18 июн. 2012 г.

16 июнь—Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Күңелдәргә дәрт өҫтәүсе

Бәғзе берәүҙе күреү менән донъя йәмләнеп, нурланып китә, хатта күңелдәрҙе шатлыҡ солғап ала. Шундай матур, һоҡланғыс кеше беҙҙең ауылыбыҙҙа ла бар.

17 июнь—Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

“Һәр кем һаулығын үҙе хәстәрләргә тейеш...”


Һаулыҡ ҡына булһын... Сәләмәтлегең булһа, ҡалғаны килә ул... Һаулыҡ тураһында ошондай изге теләктәр, яҡшы һүҙҙәрҙе күп ишетергә мөмкин. Ысынлап та, бер ере лә һыҙламаған, борсомаған кешеләр генә тулы тормош менән йәшәй, рухы ныҡ, ә кәйефе күтәренке була. 

Яңылыҡтар

Эстафета тапшырылған

Байыш ауылының “Атайсал” клубы һәм ағинәйҙәре Әхмәр ауылында 1812 йыл-ғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған эстафетаны тапшырған. Байыштар әхмәрҙәрҙе үҙ ауылының тарихы менән таныштырған, мөнәжәттәр, ҡурай моңо яңғыраған. Эстафетаны ҡабул иткән Әхмәр аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре тыуған ауылында тыуып-үҫкән 1812 йылғы яугирҙар тураһында һөйләгән, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре сығыш яһаған. Кисә барышында балалар баҡсаһы, мәк-тәп буйынса экскурсия    ойошторолған. Артабан мәсеттә яугирҙарҙың рухына аят бағышланған.  

Баймаҡ табиптары – беренсе!

Ошо көндәрҙә “2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы”на арналған һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министр-лығы иғлан иткән “Ныҡлы һаулыҡ ғүмерҙе оҙайта” республика конкурсына  йомғаҡ яһалған. Ярышҡа 455 санитар бюллетень   тапшырылған. Һаулыҡ һаҡ-лау министры урынбаҫары А.А. Афанасьев етәкләгән жюри бар эштәрҙе йөкмәт-кеһе, биҙәлеше, халыҡ өсөн мөһимлеге яғынан ҡа-рағандан һуң, “Матур булып олоғайыу—оло бәхет” тип аталған Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының санитар бюллетенен еңеүсе тип иғлан иткән. Беренсе урын яулаған Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә киләсәк-тә лә уңыштар насип булһын!

Икенсе бинаға күстек

«Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы икенсе бинаға күсте. Халыҡтың Азанов урамы, 37 адресы бу-йынса мөрәжәғәт итеүе һорала. Телефон һандары элеккесә ҡалды.

Һәмәндә – урам байрамы

14 июндә Һәмән ауылының Туҡмаҡ урамында йә-шәүселәр урам байрамы үткәрҙе. Бер нисә йыл рәт-тән үткәрелеп килгән был сара ҡәйнәле-киленле Рәй-лә һәм Зимфира Кинйә-  булатоваларҙың ихатаһында ойошторолдо. Сараға саҡырылған инәй-апайҙар матур теләктәр теләне, төрлө йылдарҙағы йырҙарҙы йырланы, балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде. Әйткәндәй, ауылдың "Ағинәй", ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла тап ошо урамда йәшәй. Бер мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Бындай байрам саралары йыш булһын, татыулыҡҡа ни етә, ти һәмәндәр.
Р. Булатова.
Билал ауылы.

Ҡотлауҙар

16 июнь – БР мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө


Байрамығыҙ менән!
Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе бар йөрәктән һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!
Беҙҙең район мәҙәни тормоштоң төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көндәлек хеҙмәте һәм ижади эшмәкәрлеге арҡаһында яңы проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, рухи байлығыбыҙ һаҡлана һәм күбәйә. Беҙ райондаштарыбыҙҙың уҙған йылдарҙағы мәҙәни ҡаҙаныштарына, бихисап конкурс һәм фестивалдәрҙә еңеүенә ихлас ҡыуанабыҙ.
Был байрам көнөндә емешле һәм кешеләргә кәрәкле хеҙмәтегеҙ, һөнәрегеҙгә һәм мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлектең иң яҡшы традицияларына тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!
 
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
 

17 июнь—Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Хеҙмәтегеҙ маҡтауға лайыҡ!
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!
Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең барыһын да һөнәри байрамдары менән тәбрикләйем!
Һәр заманда ла медицина хеҙмәткәрҙәренең эше хаҡлы рәүештә хөрмәткә лайыҡ. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ, фиҙаҡәрлегегеҙ, намыҫығыҙ һәм яуаплылығығыҙ арҡаһында һәр ваҡыт, хатта бөтә ил өсөн еңел булмаған мәлдәрҙә лә беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тейешле кимәлдә булды.
Кешенең һаулығын һаҡлау һәр саҡ дәүләт сәйәсәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала. Һуңғы йылдарҙа республикала һәм беҙҙең районда медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу, дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Былар барыһы ла халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға етди йоғонто яһай.
Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә профессионализмдары, оҫта ҡулдары һәм һиҙгер йөрәктәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ ҡотҡарып ҡалған ғүмерҙәр һәм меңәрләгән кешеләрҙең кире ҡайтарылған һаулығы өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ юғары оҫталығы, шәфҡәтлелеге һәм мәрхәмәтлелеге менән айырылып торор, тип ышанам.
Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, кешеләр ғүмере һәм һаулығы хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Рәсми бүлек

Инвестиция форумы юғары кимәлдә үтте


Тәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов һәм форумға саҡырылған ҡунаҡтар Урал аръяғы райондарының инвестиция проекттары менән танышты. Һәр район үҙенең ресурс мөмкинлек-тәре тураһында мәғлүмәтте күргәҙмәгә ҡуйырға тырышҡан ине, улар менән муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары таныштырҙы. Күргәҙмәләр инвесторҙар өсөн киләсәккә маҡсаттар билдәләү, мөмкинлектәрҙе барлау өсөн бик файҙалы булғандыр, моғайын.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Әмингә иман нуры ҡайтты


Кесе йомала районда иң боронғо изге йорттарҙың береһе –
Әмин ауылы мәсете тергеҙелеп, үҙ ишектәрен асты

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Яҙғы баҫыу эштәре һәм мал ҡышлатыу осорона иғлан ителгән район хеҙмәт ярышы йомғаҡтары тураһында

Яҙғы баҫыу эштәре һәм мал ҡышлатыу осорона иғлан ителгән район хеҙмәт ярышы йомғаҡтарын ҡарағандан һуң, муниципаль район хакимиәте түбәндәгеләрҙе еңеүселәр тип тапты:

Хоҡуҡ һаҡлау

Экстремизм – ауыр енәйәт

Рәсәй Федерацияһының Конституция нигеҙҙәрен боҙоу, терроризм һәм башҡа төрлө террористик эшмәкәрлекте халыҡ алдында аҡлау һәм яҡлау экстремизмға инә. Шулай уҡ сәйәси, идеологик сыуалыш уятыу, милли һәм дини күрә алмаусанлыҡҡа саҡырыу ҙа экстремистик енәйәт булып һанала.
Рәсәй Федерацияһының Енәйәт Кодексына ярашлы, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн ҡаты язаға тарттырыу ҡаралған. Экстремизмда ғәйепләнгән кеше оҙайлы йылға төрмәгә ебәрелә. Әгәр ошондай енәйәт ҡылып, кеше үлтерһә, уның ирке ғүмере аҙағына тиклем сикләнәсәк.
Халыҡ экстремизм енәйәтенең, ошондай әҙәбиәт, листовканы таратыу ҙа ни тиклем ауыр хоҡуҡ боҙоу булыуын яҡшы аңларға тейеш. Бындай енәйәттәр йәмғиәтебеҙ өсөн иң хәүефле булып һаналыуын онотмағыҙ.

И. МОРТАЕВ,
прокурор ярҙамсыһы.

Уңғандар беҙҙең арала

Хеҙмәте менән абруй яуланы


Ленин исемендәге АХК юғары производство-иҡтисади күрһәткестәре менән генә түгел, ә үҙ эшен оҫта белгән етәкселәре һәм белгестәре менән дә дан тота. Хужалыҡтың баш ветврачы И.С. Ғәлин тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яулаған белгестәрҙең береһе.

Һорау – яуап

“Регент” колорадоға ҡаршы

Һуңғы осорҙа картуфты колорадо ҡуңыҙынан һаҡлауға бәйле кәңәштәр һорап, редакцияға шылтыратыуҙар күбәйҙе. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың был үтенесен ҡәнәғәтләндереү маҡсатында район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса агрономы Н.И. Хәсәновҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
– Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәшеү өсөн бөгөн препараттар сауҙа нөктәләрендә лә, баҙарҙа ла бик күп. Шулай ҙа уларҙың барыһы ла эффектлы тип әйтеп булмай. Беҙ халыҡҡа “Регент ВДГ”, “Актара КС”, “Танрек ВРК” препараттарын һатып алырға кәңәш итәбеҙ. Уларҙы муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән (201-се кабинет) алырға мөмкин. Препараттарҙы нисек ҡулланыу буйынса тейешле рекомендация бар.