8 окт. 2012 г.

Спорт

Баймаҡ боксерҙары – беренсе!

Үткән аҙнала районыбыҙҙың спорт тормошон ике ҙур ваҡиға йәмләне. Алдан яҙып үтеүебеҙсә, кесе йоманан шәмбегәсә К.Е. Сентюриндың 60 йәшлек юбилейына арналған үҫмерҙәр араһында бокс буйынса асыҡ турнир уҙҙы. 6 октябрҙә еңел атлеттарҙың Ҡуянтау – Баймаҡ араһында Республика көнө алдынан уҙғарыла торған традицион ярышы ойошторолдо.

Өс көн дауамында барған “аяуһыҙ” алыштарҙа республиканың ҡала-райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән барлығы 14 команда үҙ-ара көс һынашты. Һөҙөмтәлә Баймаҡ спортсылары беренсе урынға сыҡты. Свердловск өлкәһе менән Белорет боксерҙары иһә II-III урындарға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә лә баймаҡтар һынатманы. 6 кеше үҙ категорияларында чемпион исемен алыуға өлгәште. Улар – 30 кг ауырлыҡта Ильяс Исмәғилев (3-сө мәктәп), 4-се мәктәп спортсылары Абдулла Ишниязов (36 кг), Артем Новиков (38 кг), Дастон Рөстәмов (56 кг), Яҙгөл Аралбаева (54 кг) һәм 3-сө мәктәптән Лиана Сирбаева (52 кг).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Йүгеректәр уҙҙырманы

Еңеүсе йүгеректәр.

Ғәҙәттәгесә, ир-егеттәр Ҡуянтауҙан (12 км) старт алһа, ҡатын-ҡыҙҙар йүгереүҙе Л.Пономарев һәйкәленән (6 км) башланы. Финиш иһә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында ине.
Был көндө 80-дән ашыу спортсы үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәтә алды. Һөҙөмтәлә уҡыусы балалар араһында тәүге урындарҙы Илүзә Мостафина (Ниғәмәт), Камилла Маркабаева (Сибай), Рәзилә Юлыева (Байыш) менән Вадим Ишбахтин (Сибай), Данил Байышев (Байыш), Айгиз Сәғәҙиев (105-се ПЛ) алды. 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Хәниф Исмәғилев, Илсур Әхмәтҡужин (Сибай), Даян Ғүмәров (Икенсе Этҡол), ҡатын-ҡыҙҙарҙан (Зиниә Райманова, 105-се ПЛ) иң йүгеректәре булып сыҡты. 40 йәштән олораҡ ир-егеттәрҙән Дамир Хәсәнов (Сибай), Шәрифйән Мырҙабулатов (Сәйғәфәр) һәм Хәйҙәр Моталлапов (105-се ПЛ) I-III урындарға лайыҡ булды.
Был көндө шулай уҡ иң оло һәм иң йәш йүгерек билдәләнде. Улар – 61 йәштәге Зөфәр Зөбәйеров (Баймаҡ) һәм 3-сө мәктәп уҡыусыһы, 2002 йылғы Лиза Чернышева булды.
Сара аҙағында еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  

А. ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Пенсия реформаһы ҡарала

3 октябрҙә “2030 йылға тиклем пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы” темаһына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары А.Н. Пудов менән Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды идаралығы рәйесе А.В. Дроздов ҡатнашты.

Ауылыбыҙҙың йәме булған ғаилә

Алтын көҙҙөң матур көнөндә Аҡморон мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Нурания һәм Ирек Низамовтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ тантанаһы үтте. Кисәгә ауылдың оло быуын кешеләре, уларҙың хеҙмәттәштәре, туғандары йыйылды.

“Мөмкин булһа һәйкәл ҡуйыр инем...”


Кешегә ғүмер бер генә бирелгән. Айырыуса ата-әсәйҙәрҙең ғүмере бик ҡыҫҡа тойола. Шуға ла уларҙың ҡәҙерен үҙ мәлендә белергә кәрәк.

Эйе, ғүмер аҡҡан һыу һымаҡ уҙған икән. Йәшлек тә эш, мәшәҡәттәр менән күҙ асып йомған арала үткән. Хәҙер инде янымда атай ҙа, әсәй ҙә юҡ. Ә бит барыһы ла яңы ғына булған кеүек ине.

Көҙ – һағыш миҙгеле


Көҙ миҙгелен бик күп шағирҙар, әҙиптәр маҡтап йырҙар сығара. Ул үҙенең алтын төҫтәренә бай булыуы менән күптәрҙең күңелен арбап тора. Әммә ул һәр кешенең дә күңеленә шатлыҡ хистәре алып килмәй шул.

Хеҙмәттән йәм тапҡан ир уҙаманы


 “Әлегеләй хәтеремдә: мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн беҙгә ҡәбер ҡаҙырға ҡуша торғайнылар. Баланың көсө күпме генә инде... Шулай ҙа хәлдән тайғансы эшләйбеҙ. Тәрән ҡаҙа алманыҡ, шундай ҡәберҙәргә мәрхүмдәрҙе ерләнек. Уларҙы эттәр һөйрәп сығарып ашауын күреүе ҡот осҡос күренеш була торғайны. Кешеләр аслыҡтан интегеп, ситкә эш эҙләп китергә мәжбүр ине”.

Ветерандар советы, “Атайсал” клубы ағзаһы Хәлфетдин Сафа улы Ишморатов ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Заманында Баймаҡта етәксе вазифалар биләп, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән аҡһаҡалды барыһы ла яҡшы беләлер тип уйлайым.

Яңылыҡтар

Милли кейемдәр конкурсы

18 октябрҙә сәғәт 11-ҙә район китапханаһында “Милли кейемдә – быуаттар сағылышы” конкурсының беренсе туры үтәсәк. Ярышта ҡатнашырға теләүселәрҙең 3-16-37 телефоны буйынса йәштәр бүлегенә мөрә-жәғәт итеүе һорала.

Быуа таҙартылған

Аҡморон мәктәбе районда ойошторолған экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә 6-сы, 7-се класс уҡыусылары ауыл янындағы быуаны сүп-сарҙан таҙартҡан. Бынан тыш, ауылды төҙөкләндереү буйынса ла төрлө эштәр алып барыла.

Яңы федераль судья

Баймаҡ район судында яңы федераль судья эш башланы. Азат Язар улы Утарбаев быға тиклем Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы судында судья ярҙамсыһы булып эшләгән.

Операциялар бара

Баймаҡ эске эштәр бүлеге енәйәтселеккә ҡаршы йүнәлтелгән профилактик сараларын дауам итә. Хәҙерге ваҡытта “Браконьер”, “Уңыш”, “Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль” операциялары бара.

Пенсионерҙар тәбрикләнде

Сыңғыҙҙа ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 11 кеше тәбрикләнде. Тантананы асып, клуб мөдире Айбулат Хәлилов юбилярҙарҙың тормош юлы менән таныштырҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы М.С. Сәғәҙәтова, ауылдың имам-хатибы Х.Туйсин тәбрикләне. Хаҡлы ялға сығыусылар исеменән А.Хәлилов етәкcелегендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, бар ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
С. Хисмәтуллина.

Зыяратты кәртәләгәндәр

Ишмөхәмәт ауылы хакимиәте янғындан һуң Баймырҙа ауылы зыяратын кәртәләүгә ағас, кәрәк-яраҡтар менән ярҙам иткән “Баймаҡ урмансылығы” ДУ-һы етәксеһе Д.Д. Абдуллин, эшҡыуарҙар С.Әүәлбаев, Р.Ирназаров, И.Абдрахманов, В.Чинейкин, В.Фәйезов һәм өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Шулай уҡ Урғаҙа йылғаһының үҙәнен таҙартырға ярҙам иткәне өсөн ДРСУ начальнигы Д.Ғ. Арслановҡа ла рәхмәтен белдерә.

Ташламалы хаҡҡа яҙыл!


Гәзитебеҙҙе уҡыусыларға һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашығабыҙ: 11 – 21 октябрҙә Бөтә Рәсәй подписка декадаһы үткәрелә. Ошо көндәрҙә үҙегеҙ яратып уҡыған гәзит-журналдарға 2013 йылдың тәүге ярты йыллығына ташламалы хаҡтар менән яҙылырға була.

Ер эшкәртеү айлығы

Эштәрҙе тиҙләтеү мөһим


Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә районда 6142 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 2015 гектарҙа эшкәртелгән. Планда 19360 гектар булып, уның 42 проценты үтәлгән.
Туңға һөрөүҙә алдынғылар рәтендә Ленин исемендәге АХК (890 гектар), “Союз” ЯСЙ-һы (200 га), Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһы (147 га) тора. Шулай уҡ “Урал аръяғы” МТС-ы (1160 га), “Күлтабан” МУП-ы (550 га), “Баймаҡ-Новатор” (550 га), “Йылайыр” (530 га),  “Толпар” (520 га) ЯСЙ-лары, “Рассвет” АХК-һы (380 га),  “Баймаҡ” ҒПБ-һы (110 га) ла эште дәррәү алып бара.
Ер эшкәртеүҙе иһә “Баймаҡ-Новатор” (450 га), “Богачевка” (225 га), “Толпар” ЯСЙ-лары (220 га), “Баймаҡ” ҒПБ-һы (200 га), “Йылайыр” ЯСЙ-һы (200 га) уңышлы башҡара.
Шул уҡ мәлдә “Аҡморон”, “Таналыҡ”, “Октябрь” АХК-ларында ер эшкәртеүгә бөтөнләй тотонмағандар. “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Байҡара” хужалыҡтарында ла эш темпы түбән.

Тренерҙың олпат юбилейын ҡаршылап

Баймаҡ боксының “атаһы” К.Е. Сентюриндың 60 йәшенә арнап үҫмерҙәр араһында турнир башланды


К.Е. Сентюрин:
– Баймаҡ – бокс ҡалаһы. Быны ышанып әйтә алам. Үҙем әле Ҡаҙағстанда йәшәһәм дә мин башлаған эштең матур дауам итеүен күреү ҙур кинәнес тыуҙыра. Сер түгел, тренер эше ҡатмарлы, ауыр. Шулай ҙа спортсының уңышлы үҫешендә талант, эшһөйәрлек, ихтыяр көсө, йәмғиәт һәм тренерҙың эше ҙур роль уйнай. Шуға күрә лә Баймаҡта ла халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүселәр үҫешә алыуына ҙур ышанысым бар.

Һайлау – 2012

Кандидаттар халыҡ менән осрашты


Әлеге мәлдә киләһе ялда уҙасаҡ һайлауға әҙерлек эштәре бара. Муниципаль район Советына депутатлыҡҡа кандидаттар иһә үҙҙәре күрһәтелгән округтағы һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Кандидаттар һайлаусыларҙы үҙҙәренең һайлау алды программаһы менән таныштырыу, халыҡты борсоған һорауҙарҙы өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап

Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына


Баймаҡ ҡалаһы бөгөн яңырыу кисерә, тиһәк һис тә яңылыш булмаҫ. Ысынлап та, ҡаланың иҡтисади-социаль инфраструктураһында үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Был тәңгәлдә киләсәктә лә ҙур саралар ҡаралған. Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин менән ҡалабыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында әңгәмәләштек.

«Бәхет хат»тары таратыла


Башҡортостан Республикаһына 2 миллиондан ашыу “Бәхет хат”ы килде, әлеге көндәрҙә уларҙы эйәләренә тапшырыу бара. Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды йыл да хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө тураһында мәғлүмәт бирә. Унда мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһындағы граждандың шәхси иҫәбенең торошо хәбәр ителә. Һәр белдереү ҡағыҙы шәхси иҫәптә күрһәтелгән адрес буйынса заказлы хат итеп ебәрелә.

Викторина тамам – еңеүселәрҙе бүләктәр көтә


Гәзит уҡыусылар араһында 14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауға арналған викторина тамам. Унда әүҙем ҡатнашыусы гәзит уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Өсөнсө турҙа Байыш ауылынан Нурия Мортазина еңеүсе булды. Еңеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ. Бүләктәрҙе 14 октябрҙән һуң редакцияға саҡырып, территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә тапшырасаҡбыҙ.

Барығыҙҙы ла муниципаль кимәлдәге һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Өсөнсө турға викторина яуаптары:
1. Әгәр һайлаусы һайлау бюллетенен тултырғанда яңылышып, участка һайлау комиссияһы ағзаһына уға яңы һайлау бюллетене һорап мөрәжәғәт итһә, участка һайлау комиссияһы ағзаһы нишләргә тейеш?
б) һайлаусыға яңы һайлау бюллетене бирә һәм һайлаусылар исемлегенә ошо һайлаусы фамилияһы тәңгәленә тейешле билдә һәм ҡултамғаһын ҡуя;
2. Һайлаусы үҙаллы һайлау бюллетенен тултыра алмаһа, уға кем ярҙам итә ала:
г) һайлау комиссияһы ағзаһы, теркәлгән кандидат, һайлау берекмәһе вәкиле йәки ышаныслы кешеһе, күҙәтеүсе булмаған икенсе һайлаусы;
3. Башҡортостан Республикаһында территориаль һайлау комиссияһы компетенцияһы, вәкәләттәре һәм барлыҡҡа килтереү тәртибе билдәләнә:
в) Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексы менән;
4. Күҙәтеүсе хоҡуҡлы:
а) һайлаусылар исемлеге, тауыш биреү биналарынан тыш һайлау тураһында ғаризалар реестры менән танышырға;
5. Һайлау бюллетенен иҫәпләгәндә ҡатнаша ала:
в) участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзалары.

Ветеринар – кешелек һағында тороусы


Күптән түгел Темәс ветеринария дауалауханаһы мөдире Ф.Ә. Йосопов Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Был – Фәрит Әбүзәр улының ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүенең һөҙөмтәһе ул.

«01» иҫкәртә

Үлем осраҡтары ла бар...


21 сентябрҙә 01 сәғәт 40 минутта Түбә ауылындағы янғын тураһында телефондан хәбәр алынды. Фажиғә урынына Түбәлә урынлашҡан пост хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелде. Өй эстән бикле булып сыға. Янғын һүндереүселәр ишекте емереп инеп, утты һүндерә башлай. Янғынды туҡтатҡас, йорт хужаһы һәм хужабикәһенең кәүҙәләре табыла. Фажиғәнең сәбәбе –тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу.
Йыл башынан ошо көнгә тиклем район-ҡалала 54 янғын (уҙған йыл ошо арауыҡ ваҡытта – 48) һәм 43 (35) ут сығыу теркәлгән. Ут 4 321 000 һумлыҡ зыян килтергән. Янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән (былтыр – 3 кеше). 6 кеше, шул иҫәптән бер бала, төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған.

Яңылыҡтар

Баймаҡ хәрби комиссариаты – иң яҡшыһы

Республика хәрби комиссариаты яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм мобилизациялау буйынса учениеларға йомғаҡ яһаны. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, Баймаҡ хәрби комиссариаты иң яҡшылар рәтенә индерелде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовҡа илебеҙҙең именлеген һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссарының Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитовҡа рәхмәт белдерелде.
“Боевой листок” тип аталған республика конкурсында ҡаланың 1-се мәктәбе өсөнсө урынды яуланы. 

Көс һынаштылар

Өфөлә йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү өсөн тәрбиәгә ауыр бирелгән үҫмерҙәр араһында спорт ярыштары үткәрелде. Өс көн дауам иткән бәйгелә 105-се һөнәрселек лицейының командаһы ла ҡатнашты (етәксеһе Р.Ғ. Исҡужин). Егеттәр атыу, медицина ярҙамы күрһәтеүҙә көс һынашты, уларҙы МЧС, янғын һүндереүселәр үҙ эше менән таныштырҙы. 105-се һөнәрселек лицейы командаһы ярышта әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Акциялар

Күсей ауылы “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Бөтә ауыл менән «Башҡортостан»ға!” акцияһына ҡушылырға ҡарар иткән. Ауыл биләмәһе хакимиәте газетаға яҙылыусылар араһында лототрон уйната. Ауылдың шәхси эшҡыуары Гөлнур Ғайсина был сараға үҙенең тос өлөшөн индергән: 1 мең һумлыҡ приздар алған. Әйткәндәй, уңған эшҡыуар Ололар көнөнә ҡарата бер һарыҡ һуйып байрам табыны әҙерләшкән.

Ҡуянтау – Баймаҡ марафоны

6 октябрҙә Республика көнөнә ҡарата Ҡуянтау – Баймаҡ марафоны үтәсәк. Был сарала үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Марафонға сәғәт 11-ҙә старт бирелә.

Страховка иғәнәләре түләүселәр иғтибарына


Пенсия фонды идаралығы алдан билдәләнгән графикка ярашлы, мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалауына 2012 йылдың туғыҙ айы өсөн түләнгән һәм күсерелгән страховка иғәнәләре иҫәптәрен, ағымдағы йылдың өсөнсө кварталы өсөн шәхси мәғлүмәттәрҙе ҡабул итә башлай. Иҫәптәр һәм мәғлүмәттәр 2012 йылдың 1 октябренән 15 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Отчеттарҙы ваҡытында тапшырмаусыларға закон буйынса штраф санкциялары ҡаралған.
Страховка иғәнәләре түләүселәрҙең Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 32а адресы буйынса 301-се, 303-сө, 304-се бүлмәләргә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ.
Белешмә өсөн телефондар: 3-18-09, 3-18-67.

Көҙ – йәрминкәләр мәле

8 октябрҙә, дүшәмбе көнө, ҡаланың Үҙәк майҙанында сираттағы ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе үткәрелә. Унда райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, ҡаланың аҙыҡ-түлек етештереүсе ойошмалары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Йәрминкәлә иген, ҡош-ҡорт өсөн ем, ҡатнаш аҙыҡ, ит, һөт ризыҡтары, ҡымыҙ, бал, йәшелсә, он, ҡош-ҡорт, тиреҫ, бесән, һалам һ.б. һатыласаҡ.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Унда сауҙа итергә теләүселәр район хакимиәтенә алдан заявка бирә ала. Белешмәләр өсөн 2-10-88 телефонына шылтыратырға мөмкин. Һатыу итеү урындары бушлай.
Ойоштороу комитеты.

5 октябрь – уҡытыусылар көнө

Бала күңеле белгестәре...


Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!
“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш.
Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйем! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!

И. Ситдыҡов, муниципаль район хакимиәте башлығы.

Район Советы ултырышында


Халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 46-сы ултырышы үтте. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы.

Участка комиссияларында эш ҡыҙыу


Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?

Таулыҡайҙың танылған умартасыһы


Таулыҡай ауылында йәшәүсе Ирғәле Сәфәрғәле улы Хөсәйеновты районда танылған умартасы булараҡ яҡшы беләләр. Ул был кәсеп менән Ленин исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләгән сағында уҡ шөғөлләнә башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ошо шөғөлөн ташламай. Хәҙер тырыш хужала йәмғеһе егерменән ашыу умарта бар. Һуңғы йылдарҙа ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡ, эҫе йәй, әлбиттә, умартасылыҡ тармағына ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шулай ҙа тырыш хужа бирешмәй, ҡорт ғаиләләрен һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һала.

Күп балалы ғаиләләрҙе шатландырып


Өй ҡото, үҙ усағың янында бәхетле ғаилә ҡороу – һәр кеше өсөн иң ҙур хыял, шатлыҡ-ҡыуаныс ул. Айырыуса күп бала тәрбиәләгән парҙар өсөн ҙур, йылы йортта йәшәү бик тә мөһим.

Әрме


Ватанды һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү – элек-электән ир-егеттәрҙең изге бурысы булып һанала. Хәйер, илдәге сәйәси үҙгәрештәр хәрбиҙәрҙе лә урап үтмәне. Ҡасандыр әрмелә хеҙмәт итеү изге эш булып һаналһа, хәҙер унан ҡасып ҡалырға теләгәндәр ҙә бар.

Өлкәндәрҙе тәбрикләп...


Ололарҙы тәбрикләү, уларҙы хөрмәт итеү – йәмғиәттең үҫеш һәм аң кимәлен билдәләй. Ҡарттарҙың хәстәрлекле ҡарашҡа, йылы һүҙгә мохтаж булыуы һәр кемгә билдәле.

Халыҡ именлеге – беренсе сиратта


2012 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Граждандар оборонаһы ойошторолоуға 80 йыл тула. Шул айҡанлы Рәсәйҙә генә түгел, районда ла ҙур саралар уҙа. Был тәңгәлдә Баймаҡта ниндәй эштәр алып барыла? Баймаҡ районы һәм ҡалаһындағы 114-се янғын һүндереү часы начальнигы Р.Й. Аҡбулатов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
 
– Рәмил Йәҙгәр улы, Рәсәйҙә Граждандар оборонаһы айлығы ҡасан һәм ниндәй маҡсатта уҙғарыла башлаған?
– Граждандар оборонаһы термины Беренсе донъя һуғышында Германияның хәрби-һауа көстәре тарафынан бомбаға тотолоп, күп кешеләрен юғалтҡан һәм емереклектәргә дусар булған Великобританияла барлыҡҡа килгән. Һуғыштан һуң күп илдәрҙә халыҡты авиация һөжүменән, химик ҡоралдарҙан һаҡлау саралары күрелә башлай. Ҡаршы яҡтың иң төпкөл ауылына ла осоп барып етеүгә һәм граждандарҙың объекттарын бомбаға тотоуға һәләтле хәрби авиацияның барлыҡҡа килеүе, уның киҫкен үҫеш алыуы халыҡ именлегенә хәүеф менән янай. Һөҙөмтәлә, 1932 йылдың 4 октябрендә СССР-ҙың Халыҡ комиссариаты Советы һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһы тураһындағы ҡарар ҡабул итә һәм урындарҙа һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһын ойоштора.
 
– Граждандар оборонаһы бөгөн ниндәй принциптарҙан сығып эш итә?  
– 80 йыллыҡ тарихы булған Граждандар оборонаһының төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалды һәм ҡаласаҡ: кеше именлеген һаҡлау. Граждандар оборонаһы бурыстарының эффектлы үтәлеше өсөн Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла идара итеү үҙәктәре барлыҡҡа килгән. Муниципаль округтарҙа ла берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте ойошторолған. Беҙҙә ул 114-се янғын һүндереү часында урынлашҡан. Тәүлек әйләнәһенә стихиялы ҡазаларҙы, катастрофаларҙы, аварияларҙы бөтөрөү һәм граждандар оборонаһы бурыстарын үтәү бурыстары йөкмәтелгән. Граждандар оборонаһы, идара итеү системаһы эффектлы үҫеш ала.
 
– Янғын һүндереү часы тәүлек әйләнәһенә кеше именлеге һағына баҫҡан. Һеҙҙең хеҙмәт граждандар оборонаһы буйынса ла даими саралар күрә...
– Килеп тыуған бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, уны булдырмау күпкә әһәмиәтлерәк. Ҡалала һәм ауылдарҙа граждандарҙы төрлө хәүеф-хәтәрҙән яҡлау буйынса саралар даими үтеп килһә лә, район масштабында иғлан ителгән айлыҡ йыл да ойошторола. Халыҡ төрлө сетерекле хәлдәрҙә ҡаушап ҡалмай, унан дөрөҫ сығыу юлдарын таба, үҙ-үҙен яҡлай белһен өсөн күнекмәләр, уҡыуҙар ойошторола. Яҙлы-көҙлө торлаҡ йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерәбеҙ. Мәғариф, социаль объекттарҙың да торошо күҙәтеү аҫтына алына. Ә инде айлыҡ барышында, планға ярашлы, мәктәптәрҙә һәм предприятиеларҙа күнекмәләр уҙғарабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, Ҡуянтауҙа, Баймаҡ лицей-интернатында үтте. Бөрө ҡалаһында уҙған янғын һүндереүселәрҙең чемпионатында ла Баймаҡ командаһы айырым һынауҙар буйынса яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Сибай ҡалаһындағы “Баштрансгаз” ААЙ-һында, урындағы янғын һүндереүселәр менән берлектә, күнекмә үткәрҙек.
Профилактика саралары бөтә уҡыу йорттарында ла алып барыла. Йәмғиәт нигеҙҙәрен өйрәнеү уҡытыусылары ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Урында балалар менән ныҡлы күнекмәләр алып барыла. Был тәңгәлдә 105-се һөнәрселек лицейы уҡытыусыһы Р.Ғ. Исҡужинды әйтеп китергә мөмкин.
Бынан тыш, ҡала һәм районда үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһы эшләй. Сигнал тауышын ишетеү менән бөтә халыҡ телевизор йәки радионы тоҡандырып, унда тапшырылған ашығыс белдереүҙе тыңларға бурыслы. Кешенең ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта, әйтелгән тәҡдимдәрҙе һәм күрһәтмәләрҙе һәр кем мотлаҡ үтәргә тейеш. Ҡалала 5 сирена һәм 5 тауыш көсәйткес бар.  
 
– Ни өсөн бөгөн күнекмәләр үткәреүгә айырым иғтибар бирелә?
– Тәбиғи һәм техноген характерҙағы хәл-ваҡиға килеп тыуа ҡалһа, авария-ҡотҡарыу сараларын дөрөҫ үтәй белеү ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Беренсе медицина ярҙамын күрһәтә белеү ҙә мотлаҡ. Янғын сыға ҡалһа, янғын һүндереүселәр килгәнсә уны үҙаллы һүндереү сараларын күрергә кәрәк. Белеүебеҙсә, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юлыҡҡан кеше төрлө кисерештәргә еңел бирелә. Экстремаль ситуацияларға юлыҡҡанда күбеһе, алдан психологик әҙерлек үтмәгәнлектән, үлемгә дусар була. Уларҙы солғап алған ҡурҡыу тойғоһо тағы ла ҙурыраҡ бәләгә этәрә. Анализ күрһәтеүенсә, 50-70 процент халыҡ килеп тыуған хәлдән сығыу юлын аңлап эш итерлек хәлдә булмай. Бары тик төрлө хәл-ваҡиғаларға әҙер булған кеше генә юғалып ҡалмай, һәр нәмәне уйлап эш итә. Бөгөн кеше үҙен, яҡындарын һәр нәмәнән дә яҡларға һәм ҡурсаларға әҙер булырға тейеш. Шуның өсөн дә профилактик сараларҙы тейешле кимәлдә уҙғарыуға өҫтөнлөк бирелә.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.

Уҡытыусым! Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,

Моңға сорналған ғүмер

Тормошта шундай ҡатындар була: уға бер һирпелеп ҡарау менән йөҙөндә булдыҡлылығын, ғорурлығын, саялығын һәм башҡа гүзәл сифаттарын күрәһең. Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең юғары категориялы педагогы Рәйлә Әкрәм ҡыҙы Бикбирҙинаның ҡиәфәтендә лә башҡаларҙан айырылып торған көс тә, илаһилыҡ та сағыла. Ә инде уның яҡындары менән аралашып, сәхнәлә башҡорт халҡының мәшһүр йырҙарын йөрәктәргә үтеп инерлек итеп башҡарғанын, думбырала сиртеп ҡобайыр, әйтештәр әйткәнен, баян телдәрен тирбәлтеп, уҡыусыларын музыка серҙәренә өйрәткәнен күрһәң, Рәйлә Әкрәм ҡыҙының тормошо бай ҙа, йөкмәткеле лә икәнлегенә төшөнәһең.

Фиҙаҡәр хеҙмәт эйәһе

Тамашасы менән шығырым тулы зал. Күптән осраша алмай йөрөгән, әле һағынышып күрешкән кешеләрҙең йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. “Һауғынаһыңмы? Ни хәлдәрҙә йәшәйһең?” – ошоға оҡшаш һорауҙарҙы әле бер, әле икенселәр бер-береһенә биреп, ҡосаҡлашып ала.
Сәхнәлә уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Әҙеһәм Миҙхәт улы Чанышевтың фоторәсеме тора. Унан саҡ ҡына аҫтараҡ плакатта М.Фәйзиҙең шиғри юлдары элеп ҡуйылған:

Мин Юлыҡҡа күңелемде  төбәп килдем,
Йәмле тормош, яҡын дуҫтар  эҙләп килдем.
Тәбиғәттең йәмдәргә бай ерҙәренә
Идеалымдың йондоҙҙарын  күҙләп килдем.

Яңылыҡтар

Туризм һөйөүселәрҙең ярышы

Үткән аҙнала С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында Халыҡ-ара туризм көнөнә һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған уҡыусыларҙың туристик слеты уҙғарылды. Унда ҡала мәктәптәренең 6 – 8-се кластары һәм Баймаҡ лицей-интернаты – йәмғеһе 4 команда ҡатнашты. Палатка ҡороу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, компас ярҙамында азимут буйынса йөрөү, крайҙы өйрәнеү викторинаһы һымаҡ төрлө һынауҙар ярайһы ғына ҡатмарлы ине. Иң аҙаҡтан еңеүселәр билдәләнде: беренсе урында – БЛИ, икенселә – 2-се мәктәп, өсөнсөгә иһә 1-се һәм 4-се мәктәптәр лайыҡ булды.   

Исем туйы үтте

Аҡморон ауыл китапханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтованың “Әйтер һүҙем ҡәләм осонда” тигән китабының исем туйы үткәрелде. Унда уҡыусылар, китап һөйөүселәр ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан матур концерт күрһәтелде. Был кисә Шәфҡәтлелек айлығы сиктәрендә үткәрелде һәм унда саҡырылған ололарға хөрмәт күрһәтелде. Сараны ауыл китапханасыһы Раушания Баййегетова ойошторҙо.
Гөлназ Азаматова, ауыл биләмәһе башлығы.

Йәрминкәгә килегеҙ!

8 октябрҙә ҡаланың Үҙәк майҙанында сираттағы ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе үткәрелә. Рәхим итегеҙ!
Ойоштороу комитеты.

Программала ҡатнашығыҙ!

“2011-2013 йылдарҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар биреүгә ғаризалар ҡабул ителә. Был программаның төп маҡсаты булып КФХ базаһында 25 баштан алып 100 башҡа тиклем һыйыр малы үрсетеүсе ғаилә һөтсөлөк фермаларын булдырыу һәм комплектлау тора.
Субсидиялар программала ҡатнашыусы статусы алған хужалыҡтарға бирелә. Һауыу ҡоролмалары һәм аппараттары, һөттө таҙартыу һәм һыуытыу ҡоролмалары, һөттө һаҡлағыс, тоҡомло һәм тоҡомло булмаған мал һатып алған осраҡта субсидиялар бүленә. Шулай уҡ инженер инфраструктураһына ла дәүләт ярҙамы ҡаралған.
Был программала ҡатнашырға теләүселәр тулы мәғлүмәт алыу өсөн “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, тел. 2-17-15.

Ә күңелдә һаман яҙ әле...

30 сентябрҙә Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда “Ә күңелдә һаман яҙ әле...” тигән байрам сараһы үтте.
Хаҡлы ялдағы, оло йәштәге апай-ағайҙар үҙҙәренең инициативаһы менән ауылдаштары өсөн бай йөкмәткеле концерт ойошторҙо һәм барыһы өсөн дә матур ял сәғәттәре бүләк итте. Сәстәренә сал ҡунһа ла, йәштәре 70, 80-гә артылһа ла, әле һаман дәртле, йыр-моңға ғашиҡ, ут сәсрәтеп бейегән, өҙҙөрөп гармун уйнаған апай-ағайҙар ҙур һоҡланыу уятты һәм уларҙың сығыштары тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде. Матур байрам урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәктәп етәкселеге тарафынан ойошторолған сәй табыны артында дауам итте. Ололар барыһына ла ҙур рәхмәт әйтеп, саранан көс-дәрт алып, ҡанатланып таралышты.
Л. Ишбаева.

Хроника

“Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһы директоры (“Һаҡмар” гәзите мөхәррире) вазифаһын башҡарыусы итеп быға тиклем Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта белем биреү мәктәбе муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһында уҡытыусы булып эшләгән Сәфәрғәлин Заһит Замир улы тәғәйенләнде.
Быға тиклем Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары булып эшләгән Йәндәүләтов Илһам Миңлеғәле улы, З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте БР дәүләт унитар предприятиеһы директоры итеп тәғәйенләнеү сәбәпле, биләгән вазифаһынан бушатылды.

“Аҡъял” ат спорты ярыштарына йыйҙы


Ҡуянтау ауылы эргәһендәге “Аҡъял” ипподромында Рәсәй, республика, төбәк-ара ат спорты ярыштары ойоштороу бөгөн инде матур йолаға әүерелде. Бынан дүрт йыл элек ул саҡтағы Баймаҡ тәжрибә хужалығы директоры И.Х. Ситдыҡовтың тырышлығы менән төҙөлгән был ипподром районда ат спортын үҫтереү йүнәлешендә яһалған мөһим аҙымдарҙың береһе булды. Бына шул ваҡыттан алып “Аҡъял” Баймаҡ районы ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәгенең, хатта Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙең ат спортын яратыусыларын үҙенә туплаған үҙәккә әйләнеп бара. Быйылғы ат спорты ярыштары Республика көнөнә һәм 1812 йылда еңеүҙең 200 йыллығына арналды һәм юғары кимәлдә үтте. Бәйгене Баймаҡ районы хакимиәте ойошторҙо. Әйткәндәй, “Аҡъял”дағы ярыштарға тамаша ҡылырға Сибай ҡалаһы, Бөрйән районы хакимиәттәре башлыҡтары, бихисап ҡунаҡтар һәм райондың халыҡ хужалығы тармағы ветерандары килгәйне.

Юлдарҙа өҙөлгән ғүмерҙәр йәки Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре нисек үтәлә?


Ни өсөн юлдарҙа кеше ғүмере ҡыйыла? Юл ҡағиҙәләрен кемдәр боҙа? Урам буйлап елдән етеҙ елгән машиналар ҡайҙа ашыға? Ошо һорау беҙҙе урамға алып сыҡты. ДОСААФ-тың Баймаҡ ойошмаһы рәйесе Р.Ш. Сәйетов, ЮХХДИ инспекторҙары Р.Ҡ. Аҡҡужин, И.И. Тимербаев менән бергә ҡала урамдарында башлыса ҡайҙа юл ҡағиҙәләре боҙолоуын, Баймаҡтың ҡайһы урамы ҙур хәүеф тыуҙырыуын, дөрөҫ ҡуйылмаған юл тамғаларын асыҡларға тырыштыҡ.


Америкала эскән килеш транспорт менән идара итеүселәрҙе 48 сәғәттән алты айға тиклем иркенән мәхрүм итәләр. Японияла иҫерек водителде күреп тә полицияға хәбәр итмәүселәргә 10 мең һум, ә водителдәрҙең үҙҙәренә 280 мең һум тирәһе штраф ҡаралған. Германияла водитель таныҡлығын тартып алалар һәм мәжбүри рәүештә алкоголизмдан дауалайҙар.
Ә беҙҙә нисек? РФ Дәүләт Думаһы транспорт менән иҫерек килеш идара итеүселәргә 100 мең һум тирәһе штраф түләттереү, бынан һуң да машинаға эсеп ултырыусыларҙы ғүмерлеккә таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡарала. Тик был закон ҡасан үҙ көсөнә инер?

Тәбиғәт байлыҡтары ситкә китмәһен


Беҙҙең Урал аръяғы төбәге ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына һәм тәбиғәт ресурстарына бик бай. Бер яҡтан Урал аръяғында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу Башҡортостандың иҡтисади үҫешенең арҡа һөйәген тәшкил итһә, икенсе яҡтан, предприятиелар тарафынан ер аҫты байлыҡтарын рациональ файҙаланыуға тейешле иғтибар бирелмәй.

Улар – яугир тоҡомо


Ун һигеҙенсе быуат башында Ирәндек тауҙарының көнсығыш битләүенән аҫтараҡ, Төйәләҫ йылғаһы буйында Әхмәр, Биктаһир, Дәүләт исемле кешеләр ғаиләләре менән, көтөү-көтөү малдарын ҡыуып килеп, йәшәй башлайҙар. Әхмәрҙең өс улы була: Әбделхалиҡ, Ибраһим, Рафиҡ. Ауылға Әхмәр исемен биргәндәр. Ә 1795 йылда – бишенсе ревизия ваҡытында Биктаһир тип теркәлгән (йәйә эсендә Әхмәр тип яҙылған). Тимәк, ауыл тәүге нигеҙ һалыусыларҙың исемен йөрөткән. Ун һигеҙенсе быуат аҙағында Әхмәр Сибай ауылынан ҙурыраҡ булған.

1834 йылда 51 кеше Әхмәрҙән Ҡаҙаҡ Сапҡан йылғаһы буйына күсеп ултырып, яңы ауылға Дәүләт исеме биргән. Сөнки Әхмәр ауылына нигеҙ һалыусылар менән бергә килгән Дәүләт Юлсурин был яңы ауылға нигеҙ һалыусы булған.
1816 йылда Әхмәргә тағы 27 ғаилә өҫтәлгән. Иманғол Әпеков һәм ғаиләләре менән биш улы күсеп килгән. Ауылдың өсөнсө исеме Әпек булған.
1812 йылғы Ватан һуғышында Әхмәр ауылынан ун бишенсе полк яугирҙары Йәрмөхәмәт Ишемғолов, Әбделхалиҡ Әхмәров, Салих Әбдисов (Габдюсов) ҡатнашҡан. Өсөһө лә “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” һәм “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” көмөш миҙалдары менән бүләкләнгән. Йәрмөхәмәт Ишемғолов тигән кеше Төйәләҫ ҡасабаһына күсеп киткән. Салих Әбдисов тоҡомонан Әхмәрҙә 9-10 ғаилә йәшәй.

Әбделхалиҡ Әхмәров шәжәрәһе
Әбделхалиҡ Әхмәров нәҫеле хәҙерге ваҡытта Әхмәрҙә, балалары Сибай ҡалаһында йәшәй. Әхмәрҙән өс ул – Әбделхалиҡ, Ибраһим, Рафиҡ тыуған. Рафиҡ Әхмәровтан (1765-1824) таралған нәҫел хәҙерге көндә Әхмәр ауылында йәшәй – Ҡадыровтар, Мәҡсүтовтар, 

Маннаповтар, Шахморатовтар.
Әнүәр Сәйех улы Мәҡсүтов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Уның улдары Өлфәт, Миңлебай хәҙер мәрхүмдәр инде. Ҡыҙҙары Сәлимә, Фатима республикабыҙ райондарында йәшәй.
Ә бына Әнүәр ағайҙың ике туған ҡустыһы Юлай Хөрмәт улы Мәҡсүтов “Йәшлек” гәзитенең билдәле журналисы – уҡымлы, бай йөкмәткеле мәҡәләләре менән ҡыуандырҙы, хәҙерге көндә мәрхүм инде.
Әхмәр ауылында йәшәгән Мәжит Әғзәм улы Ҡадыров – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Уның атаһы Әғзәм Әбделҡадир улы (1897-1986) шулай уҡ Бөйөк Ватан һәм Беренсе донъя һуғышы яугиры булған. Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әғзәмдең атаһы Юныс Әбделҡадир улы (1894-1962) хәрби хеҙмәттә Николай батшаны һаҡлауҙа булған, совет власы урынлашҡас, батша тапшырған наградаларҙы йәшереп, өй нигеҙенә күмгән, әммә улар әлегә тиклем дә табылмаған.
Мәжит Әғзәм улының өлкән улы Әхсән ата-әсәһен көтә. Икенсеһе – Әкрәм, Сибай ҡалаһында йәшәй. Өсөнсө улдары Әсҡәт Мәжит улы Әхмәр мәктәбе уҡыусыларын волейбол буйынса әҙерләй һәм ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Улы Рифат институт тамамлап, армияла хеҙмәт итә, ҡыҙы Нурзилә Силәбе ҡалаһында мединститутта, Илшаты тау техникумында уҡый. Бәләкәй улы һәм ҡыҙы мәктәптә белем ала.
Мәжит Ҡадыровтың бәләкәй улы Фәнил механик һөнәренә эйә, ҡыҙы Фәүзиә Сибай ҡалаһында табип булып эшләй, тормош иптәше менән бер ул үҫтерә.
Әхмәр ауылының иң данлыҡлы ғаиләләренең береһе – Маннаповтар. Солтан Хәбиб улы Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Ә уның улы Рамазан Солтан улы Афғанстанда хеҙмәт итеп, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Хәҙер ул Сибай ҡалаһында йәшәй.

Әхмәровтар
Әбделхалиҡтан Хажиәхмәт, Хажиәхмәттән Ҡотләхмәт, Мөхәмәтзәки, Факиһа, Муллахмәт тыуған. Ауыл тарихында Ҡотләхмәт Әхмәров менән Муллахмәт Халиҡов 1921 йылғы аслыҡ йылында халыҡты аслыҡтан, яланғаслыҡтан, наҙанлыҡтан арындырыу өсөн күп көс һалғаны билдәле.
Ҡотләхмәт репрессия башланғас, сит яҡтарға сығып киткән. Сөнки уның атаһы Хажиәхмәт ауыл старостаһы булған, хәлле йәшәгән. Өйөр-өйөр йылҡы, һыйыр малы тотҡан. Утыҙынсы йылдарҙа, колхоз төҙөлгәс, бер өйөр йылҡыһын колхозға биргән.
Мөхәмәтзәкиҙән өс бала – Гөлнур, Әхмәтзәки, Рауза, Маһинур (балалары – Римма, Олег) тыуған. Факиһанан Камил, Шамил, Рәүеф, Зөһрә, Зәйтүнә донъяға килә.
Ә Муллахмәт Халиҡовтан Рәйес, Мөбинә, Миҙәхәт тыуған. Колхоз төҙөлгәс, МТС-та тракторсы булып эшләгән, егәрле Муллахмәтте ВДНХ күргәҙмәһенә ебәргәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ул яуға китә һәм әйләнеп ҡайтмай. “Хәтер” китабында уның тураһында ошондай мәғлүмәт бар – 1905 йылда тыуған, рядовой, уҡсы, 1944 йылда хәбәрһеҙ юғалған.
Шулай итеп, өс бала – Рәйес, Мөбинә, Миҙәхәт етем ҡалған. Әсәләре һуғыштан бер ҡулһыҙ ҡайтҡан Дан ордены кавалеры Шәкүр Маннановҡа кейәүгә сығып, донъя көткән, Урал, Мәймүнә исемле балалары тыуған.
1937 йылғы Рәйес Муллахмәт улы Халиҡов үҫеп еткәс, совхоздың алдынғы механизаторы булып эшләп, пенсия йәшендә мәрхүм булды. Уның балалары Ураз, Әлфирә, Әминә, Ғәлиә һәм Зифа Башҡортостандың ауыл-ҡалаларында матур тормош ҡороп, илгә тырыш хеҙмәт итеп йәшәйҙәр.

Әбдисовтар
Ә.З. Әсфәндиәровтың “Ауылдар тарихы” китабында хата киткәнме, әллә ревизия ваҡытында яңылыш яҙып алынғанмы – ауылда Габдюсов фамилиялы кеше осрамай. Хатта тирә-яҡта ла, тарихи сығанаҡтарҙа ла юҡ. Ә бына Әбдисовтар – элек-электән Әхмәр ауылында бай тарихлы тоҡом. Архивтан алынған шәжәрәлә, Салих Әбдисов тигән кеше 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан, тип яҙылған.
Был тоҡом батыр Алдархан тархандан башланып киткән. Алдархандан (1668-1740) туғыҙ ул тыуған. Бер улы Йосоп тархандан Әбдис тархан тыуған, унан – Мансур. Мансур 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры Салих Әбдисовҡа ғүмер биргән. Салихтан Әхмәт, унан-Ҡасим, Ҡасимдан – Ибраһим, Мостафа, Сәләх тыуған. Сәләхтән Ғәлиастан, Вәлләм, Мозафар, Шәрифъямал донъяға килә. Ғәлиастан Сәләх улы Әбдисов Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Хәҙерге ваҡытта Әхмәр ауылында уның улы, хеҙмәт ветераны Мөхәмәт йәшәй. Ҡатыны ветеран уҡытыусы Велүрә Шәйхи ҡыҙы менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтерҙеләр.
Вәлләм Сәләх улы Әбдисов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ун ике бала атаһы бөгөн мәрхүм инде. Балалары атаһының юлын лайыҡлы дауам итә.
Мозафар Сәләх улы – ветеран, данлыҡлы тимерсе ине. Уның балалары ла төрлө ерҙә эшләй, тырышып донъя көтә.

Ауылымдың шәжәрәһен өйрәнеп, беҙ күп шәхестәребеҙҙе белмәүебеҙҙе аңланым. Киләсәктә тыуған яҡ тарихын ныҡлап өйрәнергә, уны туплап яҙырға уйлайым.
З. КӘРИМОВА, Әхмәр мәктәбе уҡытыусыһы.

Уңғандар – донъя тотҡаһы


Беҙҙең Байыш ауылында тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ең һыҙғанып, гөрләтеп донъя көткән уңған ғаиләләр бихисап. Шундай ғаиләләрҙең береһе Зәкиә һәм Ғосман Әширбаевтар.

Яман сирҙән һаҡ булығыҙ


Туберкулез – иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, ғалимдар уның йоғошло ауырыу икәнлеген иҫбатлау өсөн төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә алған һәм был таяҡсаларҙың туберкулез сирен тыуҙырыуын иҫбатлаған.

Йылытыу миҙгелен нисек ҡаршылайбыҙ?


27 сентябрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, энергетика, һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү объекттарының йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре буйынса республика видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов алып барҙы.

Мировой судьялар ҡорға йыйылды


Граждандарҙың хоҡуғын һаҡлау, йәмәғәт тәртибен боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырыу кеүек мәсьәләләр һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Ошо йәһәттән республикала, шулай уҡ районыбыҙҙа ла мөһим саралар ойошторола.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған


28 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Р.Б. Нәбиуллин беҙҙең районда эш сәфәре менән булды.

Викторинала ҡатнашығыҙ!


14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауҙарға арнап гәзит уҡыусылар араһында иғлан ителгән викторина дауам итә.
Викторинала гәзит уҡыусылар әүҙем генә ҡатнаша. Яуаптарҙы анализлау күрһәтеүенсә, һайлау уҙғарыу тәртибен, һайлаусылар хоҡуҡтарын һәм ошо тәңгәлдәге закондарҙы барыһы ла яҡшы белә, тип әйтеп булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе турҙа ла бер генә кеше еңеүсе булды. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан Гөлдәр Кәримова. Барығыҙға ла уңыштар теләп, викторинала үҙ көсөгөҙҙө һынап ҡарарға саҡырабыҙ.

Викторина яуаптары:

1. Һайлау бюллетенендә теркәлгән кандидаттарҙың фамилиялары алфавит тәртибендә күрһәтелә.
2. Закон буйынса һайлау комиссияларының хәл иткес тауышҡа эйә булған ағзаларын коллектив йыйылышы күрһәтә ала.
3. Халыҡтың власын күрһәтеүсе иң юғары ысул – референдум һәм ирекле һайлауҙар.
4. Һәр һайлау участкаһы биләмәһендә 3500-ҙән күп булмаған һайлаусы теркәлергә тейеш.
5. Территориаль һайлау комиссияһының вәкәләте 5 йыл.
6. 14 октябрҙә муниципаль район биләмәһендә һайлау ваҡыты – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем.

Өс ай түләмәһәң, утһыҙ ҡалаһың

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майында донъя күргән “Күп ҡатлы йорттарҙағы биналарҙы һәм торлаҡ йорттарҙың милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәт күрһәтеү ҡағиҙәләре тураһында”ғы 354-се ҡарары 2012 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, ҡулланылған электр энергияһына өс ай түләмәгән осраҡта “Башҡортостан энергия һатыу компанияһы” ЯСЙ-һы («ЭСКБ» ЯСЙ-һы) уның менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға хоҡуҡлы. Быға тиклем алты ай бурысы булғандарға электр уты биреү сикләнә ине.

1 октябрь – халыҡ-ара Ололар көнө

Өләсәйем менән ғорурланам


Өләсәй! Ниндәй наҙлы, яғымлы һүҙ! Ошо һүҙ менән минең күҙ алдыма изге күңелле, оло йөрәкле, маңлайына һырҙар ятҡан сал сәсле ҡәҙерле кешем килеп баҫа.

Минең өләсәйем – Рәғитә Вәли ҡыҙы Ғәлиева Ниғәмәт ауылында йәшәй. Ул 1932 йылдың 22 авгусында Бөрйән районы Иҫәнғаҙы ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн бик иртә татый башлай. Әсәһе үлгәс, атаһы һуғышҡа киткәс, береһенән-береһе бәләкәй алты бала үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй. Эшкә әрһеҙ, тырыш өләсәйем һеңле-ҡустыларын ҡарауҙан тыш, һуғыш ваҡытында балаларҙың, үҫмерҙәрҙең иңенә төшкән башҡа эштәргә лә өлгөрә.
1951 йылда өләсәйем Ниғәмәт ауылы егете – ҡартатайымды осратып, яҙмышын уның менән бәйләй. Килен булып төшкәс тә, ең һыҙғанып колхозда эшләй башлай. Уның тырыш хеҙмәте бик күп маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһалана. Хатта беренселәрҙән булып Мәскәүгә ВДНХ-ға ла барып ҡайта.
Ҡайғылар ҙа урап үтмәй өләсәйемде. Бик оҙаҡ ҡаты ауырығандан һуң 57 йәшендә ҡартатайым, ә унан һуң берҙән-бер улы Рәмил гүр эйәһе булалар. Был ауыр ҡайғыларға бөгөлөп төшмәй, үҙендә көс табып йәшәүен дауам итә.
Йылғалар – диңгеҙгә, тауҙар – күккә, үләндәр – ҡояшҡа, ҡоштар – көньяҡҡа, ә кешеләр бәхеткә ынтыла. Бәхетле булһын өсөн һәр әҙәм балаһын Хоҙай һынауҙар биреп сыныҡтыра. Бына ошо һынауҙарға бирешмәйенсә сабыр, көслө рухлы оло йөрәкле өләсәйем үҙенең оло юбилейы – 80 йәшкә лә килеп етте. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп ныҡлы белем ала алмаһа ла, үҙ фекере булды, аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәне һәм үҙенең биш ҡыҙына ла шуны һеңдерҙе, матур тәрбиә бирҙе. Әлеге ваҡытта уларҙың һәр береһе үҙ урынын табып, матур итеп төрлөһө-төрлө яҡта донъя көтә, балалар үҫтерә.
Һаулығы бер аҙ ҡаҡшаһа ла, өләсәйем тормоштан йәм табып, сер бирмәй йәшәүен дауам итә.
Бәхетле ғүмер! Бына шулай балаларыңа терәк, кәрәк булып, иҫәнлектә, именлектә балаларың, туғандарың, ейән-ейәнсәрҙәрең менән йәшәүе ниндәй ҙур бәхет!
Мин өләсәйемде юбилейы һәм Ололар көнө менән ҡотлайым! Уға ныҡлы һаулыҡ, беҙгә таяныс булып тағы ла оҙаҡ-оҙаҡ йәшәүен теләйем! Өләсәйем менән сикһеҙ ғорурланам, һәр яҡлап уға оҡшарға тырышам.

Гөлфинә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Өлкәндәр һүҙе – аҡылдың үҙе


Пар ҡанаттарым – ул минең йәндәй күргән өләсәйем Зифа Хәмзә ҡыҙы менән ҡартатайым Исрафил Хилал улы Ҡоланбаевтар. Улар тырышып донъя көткән, үҙ көсө менән йорт һалған, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтергән кешеләр.

Ҡартатайым 1956-1959 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Семипалатинск хәрби полигонында атом бомбаһын һынауҙа ҡатнашҡан. 1962 йылда өләсәйемде осратып Йәнйегет ауылында донъя көтә башлайҙар. 4 ул, 2 ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, мул, ырыҫлы тормош көтә.
Ҡәҙерле кешеләремдең хеҙмәт юлы бик иртә башлана. Эшһөйәр өләсәйем 30 йылдан ашыу ғүмерен һауынсы һөнәренә арнаған. Көн һайын иртә таңдан тороп киске ҡараңғыға тиклем фермала булыу түҙемлек тә, көслө булыуҙы ла талап итә. Ә оҫта ҡуллы ҡартатайым көн-төн тимәй баҫыуҙа ер эштәрен башҡарған. “Сибай” совхозының Йәнйегет бүлексәһендә хаҡлы ялға тиклем эшләйҙәр, хеҙмәт кенәгәләрендә лә бер генә яҙыу. Улар яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгәнгә һис тә үкенмәйҙәр. Тырыш хеҙмәттәре Хөкүмәт, ауылдаштары тарафынан юғары баһаланған. “Герой әсә”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, аҡсалата премиялар, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары бихисап, өләсәйем ауыл советы депутаты ла була.
Ғәҙел, кешелекле, ҡәҙерле өләсәй-ҡартатайҙы беҙ, 11 ейән-ейәнсәре, бик ихтирам итәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта төрлөбөҙ-төрлө тарафтарҙа белем алабыҙ. Беҙ һәр саҡ ҡәҙерле кешеләребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Сөнки ауыр эш, күп бала тәрбиәләү, ҡартатайымдың фажиғә булған урында хеҙмәт итеүе уларҙың һаулығын ҡаҡшатҡан. Шулай ҙа улар тормош дауылына бирешмәй, балаларының, туғандарының уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Ауылда олоһо ла, кесеһе лә уларҙан кәңәш һорап килә, хөрмәтләп хәл белешә.
Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе. Беҙ ҙә ҡартатай һәм өләсәйҙең кәңәштәре менән йәшәйбеҙ, улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Азалия МОРАТОВА, Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы.

“Бәхетле булырға яҙһын...”

Ғүмер көҙөн билдәләгән, тормошоноң һәр сәғәтенән йәм-тәм табып йәшәгән инәй-олатайҙар... Беҙ йыш ҡына донъя мәшәҡәтенә сумып, уларға тейешле иғтибарыбыҙҙы ла бирмәйбеҙ. 1 октябрь инәй-олатайҙар өсөн ниндәй көн, байрамды улар нисек үткәрә икән?

С.Р. Әминева:
– Ололар көнө һуңғы йылдарҙа ғына билдәләнә башланы бит. Шуға күрә уға артыҡ әһәмиәт бирмәйем. Шулай ҙа эш урынына саҡырып тәбрикләүҙәре оҡшай. Балалар ситтә булғас, шылтыратып ҡына ҡотлайҙар.

А.Ә. Яҡшығолов:
– Өлкәндәр тураһында 1 октябрҙә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә хәстәрлек күрһендәр ине. Ярай, пенсияһы килеп тора, әммә хаҡтар ҙа көндән-көн арта бит. Ҡайһы саҡта иртән торғансы, бар нәмәнең ҡиммәтләнеүен белеп хафаланырға тура килә.

Ғ.С. Хәмитова:
– Йыл һайын Ололар көнөн балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән бергә үткәрәбеҙ. Улар матур итеп табын ҡора, бүләктәр әҙерләй. Уларҙың мәшәҡәтләнеүен теләмәһәм дә, шулай ҡәҙер-хөрмәт итеүҙәре күңелемә бик тә яҡын. 1 октябрҙә бар ололар шулай шатланырға, балаларының иғтибарын тойоп, бәхетле булырға тейештер.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әҙерләне.