29 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

Уникаль операция

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында Өфө табибы – врач-травматолог Йәүҙәт Мисбах улы Багашев янбаш-бот быуынын яһалмаға алмаштырыу буйынса уникаль операция яһаған. Медицина хеҙмәткәрҙәре, түшәктә ятҡан 79 йәшлек инәйҙең махсус дауаланыу курсын үткәс, аяҡҡа баҫасағына шикләнмәй. Бындай операция беҙҙең дауаханала тәүге тапҡыр эшләнгән.

Эш эҙләп

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә “Йәштәргә – эш” республика акцияһы сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе үтте. Унда район һәм ҡала предприятие-ойошмалары ла ҡатнашты. Сараға  йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Уларҙың 37-һенә эш тәҡдим ителде.

Гөрләп йәшәйҙәр

Беренсе Этҡол мәктәбе һәм БРКЛ уҡыусылары Шәфҡәтлелек айлығына ҙур теләк менән ҡушылған. Улар ололарға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Хеҙмәт ветераны Нәҡиә инәй Азаматова көҙгө уңышын йыйып биргән БРКЛ-дың 9-сы класс уҡыусыларына (М.Ю. Шәрипова етәкселегендә) бик тә рәхмәтле. Шулай уҡ Беренсе Этҡол биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа экологик өмәләр дауам итә.

Әҙәбиәткә арнап

Мерәҫ китапханаһында башҡорт китаптары аҙналығы буйынса бик күп саралар үткәрелгән. Яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижады буйынса әңгәмә, шағирә Зилә Ғәйетҡолова менән осрашыу, беренсе класс уҡыусылары өсөн “Һаумы, китапхана!”, кескәйҙәр өсөн “Башҡорт әкиәттәре” иртәлеге һәр кемдең күңеленә хуш килгән.
Г. Иҫәнгилдина.    

Балалар баҡсаһының нигеҙе әҙер!


Мәғлүм булыуынса, “Малыш” микрорайонында мөһим социаль объект – 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө ситтән килгән субподрядсыларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Бына, ниһайәт, август башында район хакимиәтенең БР Хөкүмәтенә мөрәжәғәтенән һуң эштәр яңынан йәнләндерелде.

Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына


Билдәле булыуынса, район хакимиәте башлығының һәм ауыл хужалығы бүлегенең тәҡдиме менән 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем районда ер эшкәртеү айлығы иғлан ителгәйне. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә район буйынса 5164 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 660 гектарҙа эшкәртелгән. План-задание 19360 гектар булып, ул ни бары 27 процентҡа үтәлгән.

Шәфҡәтлелек айлығы

Ололарға хөрмәт ҙур

Ленин исемендәге АХК, үҙ производствоһын юғары кимәлдә ойоштороуҙан тыш, Таулыҡай ауыл биләмәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Халыҡ-ара ололар көнө лә бында һәр йыл байрамса уҙғарыла. 1 октябрь көнө ауыл мәктәптәрендә бөтәһе 287 ветеран хөрмәтенә аш табыны ойоштороласаҡ, концерт номерҙары күрһәтеләсәк. Йөрөй алмаған ололарға күстәнәс йыйылмаһы таратыласаҡ. Барлыҡ сығымдарҙы хужалыҡ күтәрә, ул етерлек ит, он, аҙыҡ-түлек алыу өсөн аҡса бүлгән дә инде.

Колледж ветерандарын онотмай

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы район буйынса иғлан ителгән Шәфҡәтлелек айлығына әүҙем ҡушылды. Һәр төркөмгә ветерандар бүленде һәм ололарға ярҙам ойошторолдо. Дәрестәрҙән һуң студенттар өлкәндәргә ярҙамға ашыға: кемдер утын яра, өй эштәрендә булыша, икенселәр кирбес ташый йәки картуф алыша. Беҙҙең өсөн был сара ололарҙы хөрмәт итеү, уларҙың күңеленә йылы өрөү булһа, ветерандар өсөн ҙур ҡыуаныс, йәш быуын менән аралашыу, уларҙың иғтибарын тойоу.
1 октябрь көнө беҙҙең колледж ысын байрам төҫөн аласаҡ, ветерандарға оло хөрмәт күрһәтеләсәк.  Әле был сараға ныҡлы әҙерлек эштәре бара.
Н. Бариева, әҙәби түңәрәк ағзаһы;
Г. Әминева, түңәрәк етәксеһе.

Рәсми бүлек

Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө индерелде

РФ Дәүләт Думаһы Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнөн индереү тураһында закон ҡабул итте. Уға ярашлы, Берҙәм тауыш биреү көнө Рәсәйҙә йылына бер тапҡыр, сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәреләсәк. Был законды ғәмәлгә индереү өсөн 293 депутат ыңғай тауыш биргән.
Тимәк, алдағы һайлауҙар Рәсәйҙә 2012 йылдың октябрендә уҙа, ә унан һуңғылары сентябрь айында үткәреләсәк.
Закон проектын ҡабул итеү республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүгә сәбәп буласаҡ. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың көҙгө сессияһында ҡараласаҡ төп закон проекттары араһында БР-ҙың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы мәсьәлә лә бар.
Башинформ.

Район Советы ултырышы күсерелә


28 сентябрҙә беҙҙең районда Белорет, Межгорье, Сибай, Учалы ҡала округтарының, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла муниципаль райондарының административ комиссиялары ҡатнашлығында улар эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үтәсәк. БР-ҙың Мировой судьялар эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡи акттар регистрҙарын алып барыу буйынса идаралығы ойошторған был семинар эшендә хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнаша.
Ошоноң менән бәйле, Баймаҡ районы муниципаль район Советы ултырышы 28 сентябрҙән 2 октябргә күсерелә. Ул халыҡ ижады үҙәгендә 15 сәғәттә башлана.
Муниципаль район Советы.

Пенсияны йәштән хәстәрлә


25 сентябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә өлкән класс уҡыусылары, студенттар өсөн Берҙәм пенсия грамоталылығы көнө уҙҙы. Пенсия фонды идаралығы белгестәре, планға ярашлы, мәктәп, училище-лицей, юғары уҡыу йорттарына барып, пенсия системаһы, буласаҡ пенсияны формалаштырыу тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Һорауҙарға башлыҡ яуап бирә


Уҙған йомала Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Исмәғил Әхмәт улы Бураншин менән “Тура бәйләнеш” ойошторолдо. Ҡала халҡы ғына түгел, ауылдарҙан да шылтыратып үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙеләр. Иң мөһим һаналғандарын гәзит биттәренә тәҡдим итәбеҙ.

Ветеранға – ярҙамға


Бала саҡтан уҡ “Ололарҙы ололау – яҡшылыҡ билдәһе” икәнен белеп үҫтек. Шуға күрә беҙ, Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы “а” класы уҡыусылары, “Шәфҡәтлелек айлығы” барғанда һис тә ситтә тороп ҡалмайбыҙ.
 

Мөғжизәле китап иле


23 сентябрь – китап көнө. Ошо уңайҙан, Баймаҡ ҡала китапханаһында башҡорт китабы аҙналығы үтте.
 

Уҡыусыларҙы страховкалау


Хәҙерге көндә республикала бөтәһе 400 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Уларҙың һәр унынсыһы бәхетһеҙ осраҡтарҙан Росгосстрах компанияһы тарафынан страховкаланған. Был күрһәткес бик түбән, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл белем биреү учреждениеларында балалар травматизмы артһа ла, уҡыусыларҙы страховкалау популяр түгел. Был нимә менән бәйле һуң? Страховка мәҙәниәтенең түбән булыуымы? Әллә страховкалау мөмкинлектәренә ышанмаумы?