7 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

      Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм ветеринария өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Йомаш ветучасткаһы мөдире Заһир Әғзәм улы Иҫәнов “Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ  булды.

Әруахтар хөрмәтенә

      Шүлкә мәсетенең имам-хатибы, ауылдың старостаһы Юламан Раев инициативаһы менән урындағы зыярат ҡоймалары яңыртылған һәм буялған. Өмәлә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Ремонтлау өсөн кәрәкле материалдар мәсет фондынан бүленгән.

      А. САЛАУАТОВ.

Бассейнда әҙерлек бара

      “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә эшләп килгән йөҙөү бассейнында бөгөн яңы миҙгелгә әҙерлек саралары әүҙем темп менән бара. Бассейндағы һыу алмаштырыла, инженер селтәрҙәре тикшерелә. Йөҙөү бассейны сентябрҙең икенсе декадаһында үҙ ишектәрен асасаҡ.


Спартакиада старт ала

      10 сентябрҙә район хеҙмәт коллективтарының 17-се спартакиадаһы старт аласаҡ. Ҡаланың “Труд” стадионында командалар мини-футболда көс һынашасаҡ.
      Л. ТАКАЕВА.


Ә.Буранбаев иҫтәлегенә

      Ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу комплексында билдәле журналист, шахмат буйынса күп тапҡыр район чемпионы Әбделхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат турниры үтте. Көсөргәнешле ярышта Сибай институты студенты А.Азаматов еңеү яуланы. Хеҙмәт ветераны Р.Үтәев икенсе булды. Ә ҡалған призлы урындарҙы, бер үк мәрәй йыйып, Х.Сырлыбаев (Сибай ҡалаһы), И.Баймырҙин һәм И.Зөбәйеров бүлеште.

Шашкасылар – ярышҡа!

      9 сентябрҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексында район шашка кубогының өсөнсө этабы турниры үтәсәк. Ярышҡа ҡаланың һәм райондың шашка һөйөүселәре – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Балалар араһында ярыш башҡа ваҡытта үткәреләсәк. Турнир сәғәт 10-да башлана.

      Р. ЗИННӘТОВ.

“Уңыш” АХК-һында эштәр аҙағына яҡынлаша


   
Р.Латыпов, Б.Халиҡов, А.Тулыбаев, Ә.Сыңғыҙов, М.Лотфуллин, М.Хәйбуллин
  
      Райондың агросәнәғәт комплексы тармағында ҙур роль уйнаған “Уңыш” АХК-һы бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Ҡырағай баҙар иҡтисады тыуҙырған ҡатмарлы шарттар, илдәге ауыл хужалығына ҡарата аңлашылмаған сәйәсәт аграрийҙарға әленән-әле ҡаты һынауҙар, яңынан-яңы кәртәләр ҡуя. Бына шундай шарттарҙа ла данлы тарихҡа эйә булған предприятие бөгөнгәсә төп потенциалын һаҡлап, ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығырға тырыша, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын ойоштороуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.Ошо көндәрҙә кооперативта ураҡ эштәре менән танышҡанда ла быға шаһит булдыҡ.

ОЛОЛАРҒА – иғтибар һәм ихтирам

  Шәфҡәтлелек айлығы барышында ололарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк: төрлө предприятие-ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары ололарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса ҡабул итеүҙәр ойошторасаҡ, байрам тантаналары үткәреләсәк.

Финдарға Баймаҡ бик оҡшаған


      Үткән аҙна аҙағында районда Финляндия Республикаһының Лаппеенранта ҡалаһынан рәсми делегация булып, беҙҙең төбәктең тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән танышты, халыҡтың йәшәйеше, агротуризмды үҫтереү, йылҡысылыҡ тармағының бөгөнгө һулышы менән ҡыҙыҡһынды.

ВЕТЕРИНАРҘАР ЮБИЛЕЙҘАРЫН БИЛДӘЛӘНЕ


Д.Ә. Хузин (һулдан икенсе) хеҙмәт алдынғылары һәм ветерандар менән;
     
 Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Ветеринария хеҙмәте ойошторолоуына 125 йыл тулыуға арналған юбилей саралары булып үткәйне. Унда беҙҙең райондың ветеринария хеҙмәте ҡатнашып, төрлө хөрмәттәргә лайыҡ булып ҡайтты.

Боронғо кәсеп яңыра

  Мәғлүм булыуынса, быйылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 27 авгусындағы “Урал аръяғында 2012 йылға ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында”ғы 949-сы бойороғон тормошҡа ашырыу маҡсатында республика буйынса 39 мәктәптә ҡортсолоҡ нигеҙҙәре уҡытыла башланы.
      Беҙҙең райондан биш уҡытыусы Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында ҡортсолоҡ нигеҙҙәре буйынса квалификация күтәреү курстары үтте. Беҙ ошо курстар һәм, ғөмүмән, киләсәк быуынға ата-бабаларыбыҙ шөғөлөн өйрәтеү, ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында Күсей ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, география уҡытыусыһы Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов менән һөйләштек.

Һыу селтәре төҙөлә



    
      Һыу менән тәьмин итеүҙә килеп тыуған проблеманы хәл итеүҙе беҙ ҙә, журналистар, даими күҙәтеп барабыҙ. Әйтергә кәрәк, был көнүҙәк мәсьәлә бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Муниципаль район хакимиәте, ҡала биләмәһе хакимиәте тарафынан был проблемаға етди иғтибар бирелә һәм даими саралар күрелә: һыу селтәренә капиталь ремонт яһала, иҫкеләре алмаштырыла. Һөҙөмтәлә, һуңғы ваҡытта һыу менән тәьмин итеүҙә ыңғай үҙгәрештәр күренә башланы. Был, һис шикһеҙ, “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәренең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.

Намыҫлы йәшәү – уларҙың тормош мәғәнәһе ине


      Йылдар, йылдар уҙып бара –
      Йыл артынан һағыш ҡала.
      Уйламайса йәшәп ҡара:
      Ерҙә беҙҙән нимә ҡала?
      – Ерҙә матур иҫтәлектәр ҡала.
     
      Бынан 45 йылдар элек үк үҙ заманы өсөн иң төҙөк, иң бай ауыл булып дан тотҡан Ниғәмәткә уҡытырға эшкә барҙыҡ. Ауыл Һаҡмар һәм тағы ике-өс шишмә үҙәнендә, гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан.
 

Мин уға һәйкәл ҡуйыр инем



      Мерәҫ ауылында ғорурланырлыҡ ир уҙамандары бихисап. Шуларҙың береһе – Хөрмәт Нурый улы Рысмөхәмәтов. Хөрмәт Нурый улы 1931 йылдың 1 ғинуарында өсөнсө бала булып донъяға килә. Ул ваҡытта ауыл тормошо бигерәк тә ауыр була. Шуға күрә ғаиләһенә ярҙам итеү теләге менән Хөрмәт 12 йәшендә генә быҙау көтөргә сыға. Тырыш малайҙы 1945 йылда йылҡы малын ҡарарға ҡуялар.

ХАТТАРҘАН ЮЛДАР...


     ...Арабыҙҙа иманлы юлды һайлаған, тормош мәғәнәһен изгелек ҡылыуҙа күргән кешеләр бик күп. Был бигерәк тә Рамаҙан айында ныҡ һиҙелде. Тыныслыҡ, Еңеү, Чекмарев урамында йәшәгән ағинәйҙәр күптәргә өлгө булырлыҡ. Изге ай мәлендә лә улар доғалар, аяттар уҡып, бер-береһе менән аралашып ҡыуанды. Мәсеткә йөрөп, беҙгә бар яңылыҡтарҙы еткерҙе. Бигерәк тә әүҙем булған Фатима Сәғәҙиева, Роза Әхмәтова, Ғәлиә Бирҙебәкова, Ғәлиә Әминева, Әлмира Ғәббәсова һ.б. айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
 
      Гөлкәй ЯҠУПОВА, йәмәғәт хәбәрсеһе.
 
      * * *
 
      ...Миңә йәмле август айында Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл төбәгендә, республиканың тәүге баш ҡалаһы булған Темәс ауылында булырға тура килде. Бындағы иҫ киткес тәбиғәт хозурлығына һоҡланып, йорттарҙың төҙөклөгөнә шатланып, бөйөк шәхес, яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең эҙҙәре буйлап, уның менән ғорурланып, Темәс халҡының ҡунаҡсыллығына ғәжәпләнеп, моңло аҙан тауышына мөкиббән китеп йөрөнөм. Әммә минең төп маҡсатым – дүрт йыл элек вафат булған туғанымдың ҡәберен күреү ине. Зыяратҡа килеп, күңелһеҙ уйҙарға ла ҡалдым. Бында мотлаҡ өмә үткәреп, йыйыштырып алырға кәрәк. Сөнки Темәстән ниндәй генә шәхестәр сыҡмаған, улар бында ерләнгән. Шулай уҡ тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тигән хаҡ һүҙҙәр ҙә бар бит.
 
      Гөлгенә ӘБДРАФИҠОВА-КАШАЕВА.
      Салауат ҡалаһы.

      * * *
 
      ...Миһырбанлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған стоматолог Рәшит Ғизетдин улы Шарафутдиновҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уйламағанда кискеһен бәләкәсебеҙҙең теше һыҙлап, бер туҡтауһыҙ илағас, ҡала поликлиникаһына юл тоттоҡ. Үкенескә ҡаршы, бер нисә табип: “Беҙҙең эш сәғәте бөттө”, – тип кенә ҡуйҙы. Күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәштәре субырлап аҡҡан, үҙәккә үтеп инерлек тауыш менән илаған бәләкәсте күреп Рәшит Ғизетдин улы түҙмәне, беҙҙе кабинетына индереп ҡарап, һыҙлауын баҫып сығарҙы. Аҡса тәҡдим итһәк тә, бер тин дә алманы. Баланың ҡайғыһын, һыҙлауын күрә белгән өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Тормош юлығыҙ тик бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуанысҡа ғына төрөнһөн. Беҙ һеҙҙең һәм шундай кешелекле ул тәрбиәләгән ата-әсәйегеҙ алдында баш эйәбеҙ.     
 
      САЛИХОВТАР ғаиләһе.
      Баймаҡ ҡалаһы.