20 мая 2012 г.

КҮСМӘ ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР

Мәҙәниәт кейем
һәм музыка ҡоралынан башлана

   
 Сәхнәнән сығыштарҙы ҡараған саҡта бейеүсенең йәиһә йырсының матур кейеме, оҙатыусы көйҙөң сифатлы булыуы йәнгә ял бирһә, кире күренеш бөтә хозурлыҡты юҡҡа сығарыусан. Ә бит районыбыҙҙың бөтә ауыл мәҙәниәт йорттарында, клубтарында ла тиерлек сәхнә кейемдәренең, ябай ғына музыка ҡоралдарының етешмәүе баш ауырыуына әйләнгән.
     16 майҙа муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев граждандарҙы күсмә ҡабул иткәндә ҡуҙғатылған мәсьәләләр быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Рауил Йәнсурин, Темәс мәҙәниәт йорто һәм музыка мәктәбе директоры Айнур Абдуллин, Билал мәҙәниәт йорто директоры Иршат Юлмөхәмәтов, Баймаҡ районының һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Айһылыу Ишбирҙина ошо проблеманы хәл итеүҙе үтенде. Шулай уҡ Билал мәҙәниәт йортон, Түбәнге Яйыҡбай мәсетен ремонтлау, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге өсөн тирмә булдырыу, бығаса баҫылған китаптарҙы яңынан нәшер итеү буйынса мөрәжәғәттәр булды. Рәнис Рәис улы үҙенең эшмәкәрлегенә ҡараған мәсьәләләрҙе хәлдән килгәнсә ыңғай хәл итергә вәғәҙә итте.
     Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

     Социаль өлкәлә һорауҙар күп
     Алдан хәбәр ителеүенсә, 16 майҙа муниципаль район хакимиәтендә төбәктең социаль хеҙмәттәр етәкселәре тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын, инвалидтарын, тыл хеҙмәтсәндәрен күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу кеше мөрәжәғәт итте.
     БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса идаралыҡ начальнигы С.В. Ишмөхәмәтовҡа, урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге начальнигы Т.В. Денисоваға, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының Сибай ҡалаһындағы бүлеге начальнигы З.Р. Байбуловаға, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәровҡа, РФ Пенсия фонды идаралығы начальнигы Р.В. Маракановаға, Баймаҡ районы буйынса халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге директоры Э.Р. Байрамғоловаға халыҡтың һорауҙары күп ине.
     Мөрәжәғәт иткән һәр бер кеше кәм тигәндә ике-өс һорау бирҙе. Улар айырым категория граждандарға йортҡа газ плитаһы алып ҡуйғанда, ҡиммәтле дарыуҙарға мохтажлыҡ кисергәндә матди ярҙам итеүгә, врачтарҙы йортҡа саҡырыуға, вафат булған фронтовиктарҙың тол ҡатындарына фатир алыу өсөн сертификат алыуға, урында ортопедик аяҡ кейеме әҙерләүгә, инвалидлыҡ юллауға, пенсия күләмен арттырыуға, инвалид коляскаһы табыуға һ.б. ҡағылышлы ине.  Халыҡты борсоған был көнүҙәк мәсьәләләрҙең һәр береһе буйынса ентекле консультация бирелде, урында хәл итеп булмаҫтайҙары яҙып алынды, улар тейешле структураларға ебәреләсәк һәм яҙма яуап биреләсәк.

     С. КЕЙЕКБИРҘИНА.

СӘСЕҮ-2012

     Хужалыҡ игенселәре һынатманы

     “Мырҙаҡаев” КФХ-һы 500 гектарҙа яҙғы иген культураларын сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамланы. Шуның 370-ен – бойҙай, 130-ын арпа тәшкил итте. Шулай уҡ 50 гектарҙа көнбағыш, 75 гектарҙа люцерна, 50 гектарҙа күстерә, 50 гектарҙа донник, 100 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәр сәселде. Хәҙер инде һуң культуралар – кукуруз менән судан үләнен генә урынлаштыраһы ҡалды. Улар бөтәһе 110 гектарҙы биләйәсәк.

ЭШЛЕКЛЕ ҺӨЙЛӘШЕҮ

     “ТАҒЫ ЛА ТИҘЕРӘК ХӘРӘКӘТ ИТЕРГӘ КӘРӘК...”
     “Һөнәри оҫталыҡ, компетентлылыҡ, ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ” – бер йыл элек Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышында 39 йәшлек Азамат Илембәтовты Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһына тәҡдим иткәндә уны тап шулай тип ҡылыҡһырланы. 


     Башҡортостандың яңы тарихында быға тиклем ундай йәш Хөкүмәт башлығы булғаны юҡ ине әле. Азамат Илембәтов яҡшы белемгә эйә: Плеханов исемендәге Санкт-Петербург тау институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатын етәкләгән, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы була, Премьер-министр итеп тәғәйенләнгәнсе һуңғы өс йылда Мәскәүҙә Техник-иҡтисади эҙләнеүҙәр ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары булып эшләй.
     Бер йыл элек сәйәсмәндәр Министрҙар Кабинетының яңы башлығына “техник премьер” ролен биргәйне. Билдәле бер мәғәнәлә был фараз тормошҡа ашты: Илембәтов яңғырауыҡлы сәйәси белдереүҙәр яһамай, артыҡ пиарҙан йырағыраҡ торорға тырыша. Шул уҡ ваҡытта төрлө кимәлдәге етәкселәр һүҙҙәре буйынса уға ихтирам арта бара. Былтыр компетентлылығы тураһында әйтелгәндәр ысынында иҫбатлау тапты. Ләкин уны барыбер ҙә халыҡ өсөн асыҡ сәйәсмән тип атап та булмай. Бары тик беҙҙең журналист ныҡышмалылығыбыҙ һәм нигеҙле мәғлүмәти сәбәп – уның премьер йөгөн тартыуына бер йыл тулыуы ғына – тәрән йөкмәткеле әңгәмә ҡорорға булышлыҡ итте.

СПОРТ

     Баймаҡтар – беренсе!
 
     Ингән береһен шат тауыштар менән ҡаршы алыуҙарын күреп, уларҙың күптән инде яҡын туғандар кеүек аралашыуын аңлау ауыр түгел ине. Был юлы ла улар “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексының йөҙөү бассейнына бергә йыйылды...
     16 майҙа Сибай, Учалы ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән райондарынан физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр йөҙөү һәм дартс буйынса көс һынашты.


     – Яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмай йәшәүгә көс табып, дәрт менән сәләмәт тормош алып барыуығыҙ һоҡландыра, – тине муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин. – Ҡайһы бер сәләмәт кешеләрҙә булмаған рух көсө һеҙҙе ысын кеше итеп күрһәтә. Бының менән үҙегеҙҙе тағы ла бер тапҡыр еңеүсе итеп танытаһығыҙ.
     Ҡаланың 4-се мәктәбе уҡыусыларының дәртле йырҙары ярышта ҡатнашыусыларға сәм генә өҫтәне. Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы Баймаҡтан Ринат Ишкилдин менән Сибай ҡалаһынан Фәниә Ҡолоеваға тапшырылды. Баш судья, физкультура һәм спорт секторы мөдире И.Н. Хәмитов ярыш шарттары менән таныштырып үткәндән һуң күңелле уйындар старт алды.
     Бинаның бер мөйөшөндә дартс ярышында ҡатнашыусылар мәргәнлектә көс һынаша башланы. Улар бер-береһенән уҙҙырырға тырышып, командаһына мөмкин тиклем күберәк мәрәй тупларға ынтылды. Был ярышта баймаҡтар еңеү яуланы. Хәйбуллалар – икенсе, бөрйәндәр өсөнсө урынға сыҡты.
     Ярыштың иң ҡыҙығы бассейндың үҙендә барғандыр, моғайын. Йөҙөүселәрҙе һәр кем үҙенсә дәртләндереп торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бер үк дистанцияға йөҙҙө. Бында ла баймаҡтар һынатманы, беренсе урынды яуланы. Хәйбулла командаһы – икенсе, сибайҙар өсөнсө булды.
     Дөйөм мәрәйҙәр буйынса Баймаҡ командаһы еңеп сыҡты. Киләһе урындарҙы Хәйбулла һәм Бөрйән райондары командалары бүлеште.
     Күңелле ярыштар тәмле сәй табыны артында аралашыу, әңгәмәләшеүҙәр, фекер алышыуҙар менән барҙы.

     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоһында: мәргәндәр  көс һынаша. 
    

ХӘТЕР

     Һағынабыҙ һине, Гөллирә!
 

     Гөллирә Исхаҡова… Үҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында район гәзитен уҡыған һәр өйгә, әле генә ҡәләм тирбәтә башлаған йәштәргә, ғөмүмән, әҙәбиәт, шиғриәт һөйөүселәрҙең барыһына ла яҡшы таныш ине был исем. Үткер һәм тос фекерле журналист, бай хисле шағирә, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихлас та, шаян да, ифрат нескә күңелле лә ине ул. Районда эшләп килгән “Ирәндек” әҙәби берекмәһе етәксеһе булараҡ, Гөллирә Тимерхан ҡыҙы үҙенең яратҡан ағаһы, драматург Гәрәй Исхаҡов, йәштәрҙән Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Фәүзиә Юлдашбаева, Буранбай Исҡужин, Гөлдәр Әхмәҙишина, Шәфҡәт Әбйәлилов  һәм башҡа күптәр өсөн тәүге ижад емештәренә йән өрөүсе, рухландырыусы булды. “Октябрь байрағы” гәзитенең “Ҡыңғырауҙар” махсус әҙәби битендә берекмә ағзаларының һәр сығышын уҡыусылар  көтөп ала һәм яратып уҡый торғайны. Гөллирә үҙе лә илһамланып яҙышты, район, республика матбуғатында, әҙәби йыйынтыҡтарҙа даими донъя күргән ижад емештәре өсөн Cәғит Мифтахов исемендәге премияға лайыҡ булды. Сая инә бөркөт кеүек, бик күптәргә бейеклектәргә осор ҡанаттар ҡуйып, ҙур тырышлыҡ, дәрт менән эшләне, тик үкенес,  матур-матур шиғырҙарын, нәҫерҙәрен, күңелдәргә үтеп инерлек тормошсан хикәйәләрен айырым китап итеп туплап, яңынан-яңы әҫәрҙәрен ижад итеп өлгөрә алманы – ғүмере бик иртә, еләк кеүек бешкән мәлендә генә өҙөлдө…
     Ә шулай ҙа Гөллирәнең шиғырҙары тере, күңелдәрҙә иһә уның хаҡында йылы иҫтәлек йәшәй. 20 мартта район мәҙәниәт йортонда барған концертта  Ризуан Хәкимов Гөллирә Исхаҡова һүҙҙәренә яҙылған “Кисер мине” исемле йырын залдағыларҙың барыһы өсөн дә бүләк итеп башҡарҙы. Ә был көндә уның ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүенә ун йыл тулғайны…
      Ошо йәмле май айында Гөллирәбеҙ үҙенең 55 йәшен ҡаршылар ине. Ғүмеренең һәр минутында ғаиләһен, уландарын, туғандарын, дуҫтарын, тыуған яғын яратып йәшәп өлгөргән Ейәнсура ҡыҙы яҡындарының йөрәгендә яҙ сәскәһе умырзая кеүек яҡты һағыш, йылы нур булып һаҡлана. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ һине, Гөллирә...

     Лилиә ҒӘНИЕВА.
    
      Улыма
     Һин йоҡлайһың. Биттәреңдән
     Таң елдәре һыйпап уҙа.
     Таң ҡоштары – һандуғастар
     Һиңә моңло йырын һуҙа.
     Зәңгәр күктә – көләс ҡояш
     Биттәреңде алға мана.
     Ҡамыш кеүек керпектәрҙән
     Әйтерһең дә, нурҙар тама.
     Һин йоҡлайһың, ә мин һаман
     Һинең өсөн борсоламын,
     Ғүмереңде ҡайғыларҙан,
     Дауылдарҙан ҡурсалайым.
     Киләсәгең – һүтелмәгән,
     Сиселмәгән сер йомғағы,
     Уға юлдаш булһа ине
     Бәхеттәрҙең иң-иң ағы...