8 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эҫелә йөк машиналарында йөрөү тыйыла

Башҡортостанда 4 июндән 31 авгусҡа тиклем ауыр йөк транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә. Бында көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта ауыр йөк машиналарына ҡаты япмалы трассаларҙан юл йөрөүҙең тыйылыуы тураһында һүҙ бара.
Был сара юл япмаһын деформацияларҙан һаҡлау маҡсатында икенсе йыл рәттән бөтә Рәсәй биләмәһендә ҡулланыла.
 

Яңы “Полесье” алдылар

Ленин исемендәге АХК техник потенциалын маҡсатлы нығытыуҙы дауам итә. Ошо көндәрҙә хужалыҡ 2 млн 686 мең һумлыҡ өр-яңы “Полесье-КГ-1-6” мал аҙығы әҙерләү комбайны һатып алды. Юғары етештереүсәнле техника алдынғы механизатор Фәнис Хәмитовҡа беркетелде. Комбайн әле сенаж әҙерләү эштәренә йәлеп ителгән.
 

Баймаҡ арғымаҡтары – иң етеҙҙәре!

 Бөрйән, Йылайыр, Әбйәлил райондарында, Магнитогорск ҡалаһында үткән һабантуйҙарҙа баймаҡтар ҙур уңыштарға өлгәште. “Аҡморон” АХК-һы, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Юлыҡ” ЯСЙ-һы арғымаҡтары ат бәйгеләрендә иң етеҙҙәре булып сыҡты һәм төп приздарҙы яуланы. Ә Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һының Фрегат ҡушаматлы юртағы Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһы ипподромында ойошторолған өлкә ат спорты ярыштарында еңеп ҡайтты.
 

Ишейҙәр кәкүк сәйенә сыҡты

Ишей ауылы халҡы урманға кәкүк сәйе байрамына сыҡты. Оло инәйҙәр аят уҡыны, хәйер таратылды. Байрам күңелле уйындар, йыр-моң менән һуғарылды. «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары башҡарыуындағы моңло йырҙар, шаян таҡмаҡтар, мәктәп уҡыусыларының сығыштары ла ихлас алҡышланды.
Байрам һуңында бергәләп сәй эсеп, ағасҡа таҫма элеп, теләктәр теләнек, күмәкләп фотоға төштөк. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереп, именлек, һаулыҡ теләйем.
З. Ниғмәтуллина, клуб мөдире.
 

«Юлдаш» баймаҡтарҙы ҡотлай

9 июндә иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем «Юлдаш» радиоһы район аграрийҙарына музыкаль сәләм тапшырасаҡ.  Алдынғы игенселәр һәм етәкселәр өсөн йыр-моңдар яңғыраясаҡ.

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Кеше хәлен йөрәк тибешенән тойоп


Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.

Сәсеү-2012

Баҫыу эштәре тамамланды


Районыбыҙ игенселәре ҡулайлы агротехник ваҡытта яҙғы сәсеү эштәрен тамамланы. Сәсеү майҙаны быйыл бөтәһе 115 мең гектарҙы тәшкил итте, был үткән осорға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән иген культуралары 65831 гектарҙы биләне (+4 %). Төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙай – 32336, арпа – 22162 (+39 %), һоло 5272 (+6 %) гектарҙа сәселде.
Иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар – ҡарабойҙай (3463 гектарҙа сәселде, был 4,6 тапҡырға күберәк), борсаҡ (1417 га, +54 %) һәм ҡаты бойҙайҙың майҙандары артты.

Уңғандар беҙҙең арала

Хужалыҡ ғорурлығы


Салауат исемендәге АХК-нан Айрат Күсеевты кооперативта ғына түгел, ә район кимәлендә лә алдынғы механизатор, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ яҡшы беләләр. Хужалыҡта дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләү осоронда Айрат Нуретдин улы намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яуланы, район кимәлендәге  ярыштарҙың даими еңеүсеһе булып танылды, бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Халыҡ иғтибарына

Дәүләт иғәнәләрҙе арттырҙы

Башҡортостан Республикаһында пенсияны дәүләт финанслауы программаһында ҡатнашыусылар һаны 220 меңдән ашып китте. Быйыл улар үҙ иҫәбенә 40,5 миллион һум аҡса күсергән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 14 миллион һумға күберәк.

Хоҡуҡ һаҡлау

Коррупция булмаһын өсөн


“Коррупцияға ҡаршы” федераль Закон 2008 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителде. Уға тиклем айырым закондың булмауы был күренешкә ҡаршы көрәшкә ҙур тотҡарлыҡ яһай ине.

“Коррупция” һүҙе латин телендә “һатылыу” тигәнде аңлата. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа коррупция ришүәт алыу менән генә сикләнмәй. Хәҙерге ваҡытта ул сәйәси эшмәкәрҙәрҙең, вазифалы кешеләрҙең ришүәткә һатылыуы, вазифаһын үҙ файҙаһына ҡулланыуы, ҡомһоҙлоҡ арҡаһында эшләнгән енәйәт итеп ҡабул ителә.

Саралар

Терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы


“Балалар һәм йәштәр – терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы” Бөтә донъя хәйриә фондының Рәсәй Федерацияһында 38 филиалы бар. Республикала фондтың коммерция нигеҙендә булмаған ойошмаһы 2009 йылдан алып эшләп килә. Уға Темәс ауылы егете Булат Мырҙабулатов  етәкселек итә. 

Бөйөк Еңеүгә дан!

Йырлы йәндә ҡояш байымай

Һыҙылып та йөрәк һулҡып ҡуя,
Һуғыш хәтирәһен һүткәндә.
Йәндәр өшөп китә әсәләрҙең
Уландарын өҙөлөп көткәндә.
Эй-й-й...
Күпме бала етем ҡалды ул саҡ!
Күпме һөйгән ҡалды һөйөүһеҙ!
Күпме сабый ҡулы һонолғанда
Яуапһыҙ ҙа ҡалды телемһеҙ!
Йөрәк һулҡып ҡуя... Инәйҙәрҙең,
Алыҫтарға төбәп күҙҙәрен,
Тоғро ҡалып һаман көтөүҙәре
Яуҙа ҡалған яугир ирҙәрен!

Айгөл Аҡҡужина.

Еңеү көнө етеү менән күңелде яҡындарым өсөн һағыш ҡатыш ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Минең ҡартатайҙарым Иманов Фәхри Абдрахман улы һәм Килдеғошов Хәлфетдин Әбелхәким улы һуғыштың тәүге көндәренән үк, тәүгеһе береһенән-береһе бәләкәй 3 балаһын, икенсе ҡартатайым 5 балаһын ҡалдырып фронтҡа китә.
 

Йылы һүҙ — йән аҙығы

Һинең янда тормош йәйғор төҫөндә



 Беҙҙең Ишбирҙе ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ошо матур ауылда минең ҡәҙерлем – өләсәйем Фәриғә Аликбаева донъяға килгән. Ул бәләкәйҙән ауырлыҡты күреп, иңендә күтәреп үҫкән: 17 генә йәшендә леспромхоз пилорамында эшләгән. Бүрәнәләр ауыр бүлһа ла, ул уфтанмай, баш эймәй, һәр саҡ көслө рухлы, сабырлы була. Алтындарҙан алтын өләсәйемдең ҡулдары ла алтын: матур-матур ойоҡбаштар, кофталар бәйләй, өй тултырып гөл, баҡса тултырып сәскә үҫтерә ул. Уның 7 ейән-ейәнсәре араһында мин  дүртенсе ейәнсәр булам. Беҙ барыбыҙ ҙа һөйөклөбөҙҙө яратабыҙ, уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Рәхмәт һиңә, өләсәйем,
Барыһы өсөн дә.
Беҙ бәхетле һинең янда,
Тормош – йәйғор төҫөндә.

Айгизә Айытбаева, Баймаҡ лицей-интернатының 5-се класс уҡыусыһы.

Рәхмәт хаты

Хеҙмәтегеҙ шатлыҡ килтерһен


Беҙҙең ҡала поликлиникаһында бөтә  Баймаҡ халҡы өсөн берҙән-бер процедуралар бүлмәһе эшләй. Шулай уҡ ауылдан килеп туғандарында ятып дауаланыусылар ҙа күп бында. Унда сирлеләрҙе 3 шәфҡәт туташы ҡабул итә.
Ҡотлоғәләмова Гөлгенә – 20, Арыҫланова Зифа Миңлеғәле ҡыҙы – 29, Сафиуллина Гөлнара Сулпан ҡыҙы 28 йыл үҙ  вазифаларын тоғро башҡара. Ҡыҙҙарҙың эшенән бөтәһе лә ҡәнәғәт, сөнки улар бында бик күптән эшләй һәм уколдарҙы ла оҫта һала. Бик яғымлы, мөләйем ҡыҙҙар бөтә сирлеләргә лә берҙәй иғтибарлы. Укол һалыуҙан тыш көнөнә 10-15 система ла ҡуйып өлгөрәләр. Ауырыуҙар табипҡа күренеп сыҡҡас, артабан уның эшен дауам итеүсе, һауыҡтырыусы – тап бына ошо ҡыҙҙар.

Уларға ниндәй генә сир менән мөрәжәғәт итмәйҙәр (йөрәк, хирургия, неврология, тын юлдары һ. б.)! Ҡыҙҙар көнөнә 200-300 кешене ҡабул итеп өлгөрә.

Беҙ улар менән ҡәнәғәтбеҙ. Шәфҡәт туташтарына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һеҙ, аҡ халатлылар, эшегеҙҙән ләззәт табып, һау-сәләмәт булып, ауырымай йәшәгеҙ.

Ғәлиә Әминева, мәғариф ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы.

2012 — Рәсәй тарихы йылы

Әмин ауылы тураһында мәғлүмәттәр

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярына һыйынып, иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ул Әмин ауылы. Бында әҙәм балаһына матди байлыҡ та, күңеленә рух, дәрт-дарман биреүсе тәбиғи шарттар ҙа Хоҙай тәғәләнең үҙе тарафынан бирелгән. Улар ҡара тупраҡлы уңдырышлы ер, Һаҡмар һыуы, уға ҡушылыусы тау шишмәләре, урмандары, ағас-ташы, болондары, еләк-емеш, йылға балыҡтары, ҡыр хайуандары, тауҙары һәр кемгә күңеле һөйгән һөнәрен һайлап уңышлы кәсеп итергә тәбиғи тәүшарттар булып тора.