9 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

Байрамға арнап

Бөгөн Икенсе Этҡол ауылында йәрминкә үтә. Унда балалар баҡсаһы, мәктәп һәм ауыл халҡы үҙҙәре үҫтергән мул уңышты, ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итә. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Республика көнөнә арналған концерт та әҙерләгән.     

Яңы почта карталары

Баймаҡ почтамты “Русский стандарт” банкы менән берлектә почта картаһы тарата башлаған. Картаға аҡса һалырға, “Русский стандарт” аша кредит алырға, страховка үтергә һ.б. эшләргә була. Карта алыу өсөн Баймаҡ почтамтына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ағастар шаулаясаҡ

Таулыҡай ауыл биләмәһендә ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы таҙартыу, ҡапҡа-рәшәткәләрҙе буяу буйынса күп эштәр алып барыла. Шулай уҡ ошо көндәрҙә Сыңғыҙ мәсетенең янына ағастар ултыртыласаҡ. Йәш үҫентеләр өсөн урын әҙерләнгән. Ағас ултыртыу эшенә бар ауыл халҡы сығырға йыйына.

“01” хәбәр итә

Һуңғы осор янғындарҙың йышайыуы борсоуға һала. 2 октябрҙә ҡаланың Осипенко урамында урынлашҡан усаҡлыҡ янып киткән. 7 октябрҙә Урғаҙа ауылының ике хужалығында янғын сыҡҡан. Йорт хужаларының бесәне һәм кәртә-ҡураһы янған. Ике осраҡта ла янғын төнөн башланған. Хәҙерге ваҡытта тәфтишселәр ут сығыу сәбәптәрен асыҡлай. Янғын һүндереүселәр халыҡты ут менән һаҡ булыу мөһимлеге тураһында иҫкәртә.
Г. Иҫәнгилдина.

Бағыусыларға рәхмәт!

Ишбирҙе ауылының “Аҡсәскә” балалар баҡсаһына ошо көндәрҙә ауыл эшҡыуарҙары Динар Иҙелбаев һәм Сәлим Иҫәндәүләтов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, кескәйҙәрҙе бихисап уйынсыҡтар менән һөйөндөрҙө. Балалар һәм ата-әсәләр исеменән уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм эштәренең уң булыуын теләйбеҙ.
Ш. Вәлиева.
Ишбирҙе ауылы.

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн сираттағы “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” тип аталған конкурсты башлайбыҙ. Бының өсөн “Һаҡмар” гәзитенә 2013 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылырға һәм квитанцияһын беҙгә ебәрергә генә кәрәк. Һеҙҙе беҙҙең бағыусыларыбыҙ әҙерләгән бик шәп приздар көтә! Ятып ҡалғансы – атып ҡал, “Һаҡмар”ға яҙыл һәм беҙҙең призды от!
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Ташламалы хаҡҡа яҙыл!

 Гәзитебеҙҙе уҡыусыларға һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашығабыҙ: 11 – 21 октябрҙә Бөтә Рәсәй подписка декадаһы үткәрелә. Ошо көндәрҙә үҙегеҙ яратып уҡыған гәзит-журналдарға 2013 йылдың тәүге ярты йыллығына ташламалы хаҡтар менән яҙылырға була.

Өс байрам бергә

Муниципаль район хакимиәте башлығы
И.Х. Ситдыҡов хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләй

Кисә ҡаланың үҙәк майҙаны иртәнсәктән гөрләп торҙо. Был көндө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеүҙең 22 йыллығына, Ҡала көнөнә арналған байрам саралары һәм сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.
Үҙәк майҙанда байрам уңайынан ауыл хужалығы йәрминкәһен ойоштороу отошло булды. Сөнки ул кешеләр өсөн көҙ ниғмәттәрен ҡышҡа етерлек итеп туплауҙа иң уңайлы ысул һанала.
Икенсе мәртәбә ойошторолған был йәрминкәлә халыҡ өсөн кәрәкле бөтә нәмә лә һатылды. Ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, шәхси хужалыҡтарҙың әүҙем ҡатнашыуын әйтеп үтергә кәрәк. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Аҡморон”, “Таналыҡ”, “Уңыш” АХК-ларын, “Баймаҡ” ҒПБ-һын, “Союз” хужалығын билдәләмәйсә булмай. Улар биҙрәһен 50-60 һум менән арпа, 70 һумдан бойҙай, 50-60 һумдан тауыҡ еме, 60 һумдан ярҙырылған иген һәм башҡа продукция менән һатыу итте.       
Ит һатыусылар ҙа күп ине. Уртаса хаҡтарына килгәндә, һыйыр итенең килограмы – 200-260, йылҡыныҡы 300 һумдан тәҡдим ителде. Шунда уҡ ҡош ите лә һатылды.
Йәрминкәлә литры 80 һум менән ҡымыҙ, төрлө һөт ризыҡтары, бал үтемле булды. Семеновск ауылынан килгән З.Ҡансуринанан дарыу үләндәре һатып алырға мөмкин ине. Кешеләрҙең иғтибарын шулай уҡ таҡта, төҙөлөш материалдары ла йәлеп итте. 
Универмаг алдында иһә көҙгө уңыш – йәшелсә-емеш менән һатыу иттеләр. Килограмы 17 һумдан һатылған кәбеҫтә, 16 һумдан картуф ҙур һорау менән файҙаланды.

«Иң әүҙем урам комитеты рәйесе»
номинацияһында еңеүсе Л.И. Савченко

Йәрминкәгә йыйылған ҡала халҡы һәм хеҙмәт коллективтары алдында сәхнәлә тантананың рәсми өлөшө – байрам митингы уҙҙы. Митингыны ҡала биләмәһе ҡала советы рәйесе Г.В. Давыдов алып барҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһап, майҙанға йыйылыусыларҙы Республика көнө, Ҡала көнө менән тәбрикләне. Ул һуңғы йылдарҙағы район һәм ҡала кимәлендә башҡарылған эштәр менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. “Төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына ярашлы, район буйынса 93 объектта эш алып барыла. Киләсәктә башҡарасаҡ эштәр ҙә бихисап. Алдыбыҙҙа ауыл хужалығы тармағын күтәреү маҡсатында ошо тәңгәлдә эшләүсе предприятиеларҙы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереп, ҡеүәтле агрохолдинг төҙөү бурысы тора. Артабан да үҙебеҙҙең халыҡҡа таянып, район, ҡала мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эшләрбеҙ, тип ышанам”, – тине Илшат Хәмит улы.

«Өлгөлө йорт» хужаһы
Ғ.Ф. Ниғәмәтов

Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин үҙ сығышында ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына ҡарата алып барылған төҙөкләндереү эштәренә туҡталып үтте. Ошо эштәрҙә әүҙем ҡатнашыусы хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һ.б., шулай уҡ ҡала халҡы өсөн йәрминкә ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
 

Һайлауға әҙербеҙме?


Ошо ялда Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?
А.Ф. Хәлилов, Сыңғыҙ ауылы, 1020-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы рәйесе:
– Дөйөм алғанда, һайлауға әҙерлек яҡшы ғына. Һайлау участкаһы ауыл клубында урынлашҡан. Тауыш биреү өсөн кәрәкле йыһаздар бар. Әле һайлаусыларға (исемлек буйынса улар беҙҙә бөтәһе 417 кеше) саҡырыу ҡағыҙҙары таратыу менән шөғөлләнәбеҙ. 7 һайлаусы өйҙә һайларға теләк белдереп, ғариза бирҙе. Иң оло һайлаусыларыбыҙ – Ғәлимә Шәмсетдин ҡыҙы Туйсина һәм Ишбикә Фирғәт ҡыҙы Баййегетова. Уларҙың икеһенә лә 88 йәш. Өс ауылдашыбыҙ һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашасаҡ.
Участка һайлау комиссияһы ағзалары тарафынан дежурлыҡ ойошторолдо. Һайлаусылар өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр эленде. Телефон бәйләнеше яҡшы. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре теүәл үтәлә.
Тауыш биреү көнөндә ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында ҙур концерт буласаҡ. Шулай уҡ сауҙа нөктәһе эшләйәсәк, шахмат, шашка ярыштары уҙғарыласаҡ. Был һайлауҙарҙы ла юғары кимәлдә һәм ойошҡанлы итеп үткәрербеҙ, тип ышанам.  

С. Кейекбирҙина. 

Ауыр тормош хәленә ҡалһаң...


28 сентябрҙә район-ҡаланың оло йәштәге кешеләре өсөн “Тура бәйләнеш” ойошторолғайны. Өлкәндәрҙе борсоған һорауҙарға тейешле етәкселәр яуап бирҙе. Һеҙҙең иғтибарығыҙға һорау-яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге
директоры Э.Р. Байрамғолова яуап бирә.

Л.Федотова:
– Социаль хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр буйынса инвалидтарға ниндәй льготалар ҡаралған?

– ”Башҡортостан Республикаһы социаль хеҙмәттәре системаһында бушлай һәм түләүле социаль хеҙмәтләндереү тәртибе тураһында”ғы ҡарарға ярашлы, инвалидтарға льготалар ҡаралмаған. Социаль хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр граждандың килеменә һәм республикалағы йәшәү минимумына ҡарап тәғәйенләнә.
Әбделкәрим ауылынан:
– Ҡарттар йортонда урын бармы? Унда нисек урынлашырға була?
– Оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар йәшәгән стационар социаль бүлеге, йәғни ҡарттар йорто 35 урынға ҡаралған. Хәҙерге көндә унда 25 кеше йәшәй. Ҡарттар йортона урынлашыу өсөн һеҙгә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итеп, тейешле документтарҙы әҙерләргә кәрәк.
Ш.Тләүсин:
– Мин икенсе төркөм инвалидымын. Шифаханаға путевка алырға мөмкинселегем бармы?
– Әгәр һеҙ социаль пакеттан баш тартмаған булһағыҙ, санатор-курорт дауалауына путевка юллай алаһығыҙ. Бының өсөн беҙгә – Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 37 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

Һорауҙарға үҙәк ҡала дауаханаһының
баш врачы М.И. Ғүмәров яуап бирә.

Г.Абдуллина:
– Мин Байым ауылынан. Һеҙгә беҙҙең депутат булараҡ мөрәжәғәт итәм. Газ торбалары трассаһында булған авариянан һуң, беҙҙең йорттарҙа газ юҡ. Ярҙам итегеҙ, зинһар.
– Һеҙҙең үтенесегеҙҙе “Сибайгаз”дың Баймаҡтағы филиалына еткерермен.
С.Камалова, Өмөтбай ауылы:
– Ун йыл буйы быуындарым һыҙлауҙан яфаланам. Һеҙгә инвалидлыҡ алыу өсөн мөрәжәғәт итергә буламы?
– Темәс ауыл участка дауаханаһы мөдиренә һеҙҙе медицина-социаль экспертизаһына йүнәлтеү өсөн күрһәтмә биреләсәк.
Р.Вәлиев, Байыш ауылы:
– Федераль льготалар алырға хоҡуғым булыуға ҡарамаҫтан, дарыуҙарҙы һәр саҡ алып булмай.
– Проблемағыҙ, хәл ителеү өсөн, Йылайыр ауыл участка дауаханаһына йүнәлтеләсәк.
М.Кәримова, Баймаҡ ҡалаһы:
– Оҙайлы йылдар астма, үпкә эмфиземаһы менән яфаланам. Тик ниңәлер миңә инвалидлыҡ бирмәйҙәр.
– Һеҙҙең участка терапевы медицина-социаль экспертизаһына документтарығыҙҙы әҙерләр.
И.Хәсәнов, 84 йәш:
– Миңә инвалидлыҡ юллап булмаҫмы икән?
– Әлегә һеҙҙең һаулығығыҙ буйынса ундай медицина күрһәтмәләрегеҙ юҡ.
А.Исхаҡов, 79 йәш:
– Операциянан һуң бүҫер барлыҡҡа килде. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Тәүҙә поликлиникала терапевттан йүнәлтмә алығыҙ. Операцияны хирургия бүлегендә эшләйәсәкбеҙ.
Г.Фәйзуллина:
– Үт ҡыуығында полипоз таптылар. Ниндәй дауаланыу тәҡдим итерһегеҙ?
– Бындай осраҡта тик операция эшләнә. Беҙгә килегеҙ, ярҙам итербеҙ.
Р.Ғәлина, Хәйбулла районы:
–Миндә веналарҙың варикоз киңәйеүе бар. Операция яһатырға ҡуштылар. Уны һеҙҙең дауаханала эшләтеп булмаҫмы икән?
– Килегеҙ, һорауығыҙҙы ыңғай хәл итербеҙ. 

Пенсия фонды идаралығы начальнигы
Р.В. Маракановаға бирелгән һорау.

Азаматовтар ғаиләһе:
– Икебеҙ ҙә минималь күләмдәге, 5220 һумлыҡ федераль социаль өҫтәмә түләү менән, пенсия алабыҙ. Беҙҙең беребеҙҙең булһа ла пенсияһын арттырып буламы?
– Быны Пенсия фонды идаралығының комиссияһы ирле-ҡатынлының килеменә ҡарап хәл итә. Беҙгә мөрәжәғәт итеп, белешмә алырға мөмкин.

Район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Биҡҡолов яуап бирә.

А.Ш. Рәхимғолова, Беренсе Этҡол ауылы:
– Миңә Баймаҡтан фатир булмаҫмы икән?
– Ҡала биләмәһе башлығы был мәсьәләне 2013 йылда, социаль йорт төҙөлөп бөткәс, хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Ә.Кәримова, 82 йәш, Төркмән ауылы:
– Өйөбөҙ серек, емерелеү хәлендә. Алты бала үҫтерҙем, 45 йәштәге улым Афғанстан һуғышын үтте. Беҙгә ярҙам күрһәтмәҫһегеҙме икән?
– Улығыҙға хәрби комиссариатҡа, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы һорап ғариза яҙырға кәрәк.
Ҡасҡыновтар:
– Ни өсөн һаман Бөйөк Ватан һуғышы ветераны М. Ҡасҡыновҡа һәйкәл ташы ҡуйылмай?
– Хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов был һорауҙы контролгә алды.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының
бүлек начальнигы Т.В. Денисова яуап бирә.

А.Кәримова, Л.Байсәйетова, III төркөм инвалидтар:
– Ауыр тормош хәлендә ҡалдыҡ, матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ине...
– Матди ярҙам ауыр тормош хәленә ҡалған, йәшәү кимәле түбән булған граждандарға күрһәтелә. Муниципаль район хакимиәтенә йәки беҙгә мөрәжәғәт иткәндә ғаилә составы тураһында белешмә, һәр ғаилә ағзаһының һуңғы өс айға булған килемен һәм ауыр тормош хәленә ҡалыу тураһындағы документтарҙы (йүнәлтмәләрҙең күсермәһе, транспорт билеттары һ.б.) алып килергә кәрәк.
 
Г.Фәйзуллина:
– Пенсионерҙарға ял итеү өсөн льготалар ҡаралғанмы?
– Башҡортостан Республикаһында 2012 йылда “Социаль туризмды үҫтереү” программаһы ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, һәр пенсионер ялын ойоштороу өсөн ғариза яҙа ала. Паспорт һәм пенсия таныҡлығының күсермәһе менән беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.
 
Үҙәк дарыухана мөдире Г.Ғ. Пономареваға бирелгән һорау.
– Дарыуханала шәкәрҙе алмаштырыусылар бармы?
– Тәбиғи шәкәрҙе алмаштырыусы ”Фруктоза” бар.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әҙерләне.