23 авг. 2012 г.

23 августа районда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтәсәк. Уның эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Һеҙ – ил киләсәген тәрбиәләүселәр

Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре!

Матур йолабыҙ буйынса, һәр август һайын, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһап, киләсәккә пландарҙы билдәләйбеҙ.
Бөгөн райондың мәғариф системаһында үҙ эшенең оҫтаһы булған, алдынғы технологияларҙы үҙләштереп, яңы идеялар менән янып йәшәгән уҡытыусылар эшләй. Был өлкә ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, һеҙҙең тырышлығығыҙ менән мәктәптең иң яҡшы традициялары һаҡлана һәм дауам ителә. Нәҡ уҡытыусы беҙҙең йөрәктәргә ғүмер буйы дауам иткән дуҫлыҡ хистәрен һала.
Бөгөн уҡытыусыларҙың ауыр, шул уҡ ваҡытта изге һөнәре алдында баш эйәбеҙ. Һеҙгә бик яуаплы һәм мөһим бурыс тапшырылған. Йәш быуынды тәрбиәләү, беҙҙең киләсәгебеҙ ниндәй буласағы уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең хеҙмәтенә бәйле бит.
Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
Ысын йөрәктән һеҙҙе яҡынлашып килгән яңы уҡыу йылы менән ҡотлайым! Ул һеҙгә тик изгелектәр, яҡшылыҡтар, яңы ҡаҙаныштар һәм ҙур уңыштар алып килһен. Һәр берегеҙгә ижади үҫеш, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге юлдаш булһын.
 
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Йәш быуынды уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡаҙанған уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Йәрмөхәмәтов Фирғәт Тәүрәт улы – Урғаҙа мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы,
Тимербулатова Нәсимә Һиҙиәт ҡыҙы – 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Туйсина Лилиә Хөрмәт ҡыҙы – 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы,
Акилова Олеся Викторовна – Аҡморон мәктәбенең химия уҡытыусыһы,
Хәсәнова Гөлназ Камил ҡыҙы – Ишбирҙе ауылының “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы мөдире,
Уразгилдина Лилиә Рәфҡәт ҡыҙы – Ҡолсора мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Үҫеп килгән быуынды уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡаҙанған уңыштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” знагы менән бүләкләнделәр:
Сирусин Илшат Нәғимйән улы – 4-се мәктәптең тарих уҡытыусыһы,
Рәмова Әлфидә Дәүләткилде ҡыҙы – лицей-интернаттың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Әбсәләмов Мөхәмәт Рәфҡәт улы – Күсей мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары,
Юлдашбаева Миләүшә Азамат ҡыҙы – Ярат мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы,
Йәналина Әлмира Әхмәҙи ҡыҙы – Йомаш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Вәхитова Миңнур Барый ҡыҙы – 4-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы,
Мочалина Анжела Альфредовна – ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры,
Кутукова Рина Рим ҡыҙы – ҡаланың “Гөрләүек” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе,
Бикйәнова Зилә Марат ҡыҙы – ҡаланың “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире,
Мырҙабаева Эльвира Рәис ҡыҙы – 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Милли рухты үҫтереүсе


Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина – Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 26 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышлаған Яңылбикә Рауил ҡыҙы 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Грантына ла лайыҡ булғайны.

Тантаналар

Баймаҡта – Ураҙа ғәйете


Ураҙа байрамы – һәр мосолман өсөн иң изге байрамдарҙың береһе. Йыл һайын Баймаҡ районының мәсеттәре байрам төҫөн ала, унда кешеләр йыйылып, бер-береһен оло көн менән тәбрик итә.

Ярҙам итәйек!

16 августа Аҡморон ауылында йәшәүсе Рәхмәтуллина Гөлсирә Нәбиулла ҡыҙының хужалығында янғын сыҡты. Ут күҙ асып йомған арала хужаларҙың йортон, бөтә ҡаралтыларын һәм милкен юҡ итте.

 Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Баймаҡ филиалында янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү маҡсатында махсус иҫәп асылды.
Сибайское ОСБ №7760/00025
ИНН 7707083893        КПП 026702001         БИК 048073601
Корреспондентский счет: № 30101810300000000601 в ГРКЦ НБ РБ
Расчетный счет банка: №4722810906439940001
Банк получателя: Башкирское отделение №8598 Сбербанка России
Местонахождение: 453630, г. Баймак, пр. С.Юлаева, 32.
Рахматуллиной Гульсире Набиулловне

Ауыр хәлдә ҡалыусыларға битараф ҡалмайыҡ,
ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, яҡташтар!

Замана ғилемен белһәң, донъя тәртибен һаҡларһың

Беҙҙең ҡаҙаныштар

 Республика конкурстарында еңеү яулаған уҡытыусылар

Кәримова Флида Фәһим ҡыҙы, 4-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – ”Уҡытыусы-мастер-2012”,
Ишҡыуатов Сафа Зиннур улы, лицей-интернат уҡытыусыһы – ”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012”,
Рәмова Әлфидә Дәүләткилде ҡыҙы, лицей-интернат уҡытыусыһы – ”Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012”,
Мырҙабаева Фәридә Мөжәүир ҡыҙы, 3-сө мәктәптең уҡытыусыһы, республика конкурсы призеры.

Республика конкурстарында еңеү яулаған уҡыусылар

Аида Аҡъюлова – ”Кейекбай уҡыуҙары” конференцияһы, “Беҙҙең Аҡмулла” интернет-олимпиадаһы призеры, Аҡморон мәктәбе, 
“Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсы призерҙары:
Нәйлә Шафиҡова, 4-се мәктәп,
Вадим Кутепов, 3-сө мәктәп,
Сабина Бүребаева, 2-се мәктәп,
Гөлзиә Нурасова, Муллаҡай мәктәбе,
Ғайсар Рәхмәтуллин –”Һаумы, һаумы, әкиәт”, Иҫке Сибай мәктәбе,
Арслан Дәүләтбаев –”Минең тыуған илем – Башҡортостан”, Ярат мәктәбе.

Олимпиадалар

Зилә Рәмиева, хоҡуҡ һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса, БЛИ,
Ғәҙел Килдеғошов, технология буйынса, Сәйғәфәр мәктәбе,
Гөлназ Янбаева, башҡорт теле буйынса, Йомаш мәктәбе,
Зилә Зөлҡәрнәева, башҡорт теле буйынса, 3-сө мәктәп,
Айназа Ҡаһарманова, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса, 3-сө мәктәп.
“Ирәндек моңдары” конкурсында Фәрүәз Ҡотоев (I урын), Ришат Шәрипов (лауреат),
“Дуҫлыҡ йәйғоро” Бөтә Рәсәй конкурсында “Сулпылар” бейеү ансамбле (II урын),
Бөтә Рәсәй ижади эштәр конкурсында Гөлназ Хәмитова, Заһиҙә Заманова – лауреаттар.

Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр

“Еҙ үксә” бейеү ансамбле (З.З. Аралбаева) Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солисы Р.Бәҙретдиновтың юбилей кисәһендә ҡатнашты.
Рәжәп Усманов, республика крайҙы өйрәнеү викторинаһында III урын,
“Мин – яңы Башҡортостандың гражданины” конференцияһында Ғәҙел Килдеғошов (I урын), Зөбәржәт Акилова (II урын), Анастасия Васильцова (III урын),
Вилдан Ҡотоев – ”Яҙғы тамсылар” конкурсы лауреаты,
VII Рәсәй-ара йәш рәссамдар конкурсында Наҙгөл Хәйбуллина, Наҙгөл Хәмитова, Карина Түлебаева (I урын), Айнур Әминев (II урын).

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең уңыштары

Салауат ҡалаһында баскетбол буйынса ҡыҙҙар – I, егеттәр III урын,
Новотроицк ҡалаһында бокс буйынса Руслан Ғилманов – I урын,
Белорет ҡалаһында үткән атыу буйынса ярышта – II урын,
Орск ҡалаһында бокс буйынса III урын: Айгиз Әхмәтнәбиев, Фидан Сирбаев, Радмир Байбулов, Эдик Аҡҡусҡаров,
Бокс буйынса Баймаҡта үткән Рәсәй турнирында Данил Солтанов, Ринат Ғарипов, Валерий Жданов, Наил Тләвкәбулатов, Айнур Хисмәтуллин (I урын), Владислав Әхмәров, Зәбир Латыпов, Динислам Үтәмишев, Фидан Уразбаев (II урын), Руслан Әлибаев, Нияз Асылов, Радмир Солтанов, Динислам Мортазин, Дмитрий Шеварков (III урын).
Бокс буйынса Өфө ҡалаһында Достон Рөстәмов, Яҙгөл Аралбаева, Миңзәлә Әбйәлилова (I урын).

Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүселәр

Авиамоделләү буйынса Урал аръяғы буйынса ярышта Вадим Мөхәмәтйәров (I), Илдар Әбсә-ләмов, Рәшит Ильясов (II), Илсур Абдуллин (III), Рәсәй флотын өйрәнеү буйынса республика конкурсында Луиза Көмөшбаева (I), Олег Новиков (II),“Мин – яңы Башҡортостандың гражданины” конференцияһында Владислав Әмирханов, Алина Байсарина, Илназ Яҫыбаев (I), Вадим Мөхәмәтйәров, Кәрим Байраҡаев (II), Компьютер эштәре буйынса республика интернет-конкурсында Айтуған Рәхимов, Ирәндек Ишмөхәмәтов призерҙар.

Белем һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу – мөһим талап

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттең бар иғтибары мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарға йүнәлтелгән. РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 31 майында ҡабул иткән “2011-2013 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарына мәғариф системаһын модернизациялау өсөн субсидия бүлеү” һәм БР Хөкүмәтенең “2012 йылда Башҡортостан Республикаһында мәғариф өлкәһен модернизациялау саралары тура-һында”ғы ҡарарға ярашлы, был өлкәлә күп үҙгәрештәр көтөлә. Мөһим сараның төп йүнәлештәре булып түбәндәгеләр һанала:
  • ҡоролмалар һатып алыу (уҡыу-лаборатор, уҡыу-производство, спорт менән шөғөлләнеү, ком-пьютер, медицина, ашхана өсөн һ.б.),
  • уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн транспорт алыу,
  • мәктәп китапханаһы фондын тулыландырыу,
  • мәктәптә балаларҙың һаулығын хәстәрләгән санитар-көнкүреш шарттар тыуҙырыу һәм яңы ҡоролмаларҙы урынлаштырыу өсөн ремонт үткәреү,
  • мәғариф учреждениелары етәкселәренең һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын үҫтереү,
  • уҡыусыларҙы дистанцион уҡытыу,
  • мәғариф системаһында энергия һаҡлау сараларын күреү.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан беҙҙең районға 8 компьютер класы һәм башланғыс класс уҡытыусылары өсөн 500 ноутбук алырға аҡса бүленде.
Дистанцион белем алыу өсөн райондың бар мәғариф учреждениеларында мәғлүмәт селтәре булдырыласаҡ.
БР Хөкүмәте ҡарары менән районға 20 миллион 783, 6 мең һум субсидия бүленде. Был аҡса спорт инвентары, медицина ҡоролмалары һатып алыуға һәм мәктәптәрҙә ремонт эштәре үткәреүгә тотоноласаҡ.
Шулай уҡ республика бюджетынан күсерелгән 2 миллион 217, 5 мең һумға (бер уҡыусыға 265, 6 һум иҫәбенән) китаптар, методик ҡулланмалар, уҡыу-лаборатор ҡоролмалар, экран-тауыш пособиелары, мәғлүмәт-коммуникатив саралар һ.б. алынасаҡ.
Әлбиттә, уҡыусылар сифатлы белем алһын өсөн мәктәптең йылы, яҡты булыуы мөһим. Был йәһәттән район мәктәптәрендә йыл һайын ремонт эштәре үтә, 1 сентябргә балаларҙы тейешле кимәлдә ҡаршы алыу өсөн күп көс һалына. Мәҫәлән, быйыл Сосновка, Крепостной Йылайыр, Урғаҙа, Билал, Сәйғәфәр, Ишей мәктәптәрендә йылытыу һәм газ ҡаҙанлыҡтары алмаштырылһа йәки ремонтланһа, 1-се, Урал, Түбә мәктәптәре, “Йәйғор” балалар баҡсаһында электр сымдарын капиталь ремонтлау бара. Шулай уҡ район-ҡаланың мәғариф учреждениеларында йылытыу системаһын яңыртыу (Ниғәмәт, Сәйғәфәр, Урғаҙа, Түбә, Ярат), электр йылытыу системаһын капиталь ремонтлау (Иҫән, Ғүмәр), канализация һәм һыу торбаларын ремонтлау (I Этҡол, Темәс, Урғаҙа, Калинин, Муллаҡай, 4-се мәктәптәр, ҡаланың “Сәпәкәй”, “Йондоҙло” балалар баҡсалары), пластик тәҙрәләр ҡуйыу (1-се, 2-се, I Этҡол, Сыңғыҙ мәктәптәре, ҡаланың “Айыуҡай”, “Йондоҙло”, “Әкиәт” балалар баҡсалары), ашхананы ремонтлау (3-сө, Төркмән мәктәптәре) эштәре башҡарыла. Ҡаланың 1-се мәктәбендә махсус федераль программа буйынса төҙөкләндереү эштәре үткәрелә.
Эйе, хәҙерге ваҡытта Рәсәй һәм республиканың маҡсатлы программаларына ярашлы районыбыҙҙың мәғариф учреждениеларында бик күп эштәр башҡарыла. Шуныһы әһәмиәтле, улар тәү сиратта мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Шуға күрә яңы уҡыу йылы уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҙур уңыштар алып килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
 
Ишбулды СИРАЖЕТДИНОВ, мәғариф бүлегенең баш белгесе.

Монасиповтар династияһы


Республикабыҙҙа балалыҡты яҡлауға, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән күп кенә маҡсатлы программалар эшләп килә. Ысынлап та, был мөһим мәсьәләләргә тейешле иғтибар биреү киләсәк тормошобоҙҙо билдәләй. Ә инде матур йолаларҙы үҙ иткән, күркәм ғаиләләр миҫалында йәш быуынды тәрбиәләү никахтарҙы ныҡлы итер, етем балалар һаны ла кәмер ине.
Ишмөхәмәт мәктәбенең йәш уҡытыусылар ғаиләһе – Ләйсән Мирсәйет ҡыҙы менән Иҙел Мөхтәр улы Монасиповтарға ла һоҡланмау мөмкин түгел. Иҙел Мөхтәр улы төп фәндәрҙең береһе булған рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытһа, Ләйсән Мирсәйет ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы.
Иҙел Монасипов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллективта оло ихтирам яуланы. Сөнки ул үҙ эшенә яуаплы ҡарай, дәрестәрендә алдынғы методик алымдарҙы оҫта ҡуллана. Иҙел Мөхтәр улы уҡыусыларҙы БДИ-ға әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә. Быйыл ул уҡытҡан 10 уҡыусы рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты алып сыҡты. Йәш уҡытыусы кластан тыш сараларҙы ла ихлас күңелдән ойоштора. Ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, оҫта класс етәксеһе булып та танылды.
Йәш белгестең педагогик уңыш серҙәре, моғайын, нәҫелдән киләлер. Иҙел Мөхтәр улы һөнәр һайлағанда кем булырға, тип баш ватмай, ә бер икеләнеүһеҙ ата-әсәһе юлынан китергә ҡарар итә. Сөнки ул ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаған арҙаҡлы уҡытыусылар Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы һәм Мөхтәр Фәиз улы Монасиповтарҙың төпсөк улы. Шуға күрә Иҙел Мөхтәр улын уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Иҙелдең әсәһе – Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ярат мәктәбендә директор булып эшләне. Атаһы Мөхтәр Фәйез улы мәғариф бүлегендә инспектор, мәктәп директоры вазифаларын башҡарҙы. Уларҙың мәғариф өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре СССР-ҙың, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды.
Гүзәл Миҙхәт ҡыҙының ата-әсәләре лә билдәле уҡытыусылар – Миңнур Заһит ҡыҙы Төхвәтуллина менән Миҙхәт Уйылдан улы Аҫылбаев. Улар заманында Ярат, Ниғәмәт, Әхмәр мәктәптәрендә арымай-талмай йәш быуынға белем биреүгә күп көс һалды.
Ошондай уҡытыусылар династияһын дауам иткән ғаиләләр күберәк һәм бар булмышы менән уҡытҡан уҡыусыларына ла, халыҡҡа ла үрнәк булһын.
 
Р. КАЗАКБАЕВА, мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Яңы фән ни өсөн индерелә?


Һуңғы йөҙ йыл эсендә Рәсәйҙә бихисап сәйәси, иҡтисади һәм рухи үҙгәрештәр булды һәм әле лә бара.
Йылдар дауамында халыҡ төрлө йүнәлештә һынап ҡаралды. Кешеләрҙе рухи яҡтан яңы тормошҡа күсереү һылтауы менән тарихи, мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы юҡҡа сығара яҙҙылар. Берсә динде һәм диндарҙарҙы бөтә бәләләрҙә ғәйепләнеләр, берсә ғилми һәм уҡымышлы кешеләрҙе һөрҙөләр. Быуаттар буйы тупланып килгән рухи байлыҡтарҙы юҡҡа сығарып, яңы халыҡ тәрбиәләү осоро ла булды.
Ә хәҙерге заман тарихында рухи яҡтан нығытылмаған, йәки күп нәмәне аңлап етмәгән кешене ялмап алырға әҙер торған төрлө дини йүнәлештәр, дәүләт тормошона тап килмәгән ойошмалар, фирҡәләр һәм ҡолаҡҡа ятмаған тормошҡа өндәүселәр күбәйеп китте.
Шуға күрә киләсәк быуынды тәрбиәләү өсөн яңы ысулдар һәм талаптар заманы етте.
Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары менән 2010 йылда илебеҙҙең 19 төбәгендә, тәжрибә нигеҙендә, илебеҙ халыҡтарының рухи-мәҙәни үҫеше тарихын өйрәнеү мәктәп программаһына индерелде. 2012 йылдың 1 сентябренән ул мотлаҡ рәүештә федераль дәүләт уҡытыу стандартына ярашлы ҡабул ителде.
Был уҡытыу курсы тик дүртенсе класҡа йылына 47 сәғәт күләмендә индерелә. Уның төп маҡсаты – хәҙерге Рәсәй мәҙәниәте, этик тәрбиә, рухи үҫешкә бәйле булған дини конфессияларҙың тарихы менән таныштырыу.
Дөйөм курс “Дини мәҙәниәттәр үҫеше нигеҙҙәрен һәм ғәмәли донъя этикаһын өйрәнеү” (Основы религиозных культур и светской этики) тип атала. Ул бөтәһе 6 һайланма модулгә бүленә.
Шул йүнәлештәрҙең тик берәүһе генә ата-әсәләрҙең йәки законға ярашлы баланың тәрбиәләүсеһе булып танылған кешенең ғаризаһына таянып өйрәнелә.
Яңы фән бер дингә йәки йүнәлешкә генә өҫтөнлөк бирмәй һәм уҡыусыларҙы рухани нигеҙҙә тәрбиәләүҙе аңлатмай. Дәрес тик халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни рухи үҫеше процесын аңлатыуға ғына ҡороласаҡ. Уны махсус курс үткән уҡытыусылар алып барасаҡ. Был дәреслек өҫтәмә рәүештә “Йәмғиәтте өйрәнеү”, “Тәбиғәтте өйрәнеү” әҙәбиәт һәм тарих фәндәрен тулыландырыусы ғына булып торасаҡ.
 
Сәғит ӘЛИБАЕВ, Ҡаратал мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.

Уңғандар иле


Мәктәптәр оҙайлы йәйге каникулға туҡтаған мәлдә лә, унда шаулап-гөрләп эштәр дауам итә. Яңы уҡыу йылына әҙерлек ваҡытында буяуҙарҙан бигерәк, төрлө гөл-сәскәләрҙең еҫе күңелде арбай. Быйыл райондағы ҡоролоҡ йәшеллек донъяһына ҙур зыян килтерһә лә, күп кенә мәктәптәр уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ҙур тырышлығы менән аллы-гөллө сәскәләргә күмелде.
Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһына барып инеү менән төрлө әйберҙәрҙән (буш пластик һауыттар, тәгәрмәс, тотоноуҙан сыҡҡан биҙрә-кәстрүлдәр һ.б.) эшләнгән әкиәт персонаждары, ҡоштар, хайуандар сағыулығы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Мәктәп директоры Рәйлә Базарбай ҡыҙы Солтангилдина әйтеүенсә, улар уҡыусылар менән ҡышҡыһын уҡ баҡсаны нисек биҙәү тураһында уйлай башлаған.
Шуға күрә Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы сәскәләр төрлөлөгө, йәшелсә муллығы һәм ҡабатланмаҫ матурлығы менән айырыла. Быйыл ул Баймаҡ районының иң яҡшы баҡса үҫтереүселәренең береһе. Биология уҡытыусыһы М.Ә. Алтынбаева әйтеүенсә, уҡыусылар менән берлектә мәктәп ашханаһына етерлек картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер һ.б. йәшелсә үҫтерелә. Уңған сыңғыҙҙар артып ҡалғанын һатып аҡса итеүгә лә өлгәшә. Әлбиттә, ямғыр яумауы, Күсәбә йылғаһының һыуһыҙ ҡалыуы мәктәп баҡсаһына һиҙелерлек зыян килтергән. Шулай ҙа мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары төшөнкөлөккә бирелмәй, аяуһыҙ ҡояш нурҙары аҫтында тырышып эшләп, матур, һоҡланғыс баҡса үҫтерә.
Фотола: Р.Солтангилдина, М.Алтынбаева.

Тормош көтөргә әҙерләгән дәрес

Илдә барған иҡтисади реформаға бәйле йәш быуынды тормошҡа әҙерләү маҡсаттары һәм бурыстары ла үҙгәрә.

Элек хеҙмәт дәрестәрендә бөтә уҡыусылар ҙа бер ҡалыпҡа һалып уҡытылды. Етмәһә был мөһим дәрес икенсе планда ҡала килде. Һәләтле уҡыусыларҙың мөмкинселеге асылмай ҡала, хатта һүнеүгә табан бара ине. Ә хәҙер һәләтле уҡыусылар өсөн яңы программалар эшләй. Ҡул эшенә маһир булған малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың һәләтен үҫтереүгә мөмкинлектәр асылды. Хеҙмәт дәрестәре үткәреү кабинеттары теген машиналары, аш-һыу әҙерләү ҡорамалдары, ағас һәм металл эшкәртеү станоктары менән тәьмин ителде.
Психологик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, мәктәпкә уҡырға килгән балаларҙың 17-19 проценты үҙҙәренең үҫеш кимәле буйынса ҡалғандарҙан бер йылға алда тора, яҡынса шул уҡ тиклеме артта ҡала. Ә инде 1-2 проценты ике һәм унан да күберәк йылға алданыраҡ бара. Бына шуның өсөн дә һәләтле балаларҙы дөрөҫ асыҡлап, шул уҡыусылар менән эш алып барыу мөһим. Мәҫәлән, малайҙарға өҫтәмә дәрестәрҙә йәки түңәрәктәрҙә төрлө материалдарҙы художестволы эшкәртеү булышлыҡ итә. Уға ағасты һырлау, яндырып һүрәт төшөрөү, лобзик менән төрлө фигуралар бысыу инә. Көнкүреш әйберҙәре эшләү сәнғәтенең был төрҙәре менән уҡыусылар теләп һәм ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә.
Хеҙмәт дәрестәре балала үҙаллылыҡ сифаттары тәрбиәләргә булышлыҡ итһен өсөн һәр эште үтәү алдынан анализларға өйрәтергә кәрәк. Бында уҡыусының эште эҙмә-эҙлекле башҡарыу планын төҙөүе, эште ойоштора һәм күҙәтә белеүе мотлаҡ булып тора. Дәрестә ҡуйылған бурысты үтәү өсөн ижади уйланырға, уйлағанды эшләргә мөмкинлек булһын.
Хеҙмәт дәрестәре уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүсе, уларҙы эшкә һәм донъя көтөүгә әҙерләгән берҙән-бер дәрес.
Кеше матур киләсәккә ышанып, уға ынтылып йәшәй. Һәр эшкә ижади ҡараш, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойоштороу балаларҙы дәртләндерә, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра.
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙерге ваҡытта технология дәрестәрен үткәреү тәртиптәре лә үҙгәреп бара. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, ҡыҙҙар һәм малайҙар өйҙә ата-әсәһенән күргәнде мәктәптә лә дауам итергә тейеш, тигән фекер алға ҡуйыла. Бала йортонда нимә күреп үҫә, нимә эшләргә өйрәнә, шуны дәрестә камиллаштыра һәм үҙе эшләргә теләгән әйберҙе бик теләп, кинәнес менән башҡара.
Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәпте тамамлаған бала донъя көтөрҙәй хеҙмәт тәрбиәһе алып, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ юлын таба белергә тейеш.
 
Ғаяз КИЛДЕҒОШОВ,
Сәйғәфәр урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы.

«Аҡыл машинаһы»ның зарары һәм файҙаһы

Бала һәм компьютер


Донъяла киң ҡулланыу тапҡан компьютер балалар өсөн телевизор, автомобиль, электр яҡтылығы кеүек кәрәкле әйбер. Өлкәндәр өсөн ул замандың мөғжизәле техникаһы тип һаналһа, балалар өсөн ҡыҙыҡлы, үҙенә тартып торған уйынсыҡ.
Психологтар, әйтеүенсә, компьютерҙа уйнау, эшләү баланың күҙаллауын, логик һәм абстракт фекерләүен үҫтерә. Компьютер уйындары балаға үҙаллы мәсьәлә сисеүҙә һәм бер эшмәкәрлектән икенсеһенә тиҙ генә күсә алыуға ярҙам итә. Кескәйҙәрҙең ижади һәләте үҫеүе тураһында ла оноторға ярамай. Ҡайһы бер бала компьютер ярҙамында сит телде тиҙерәк үҙләштерһә, ә икенсеһе – һүрәт төшөрөүҙе үҙ итә. «Аҡыл машинаһы»н балаларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү сараһы булараҡ ҡулланыу отошло.

Зарары

Компьютерҙа эшләү күҙ органдарынан ҙур көсөргәнешлек талап итә, уның тамырҙарына насар йоғонто яһай. Шулай уҡ ул нервыларҙы ла ҡуҙғыта. Баланың тиҙ ярһыуы, йоҡлай алмауы, иғтибарһыҙлығы, төшөнкөлөккә бирелеүе, көндөҙ ҙә йоҡомһорап йөрөүе ошоно дәлилләй. Компьютер менән ныҡ ҡыҙыҡҡан бала үҙенең тиҫтерҙәре менән сағыштырғанда аҙ хәрәкәтләнә, физик үҫештә лә ҡалыша. Ул ашауҙан баш тарта, тән үҫешендә лә проблемалар тыуыуы мөмкин. Компьютер артында ғына ултырған бала тиҫтерҙәре менән аралаша ла белмәй.

Эш урынын дөрөҫ ойоштороу

Компьютер балаларҙың һаулығына зыян килтермәһен өсөн, эш урынын дөрөҫ ойоштороу мотлаҡ. Түбәндәгеләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу зарур:
  • эш урыны тейешлесә яҡтыртылған, әммә ҡояш нурҙары һәм шәмдең яҡтыһы мониторға тура төшөргә тейеш түгел,
  • бала компьютер алдында арҡалы ултырғыста ултырырға, монитор экраны уның күҙҙәренән 50-70 сантиметр булырға тейеш,
  • яурындарҙы күтәрмәй, иркен ултырырға, ҡулдарҙы кәүҙә янында тоторға, ә ҡул суҡтары клавиатура бейеклегендә булыуы отошло,
  • һәр 5-7 минут һайын күҙ ҡарашын экрандан айырып, алыҫтағы ниндәйҙер предметҡа ҡарау кәрәк,
  • компьютер тоташтырылған сымдарға һәм розеткаларға теймәү зарур,
  • клавиатура менән эшләгәндә ҡулдар ҡоро һәм таҙа булырға тейеш,
  • компьютер торған бүлмәне көн дә елләтеү һәм еүеш сепрәк менән йыйыштырырға кәрәк,
  • монитор янында кактус сәскәһенә ҡарағанда аквариум тотоу отошлораҡ.
Санитар талаптар һәм нормалар буйынса компьютерҙа уйнау, шөғөлләнеү баланың йәш үҙенсәлектәренә ҡарата ваҡыт менән сикләнеүен белеп эш итеү мотлаҡ: 5 йәшлектәргә – 7 минут, 6-7 йәштәгеләргә – 10 минут, 8-11 йәшлектәргә 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта йоҡо алдынан һәм ашағандан һуң уйнамау, уҡыусыларға дәрестәрен әҙерләмәйенсә компьютерҙа шөғөлләнеүҙе кисектереү отошло. Өлкәндәр, ата-әсәләр уйындарҙың йөкмәткеһен тикшереп торорға бурыслы. Агрессив уйындарҙан баш тартырға кәрәк.
Бала компьютер артында оҙаҡ ултырмаһын өсөн улар менән йышыраҡ аралашығыҙ, үҙегеҙ бала саҡта уйнаған уйындар менән таныштырығыҙ, саф һауала йөрөгөҙ.

Мөнирә ФӘЙЕЗОВА, “Күбәләк” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Бейеү – күңел тантанаһы


Мәктәп балаларға белем биреү урыны ғына түгел. Унда һәр баланың һәләттәре асыла, үҫтерелә. Әгәр ошо төшөнсәләрҙе мәктәп үҙ эсенә ала икән, тимәк, ул шәхес тәрбиәләй ала.
Билал мәктәбе – бейеү сәнғәтенең алға киткән, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшкән, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр аша алға барған, бөтә уҡыусылары ла тиерлек бейегән белем усағы. Айырыуса һәләтле балалар “Йәйғор” ансамбленә йөрөй. Уның нигеҙен киң танылған коллектив бейеүҙәр тәшкил итә. “Зарифа”, “Колхоз йәштәре”, “Йәшлек” бейеүҙәре урғылып торған дәрт, саялыҡ менән башҡарыла. “Йәйғор”ҙоң репертуарында туғандаш халыҡтарҙың бейеүҙәре лә ныҡлы урын алған. Татар ҡыҙҙары, мари, рус халыҡ бейеүҙәре – балаларҙың яратып башҡарған бейеүҙәре. Ансамбль үҙенең яңғыҙ бейеүҙәре менән дә дан алған. Райондың йәш бейеүселәр конкурсында төрлө йылдарҙа Рәфил, Айнур, Айтуған Әминевтар, Айгиз Юлмөхәмәтов – Гран-при, Ләйсән Солтанова, Заһир Зәйнуллин, Илһам Ырғыҙбаев I урын яуланы. Һуңғы йылдарҙа район смотрҙарында коллектив, парлы яңғыҙ бейеүселәр гел призлы урындар алды. Мәктәп бейеүселәренән тыш ауылда, районда бер генә мәҙәни сара ла үткәрелмәй.
“Йәйғор”ҙоң иң ҙур уңышы булып 2004 йылда “Өлгөлө бейеү коллективы” исемен алыуы тора. Был еңеүҙәрҙең барыһында ла уның етәксеһе, юғары категориялы өҫтәлмә белем биреү педагогы Дилара Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтованың ныҡышмалы ижади хеҙмәте ята. Ул 1992 йылда Билал урта мәктәбенә эшкә килә һәм ең һыҙғанып уҡыусыларҙы бейеү серҙәренә өйрәтә башлай. 20 йыллыҡ эш дәүерендә етәксенең үҙенә генә хас эшләү алымдары барлыҡҡа килә, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәтеүҙә авторлыҡ программаһы формалаша. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән Дилара Сәлимйән ҡыҙы балаларҙа серле бейеү донъяһына ҙур ҡыҙыҡһыныу уята белә, шуға ла улар түңәрәккә бейергә килһә, уны ташламай. Тәрбиәләнеүселәр араһында бик күптәр мәктәпте тамамлағас, төрлө уҡыу йорттарының бейеү ансамблдәренең солистары булып китә. Айгиз Юлмөхәмәтов, Люциә Ишмө-хәмәтова, Әлиә Исхаҡова, Ирәмән Ҡаһармановтар һөнәр һайлағанда сәнғәт юлынан китте.
Бейеү өйрәнеү өсөн махсус залдың булмауы, сәхнә кейемдәренең, аппаратураның етешмәүе күп ижади пландарға аяҡ сала. Шулай ҙа ансамбль эҙләнә, үҫешә, яңынан-яңы үрҙәргә ынтыла, таланттар эҙләй.
Матурлыҡ, нәфислек донъяһын өйрәнеү бәләкәй саҡтан булһа, шул ваҡытта ғына һәләтле бейеүселәр етешә. Дилара Сәлимйән ҡыҙы уҡыусыларҙы улар мәктәпкә килгәс тә, йәғни беренсе кластан уҡ ала, репетицияларҙы даими үткәрә. Тәрбиәләнеүселәр менән индивидуаль эшкә ҙур әһәмиәт бирә. Шул уҡ ваҡытта етәксе ата-әсәләр менән бәйләнештә, коллегалары, мәктәп администрацияһы – уның төп таянысы.
Бейеү – күңел тантанаһы. Ул баланың матур хәрәкәтләнеүенә, рухи яҡтан байыуына, маҡсат ҡуя белеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә “Йәйғор” ансамбленең тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Махсус һанды Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА, Яңылбикә Мөхәмәтйәнова әҙерләне.