19 июл. 2012 г.

Беҙҙең интервью

“Райондың киләсәге ҙур һәм яҡты”


“Баймаҡ районы – республиканың иң эре, етди һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге бик ҙур. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Бөгөн райондың халыҡ хужалығы тармағы үҫеш кисерә, был иһә ҙур өмөт уята”, – тип белдергәйне быйыл район һабантуйындағы сығышында БР Президенты Р.З. Хәмитов. Республика башлығы был фекере менән район хакимиәтенең төбәкте үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы.
Ысынлап та, һуңғы осорҙа ҡала һәм район ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, яңы производстволар асыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла, үҙенсәлекле проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Халыҡ хужалығы тармағының күп өлкәләрендә үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Быларҙың барыһы ла тыуған төйәгебеҙҙең яҡты киләсәгенә ҙур өмөт уята.
Хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов менән ойошторолған сираттағы актуаль интервьюла беҙ райондың ярты йыл эсендә социаль-иҡтисади өлкәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, бойомға ашырылаһы уй-ниәттәрҙе барлау, перспектив йүнәлештәрҙе билдәләү, проблемаларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

Абитуриенттар иғтибарына

Урта махсус белем алыуға йүнәлтмәләр

Башҡортостан Республикаһы буйынса урта махсус уҡыу йорттарына инеү өсөн маҡсатлы йүнәлтмәләр алырға ашығығыҙ:
 
1. Аҡъяр тау колледжы:
- Асыҡ тау эштәре; файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү; электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү; автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау; файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу.
 
2. Сибай педагогия колледжы:
- Башланғыс кластарҙы уҡытыу; музыкаль белем биреү; ғәмәли информатика; мәктәпкәсә белем биреү.
 
3. Бөрө медик-фармацевтика колледжы:
- Фармацевтика.
 
4. Сибай сауҙа-иҡтисади колледжы:
- Коммерция; банк эше, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе.
 
5. Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы:
- Янғын хәүефһеҙлеге.
 
6. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы:
- Ветеринария; ауыл хужалығын механизациялау; иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе.
 
7. Өфө китапханалар эше һәм киң коммуникациялар колледжы:
- Китапхана эшен алып барыу.
 
8. Сибай сәнғәт колледжы:
- Һынлы сәнғәт; Рәсәй халыҡтарының (башҡорт) милли уйын ҡоралдары.
 
9. Өфө дәүләт профессиональ педагогия колледжы:
- Ҡунаҡхана сервисы; хоҡуҡ һәм социаль тәьмин итеүҙе ойоштороу.
 
10. Башҡорт медицина колледжы:
- Фармация.
 
Бөтә һорауҙар менән муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә 2012 йылдың 23 июленә тиклем 208-се бүлмәгә йәки 2-14-16 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

Кәңәшмәләр

Таулыҡай һәм бикештәргә – яҡшы баһа


Дүшәмбелә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләрендә сираттағы күсмә семинар-кәңәшмәлә булды. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкләне.
 

Иман үә Дин

29 шәғбан, кесе йома, 19 июль, ҡояш байыу менән изге Ҡөрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан шәриф айының беренсе кисе 22 сәғәт 36 минутта башлана. Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү айы, сабырлыҡ, сәләмәтлек һәм тәрбиә айы булған Рамаҙан шәриф мөбәрәк булһын! Ошо изге кистә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих намаҙы уҡыла.
 
«...Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр ғүмер һөргән бәндә-ләргә, үткән бәйғәмбәрҙәрҙең өммәттәренә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, моғайын, һеҙ тәҡүәләрҙән (Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарына итәғәт итеүсе, бойорғандарын үтәүсе, тыйғандарынан тыйылыусы) булырһығыҙ». (Әл-Баҡара сүрәһе).
 

Ураҙа айы мөбәрәк булһын!


Мөхтәрәм дини ҡәрҙәштәр! Ер йөҙөндәге бөтә мосолмандар Изге Рамаҙан айын ҙур һөйөнөс менән ҡаршы ала. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡәҙер ителгән айҙа гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә һәм дәрәжәләр күтәрелеүенә сәбәп булған оло ураҙа ғибәҙәте үтәлә.
 
Мосолман ай буйына Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ураҙа тота, йәғни көндөҙ ашау-эсеүҙән, енси яҡынлыҡтан тыйылып, үҙ нәфсеһен тәрбиәләй. Ураҙа арҡылы йыуашайып ҡалған нәфселә Аллаһы Тәғәләнең биргән аҙ ғына ниғмәттәренән ҡәнәғәтләнеү, Уға рәхмәтле булыу тойғоһо уяна. Шәфҡәтле Аллаһына шөкөр итә-итә аңлы-аңһыҙ рәүештә эшләгән гонаһтарына үкенеп тәүбә-истиғфар ҡыла. Мәрхәмәтле Аллаһынан ғүмере буйына изге ғәмәлдәр үтәргә ярҙам итеүен, үҙенең киң рәхмәте менән тамуҡ ғазабынан һаҡлауын һорап доға ҡыла-ҡыла тәүлегенә биш тапҡыр фарыз намаҙҙарына тора, ә Рамаҙан айы кистәрендә тәрәүих намаҙҙарына баҫа.
 
Әйҙәгеҙ, Аллаһы алдындағы бурысын үтәгәндә ялҡауланған, харам юлда йөрөгәндәр Изге Рамаҙанда тәүбәгә килһен! Хәләл менән харамды таныр өсөн Рамаҙан айының Ҡәҙер кисендә күктән ергә индерелгән Аллаһының китабы Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итһен! Ураҙалы ваҡытында өйрәнеп, үҙенә изгелек күрһәтһен! Дөрөҫлөктә, Ҡөрьән менән Ураҙа әхирәтебеҙҙә тамуҡ утына төшөргә ирек бирмәгән пар ҡанат шикелле һаҡлаусы-шәфәғәтселәребеҙ буласаҡ, иншә Аллаһ! Аллаһы Тәғәлә Изге Рамаҙан шәриф айы бәрәкәтендә ил-йортобоҙға тыныслыҡ, тәнебеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, йәнебеҙгә иман байлыҡтары биреп, тәүфиҡ-һиҙәйәт юлында йәшәргә насип итһен! Ил-йорт тыныслығы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәргә һәм хеҙмәтсән халыҡҡа көс-дарман, түҙемлектәр һәм тормошобоҙға бәрәкәттәрен бирһен!
 
Бөтәбеҙгә лә балаларыбыҙҙы иман-ихсан юлында тәрбиәләп, изгелектәрен күрергә яҙһын! Һәр кемгә Изге Рамаҙан нәфсе ҡоллоғонан ҡотолоп, иманға ҡайтыу һәм Аллаһы рәхмәтенә ирешеү айына әйләнһен!
 
Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
 
Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
 
Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев.



Изге айҙа гонаһтар ғәфү ҡылыныр


Аллаһы Тәғәлә әйткән: Рамаҙан шундай бер айҙыр, ул айҙа һеҙгә Ҡөрьән индерелде. Тимәк, был шәриф айҙың һәр көнө, һәр кисе мөбәрәк һәм ҡәҙерлелер. Ифтар-ауыҙ асыу ваҡыты бигерәк тә ҡәҙерле.
 
Рамаҙан айының башынан алып ахырынаса байрам. Мосолмандар ай буйы Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа ғибәҙәтен үтәп, изге ғәмәлдәр генә башҡарып, ифтар мәжлестәренә саҡырышып, Ҡөрьән уҡып, зыярат ҡылып үткәрергә тырыша.
 
Рамаҙан айының һәр кисендә Аллаһы Тәғәлә өс тапҡыр әйтер ти: “Минән берәр нәмә һораусы бармы? Теләгәнен бирермен. Миңә тәүбә итеүсе бармы? Тәүбәһен ҡабул ҡылырмын. Минән гонаһтарының ярлыҡауын үтенеүсе бармы? Гонаһтарын ярлыҡармын!”

Рәхим ит, ғәфү итеү һәм сабырлыҡ айы

 Рамаҙан шәриф айында бирелгән саҙаҡа, ҡылынған изгелек башҡа айҙарҙа бирелгән саҙаҡанан мең мәртәбә сауаплыраҡ. Гонаһтарҙы яндырған өсөн был ай Рамаҙан тип исемләнгән.
 
Ураҙа тотоу ашау-эсеүҙән генә туҡталып, тыйылып тороу түгел, бәлки юҡбар һүҙ һөйләү, алдашыy, ялған эш менән шөғөлләнеү һәм бик күп төрлө насарлыҡтарҙан тыйылыу. Бер кеше урынһыҙға һине һүкһә, уның менән әрләшмә, бәлки: “Мин ураҙала, мин ураҙала”, – тип әйт.
 
Ҡөрьән инә башлаған ай булараҡ изге Рамаҙан шәриф бәндәләрҙе тәрбиә мәҙрәсәһенә алып инеүе, тәрбиә ҡыҫаларында тотоуы менән ҡәҙерле, йомартлыҡ, сабырлыҡ дәрестәре биреп, игелекле эштәргә дәртләндереп кенә тороуы менән – хөрмәтле ай.
 
Хәрәм ризыҡ, хәрәм эштәр, кешеләрҙең бер-береһенә ҡул күтәреп кенә тороуҙары, тел тейҙереүҙәре, боҙоҡлоҡтар артып киткән бер дәүерҙә тәрбиә, әҙәп мәҙрәсәһенә ихтыяжыбыҙ үтә лә ҙур. Ураҙа тотҡан көндәр бәндәләрҙе хәрәмгә һуҙылырға ғына торған ҡулдарҙы кире тартып алырға, үтеп кенә торған ғүмер тураһында уйланып алырға мәжбүр итә. Кешегә бирелгән ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле бүләк – ғүмер-заяға үтмәйме, эшләргә тейешле игелектәр эшләнәме, аҙашмайбыҙмы? Бына шуларҙы һәр кемдең иҫенә төшөрөп кенә тора ураҙа ғибәҙәте.
 
Үҙ ҡолдарының төрлө гонаһтарын ярлыҡап ҡалыу маҡсаты менән, Аллаһ игелекле миҙгелдәр – кисәләр, көндәр, айҙар бар иткән. Был ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, ололоғон аңлап, ғәфү итеүемде һорағыҙ. Мин һеҙҙе ғәфү итермен, – тигән Раббыбыҙ. Бындай ваҡыттарҙы мосолман ғибәҙәттәрҙә күберәк булырға, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға тырыша.
 
Ураҙаның төп маҡсаты – кешеләрҙең ғәмәлендә – игелек, тәнендә – сәләмәтлек, күңелендә рухи камиллыҡ тәрбиәләү, тип аңлата динебеҙ. Шул уҡ дини ҡанундарҙан сығып фекер йөрөткәндә, Ураҙа – тыйғандарҙан тыйыла белергә өйрәтеп, бәндәлә иман ныҡлығын арттырыу юлы.
 
Ураҙа – тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара игелекле булыуға әйҙәп кенә тороусы оло бер ғибәҙәт. Исламдың оло бер терәге, ураҙа тотҡанда, Рамаҙан шәриф айындағы кис һәм көндәрҙе ғибәҙәт менән үткәрергә генә түгел, йыл буйы, ғүмер буйы тыныс тәбиғәтле, киң күңелле булып йәшәргә өйрәтә дин.
Хәҙисе-Ҡотдусиҙа Аллаһы Тәғәләнең: ”Әҙәм балаһының ураҙанан башҡа бөтә ғәмәле үҙе өсөн. Тотҡан ураҙалары ғына – Миңә. Уның сауабын да Мин үҙем бирәсәкмен!” – тигән һүҙҙәрен бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, беҙгә лә тапшырып ҡалдырған.
 
Ғибәҙәттең был төрө, Исламдың был терәге йәнде паклай, кешенең рухын юғары бейеклеккә күтәрә, тәнде таҙа һәм сәләмәт тоторға ярҙам итә.
 
Рамаҙан – тыйылыу айы, ураҙа тыйылырға өйрәтә торған ғибәҙәт. Ураҙа тотҡан кеше көн дауамында хәләл ризыҡ менән хәләл эсемлектәрҙән дә тыйылып торған кеүек, насар ғәҙәттәрҙән, насар һүҙҙәрҙән, ялғандан, ғәйбәттән, яла яғыуҙарҙан, һүҙ йөрөтөүҙән тыйылып тора. Тыйыла белеү – мосолмандың иң күркәм сифаты.
 
Ураҙаның төп маҡсаты – тыйылырға өйрәтеү. Тыйыла белеү ул – тәрбиәнең нигеҙе. Бойороуҙар һәм тыйыуҙар элек-электән булып торған. Бөтә илаһи китаптар: Тәүрәт, Иҫке Әхәд йәки Библия, Зәбүр, Ибраһимға, ғәләйһис-сәләмгә, бирелгән сәхифәләр – бөтәһе лә Рамаҙан айында индерелә.
 
Изге китаптар – бәндәләр өсөн ғилем сығанағы. Тимәк, Ҡөрьән инә башлаған Рамаҙан шәриф-ғилем алыу айы. Нәсихәт һәм ғилем алыуҙа дауам итеп торған күнекмәләр айы.
 
“Ураҙа ул – ҡалҡан”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Әҙәпһеҙлектән, оятһыҙлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, тәрбиәһеҙлектән ҡалҡан.
 
“Ураҙа ул – йәһәннәм ялҡынынан һаҡланыу юлы”, – тигән имам Садыҡ. Сөнки шайтан тигән нәмә кешене утҡа тартып ҡына тора. Ғәли хәҙрәт һөйләп ҡалдырған бер риүәйәттә бәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһис-сәләмдән, шайтандан ҡотолоу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һорауҙары тураһында һүҙ бара. 

”Мосолмандың ураҙаһы шайтанды оятҡа ҡалдыра, – ти бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. – Мосолман эшләп кенә торған игелектәр уны тәкә мөгөҙө һымаҡ итеп бөгөп ташлай, Аллаһуға булған һөйөү, игелектәр эшләүҙәге тырышлыҡ уның арҡа һөйәген һындыра, тәүбә итеп Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыуы боғаҙын ҡырҡып ташлай”.
 
“Ураҙаны Аллаһ бәндәләрҙең ихласлыҡ дәрәжәһен тикшереү өсөн фарыз иткән”, – тип аңлатҡан мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. Рамаҙан айы – кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булырға һәм сабырлыҡҡа өйрәтә. Сабыр кешенең барасаҡ урыны – Йәннәт, тип өйрәтә динебеҙ.
 
Рамаҙан айының көндәре Аллаһ ҡаршыһындағы көндәрҙең иң яҡшыһы, төндәр – төндәрҙең, сәғәттәр – сәғәттәрҙең иң яҡшылары. Был айҙа бәндә – Аллаһ ҡунағы, ҡунаҡтың хужа ризалығына иң лайыҡлы сағы. Шуға ла мөьмин – мосолмандың һәр һулышы – Аллаһты данлау, хатта йоҡоһо ла изгелек менән тулы була.
 

Рамаҙан шәриф айының өҫтөнлөктәре

 Рамаҙан – мосолмандарҙың ай календары буйынса 9-сы ай. Йылдағы ун ике айҙың иң күркәме, иң гүзәле, иң мәртәбәлеһе – Рамаҙан айы. Был айҙа ураҙа тотоу бәләғәткә еткән, балиғ булған ир-атҡа ла,ҡатын-ҡыҙға ла – фарыз.
 
Был мөбәрәк Рамаҙан айы Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, өммәте өсөн бик ҡаҙанышлы, мәғәнәүи ҡәҙриәттәр менән тулы бер рәхмәт үә ғуфран (ғәфү) итеү миҙгеле. Илаһи хазиналарҙың береһе. Рамаҙанда даими ҡылынған 5 ваҡыт намаҙҙан тыш ҡеүәттәребеҙҙе нығытҡан бер сөннәт булған тәрәүих намаҙҙарыбыҙ, мең айҙарҙан да хәйерле Ҡәҙер кисебеҙ бар.
 
Рамаҙан айында ожмахтың бөтә ҡапҡалары асыла, ә тамуҡтыҡы ябыла.
Рамаҙан айында ураҙа тотоу, тимәк, бәндәнең элекке гонаһтары ярлыҡана тигән һүҙ.
 
Аллаһы Тәғәлә ураҙа тотоусының, әгәр ул ураҙаһын боҙмаһа, доғаһын ҡабул итә.


Ураҙаның сөннәттәре

 Ураҙа ваҡытында:
 
Ифтарҙы (ауыҙ асыуҙы) һуҙмайҙар, йәғни ҡояш байығас та ауыҙ асалар.
Ифтарҙа яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә, финик емешен ашайҙар. Хөрмә емеше булмаһа, һыу эсәләр. Ифтарҙа бер, йәки өс, йәки биш хөрмә емеше, йә булмаһа, бер, йәки өс, йәки биш йотом һыу эсергә кәңәш ителә.
 
Ифтарҙан һуң доға ҡылына. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, былай тип доға ҡылған:
 
“Әй, Аллаһым! Ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем. Һиңә генә тәүәккәлләнем һәм Һинең ризығың менән ауыҙ астым”.
 
Төндөң һуңғы өлөшөндә сәхәргә торалар, йәғни таң атыр алдынан ураҙа тотоу ниәте менән ашап-эсәләр.
 
Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн күберәк ғибәҙәт ҡылырға тырышалар.
 
Махсус битте Рауилә Базикова әҙерләне.




Рамаҙан
Аҙна көндәре
Июль-август
Сәхәрҙең ахырғы ваҡыты
Ауыҙ асыу, Аҡшам намаҙы
Тәрәүих,
Йәстү намаҙы
1
Йома
20
04.08
22.35
00.10
2
Шәмбе
21
04.10
22.33
00.10
3
Йәкшәмбе
22
04.12
22.32
00.05
4
Дүшәмбе
23
04.13
22.30
00.05
5
Шишәмбе
24
04.15
22.29
00.00
6
Шаршамбы
25
04.16
22.27
00.00
7
Кесе йома
26
04.18
22.26
00.00
8
Йома
27
04.20
22.24
23.55
9
Шәмбе
28
04.21
22.22
23.55
10
Йәкшәмбе
29
04.23
22.20
23.50
11
Дүшәмбе
30
04.25
22.19
23.50
12
Шишәмбе
31
04.26
22.17
23.50
13
Шаршамбы
1
04.28
22.15
23.45
14
Кесе йома
2
04.30
22.13
23.45
15
Йома
3
04.32
22.11
23.45
16
Шәмбе
4
04.33
22.09
23.40
17
Йәкшәмбе
5
04.35
22.07
23.40
18
Дүшәмбе
6
04.37
22.05
23.35
19
Шишәмбе
7
04.39
22.03
23.35
20
Шаршамбы
8
04.41
22.01
23.35
21
Кесе йома
9
04.42
21.59
23.30
22
Йома
10
04.44
21.57
23.30
23
Шәмбе
11
04.46
21.55
23.25
24
Йәкшәмбе
12
04.48
21.52
23.25
25
Дүшәмбе
13
04.50
21.50
23.20
26
Шишәмбе
14
04.52
21.48
23.20
27
Шаршамбы
15
04.53
21.46
23.20
28
Кесе йома
16
04.55
21.44
23.15
29
Йома
17
04.57
21.41
23.15
30
Шәмбе
18
04.59
21.39
23.10
Хәҙис: «Сәхәр ваҡытында сәхәр ашын ашағыҙ,
сөнки сәхәр ризығында һәм сәхәр ваҡытында бөйөк бәрәкәт бар».