16 сент. 2012 г.

Үҙ теләгең менән эштән китһәң

     
     Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 80-се статьяһына ярашлы, хеҙмәткәр эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүен бер яҡлы тәртип буйынса ла туҡтата ала. Был хоҡуҡ хеҙмәт килешеүенең төрөнә, хеҙмәткәр тарафынан башҡарылған хеҙмәт функцияһына, эш биреүсенең хоҡуҡи статусына ла ҡарамай.

ҺАҠМАРҘЫҢ ДАНЛЫ ҠЫҘЫ

    
     Элекке “Һәүәнәк” совхозына ҡараған Һаҡмар ауылынан (Ҡаҡтуғай) ауыл хужалығы өлкәһендә районда ғына түгел, республикаға, илгә даны таралған бихисап малсылар, игенселәр үҫеп сыҡҡан. Шулар араһынан һауынсылар: Социалистик Хеҙмәт Геройы Фира Ниғмәтуллина, Ленин ордены кавалеры Сәхипъямал Вәлиева, Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булыусы Мәнзирә Юламанова, малсы, Ленин орденлы Зәкир Байраҡаев, һауынсы, СССР Юғары Советы депутаты Мәҙинә Кираметдинова, игенселәр Мөхәмәт Кираметдинов, Рауил Ҡотлоғолов, Абрал Алтынғужин, Вәкил Низамов һ.б. бик күптәр бар.

Эстафета дауам итә

    
     1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап район буйынса үткәрелгән  эстафета дауам итә. 3 сентябрҙә Әхмәр ауылы делегацияһы эстафета альбомын тапшырыу ниәте менән Сосновка  ауылына килде. Ҡунаҡтарҙы ауыл клубында фольклор төркөмө йыр-бейеү, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ауыл китапханаһы һәм клуб менән танышҡандан һуң ҡунаҡтар мәктәпте ҡараны. Улар бында иң тәүҙә музейҙа булды. Музей етәксеһе Зәлифә Хәйри ҡыҙы Ҡаһарманова үҙҙәренең данлыҡлы ауылдашы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхинға арналған бүлек менән таныштырып, арҙаҡлы  яҡташыбыҙҙың тормош һәм хеҙмәт юлы, ғаиләһе, ҡаҙаныштары тураһында ентекләп һөйләне. Геройҙың тормош юлдашы Вәлимә апай Яхина ла үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Мәктәп музейында фиҙаҡәр хеҙмәте менән Баймаҡ данын күтәреүсе яҡташыбыҙҙың шәжәрәһе, фотолары, шәхси әйберҙәре, наградалары бергә тупланып ҡуйылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
 

Беҙҙекеләр – алдынғы!

    
     Бына күңелле йәйге каникул да үтеп китте. Һәр бала дәртләнеп яңы уҡыу йылын башлап ебәрҙе. Түбәнге Таһир мәктәбе уҡыусылары йыл һайын үткәрелгән “Йыл класы”, “Йыл уҡыусыһы” ярышында ихлас ҡатнаша.
 

Гәзит уҡыусы рәхмәт әйтә


     Беҙ, Сыңғыҙ ауылының ата-әсәләре, үҙебеҙҙең рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе Х.Әхмәтов исемен йөрөткән мәктәп коллективына һәм директоры Рәйлә Баҙарбай ҡыҙы Солтангилдинаға еткергебеҙ килә. Сөнки быйыл мәктәп ҙур уңыштарға өлгәште. Был, тәү сиратта, Рәйлә Баҙарбай ҡыҙының тырышлығы, ныҡышмалылығы, етеҙлеге. Мәктәп өс йыл рәттән уҡыу йылына әҙерлек буйынса I урын, шулай уҡ спартакиадала алдынғы булып сыҡты.
 

Бәлә булмаҫ тимә...

   
     Берәҙәк эттәр тураһында күп яҙыла, әйтелә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ҡалала уларҙың һаны кәмемәүе борсоуға һала. Хәҙер балалар уҡырға йөрөй башланы, ә урам тулы эт. Ун-ун ике дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы проспектта ла, башҡа урамдарҙа ла күрергә була. Әлбиттә, машинала йөрөгәндәр өсөн улар ҡурҡыныс түгел, ә бәләкәй балаларға, ғөмүмән, эттән ҡурҡҡандарға нимә эшләргә? Яндарынан үтеп барғанда өҫтөңә ташланмаҫ тимә. Етмәһә баланың мәктәптән ҡайтып етеүен дә ҡурҡып көтөргә тура килә.