. Тик ваҡытты һуҙырға ярамауы хаҡында онотмағыҙ. Әгәр ошондай шикле әйбер подъезда ҡалдырылһа, тәүҙә күршеләрегеҙҙән һорашығыҙ, кире осраҡта – полиция  саҡыртығыҙ.
 
Табылған нәмәне тейергә, урынынан шылдырырға, тибеп ҡарарға, асырға ярамай! Был әйберҙең табылыу ваҡытын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ һәм мотлаҡ оператив-тикшереү төркөмөнөң килеүен көтөгөҙ. Шулай уҡ янығыҙҙағы кешеләргә ситкәрәк китергә кәңәш итегеҙ.
 
Иң ябай әйберҙәрҙең (сумка, пакет, ҡумта, уйынсыҡ, һыра банкаһы, кеҫә телефоны һ.б.) эсенә лә шартлатҡыс йәшерелеүе ихтимал. Ата-әсәләр, балаларығыҙҙың именлеге һәм һаулығы һеҙҙең ҡулығыҙҙа. Уларға урамда, подъезда һ.б. урында табылған әйберҙәрҙең ҡурҡыныс тыуҙырыуы тураһында аңлатығыҙ.
 
Әгәр һеҙ террористик акттар тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ йәки шикле кешеләрҙе, әйберҙәрҙе күрһәгеҙ:
  • Баймаҡ эске эштәр бүлегенә – 02, 2-16-54,
  • дежур хеҙмәткә – 01, 3-11-62,
  • ”Ышаныс телефоны”на – 8 (34751) 2-26-85, 8 (347) 128 шылтыратыуығыҙ һорала.

Һорауҙарығыҙ булһа

Хөрмәтле хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре!

2012 йылда үткән көҙгө хәрби саҡырылыш буйынса һорауҙарығыҙ булһа, “ҡыҙыу линия”ның түбәндәге телефондарына шылтырата алаһығыҙ:
  • БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлеге – 8 (34751) 3-16-11, 3-10-94,
  • Баймаҡ муниципаль район хакимиәте – 8 (34751) 3-14-47, 3-16-47,
  • Баймаҡ районының эске эштәр бүлеге – 8 (34751) 3-15-26,
  • Баймаҡ районы прокуратураһы – 8 (34751) 2-26-61,
  • БР Хәрби комиссариатының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы, граждандарҙы контракт буйынса  хәрби хеҙмәткә йыйыу – 8 (347) 253-13-48,
  • Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе – 8 (347) 228-02-92,
  • Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8 (347) 250-05-10,
  • Ашығыс психологик ярҙам күрһәтеү – 8 (347) 273-09-00.
Үҙәк Хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы ҡабул итеү бүлмәһенең электрон адресы – priemcenter@mail.ru

Х. Хәмитов, БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы.

Документтар ҡабул ителә

6 ноябрҙән 2012 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы буйынса яңы эш башлаусы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия бүлеү буйынса документтар ҡабул итеү тергеҙелә.
Муниципаль район хакимиәтенең 101-се кабинетына мөрәжәғәт итергә, тел. 3-17-46.

Проблемаларҙың хәл ителешен көтәбеҙ

Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең олпат юбилейын билдәләйәсәк. Беҙ оло тантананы ҡаршы алырға әҙерме? Был олпат датаны билдәләүгә ниндәй өлөш индерәсәкбеҙ? Тағы ла ниндәй эштәрҙең башҡарылыуын теләр инегеҙ? Ошо һорауҙарҙы баймаҡтарға йүнәлттек.

Ә.З. Сәйғәфәров, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе:
– Баймаҡ бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә. 1971 йылда ҡалаға күсеп килгәндә, саң-туҙандар уйнап тора ине, үҫеп ултырған ағастар ҙа булманы. Бөгөн ул бөтөнләй икенсе һулыш менән йәшәй. Йорттар ҡалҡып сыға, юлдар төҙөлә, йәшелләндереү буйынса ла байтаҡ саралар күрелә.

Бәлә булмаһын өсөн

“Газ-Сервис” ААЙ-һы газ менән хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса сираттағы айлыҡты үткәрә. Уға ярашлы, ҡыш алдынан көнкүрештә “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланыу, газ ҡоролмаларын дөрөҫ эксплуатациялау мөһимлеге тураһында иҫкәртәбеҙ.   

Намыҫлы тормош юлы

Байым ауылы үҙенең бай тарихы, атаҡлы шәхестәре менән дан тота. Ғалим һәм яҙыусы Мөхтәр Байымов, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Абдрахман Зарипов, БР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Рәсүл Мөхәмәтйәнов, мәшһүр ҡурайсы һәм бил бирмәҫ көрәшсе Шәкирйән Ғәлин, производствоны оҫта ойоштороусы Рәсих Байымов кеүек арҙаҡлы уҙамандары менән билдәле был төбәк.

Эш хаҡы түләмәһәләр


“Эш хаҡын йыш ҡына ваҡытында бирмәйҙәр. Был күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, банктан алған кредитты ваҡытында түләүгә тотҡарлыҡ яһай. Беҙҙең етәкселек законды боҙа түгелме?”
Һорауға Баймаҡ прокуроры ярҙамсыһы И. Мортаев яуап бирә:
– Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн етәксе тотҡарлаған сумманы процент менән ҡайтарып бирергә тейеш. Проценттар эш биреүсенең ғәйеп кимәленә ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ хеҙмәткәр эш хаҡын алғанға тиклем эшен туҡтатыу хоҡуғына ла эйә. Бының хаҡта РФ Хеҙмәт кодексының 142-се статьяһында әйтелгән. Шулай уҡ ошо Кодекстың 5.27-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, етәксегә бындай хоҡуҡ боҙған өсөн административ штраф һалына. Бынан тыш эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған. Граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән Баймаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт итә ала.

Балаларҙы һаҡлайыҡ!

Районда “Иғтибар – балалар!” профилактик операцияһы бара

Баймаҡ районында балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул ваҡытында күҙәтелә. Балаларҙың буш ваҡыты күп булыуы, уны нисек үткәрергә белмәүе, ата-әсәләрҙең уларҙы контролдә тотмауы төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә-ҡазаға килтерә.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы юл-транспорт хәл-ваҡиғаларынан һаҡлау өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төрлө профилактик саралар үткәрә. Шуларҙың береһе – 24 октябрҙән 8 ноябргә тиклем иғлан ителгән “Иғтибар – балалар!” операцияһы.
Балағыҙ имен-һау булһын, төрлө аварияларға тарымаһын өсөн уны мәктәпкә тиклем оҙатығыҙ. Әгәр үҙегеҙҙең ваҡытығыҙ булмаһа, быны туғандарығыҙ, өлкән класс уҡыусылары эшләһен. Машина юлын үткәндә бәләкәскә һәр саҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, иғтибарлы булырға саҡырығыҙ. Балағыҙ алдында, машина юҡлығына һылтанып, светофорҙа ҡыҙыл ут янғанда юлды үтмәгеҙ. Кескәй быны шунда уҡ күңеленә һеңдерәсәк һәм һеҙ янында булмағанда хәүефле аҙымығыҙҙы ҡабатлаясаҡ.
Ғаиләгеҙҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү, өйрәтеүгә ҙур иғтибар биреү ғәзиз балаларығыҙҙы бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалыр.
Р. АҠҠУЖИН, ЮХХДИ инспекторы.