15 окт. 2012 г.

Ҡыҫҡаса

“Йәш ғаилә – 2012”

22 октябрҙә ҡаланың йәш ғаиләләре араһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған  “Йәш ғаилә – 2012” конкурсы үтәсәк. Ярышта 35 йәшкә тиклемге парҙар 6 – 14 йәшлек балалары менән ҡатнаша ала.

Көҙгө бал

18 октябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә студенттар, өлкән класс уҡыусылары һәм йәштәр өсөн “Көҙгө бал” кисәһе үтәсәк. Бында һәр кемгә үҙенең ижади һәләтен күрһәтергә мөмкинлек буласаҡ.

Конкурс тамамлана

Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы башҡорт кейемдәрен тегеүселәр араһында иғлан иткән конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән заявка ҡабул итеү тамамланды. 18 октябрҙә район китапханаһында уның беренсе туры үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар араһында иң-иңдәре билдәләнеп, финалға һайлап алынасаҡ.

Бассейнға рәхим итегеҙ!

“Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә эшләп килгән йөҙөү бассейны, профилактик сараларҙан һуң, үҙ ишектәрен асты. Сауна эшләй. Абонент билеттарын алырға мөмкин. Ғаилә менән килеп ял итеүселәргә ташламалар ҡаралған.
Л. ТАКАЕВА.

Хроника

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп быға тиклем муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы булып эшләгән Иҫәнбаев Радмир Фитрат улы тәғәйенләнде.
Муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп быға тиклем Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры булып эшләгән Байымов Илгиз Хөрмәт улы тәғәйенләнде.

Ололарҙы һөйөндөрөп


Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү, хәстәрлек күреү өсөн районыбыҙҙа күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың иң һөйөнөслөһө – торлаҡ сертификаттары тапшырыу. 

Беренсе Этҡол – иң яҡшыһы!

Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү мәсьәләһенә һәр саҡ ҙур иғтибар бирелә. Халыҡ дәррәү рәүештә өмәләргә сыға, йорт-ҡураһын тәртиптә, урамдарҙы таҙалыҡта тота. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙа зыяраттарҙың рәшәткәләрен яңыртыу, сүп-сарҙы йыйыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Тиҙҙән Беренсе Этҡол ауылының ике урамына таш түшәләсәк. Тынғыһыҙ, янып, оло дәрт менән эшләгән ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Йыһанур ҡыҙының киләсәккә пландары бик күп. “Матурлыҡҡа ынтылған, эшһөйәр, уңған ауылдаштарыма рәхмәтлемен”, – ти ул.
 
Ауыл биләмәләре араһында төҙөкләндереү буйынса иғлан ителгән ярышта сентябрь айы йомғаҡтары буйынса Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе еңеүсе тип табылды. Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматоваға район хакимиәте башлығының күсмә вымпелы тапшырылды. Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе халҡына киләсәктә лә ҙур уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Г. Салауатова.

Төҙөкләндереү буйынса конкурс еңеүселәре

Төҙөкләндереү буйынса ҡалала иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр Республика көнө һәм Ҡала көнө айҡанлы үткәрелгән тантанала тәбрикләнде. Түбәндә еңеүселәрҙең исемлеге бирелә.

Иң төҙөк предприятие, учреждение, ойошма – “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы (директоры С.Я. Рысбаев). Предприятие күсмә вымпел һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде;
 
Күп фатирлы йорттоң өлгөлө подъезы
-С.Юлаев проспекты, 15, 1-се подъезд (яуаплы Х.М. Сәләхова) – “2012 йыл һөҙөмтәһе буйынса күп фатирлы йорттоң өлгөлө подъезы” исеме бирелде;
-Тыныслыҡ урамы 5а, 2-се подъезд (яуаплы З.Ғ. Баймөхәмәтова) – “2012 йыл һөҙөмтәһе буйынса күп фатирлы йорттоң өлгөлө подъезы” исеме бирелде;
-С.Юлаев проспекты, 25, 2-се подъезд (яуаплы Л.П. Волкова) – “2012 йыл һөҙөмтәһе буйынса күп фатирлы йорттоң өлгөлө подъезы” исеме бирелде;
 
Иң төҙөк урам
-К.Маркс урамы (урам комитеты рәйесе В.Ш. Шәрифуллин);
-Гвардеецтар урамы (урам комитеты рәйесе (З.Ф. Муллагилдин);
-Коммунистик урамы (урам комитеты рәйесе Ғ.Ш. Сәйетҡолов).
 
Еңеүселәргә Диплом тапшырылды.
 
Өлгөлө йорт
-М.Кәрим урамы, 62-се йорт (йорт хужаһы Б.М. Байрамғолов);
-З.Биишева урамы, 14-се йорт (хужаһы Д.З. Асылова);
-Яр буйы урамы, 22-се йорт (хужаһы Ғ.Ф. Ниғәмәтов).
 
Өмәләрҙә иң әүҙем ҡатнашыусылар
-“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы (генераль директоры А.В. Мурахтин);
-Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы (баш врачы М.И. Ғүмәров);
-“Россельхозбанк” (етәксеһе Ә.Һ. Байсурин).
 
Иң төҙөк белеем биреү объекты
-“Күбәләк” балалар баҡсаһы (етәксеһе Г.Р. Ҡаһарманова);
Баймаҡ лицей-интернаты (директоры А.Ә. Салихов);
-4-се мәктәп-лицей (директоры Б.М. Сәғитов).
 
Иң төҙөк ҡулланыусылар баҙары объекты
-“Идея” магазины (етәксеһе Г.Д. Давыдова);
-“Мегаполис” (администратор Г.Х. Демешева);
-“Далан” (етәксеһе Б.Ә. Сирғәлина).
 
Иң төҙөк ял һәм мәҙәниәт объекты
-халыҡ ижады үҙәге (директоры Р.Р. Бәширов).
 
Иң күркәм архитектор бинаһы
-Әлибаев урамы, 64-се йорт (хужаһы Хисмәтуллин Р.В.)
 
Төҙөкләндереү эшенә ҙур өлөш индереүсе
-Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы (начальнигы Д.Ғ. Арсланов);
-“Стройсервис” ЯСЙ-һы (директоры А.В. Макаров);
-Шәхси эшҡыуар И.И. Мостафин.
 
Төҙөкләндереү темаһын иң әүҙем яҡтыртыусы
-Баймаҡ телевидениеһы (етәксеһе Г.А. Ишбулатова);
-“Һаҡмар” гәзите (директор-мөхәррире З.З. Сәфәрғәлин);
-“Баймакский вестник” гәзите (мөхәррире Д.Ю. Сәйғәфәрова).
 
Урам (йорт) комитетының иң әүҙем рәйесе
- Л.И. Савченко – Тыныслыҡ урамы йорт комитеты рәйесе;
- И.Ғ. Төхвәтуллин – Чкалов, Аэродром, Лермонтов урамдары комитеты рәйесе.
 
“Таҙа йылға” акцияһында әүҙем ҡатнашыусылар
-105-се һөнәрселек лицейы (директоры А.А. Исхаҡов);
-Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы (директоры Т.Н. Сәйғәфәрова);
-муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы (мөдире З.Р. Яҡшығолова).

Байрамды нисек ҡаршылайбыҙ?

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы мөһим байрамдарҙың береһе – Республика көнөн билдәләне. Ғәҙәттә, тантана алдынан яҡшы хужа йорт-ихатаһын матурлай, тәртипкә килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был матур йола ҡайһы осраҡта үтәлмәй. Байрам алдынан, 8 октябрҙә, муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика  һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенең баш белгесе А.Юлдашбаев менән ҡала ойошма, предприятие, учреждениеларының байрамса биҙәлеше менән таныштыҡ. Рейд һөҙөмтәһе бик үк яҡшынан түгел ине.

“Сирҙе дауалауҙан – иҫкәртеү отошлораҡ...”

Халыҡтың һаулығын һаҡлау, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – төп мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки тик сәләмәт кеше генә эшендә яҡшы хеҙмәткәр, йортонда бәхет өләшеүсе булып яҡындарын ҡыуандыра ала. 5 октябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткән медицина хеҙмәткәрҙәренең I Милли съезында мөһим проблемалар күтәрелде. Унда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының балалыҡ буйынса урынбаҫары, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Г.Ғ. Хәсәнова ла ҡатнашты. Ул үҙенең сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Гүзәл Ғимаҙи ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһында ниндәй съезд үтте?
– 5 октябрҙә Кремль һарайында мөһим, хатта тарихи ваҡиға – врачтарҙың I Милли съезы үтте. Ошоноң кеүек мөһим медицина ҡоро 1925 һәм 1988 йылда булған. Унда алты меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре йыйылды. Съезда медицина өлкәһен модернизациялау, корпоратив этика, яуаплылыҡ, юғары профессиональ һыҙаттарға эйә булған хеҙмәткәрҙәр әҙерләү кеүек проблемалар күтәрелде.

Юрист яҙмалары

Ваҡытында эш хаҡы түләмәгән өсөн яуаплылыҡ.

Хәрби теркәү буйынса талаптар

Экстремизмды булдырмау юлдары буйынса закон талаптары.

Граждандарҙың ялыуҙарын ҡарау тәртибе.

Төп дәүләт байрамыбыҙ менән!


Хөрмәтле район халҡы!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был әһәмиәтле көн республика халҡы араһында киң танылыу алды һәм ул йөрәктәрҙә лайыҡлы урын биләй. Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы һәм традицияларына тәрән ихтирам, тыуған республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла.
Бөгөн Башҡортостан федератив мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға һәм Рәсәйҙең ҡеүәтен нығытыуға лайыҡлы өлөш индереүсе үҫешкән һәм алдынғы төбәктәрҙән һанала. Эҙмә-эҙлекле һәм конструктив алып барылған сәйәсәт, һоҡланғыс хеҙмәт ҡаҙаныштары һөҙөмтәһендә беҙҙең республика дәүләтселектең заманса системаһын төҙөй, үҙенең производство һәм фәнни-техник потенциалын һаҡлай һәм арттыра алды.
Республика көнөн беҙ изге эштәр менән ҡаршылайбыҙ. Әлеге ваҡытта райондың бөтә эшмәкәрлек өлкәләрендә лә маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Ҡатмарлы климат шарттарына ҡарамаҫтан, ауыл хеҙмәтсәндәре мөмкин тиклем уңыш йыйып алды. Сәнәғәт предприятиелары коллективтары фиҙаҡәр эшләүен дауам итә. Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, социаль объекттар төҙөлә, ҡала һәм ауылдар төҙөкләндерелә. 2011-2015 йылдарҙа төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын үтәү буйынса ҙур эш башҡарыла. Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә яңы объекттар төҙөү, иҫкеләрен реконструкциялау, урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса бихисап саралар планлаштырыла.
Хәҙерге көндә республикабыҙ етәкселегенең алдан уйланылған сәйәсәтенә ярашлы, халыҡты социаль яҡлау саралары буйынса барлыҡ  дәүләт бурыстары теүәл үтәлә. Һуңғы йылдарҙа мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни-рухи, физкультура һәм спорт өлкәләрендә күп эштәр эшләнде.
Киләсәктә лә беҙ һеҙҙең менән район һәм республика мәнфәғәтендә ҡала-ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, дөйөм төйәгебеҙҙе, боронғо һәм гүзәл еребеҙҙе яҡшыртыу тәңгәлендә ныҡышмал эшләрбеҙ, тип ышанам.
Матур байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм һәр изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

И. СИТДЫҠОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛДЕ: һыу ҙа, газ да булды

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов ике йыл элек Темәстә эш сәфәре менән булып киткәндә ауылдың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдергәйне. Ул һүҙендә торҙо: бөгөн ”Темәс” тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ремонтланды, юлдар төҙөкләндерелде, мәҙәниәт йорто реконструкцияланды, Әмин һәм Бетерә ауылдарында мәсет төҙөлдө. Психоневрология интернатында ла төҙөлөш эштәре көтөлә.

Йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге

Районыбыҙҙа, бигерәк тә ауылдарҙа, яңы объекттарҙың асылыуы тормоштоң дауам итеүен дәлилләй, хатта заман ауырлығына һылтанып, ситкә “оҙон аҡса” эҙләп китеүселәрҙе уйланырға ла саҡыралыр. Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йортоноң эш башлауы, йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге булып, ауыл халҡының оло шатлығына әүерелде.

Оло байрамға арнап

Республика көнө – Башҡортостаныбыҙҙың төп байрамы булып һанала. 11 октябрҙә республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһала, тыуған яғыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән эшсәндәре билдәләнә.
8 октябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә үткән тантанала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе З.И. Еникеев, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, район-ҡаланың предприятие-ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һ.б. ҡатнашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов үҙенең сығышында тыуған яғыбыҙҙың сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль үҫешенә баһа бирҙе. “Әлбиттә, район-ҡалала газ, һыу үткәреү, яңы объекттар тапшырыу, инвесторҙар йәлеп итеү буйынса бик күп эш башҡарылды. Шулай ҙа барыбыҙға ла тағы ла тырышып эшләргә, ябай эшсенең, ауыл кешеһенең хеҙмәтен күрә һәм баһалай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта ҡалабыҙҙың – 75, заводтың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла. Ғөмүмән, районыбыҙға булған оло иғтибар һәм хәстәрлек өсөн беҙ Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовҡа, Хөкүмәткә бик тә рәхмәтлебеҙ”, – тине.
Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы З.И. Еникеев, район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова, район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов һ.б. тәбрикләне.
Зөфәр Ирғәле улының муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа “Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн” Почет билдәһе тапшырыуы һөйөнөслө ваҡиға булды. Артабан район-ҡалабыҙҙың алдынғы эшсәндәре БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, муниципаль район хакимиәтенең, муниципаль район Советының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренең, мәктәп уҡыусыларының моңло йырҙарға сорналған, дәртле бейеүҙәре менән күңелде елкендергән концерты тантананың сағыу биҙәгенә әүерелде.

Йыл ҡаҙаныштары

  • Быйыл райондың халыҡ хужалығы тармағының күп өлкәләрендә үҫеш динамикаһы күҙәтелде. Сәнәғәт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы, социаль өлкәлә яҡшы үҙгәрештәргә өлгәшелде.
  • 12172 кв.м торлаҡ (үткән осорға ҡарағанда 7,7 процентҡа күберәк) төҙөлгән. “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы сиктәрендә 11 йәш ғаиләгә һәм 5 гражданға 11 млн 904 мең һумлыҡ субсидия бирелгән. Төрлө программалар буйынса бөтәһе 30 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алған.Һуғыш ветерандары, тол ҡалған ҡатындар, Чернобыль атом фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар ҙа яңы фатирлы булды.
  • Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Ҡуянтау ауылында 108 урынлыҡ өр-яңы мәктәп төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды.
  • Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлдө.
  • Яҙғы баҫыу эштәренә аграрийҙарға республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде. Быйыл ауыл хужалығы тауары етештереүселәргә 98 млн һум дәүләт ярҙамы күрһәтелде.
  • ”Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының “Толпар” йәмғиәте башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусы алды.
  • 36 млн һумға төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмаһы һатып алынған.
  • Ленин исемендәге АХК “500 ферма” программаһында ҡатнаша, быйыл эштәр Таулыҡай фермаһында башланды. Төп эштәр киләһе йылда дауам итәсәк.
  • Райондан алты фермер 500 мең һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем грант алыуға дәғүә итә. Сыңғыҙҙан фермер Нияз Уразбаев һәм Яраттан Айҙар Мырҙаҡаев ғаилә һөтсөлөк фермалары проектында ҡатнаша.
  • РАИП сиктәрендә “Водоканал” һәм “Йылылыҡ селтәре” предприятиеларына бөтәһе 6900 мең һумлыҡ коммуналь техника алынған.
  • Баймаҡта 14255 м оҙонлоғонда урам газ үткәргестәре төҙөлгән. Темәс ауылында леспромхоз биҫтәһендә 12074 м оҙонлоғонда – түбән баҫымлы, 1545 м оҙонлоғонда юғары баҫымлы газ үткәргес төҙөлгән.
  • Райондың 23 ауылында  һыу селтәрен ремонтлауға 10 млн һум аҡса тотонолған, Темәстә 4643 м оҙонлоғонда һыу селтәре реконструкцияланған.
  • Темәстә 2861 метрҙа электр селтәре төҙөлгән.
  • Ҡаланың Коммунистик, Ҡарағайлы, Буранбай сәсән, Юбилей урамдарындағы 1,9 км юлға асфальт түшәлгән. Күп фатирлы йорттарҙың урам биләмәләре 4426 кубометр күләмендә ремонтланған һәм капиталь яңыртылған.
  • Баймаҡтың 15 урамындағы тышҡы яҡтыртыу ҡоролмаларын капиталь ремонтлауға 3 млн һум аҡса бүленгән.
  • Ҡуянтау, Басай, Әмин, Бетерә ауылдарында яңы иман йорттары файҙаланыуға тапшырылды.
  • Йомаш, Төркмән, Ишмөхәмәт мәктәптәренә яңы автобустар бирелде.
  • ”УралСиб” банкы “Ирекле иғәнә” программаһы буйынса 9 млн 181 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтте. Шул иҫәптән Ярат мәктәбенә 1 млн 200 мең һумлыҡ автобус, үҙәк ҡала дауаханаһының балалар бүлегенә медицина ҡорамалдары алыу өсөн 5 млн һум аҡса, ҡаланың “Күбәләк” балалар баҡсаһына 2 млн 600 мең һум аҡса бирелде, Түбә балалар йортона ла ярҙам күрһәтелде.
  • Һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау сиктәрендә 1 санитар машина, 56 комплект компьютер техникаһы алынған. Тиҙҙән “Ашығыс ярҙам” машиналарына урынлаштырыу өсөн ГЛОНАСС навигация системаһының килеүе көтөлә.
  • РАИП сиктәрендә Баймаҡта 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, 15 урынлыҡ инфекция корпусы төҙөлә, генподрядсы – Баймаҡ ПМК-һы. Шулай уҡ 24 фатирлы ике торлаҡ йорт һалына.
  • Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенең инженер коммуникацияларын төҙөү дауам итә. Унда һыу үткәреүгә 12 млн һум аҡса бүленгән. Быйыл ул яҡҡа электр уты биреләсәк.
  • Темәстә ҡеүәтле һөт эшкәртеү комбинаты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Объекттың инвесторы – “Башагрофин” ЯСЙ-һы.  Бер үк ваҡытта ошо инвестор тарафынан Бетерә ауылында ағас эшкәртеү производствоһы төҙөлә.
  • Икенсе Этҡолда пеллет һәм брикет сығарыу буйынса цех буласаҡ, әле унда ойоштороу эштәре бара.
  • Семеновск ауылы янында Көнсығыш Семеновск һәм Йолалы руда  ятҡылыҡтарын үҙләштереү дауам итә. Унда әлегә 365 млн һум инвестиция һалынған. Бөгөн производствола 51 кеше эшләй, киләсәктә 400-гә етәсәк. Алдағы йылдарҙа унда тау-байыҡтырыу производствоһы төҙөү күҙ уңында тотола.

Районыбыҙ төп дәүләт байрамын күтәренке кәйеф һәм ҙур уңыштар менән ҡаршыланы



Бынан егерме ике йыл элек 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
Тап ошо дата артабан төп дәүләт байрамы – Башҡортостан Республикаһы көнө тип иғлан ителә.
Башҡортостаныбыҙ үҙаллылығы һөҙөмтәһендә өлгәшелгән ҡаҙаныштар – республикабыҙҙың алтын йылъяҙмаһы ул. Тап үткән быуаттың 90-сы йылдарында йөмһүриәтебеҙ бығаса булмағанса үҫеш кисерҙе, Рәсәйҙә иҡтисади йәһәттән көслө һәм сәйәси яҡтан тотороҡло төбәктәр рәтенә баҫты.

Заманалар үҙгәреп, сәйәсәт тә икенсерәк йүнәлеш алып, “суверенитет” һүҙе тормошобоҙҙан төшөп ҡалһа ла, республикабыҙ яулаған позицияларын артабан нығытыу, донъя иҡтисади көрсөгө осорон имен үткәреү, халыҡ хужалығы тармағының төрлө өлкәләрен яңы шарттарҙа үҫтереү буйынса етди аҙымдар яһай.
Һуңғы тиҫтә йылда күп позицияларын юғалтҡан, иҡтисади күрһәткестәре түбән тәгәрәгән районыбыҙҙың аҙаҡҡы осорҙа яңы һулыш алыуы, яңы дәүергә аяҡ баҫыуы киләсәккә өмөт уята, иртәнге көнгә ышаныс тыуҙыра. Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәтенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге, Баймаҡ районы хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн беҙҙең төбәк төҙөлөш майҙансығына әүерелә, яңынан-яңы объекттар, производстволар файҙаланыуға тапшырыла, үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла.  Төп дәүләт байрамын – Республика көнөн – баймаҡтар яңы бейеклектәр һәм ҡаҙаныштар, матур пландар һәм өмөттәр менән ҡаршыланы.

Әйтергә кәрәк, һуңғы ике йыл эсендә генә тиҫтә йылдар башҡарылмаған эштәр бойомға ашырылды һәм ашырыла. Район властары республика етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар менән конструктив үҙ-ара бәйләнеште яйға һалыуға иреште, был иһә төбәкте үҫтереүгә этәргес көс бирҙе. Был Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһының, башҡа проекттарҙың барлыҡҡа килеүенә, дәүләт ярҙамының даимиға әйләнеүенә булышлыҡ итте, барлыҡ өлкәләр буйынса ла үҫеш динамикаһына өлгәшелде. Ә хәҙер иҡтисадтың төп йүнәлештәренә байҡау яһайыҡ.
Район иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, белеүебеҙсә, һуңғы тиҫтә йылда көрсөккә терәлгәйне. Район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн был тармаҡты һаҙлыҡтан сығарыу буйынса аныҡ саралар күрелә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бирелде һәм ул яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуҙа ҙур ярҙам булды. Шул уҡ ваҡытта 3 мең тонна арзан хаҡҡа яғыулыҡ бүленде. Дөйөм алғанда, район аграрийҙарына дәүләт ярҙамы 98 млн һум тәшкил итте.
Әммә аяуһыҙ ҡоролоҡ  йәнә ҡаты һынау ҡуйҙы. Шуға ҡарамаҫтан, бөтәһе 30,5 мең тонна ашлыҡ йыйып алынды, гектар ҡеүәте уртаса 6,2 центнер тәшкил итте.
Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған “Байҡара”, “Аҡморон”, “Ҡолонсаҡ” хужалыҡтарына быйыл йәнә берәү өҫтәлде – бындай статусты “Толпар” ЯСЙ-һы алды.
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында техника яңыртыу маҡсатлы дауам итте – бөтәһе 36 млн һумға техника һәм ҡоролмалар алынды  (был үткән осорға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк). Атап әйткәндә, 1 берәмек трактор, 4 иген йыйыу комбайны, “Полесье” мал аҙығы йыйыу комбайны, пресс-йыйғыстар, һөт һыуытыу ҡоролмалары һәм башҡалар алынған.

Ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар төрлө дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша. Әле райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК “500 ферма”, Сыңғыҙҙан Нияз Уразбаев һәм Яраттан Айҙар Мырҙаҡаев ғаилә һөтсөлөк фермалары проектына инде. Әйткәндәй, 6 фермер төрлө программалар буйынса дәүләт ярҙамы алыуға иреште.
Шуныһы һөйөнөслө, районда ҡеүәтле агрохолдинг төҙөү эштәре башланды. Ул “Урал аръяғы” МТС-ын, “Уңыш” АХК-һы, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе һәм “Күлтабан” МУП-ын берләштергән эре дәүләт предприятиеһы буласаҡ. Агрохолдинг төҙөүҙең төп маҡсаты – атап үтелгән ауыл хужалығы предприятиеларының производство базаһын һаҡлап ҡалыу һәм район биләмәһендә юғары эффектлы производство үҫтереү. Был проект буйынса буласаҡ предприятие орлоҡсолоҡ (элиталы иген һәм мал аҙығы культуралары орлоғо етештереү), тоҡомло малсылыҡ (тоҡомло һыйыр һәм йылҡы үрсетеү), ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеү (мәҫәлән, һөт эшкәртеү) кеүек йүнәлештәр буйынса махсуслашасаҡ. Күрше төбәктәрҙә, бар ил буйынса күмәк хужалыҡтар тарҡалған-ҡыйралған һәм шәхси ҡулдарға күскән ваҡытта, беҙҙә, киреһенсә, муниципаль һәм дәүләт милкендәге яңы предприятиелар асыла, был иһә ауыл хужалығының яҡты киләсәгенә өмөт уята. Мәҫәлән, элекке “Йылайыр” совхозы биләмәһендә “Күлтабан” МУП-ын ойоштороу быға асыҡ дәлил. Быйыл унда мал индереү күҙ уңында тотола.


Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, һуңғы осорҙа ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары производство ҡеүәтен арттыра, техник потенциалын нығыта. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Толпар”, “Союз” ЯСЙ-лары, “А.Шәрәфетдинов”, “А.Мырҙаҡаев” КФХ-лары бөгөн башҡа хужалыҡтарға бөтә күрһәткестәр буйынса ла үрнәк булып тора.
ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ системаһындағы йылдар буйы хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең бөгөн иң киҫкен проблемаға әүерелеүе бер кемгә лә сер түгел. Халыҡты эсәр һыу, электр уты, газ менән тәьмин итеү, юл инфраструктураһын яҡшыртыу йүнәлешендә, ысынлап та, проблемалар быуа быуырлыҡ. Бына шул ауыр, әммә яуаплы мәсьәләне ыңғай хәл итеү урындағы властың иң мөҡәддәс бурысы булырға тейеш. Заман алға киткән, юғары технологиялар үҫешкән мәлдә ауылдарҙа эсәр һыу, газ йәки ут булмауы бик ҡыҙғаныс һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.
Ошоноң ише бихисап проблемаларға күп сығымдар талап ителһә лә, һуңғы ике йылда тармаҡта ошоғаса булмағанса хәтһеҙ эштәр башҡарыла, мөмкинлектәр табыла. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла. Быйыл, мәҫәлән, ҡаланың Көньяҡ биҫтәһен, Ишмырҙа ауылын эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүленде. Шул уҡ ваҡытта Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарында, Аҡморон, Ҡуянтау, Темәс һәм Күлтабан ауылдарында ла был мәсьәләне ыңғай хәл итеү буйынса эштәр алып барыла. Әйткәндәй, райондың 23 ауылында һыу селтәрен ремонтлау өсөн 10 млн һум аҡса тотонолған.
Ошо уҡ программаға ярашлы, Урал ауылының Мәктәп, Үҙәк, Төҙөлөш, Йылға урамдарын, Комсомол ауылының Мәктәп, Үҙәк, Йәштәр һәм Ветерандар урамдарын тәбиғи газ менән тәьмин итеү буйынса эштәр башланып тора. Хәсән ауылына һәм ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенә лә “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреләсәк. Әйткәндәй, Темәс ауылындағы Леспромхоз биҫтәһендә генә лә 15,5 км газ селтәре файҙаланыуға тапшырылды. Бынан тыш, Әбделкәрим, Билал һәм Өмөтбай ауылдарына ла газ барып етте.

Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенә ошо арала электр уты биреү ҡала тормошонда ҙур ваҡиға буласаҡ. Күп йылдар утһыҙ интеккән йәш ғаиләләр, ниһайәт, бер проблеманан ҡотоласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ урамдарындағы яҡтыртыу ҡоролмаларын модернизациялау эштәре лә аҙағына яҡынлаша. Темәс ауылында ғына 2861 метр оҙонлоҡта электр селтәре яңыртылды.
Юл инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса һуңғы ике йылда ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Район биләмәһендәге юлдарҙы капиталь ремонтлау, асфальтлау буйынса күп сығымдар тотонолған. Был йүнәлештәге эштәр быйыл да әүҙем дауам итте. Ҡалала, мәҫәлән, Коммунистик, Ҡарағайлы, Буранбай сәсән, Юбилей урамдарындағы юлдарға яңы асфальт түшәлде, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың ихата биләмәләре лә капиталь ремонтланды. Шулай ҙа был тәңгәлдә эшләйһе эштәр етерлек.
Райондың ТӨҘӨЛӨШ КОМПЛЕКСЫН беҙ “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Был өлкәлә күптән инде абруй яулаған предприятие быйыл да әүҙем эшмәкәрлеген дауам итте. Тап уның көсө менән Ҡуянтау ауылында 108 урынға иҫәпләнгән өр-яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Ошо уҡ йәмғиәт Ниғәмәттә хәҙер инде  ауылдың күркенә әүерелгән яңы мәҙәниәт йорто төҙөнө.  Әйткәндәй, ошо көндәрҙә объект тантаналы асылды.
Бер үк ваҡытта Баймаҡ төҙөүселәренең көсө менән ҡаланың “Малыш” биҫтәһендә 220 урынға иҫәпләнгән  балалар баҡсаһы, үҙәк ҡала дауаханаһының 15 урынға иҫәпләнгән инфекция корпусы һалына. Эштәр билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла.
Шулай уҡ Баймаҡта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм етем балалар өсөн 24 фатирлы ике торлаҡ йорт төҙөлә. Был бик мөһим фактор, сөнки бындай төҙөлөштөң беҙҙә булғаны юҡ ине. Ул ысын мәғәнәһендә социаль торлаҡ буласаҡ. Бер үк ваҡытта Күлтабан ауылында мегаферма төҙөлә, киләһе йылдарҙа «Талҡаҫ» шифаханаһында яңы объекттар күтәреү буйынса эштәр алып барыла.
Киләһе йылда ла райондың төҙөлөш комплексының эшмәкәрлеге әүҙем дауам итәсәк. Икенсе Этҡолда мәҙәни-мәғариф комплексы, Баймаҡта 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү,  Көньяҡ биҫтәһенә газ үткәреү, Аҡморон, Ҡуянтау, Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарын һыу менән тәьмин итеү буйынса проект-смета документтары дәүләт экспертизаһына тапшырылған.Шул уҡ ваҡытта Иҫәнбәт, Йылым һәм Йәрмөхәмәт ауылдарында мәҙәни-мәғариф комплексы күтәреү планлаштырыла.
СОЦИАЛЬ ПРОГРАММАЛАР уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөтәһе 69 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 354 тол ҡатынға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат бирелде. Быйыл Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусы 5 кеше лә яңы торлаҡлы булды. «2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә 11 йәш ғаилә һәм 5 гражданға бөтәһе 12 млн һум субсидия тапшырылды.
3  һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 56 ғаилә, инвалид балаһы булған 8 ғаилә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары алды.
РАЙОНДА ИНВЕСТИЦИЯЛАРҘЫ ЙӘЛЕП ИТЕҮ буйынса әүҙем эш алып барыла, был йүнәлештә беҙҙең төбәк республиканың башҡа райондарына өлгө булып тора. Инвесторҙар көсө менән бөгөн беҙҙә бихисап производстволар төҙөлә, яңы проекттарға нигеҙ һалына. “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты файҙаланыуға тапшырылды ла инде. Әле Темәстә “Башагрофин” ЯСЙ-һы көсө менән ҡеүәтле һөт комбинаты төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша, тиҙҙән уны файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Ошо уҡ инвестор ярҙамы менән  Бетерә ауылында ағас эшкәртеү производствоһына нигеҙ һалынды. Әле унда төҙөлөш әүҙем бара, кәрәкле ҡоролмалар килтерелгән. Объектты яҡын арала асырға ниәтләйҙәр. Был производстволар 50-нән ашыу кешене эш менән тәьмин итәсәк.
Икенсе Этҡолда иһә “ПромРегионЛес” компанияһы брикет һәм пеллет сығарыу буйынса предприятие буласаҡ. Бөгөн унда инвестор тарафынан бина һайланған, кәрәкле документтар юллау эштәре бара. Был предприятиела 30-ға яҡын кеше эш табасаҡ.
Семеновск ауылы эргәһендә “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы  тарафынан алтын, баҡыр һәм цинк руда ятҡылығын үҙләштереү дауам итә. Йылына производство күләме – 802 кг алтын, 4,9 тонна көмөш, 762 тонна баҡыр (баҡыр концентратында) һәм 5,6 мең тонна цинк (цинк концентратында). Планлаштырылған инвестиция күләме – 2 млрд 800 млн һум. Бөгөнгә производствоға 365 млн һум инвестиция һалынған. Райондың тау-руда сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк был предприятиела тау-байыҡтырыу  фабрикаһы төҙөү ҙә күҙ уңында тотола. Әле унда 51 кеше эшләй, киләсәктә 400-гә етәсәк тип көтөлә.
Таш сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендә лә тәртип урынлаштырыу мөһим. Ошо маҡсатта Темәс ауылында кирбес заводы эргәһендә буласаҡ таш эшкәртеү предприятиеһының биналарын һәм ҡоролмаларын күтәреү башланды. Яңы производствоның инвесторы —яҡташыбыҙ Рафаэль Баймырҙин.
Шуныһы мөһим, «Урман сәнәғәтселәренең Баймаҡ союзы» йәмғиәтен булдырыу бик тә мөһим һәм сәйәси аҙым булды. Хәҙер беҙ  урмандарыбыҙҙы үҙебеҙ эшкәртә аласаҡбыҙ, ә күрше райондарҙағы кеүек ситтәр түгел.
Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Президент  Указына ярашлы, әле уны лайыҡлы ҡаршы алыу буйынса эштәр киң йәйелдерелгән. Юбилейға әҙерлек сиктәрендә ҡалала заводтың элекке клубын Никах һарайы итеп  реконструкциялау, мәҙәниәт һәм ял паркын, «Труд» стадионын, Үҙәк майҙанды һәм С.Юлаев проспектын реконструкциялау, Хоҡуҡ йорто, Ҡуянтауҙа ипподром төҙөү кеүек ғәйәт ҙур эштәрҙе бойомға ашырыу планлаштырылған.
Күреүебеҙсә, район Республика көнөн бына шундай ҡаҙаныштар һәм киләсәккә матур пландар менән ҡаршыланы. Был уңыштарҙың барыһына ла Башҡортостан етәкселегенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың, уның командаһының эҙмә-эҙлекле һәм ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында өлгәшелә. Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл түгел, проблемалар, эшләйһе эштәр етерлек. Ә бындай оло маҡсатҡа ирешеү өсөн, билдәле, уртаҡ һәм ныҡышмалы хеҙмәт талап ителә. Ғөмүмән, районды үҫтереүгә һәр кемебеҙ үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.

Һис шикһеҙ, Баймаҡтың элекке данлыҡлы позицияларын яулау өлкәһендә бик тә мөһим аҙымдар яһалды һәм ул иртәнге көнгә ныҡлы ышаныс тыуҙыра. “Баймаҡ районы – республиканың иң эре, етди һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге бик ҙур. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Төбәк инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеп, яңынан-яңы производстволар төҙөү буйынса республиканың башҡа райондарына үрнәк булып тора. Ғөмүмән, Баймаҡ күп позициялар буйынса алға етди аҙымдар яһаған һәм киләсәктә Башҡортостандың терәк төбәге буласаҡ бик ҡеүәтле район ул.Мин быға ышанам”. Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов күптән түгел районға рәсми эш сәфәре барышында шулай тип белдергәйне. Шулай булыр ҙа!

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Фотоларҙа:
Киләсәгебеҙ – балалар ҡулында
«Малыш» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы төҙөлә
Баймаҡ ит комбинаты
Темәстәге һөт комбинаты
Ҡуянтау ауылындағы яңы мәктәп.
Чекмарев урамында яңы торлаҡ йорт һалына

Биләгән вазифа менән файҙаланып

Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге асыҡ һәм үтә күренмәле. Ул тап шулай булырға тейеш тә, сөнки кеше ғүмеренең тәүге көндәренән алып һуңғы көндәренә тиклем шатлыҡлы һәм ҡыуаныслы мәлдәрендә ошо фондтың булышлығын тойоп йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе проблемалар һәм мәсьәләләр ҙә юҡ түгел.