3 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ҡышҡа әҙерлек тикшерелә

30 августа ҡала биләмәһе хакимиәтендә ҡышҡа әҙерлек сараларына ҡағылышлы кәңәшмә үтте. Унда торлаҡ фондына ремонт эштәрен башҡарыу, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү, һыу сығарыу селтәрҙәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре күтәрелде. Балалар майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү буйынса аныҡ саралар ҡаралды.
Ҡала башлығы кәңәшмәлә күтәрелгән бөтә мәсьәләләр буйынса күрһәтмәләр бирҙе һәм уларҙы хәл итеүгә аныҡ ваҡыт билдәләне.

Вымпел тапшырылды

Баймаҡ ҡалаһында төҙөкләндереү буйынса иғлан ителгән ярыш дауам итә. Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте уның барышына һәр ай аҙағында йомғаҡ яһай һәм был тәңгәлдә яҡшы эш алып барған учреждение, ойошма, предприятиеларға ҡала биләмәһе башлығының күсмә вымпелы тапшырыла. Август айының һөҙөмтәһе буйынса күсмә вымпел Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына тапшырылды. Дауахана биләмәһе һәр саҡ таҙа һәм тәртиптә тотола. Был тырыш һәм уңған коллективтың хеҙмәте.

Автобустар тикшерелде

Район мәктәптәрендә 22 автобус бар һәм улар уҡыусыларҙы мәктәптәргә ташый, район һәм республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс, олимпиадаларға алып йөрөй. Был автобустарҙың төҙөк булыуы бик мөһим: сөнки балалар һаулығы һәм ғүмере менән бәйле. Шуға күрә Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йыл да яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәп автобустарына техник күҙәтеү үткәрә. Быйыл улар 17 автобустың техник торошон тикшерҙе һәм асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөүгә күрһәтмәләр бирҙе.
 
Л. ТАКАЕВА.

Хроника

“УралСиб” банкыһының Баймаҡ ҡалаһындағы бүлексәһе өҫтәмә офисы идарасыһы итеп быға тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль һалым хеҙмәтенең Сибай ҡалаһындағы 37-се район-ара инспекцияһында эшләүсе Мәмбәтов Азат Мәхмүтйән улы тәғәйенләнде.

Тантаналар

Ҡуянтауҙа мәктәп асылды


Был көндө Ҡуянтау ауылы халҡы күптән түҙемһеҙләнеп көтә ине. Хәйер, Баймаҡ ПМК-һы төҙөүселәренең был объектты ни бары 3,5 айҙа күтәреп, яңы уҡыу йылына бүләк итеүе һәр кем өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы ваҡиға булғандыр.

Ураҡ – 2012

Хужалыҡ игенселәре һынатманы


Ленин исемендәге АХК игенселәре иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Ураҡты ойошҡанлы атҡарып сығыуға баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы һәр кем тос өлөш индерҙе, ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте.

Актуаль мәсьәлә

Ауыл хужалығының киләсәге бармы?


Бының нигеҙе – производствоны дөрөҫ ойоштора белеүҙә, алдынғы технологияларҙы ҡулланыуҙа, ергә хужаларса ҡараш булдырыуҙа

Бынан бер йыл элек гәзитебеҙҙә (№ 31, 22 март) “Ни өсөн ауыл хужалығы торғонлоҡтан сыға алмай?” тигән актуаль мәҡәлә донъя күргәйне. Унда беҙ тармаҡтағы проблемаларҙы көн үҙәгенә сығарып, агросәнәғәт комплексындағы хәлдең үтә киҫкенлеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайныҡ. Ҡасандыр даны бар республикаға таралған төбәк иҡтисадының һаҙлыҡҡа батыуы бик аяныслы һәм уны кире аяҡҡа баҫтырыу, айырыуса ауыл хужалығын, еңел булмаясаҡ. Шулай ҙа ауырлыҡтарға һылтанып, тармаҡтың тамам бөлөүен көтөргә түгел, ә уны күтәреү сараһын күреү кәрәклеге һәр кемгә аңлашылалыр, моғайын.

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә

Кәрәкле һәм үтә яуаплы хеҙмәт


Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Республикабыҙҙың, шул иҫәптән районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше күп осраҡта яғыулыҡ-энергетика комплексының уңышлы эшләүенә туранан-тура бәйле. Тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән “зәңгәр яғыулыҡ” халыҡ хужалығы тармаҡтарын энергия ресурстары менән тәьмин итеүгә тос өлөш индерә. 

Рәсми бүлек

Вакантлы вазифаға конкурс


Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте муниципаль хеҙмәт өсөн вакант вазифаға конкурс иғлан итә.
Вазифа: Баймаҡ районы  муниципаль районы Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы.