6 мая 2012 г.

Бөйөк Еңеү көнө менән!



    Ветерандар сафҡа теҙелде
    Сыуаҡ бер көн...
    Был бит Еңеү көнө!
    Нурға сумды бөтә ер йөҙө.
    Һәм шул көндө
    Һалмаҡ ҡына атлап
    Ветерандар сафҡа теҙелде.
    Йыйылдылар улар иҫләр өсөн
    Ауырлығын үткән һуғыштың.
    Сөнки улар бар ғүмерен биреп
    Тыныс тормош өсөн алышты.
    Хәҙер улар һирәк кенә ҡалған --
    Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
    Һәр ветеран лайыҡ бит ул
    Тарих биттәрендә ҡалырлыҡ.
    Ҡартайғандар... Ләкин һаман ныҡтар,
    Бирешмәйҙәр тормош еленә.
    Сөнки улар һөрөп сығарғандар
    Дошмандарҙы илдең сигенән.
    Сыуаҡ бер көн...
    Был бит Еңеү көнө.
    Ветерандар сафҡа теҙелде...
    Улар һаман сафта атлар һымаҡ
    Тыныслығын һаҡлап илемдең.

    Рүзилә ҺАҒЫНБАЕВА.
    Баймаҡ ҡалаһы.

Ҡотлауҙар.

    Байрам менән, яҡташтар!
    Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым!
    Май байрамдары – халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын, ҙур дан ҡаҙанған Ватан һаҡсыларын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алыу ул. Беҙ оло хөрмәт менән геройҙарса Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙы, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән беҙҙе тыныс һәм лайыҡлы тормош менән тәьмин итеүселәрҙе иҫкә алабыҙ. Беҙҙең бөгөнгө уңыштарыбыҙҙа һәм ҡаҙаныштарыбыҙҙа атай-әсәйҙәребеҙҙең, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең – фронтовиктарҙың, ябай эшселәрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең өлөшө бик ҙур. Уларҙың бай тәжрибәһе һәм аҡылы, рух ныҡлығы һәм батырлығы арҡаһында беҙ бөгөн тыуған илебеҙ мәнфәғәтендә уңышлы эшләү, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыу, халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын  күтәреү  маҡсатында хеҙмәт итеү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Оло быуындың данлы традицияларын дауам итеү, уларға хас булған юғары әхләҡи һәм эшлекле сифаттарҙы үҙ итеү иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле һәм лайыҡлы хәл итеүҙә генә түгел, 2015 йылға тиклем Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәләрендә лә сағылыш табыр, тип ышанам.
    Бар күңелдән һеҙҙең барығыҙға ла үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышаныс, оптимизм, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем!
    Оло ихтирам менән – Илшат ТАЖЕТДИНОВ,
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе.


    Ҡаһармандарға мәңгелек дан!
    Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Ҡәҙерле яҡташтар!
    Яҙғы матур көндәрҙә беҙ тантаналы рәүештә изге байрам – Еңеү көнөн билдәләйбеҙ. Был иҫтәлекле дата мәңгелеккә героизм һәм фиҙаҡәрлек, иҫ киткес ҡыйыулыҡ һәм Ватанға сикһеҙ һөйөү символы булып ҡала. Беҙ ошо көндәрҙә ҡанлы һуғыш яландарында Ватаныбыҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыусы, донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусы ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙы тәрән ихтирам тойғолары һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.
    Шулай уҡ беҙ тылда Еңеү өсөн бар көсөн һалғандарҙың – фронтты хәрби техника, боеприпастар, яғыулыҡ, ҡорамалдар, кейем һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙең хеҙмәт батырлығын хәтергә төшөрәбеҙ.
    Һуғыш ҡайғы һәм ғазап килтерҙе, уның шауҡымы – ҡара ҡанаты һәр ғаиләгә ҡағылды. Ватан өсөн һәләк булғандар тураһында ҡайғы һәм һағыш беҙҙең йөрәктәргә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Шул уҡ ваҡытта Еңеүҙең оло шатлығы, беҙҙең яугирҙарыбыҙҙың, бар Совет халҡының үлемесле көрәштә еңеп сығыуы, планетала ҡабынған ҡурҡыныс янғынды һүндерә алыуы менән ғорурланыу тойғолары кешеләр күңелендә мәңге һаҡланыр.
    Йәмғиәт илде һаҡлаусы, уның ҡеүәте һәм азатлығы нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе һуғыш йылдары геройҙары алдында сикһеҙ бурыслы. Ветерандар тураһында хәстәрлек – социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе. Фронтовиктарға, һуғыш инвалидтарына, вафат булған яугирҙарҙың ғаиләләренә иғтибарлы мөнәсәбәт артабан да беренсел бурысыбыҙ, һәр кемдең намыҫ һәм выждан эше булырға тейеш.
    Әлеге быуын Ватан һаҡсылары фронтовиктарҙың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итергә ынтыла. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре хәрбиҙәре үҙҙәренең Бөйөк Еңеү мираҫсылары тигән юғары исеменә тап төшөрмәй, конституцион бурысын тейешенсә үтәй, ныҡышмал рәүештә Ватан оборонаһын һәм хәүефһеҙлеген нығыта.
    Һеҙҙең барығыҙҙы ла бөтә халыҡ байрамы – Еңеүҙең 67 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, изге эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа уңыштар, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
    Данлы Еңеү килтергән Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына мәңгелек дан!
    Еңеү көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар!
    И. СИТДЫҠОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы;
    Т. БИКҠОЛОВ, муниципаль район ветерандар советы рәйесе.

   
      7 май – Радио көнө, барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрамы
    Уңыштар юлдаш булһын!
    Хөрмәтле радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре!
    Һеҙҙе һөнәри  байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
    Бөгөн тормошобоҙҙо радио, телевидение, телефон, Интернет һәм башҡа электрон элемтә бәйләнешенән тыш күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Тапшырылған мәғлүмәттең дөрөҫлөгө, тулылығы, тиҙлеге һеҙҙең һөҙөмтәле һәм яйға һалынған эшегеҙ иҡтисадты, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәне нығытыуға, һәр кешенең йәшәү сифатын үҫтереүгә йоғонто яһай.
    Элемтә хеҙмәткәрҙәренең оҫталыҡтары, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылыуҙары арҡаһында артабан да алдарында торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығыуҙарына ышанам.
    Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тыуған районыбыҙ мәнфәғәтенә яңы уңыштар теләйем!
    И. СИТДЫҠОВ,
    муниципаль район хакимиәте  башлығы.

АКЦИЯЛАР


    «ПОЛКТАШЫҢА ШЫЛТЫРАТ»
    “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар барышында 8-9 майҙа “Полкташыңа шылтырат” республика акцияһы үткәрә.
    Был көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарына донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән полкташтарына, яҡындарына һәм туғандарына бушлай шылтыратыу мөмкинлеге бирелә. Акцияла ҡатнашыусылар 8-9 майҙа телефон номерҙары менән “Билайн” кәрәҙле бәйләнеш салонына (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 17) йәки 9 майҙа тантаналы сара барышында ҡаланың үҙәк майҙанына ҡуйыласаҡ күсмә пунктҡа мөрәжәғәт итә ала.
    Акция “Вымпелком” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Билайн” сауҙа маркаһы ярҙамы менән республикабыҙҙың 13 ҡалаһында, шул иҫәптән Баймаҡта ла ойошторола.
   
    Ташлама яһала
    Еңеү байрамы айҡанлы Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә “Хәтер” тип аталған акция иғлан итте.
    Уға ярашлы, республика буйынса 8-9 майҙа магазиндарҙа һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеларында ветерандарға һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә бөтә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама эшләнәсәк. Акцияла ҡатнашыусы предприятиеларҙың тышҡы яғына акция үтеүе тураһындағы берҙәм өлгөләге плакат эленә. Шулай уҡ эстәге мәғлүмәт стендтарында конкрет предприятие тарафынан бирелгән ташлама күләме, ташламалы тауарҙар һәм хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт ҡуйыла.
    Беҙҙең ҡала һәм район ветерандары өсөн 8-9 май көндәрендә “Дарья”, “Виктория”, “Ольга”, “Любава”, “Орфей”, “Идея”, “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтенең, Баймаҡ икмәк заводының барлыҡ магазиндары, “Диниә” бөҙрәханаһы ташлама менән эшләйәсәк. Тик үҙегеҙ менән ветеран таныҡлығығыҙҙы алырға онотмағыҙ.
    С. КЕЙЕКБИРҘИНА. 

ЭШҠЫУАРҘАР ИҒТИБАРЫНА

    Льготалы кредит кәрәкме?
    Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүҙе дәртләндереү маҡсатында БР Хөкүмәтенең 2010 йылдың 8 февралендәге 35-се ҡарары менән минималь ставка, йәғни йылына 8 процент менән кредит биреү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын һайлап алыу тәртибе раҫланды.
    Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын конкурс комиссияһы тарафынан асыҡ конкурста еңеүсе кредит ойошмалары – “Акибанк” акционер коммерция ипотека банкы һәм “Башкомснаббанк” акционер коммерция банкы кредитлаясаҡ.
    Кредит 3 айҙан 3 йылға тиклем түбәндәге маҡсаттарҙа бирелә:
  • минималь ставка, йәғни йылына 8 процент менән кредит биреү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын һайлап алыу тәртибендә ҡаралған эшмәкәрлек төрҙәрен үҫтереү өсөн файҙаланылған ҡорамалдар һатып алыу, алып барыу һәм монтажлау өсөн;
  • минималь ставка, йәғни йылына 8 процент менән кредит биреү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын һайлап алыу тәртибендә ҡаралған эшмәкәрлек төрҙәрен үҫтереү өсөн файҙаланылған ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн производство биналарын реконструкциялау.
    Кредит суммаһы – 5 миллион һумға тиклем. Документтарҙы 2012 йылдың 11 майына сәғәт 12-гә тиклем тапшырырға кәрәк.
    Белешмәләр өсөн телефон: 3-17-46, 3-10-15.
    Электрон адрес: sektorTiP@yandex.ru, 303econ@rambler.ru.
    Муниципаль район  хакимиәте

Бөйөк Еңеү көнө менән!


    «Илебеҙ һуғыш утын күрмәһен»
    Аҡ һаҡаллы, сабыр ҡарашлы, һәр кемде мөләйем сәләмләгән был олатайҙы Баймаҡ вокзалында йыш осратырға була. Ул—Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йыһанур Әхмәт улы Маннапов. Йәшлеген аяуһыҙ яу һынаған, иптәштәрен юғалтыу ҡайғыһын кисергән аҡһаҡал вокзалға ауылдаштарын осратып һөйләшеү өсөн сыға. Ғүмере ергә бәйле кеше олоғайғас ҡала еренә күсенһә лә, тыуған ауылын, тупрағын һағына.
    Йыһанур Әхмәт улы 1926 йылдың 8 апрелендә Түбәнге Иҙрис ауылында донъяға килә. Тиҫтерҙәре менән бер рәттән оло теләк менән мәктәптә уҡый, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Әммә бар яҡты хыялдарҙы һуғыш ғәрәсәте селпәрәмә килтерә. Үҫмер колхозда төрлө эштә эшләй. Тырыш егет һынатмай, тырышып хеҙмәт итә. Йәшлегенә ҡарамаҫтан, һуғышҡа ашҡына. Теләге—бар ауылды илатҡан, “ҡара ҡағыҙ” алып һығылып төшкән апай-еңгәйҙәр өсөн фашистан үс алыу була.


    1943 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғышҡа ашҡынған егеткә тәүҙә снайперҙар мәктәбендә уҡырға тура килә. Артабан Йыһанур Әхмәт улы Беренсе, Икенсе Прибалтика, Ленинград фронтында немец илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ һуғыша. Ул артиллерист булып 907-се артполкта хеҙмәт итә. Үлем янында ғына йөрөһә лә, илде фашистарҙан тиҙерәк азат итеү теләге менән янғанға ҡурҡыуҙы белмәй. Шуға күрә лә йәш һалдат “Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
    “Еңеүҙе Кеннигсберг ҡалаһында ҡаршыланым. Беҙҙең йөрәктәге шатлыҡты, күңел ашҡыныуҙарын һүҙ менән һөйләп килештерерлек түгел. Нисәмә йылдар буйы халҡыңды ыҙалатҡан, уны ас-яланғас ҡалдырған, иптәштәремде йәшләй гүр эйәһе иткән дошманды еңеү донъялағы иң оло бәхетем булғандыр”, – тип хәтерләй хөрмәтле ветеран.
    Йыһанур Әхмәт улы тыуған яҡтарына 1952 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ғүмер буйы балта оҫтаһы булып эшләп, бихисап кешеләрҙе ҡыуандыра ул. Артабан 17 йыл Ирәндек буйында мал көтә. Исеме Почет таҡтаһынан төшмәй. Батыр яугир тыныс тормошта ла һынатмай, иң яуаплы, талапсан, аҡыллы, алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр булып таныла. Тормош иптәше менән 5 ул, 5 ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, кәрәкле һөнәр эйәләре булып, бик матур, етеш донъя көтә. Ветеран үҙе өлкән улы, килене менән бик татыу, һоҡланғыс ғүмер итә.
    Йыһанур Әхмәт улы намаҙҙарын ҡалдырмай, әҙәм балаһына иман, әҙәп юлдаш булыуын теләй. Ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп бәхетле йәшәгән ветерандың күкрәген бихисап яу һәм хеҙмәт наг-радалары биҙәй. Ул сәйәсәт менән танышып бара, ил, республика киләсәге өсөн яна.
    Хөрмәтле ветеранға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тик бәхет нурҙарына сорналып йәшәүен теләйбеҙ. Ватанын һаҡлаған аҡһаҡалдың: “Илебеҙ башҡа бер ҡасан да һуғыш утын күрмәһен” тигән изге теләге тормошҡа ашһын.
    Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
   
    Берлинды алған герой
    10 апрелдә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, полк командиры, гвардия полковнигы, бихисап наградалар кавалеры, данлыҡлы яҡташыбыҙ Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәровтың тыуыуына 100 йыл тулды. Берлинды штурмлауҙа хәл иткес роль уйнаған һәм Гитлерҙың империя канцелярияһын алған башҡорт командирының хәрби юлы һоҡланғыс һәм ул беҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Башҡорт полководецының батырлыҡтары тураһында күп яҙылһа ла, тормош юлы тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән. Быны түбәндәге бер факт та дәлилләй.
    Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын билдәләүгә һанаулы көндәр ҡалғас, И.Ғүмәровтың хәрби юлына бәйле яңы мәғлүмәттәр асыҡланды. Яҡта-шыбыҙ, бөгөн Өфөлә йәшәүсе журналист-эҙәрмән Рима Нурый ҡыҙы Буранбаева оҙаҡ йылдар алып барған тикшереү-эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһен-дә Исхаҡ Иҙрис улының һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, оҫта етәкселек иткәне өсөн бер түгел, өс (!) Ленин орденына лайыҡ булғанлығын иҫбатлай. Архивта быны раҫлаусы тейешле документтар ҙа табыла.


    Исхаҡ Ғүмәров был юғары наградаға иң тәүҙә 1942 йылда, аҙаҡ 1945 йылдың 21 ғинуарында һәм 18 майында тәҡдим ителә. Наградаға тәҡ-дим ителгән документтарҙа яҡташыбыҙ оҫта командир, ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман яугир булараҡ билдәләнә.
    Шуныһы ла мәғлүм: Берлинды алғандан һуң Исхаҡ Иҙрис улы илдең иң юғары наградаһына – Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Әммә ни сәбәптәндер Ғүмәровҡа был исем дә, өс Ленин ордены ла бирелмәй ҡала. Үкенесле, әлбиттә... Ә бит Гитлерҙың империя кан-целярияһын башҡа бер милләт вәкиле лә түгел, ә тап башҡорт егете, Баймаҡ ҡаһарманы Исхаҡ Ғүмәров ҡына ала! Нәҡ уның батырлығы, оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә Берлинда Бөйөк Еңеүҙең тәүге байрағы ҡаҙала.
    Белеүебеҙсә, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү буйынса акция киң йәйелдерелгәйне. Ә бит Исхаҡ Ғүмәров үҙенең хәрби батырлыҡтары менән унан бер ҙә ҡайтыш түгел, ул да ошондай баһаға күптән лайыҡ. Тимәк, Исхаҡ Иҙрис улының хәрби юлын һәм ҡаҙаныштарын төптәнерәк өйрәнеп, уға бирелгән наградаларҙы юллап алыу буйынса эш башларға күптән ваҡыт. Был изге эшкә власть органдары, республика йәмәғәтселеге, баймаҡтар әүҙем ҡушылыр, тип өмөтләнәйек. Сөнки Исхаҡ Ғүмәров – Баймаҡ ҡына түгел, ә бөтә Рәсәй Геройы!
    Азамат МӨХӘМӘТШИН.
   
    Ҡартатайҙар ейәндәрен һөйһөн
    Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә 67 йыл үтһә лә, һаман да үҙәктәрҙе өҙә. Минең улдарым ҡартатай наҙынан, аҡыллы һүҙҙәренән, кәңәштәренән мәхрүм булды, ҡартатайһыҙ үҫтеләр. Сөнки уларҙың ҡартаталарын ҡәһәрле һуғыш урланы.
    Ҡайным – иптәшемдең атаһы Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улы Юнысбаев – 1924 йылда Баймаҡ районы Шәмсел ауылында донъяға килә. Ул бик иртә етем ҡала һәм хеҙмәт юлын 12 йәшендә генә ат көтөүсеһе булып башлай. 1942 йылда 18 йәшлек кенә егет үҙ теләге менән фронтҡа китә. Һуғыш яланында 1943 йылда ул Коммунистар партияһы сафына инә. Ленинград йүнәлешендә һуғышҡан, Литва, Эстония, Латвияның бик күп ауыл-ҡалаларын немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улы Юнысбаев күп орден-миҙалдар менән наградлана һәм 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
    Һуғыштан һуң ҡайным тыуған ауылында көтөүсе, тракторсы, комбайнсы, агроном булып эшләй, сиҙәм ерҙәрҙе күтәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифала эшләмәһен, Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улы юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ул тырыш хеҙмәте өсөн бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнә, күп тапҡыр депутат итеп һайлана.
    Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улы ҡәйнәм менән 11 бала тәрбиәләгәндәр. Балаларын эшһөйәр, намыҫлы, кешелекле итеп үҫтергәндәр. Хәмиҙә һәм Әхмәтсафа Юнысбаевтарҙың нәҫелен хәҙерге көндә 40 ейәне, 29 ейәнсәре дауам итә.
    Ә минең атайым – Ирғәле Шаһиғәле улы Ҡотлоғәлләмов – 1914 йылда Иҫке Сибай ауылында тыуа. Өс йәштә әсәйҙән, ете йәштә атайҙан етем ҡала. Етемлектең бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татыған атайым, армиянан ҡайтҡас, Ғәле ауылынан Рәхимә Ғилман ҡыҙы Карасоваға (1921 йылғы) өйләнә. Йәш ғаилә башлығы шофер булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Ирғәле Шаһиғәле улы һуғышҡа китә, ул Алыҫ Көнсығышта булған. 1943 йылда Курск дуғаһындағы алышта ҡатнаша. Ҡаты һуғыштарҙа атайымдың аяғы яралана. Госпиталдә бик оҙаҡ ята, аяғын ҡырҡтыра. 1944 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
    Атайым иҫәп-хисапҡа бик шәп була. Һуғыштан һуң Баймаҡта инвалидтарҙы бухгалтерлыҡҡа уҡыталар. Атайым да уҡып, совхозда хисапсы, бухгалтер, аҙаҡ кассир булып эшләй. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та совхозда ҡарауылсы булған. Атайым ул үҫтергән, өй һалған, өйөн уратып ағас үҫтергән. Рәхимә һәм Ирғәле Ҡотлоғәлләмовтар 9 балаға: 5 ул, 4 ҡыҙға ғүмер биргәндәр, намыҫлы, эшлекле, ғәҙел итеп тәрбиәләгәндәр. Атайымдың ғорурлығы булып 13 ейәне, 17 ейәнсәре үҫә.
    Ҡайным Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улы менән атайым Ирғәле Шаһиғәле улы икеһе лә бик иртә, 67 йәшендә генә мәрхүм булды (ауыр тупраҡтары еңел булһын). Әгәр ҡәһәрле һуғыш булмаһа, алған яралары ыҙалатмаһа, бәлки, уларға ла ейәндәрен күрергә насип булыр ине. Минең балаларым ҡартаталарын тик фотоларҙан, хәтирәләрҙән генә беләләр. Бала тәрбиәләүҙә ғаиләлә өлкән быуындың булмауы ныҡ һиҙелә. Ҡартатайлы малайҙарҙың таяныр кешеләре булыуына, йор һүҙле, аҡыллы булып үҫеүенә ҡыуанырға ғына ҡала.
    Ғилминур  ЮНЫСБАЕВА.
    Сәйғәфәр ауылы.

   
    Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп
    Һуғыш малайҙары... Үҫмер генә мәлендә атайҙары, ҡартатайҙары урынына баҫып, көн-төн бил бөккән, әсәһе, апай-һеңлеләрен йыуатҡан, көн һайын ҡулына ҡорал алырға хыялланған йәш егеттәр. Илебеҙҙең аяҙ таңы атыуында уларҙың да өлөшө бик ҙур.
    Әбүзәр Әбүбәкер улы Ишморатов 1927 йылда Һәмән ауылында донъяға килә. Алты класты тамамлағас, туған колхозында эш башлай. Тиҙҙән алһыу таңдар, яҡты хыялдарҙы ҡара һөрөм ҡаплай. Бар илде ҡан илатып Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Әле быуыны нығынып та етмәгән үҫмер Әбүзәргә тиҫтерҙәре менән бер рәттән ауыр эшкә тотонорға, атайҙарының хеҙмәт урынын алырға тура килә. Ауылдың ҡото китә, көн дә һәр ғаиләне яуҙағыларҙың иҫән-һаулығы борсой. Ҡайғылы йөҙлө почтальондарҙы күрмәҫ өсөн һәр кем әллә ниҙәр эшләргә әҙер була. Тик Һәмән ауылына ла ил күргәнде кисерергә тура килә. 


    1944 йылдың ноябрендә Әбүзәр Ишморатов та ил һағына баҫа. Уҡсылар полкына тәғәйенләнгән йәш егет Японияға оҙатыла. Ҡыҙыл Армия фашистарҙы ҡыҫырыҡлай башлауға ҡарамаҫтан, фашистар ҙа һәр метр ер өсөн ныҡ торорға маташа. Немец илбаҫарҙары менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан уҡсылар полкы тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Эйе, илен һаҡлаған һалдаттарҙың һуғыштағы һәр көнө генә түгел, сәғәте, минуты ла батырлыҡ.
    Уҡсылар полкының минометсыһы Әбүзәр Ишморатов та, күкрәген наградалар менән биҙәп, 1951 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ул тыныс тормошта ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә: шофер булып та, башҡа эштәрҙә лә тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ була.
    Тыныслыҡтың ҡәҙерен белгән ир уҙаманы тормош юлдашы Мәҙинә Вәлиулла ҡыҙы менән ун баланы тәрбиәләп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Уларҙың һәр береһе ата-әсәһен ҡыуандырып, матур тормош ҡорған.
    Хөрмәтле ветеран хәҙерге ваҡытта Хөкүмәт биргән сертификатҡа торлаҡ алып, хәләл ефете менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Әлбиттә, тормоштоң ауырлығын күп кисергән оло кешеләрҙең һаулығы ла бик ҡаҡшаған. Шулай ҙа улар балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, хыялдар менән бәхетле йәшәй. Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән үрнәк алырға, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Әбүзәр Ишморатовҡа тағы бик күп Еңеү таңдарын күрергә яҙһын.
    Гүзәл САЛИХОВА.
   
    94 йәштә лә шәп әле ул!
    Быйыл Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына 67 йыл тула. Был көндә һуғыш һәм тыл ветерандары үҙҙәренең ниндәй ауырлыҡтарға дусар булғанын иҫкә аласаҡ, күҙ йәштәренә лә ирек ҡуйыласаҡ. Ул саҡтағы ауырлыҡтар, ҡайғылар онотоламы ни? Яуҙа ирҙәрен, атайҙарын, ағайҙарын юғалтыу юшҡыны бер ҡасан да күңелдән юйылмаясаҡ. Был дәһшәтле осорҙа тырышып эшләгәне өсөн 1946 йылда “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Кәримә Ирғәлина тураһында һүҙем. 


    Кәримә Сәхәулла ҡыҙы Әпек ауылында тыуған. 16 йәше менән барғанда Ғәле ауылы эргәһендә юл эшендә йөрөгәндә ата-әсәһе ситтән килгән егеткә кейәүгә бирә. Йәше тулмағас, ауыл Советы ЗАГС-ҡа ҡуймай. Шулай ҙа йәшәп китәләр. Улдары тыуа. Уға Нуриман тип исем ҡушалар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1943 йылда ирен һуғышҡа алып китәләр.
    1948 йылда Ғәйзулла Ирғәлин яу юлынан ҡайтҡас, Кәримәгә өйләнә, улы Нуриманды матур итеп үҫтерәләр. Ғәйзулла ағай “Сталин” колхозында трактор йөрөтә, илдең емерек урындарын төҙәтеүҙә лә ҡатнаша, ә Кәримә ашнаҡсы булып эшләй. Улы һәм килене вафат булыу сәбәпле, уларға ейәндәре Азатты үҫтерергә тура килә. Тәүҙә Ирғәлиндар Күлйортауҙа йәшәй, аҙаҡ Баймаҡҡа күсеп килә. Азатты 2-се мәктәпкә уҡырға бирәләр. Бында малай Рауил Хәсәновтан ҡурайҙа уйнарға өйрәнә һәм был һөнәре ғүмерлек юлдашына әүерелә. 8-се класты тамамлағас, Өфөгә уҡырға ебәрәләр. Кәримә ейәнен уҡытып кеше итер өсөн тоҡлап йөн иләй. Ғәйзулла Ирғәлин 1990 йылда 83 йәшендә вафат булды. 42 йыл бергә ғүмер итеп ҡалдылар. Азат ғаиләһе менән ҡайтҡанда бергәләшеп ҡәберен тәрбиәләп торалар.
    Әлеге ваҡытта Азат Биксурин Өфөлә йәшәй, ғаиләһендә ике ҡыҙы үҫә. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы хаҡында гәзиттәрҙә яҙҙылар. Азат концерт менән Баймаҡҡа ла ҡайтып сығыш яһай. Өләсәһенең хәлен белеп тора, ейәнсәрҙәре лә уны бик ярата. Кәримә уларҙы ла ҡарашты, үҫтереште. Белем алырға насип булмаһа ла, аят-сүрәләр уҡый белә, йыш ҡына өйөнән аяттар уҡырға алып китәләр.
    Кәримә Ирғәлинаға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, ейәндәр ҡыуанысы теләйем.
    Гөлкәй ЯҠУПОВА.
    Баймаҡ ҡалаһы.

   
    БАШҠА ҺУҒЫШ ҒӘРӘСӘТЕН КҮРЕРГӘ ЯҘМАҺЫН!
        Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын билдәләү көнө яҡынлашҡанда минең ҡулыма ауылдашым Йәнтүрин Сәлих олатайҙың көндәлектәре килеп эләкте.
    Уларҙы бер алып, бер һалып, ветерандың күргән-кисергәндәрен бер епкә теҙергә, күҙ алдына килтерергә тырыштым. 17 йәшлек үҫмер егеттең кисерештәрен һеҙгә лә еткерергә булдым, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
        1926 йылда Билал ауылында тыуған Сәлих олатайға башҡалар кеүек ата-әсә наҙы татып, иркәләнеп үҫергә насип булмай. Ашарға ашы, кейергә кейеме булмаған ғаиләлә ике малай тәрбиәләнә. Ата-әсәләре оло булғанға күрә, башҡа ғаиләләр кеүек мал-тыуар ҙа аҫрай алмайҙар.
    Туғыҙ йәшендә Билал ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара, 1942 йылда тамамлай. Ас-яланғас булһа ла, бик яҡшы уҡый, бигерәк тә уға теүәл фәндәр еңел бирелә. Артабан Темәс педагогия техникумына уҡырға инә, ләкин уҡыуын тамамлай алмай, уны 17 йәше тулған көндә армия сафына алалар. Алты ай пехота часында учебкала булғас, уларҙы авиация полкына ебәрәләр. Моғайын, иң ҡурҡыныс һуғыштарҙың береһе – һауа һуғышылыр. Сәлих олатай быны бик яҡшы аңлай. Ул бомбардировщикта һауа уҡсыһы сифатында хеҙмәт итә башлай.
    Һуғыштың ҡот осҡос нәмә икәнен уны үҙ күҙе менән күргән кеше генә беләлер. Был турала бына нимәләр яҙа ветеран. 


    Был хәл 1945 йылда була. Ике самолет хәрби задание үтәргә һауаға күтәрелә. Самолеттың береһендә Сәлих олатай ҙа була. Улар дошман тылына үтеп, кәрәкле объекттарҙы фотоға төшөрөргә тейеш була. Ләкин көтмәгәндә дошман самолеттары килеп сыға һәм һөжүм итә башлай. Уларҙың самолеты ныҡ ҡына зыян күрә. Ҡанаттары теткеләнгән самолетты көскә аэродромға алып ҡайтып еткерәләр. Бәхеткә күрә летчик та, Сәлих олатай ҙа тере ҡала.
    Бер аҙҙан уны 15570-се хәрби часта ҡоралландырыу буйынса мастер итеп ҡуялар. Ул механик ярҙамсыһы булып йөрөй. Сәлих олатай шул көндәр тураһында бына нимәләр яҙа: «Дивизияла 120, полкта 60-лап самолет булыр. Шул самолеттарҙы беҙ хеҙмәтләндерәбеҙ. Пехотаның ярҙамсылары – штурмовиктар. Төнөн яңынан-яңы аэродромға күсәбеҙ. Көндөҙ, ҡараңғы төшкәнсе, самолеттарға бомба тейәйбеҙ, ҡайһы берҙә төндә лә эшләргә тура килә. Иртә менән самолет моторҙары тауышы ишетелә башлай. Улар хәрби осоуҙарға әҙерләнә. Бомбардировщиктар һауаға күтәрелеү менән истребителдәр әҙер тора: улар бомбардировщиктарҙы һаҡлап бара. Ҡайһы саҡта һауала көслө һуғыш башлана. Шул ваҡытта баяғы истребителдәр яуға инә лә инде. Ә бомбардировщиктар ҡайһы берҙә бомбаларҙы тейешле урынға ташлай алмай, кире аэродромға ҡайта. Улар бомба менән ҡайтырға тейеш түгел: ҡайҙа булһа ла ташлап китергә тейеш, сөнки самолеттың үҙенең шартлап ҡуйыуы бар. Шундай аяныслы бер хәл булды: беҙҙең самолет заданиены үтәп бөтә алмай, сөнки дошман самолеттары һөжүм итә. Самолет яна башлай. Уның янып барғанын күреп бөтәбеҙ ҙә нимә эшләргә белмәй түҙемһеҙләнеп торабыҙ. Беҙ уға ярҙамға ташланырға әҙербеҙ. Самолет аэродромға табан килә. Бына ул ултырҙы. Летчик менән уҡсының кабинанан сығып килеүен күрәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә шатланып: «Әһә, имен-һауҙар!» тип ҡысҡырып ебәрҙек. Ләкин… көслө шартлау! Күҙ асып йомғансы самолет та, иптәштәребеҙ ҙә күккә осто. Баҡтиһәң, был самолеттың бер бомбаһы ҡалған булған, шуға ла шартлаған икән. Бындай хәлдәр бик күп булды инде. Хоҙай ундай көндәрҙе ҡабат күрһәтмәһен! Балаларыбыҙ имен булһын.
    Ошондай бер хәл дә иҫемдә: һуғыш бөткән көндөң иртәгәһе – 10 май ине. Пушкаларҙы самолеттарҙан алып, таҙартып торған ваҡытта күр-шеләге иптәштәрҙең пушкалары һүтеп-йыйыу эше башланыу менән атылып китте, минең алда торған бер иптәшемде үлтерә атып ҡуйҙы. Көбәктә бер снаряд ҡалғанлығы асыҡланды. Һуғыш ғәрәсәтенән имен-һау сыҡҡан йән дуҫым, шулай һуғыш бөтөп ҡыуанып йөрөгәндә әрәм булды. Бөгөн булһа йән әсей».
    Ер менән күк араһында бер туҡтауһыҙ орудиелар шартлаған, снарядтар ярылып торған ерҙәрҙе аша осоп сығып, дошман нығытмаларын, уның көстәрен тар-мар итеүҙә Сәлих олатайҙарҙың часы ҡатнашлығында дошманға һөжүм итеү көндән-көн йышая.
    Һуғыш ветераны Сәлих Йәнтүринға Еңеү көнө килеп еткәнгә тиклем 32 тапҡыр һуғышҡа инеп сығырға тура килә. Һуғыш осоронда уның иң ғәзиз кешеләре – ата-әсә-һенең вафат булып ҡалыуҙары тураһындағы хәбәрҙе бик ауыр кисерә. Донъяла үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән кеше итеп хис итә. «Һуғыш тамамланды!», «Еңеү!» тигән һүҙҙәр уны үҙен ҡулға алырға, яҡты өмөттәр менән йәшәргә көс бирә.
    Һуғышты уларҙың часы Балтик буйы илдәрен дошмандан азат итеп, Кеннигсбергта тамамлай. 1945 йылдың 9 майынан һуң күптәрҙе демобилизациялап тыуған яҡтарына ҡайтаралар, ә Сәлих олатай ул исемлеккә инмәй әле. Улар һуғыш осоронда ҡатнашҡан 500 ИЛ-2 самолетын иҫәптән сығарып, Дербент ҡалаһы эргәһендә Каспий диңгеҙе буйында яндыра. Шунан һуң яңы сығарылған ИЛ-10 исемле самолеттарҙы ҡабул итеп алалар. Ләкин уларға был самолетта осорға насип булмай, егеттәрҙе икенсе һөнәргә өйрәтә башлайҙар. Сәлих олатайға механик һөнәрен үҙләштереү еңел бирелә, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ икенсе эш башлай.
    Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, алсаҡ башҡорт егетен командирҙар һәр саҡ өлгө итеп ҡуя, иптәштәре лә ихтирам итә.
    «Мин үҙемдең Башҡортостандан, башҡорт милләтенән булыуым менән һәр саҡ ғорурланып йәшәнем. Сөнки башҡорттарҙы һәр ваҡыт яҡшы һуғышсы, өлгөлө һалдат тип беләләр ине», – тигән юлдарҙы уның көндәлегендә йыш осратырға мөмкин.
    Сәлих олатай тыуған ауылына 1951 йылда ғына ҡайта һәм 7 йыл элек башлаған уҡыуын дауам итеү маҡсатынан Темәс педучилищеһының 2-се курсына уҡырға килә. 4-се курсты тамамлар алдынан педучилище Белорет ҡалаһына күсерелә, шунлыҡтан уҡыуын тамамлай алмай, яратҡан эшендә эшләргә насип булмай. Артабан Сәлих олатай Өфөгә барып өс ай дауамында элемтәселәр курсында уҡып ҡайта. Ошо һөнәрҙе үҙләштергәс, Билал почта бүлексәһендә элемтә бүлеге начальнигы булып хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫ менән эшләй. Улар тормош иптәше Нәфисә инәй менән 10 бала тәрбиәләп үҫтерә.
    Көндәлек 1989 йылға тиклем яҙылып, «Бөгөнгө матур тыныс көндәрҙә йәшәүҙең ҡәҙерен беләйек. Бөгөн, 15 февраль, Данил улым Аф-ғанда хеҙмәт итеп (бер йыл) унан сыҡты. Улыма ла һуғыш ғәрәсәтен күрергә яҙған икән. Башҡа бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын!» – тигән һүҙҙәр менән тамамланған.
    Мин бөгөн мәрхүм һуғыш ветеранының көндәлектәрен уҡып, ошо урында нөктә ҡуям. Тыныс йоҡла, ветеран! Беҙ, йәш быуын, һеҙ яулаған тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән алдығыҙҙа мәңге бурыслы!
    Райхана БУЛАТОВА.
    Билал ауылы.

   
    Батыр яугир
    Темәс ауылында йәшәгән Тәлғәт Шәрип улы Ниғмәтуллинды белмә-гән кеше һирәктер. Күкрәген “Батырлыҡ өсөн”, “Японияны еңгән өсөн”, II дәрәжәләге Ватан ордены биҙәгән ветеран Бөйөк Ватан һуғышына 1944 йылда оҙатыла. Ул Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә.
    “Яныңда ғына снарядтар ярылыуына, бомбалар шартлауына ла, аслы-туҡлы йөрөүгә лә, һалҡын, еүеш окопҡа ла һалдат тиҙ күнегә. Тик яңы ғына һинең менән әңгәмә ҡороп, тыныс тормош тураһында хыялланған иптәштәреңде юғалтыуы – иң ҡыйыны. Сөнки йәш ғүмерҙең өҙөлөүен кисереүе ауыр. Шулай ҙа Ватан өсөн көрәш, илеңде ирекле итеү өсөн йәнең-тәнеңде аямау – иң изге бурыс. Элек-электән беҙҙең ата-бабалар тыуған төйәгенә дошмандарҙы индермәгән бит”, – ти Тәлғәт Шәрип улы.


    Батыр яугир тыуған яҡтарына 1950 йылда әйләнеп ҡайта. Тәүҙә ул Күгәрсен районында колхозда тырышып эшләй. Артабан Темәс ауылына йәшәргә күсә. Бында тынғыһыҙ ветеран леспромхозға шофер булып эшкә урынлаша. Тәлғәт Шәрип улы был хеҙмәтендә лә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Һәр саҡ машинаһын төҙөк йөрөткән, бар эшен ваҡытында башҡарған ветеран хеҙмәт наградаларына, Почет грамоталарына лайыҡ була.
    Тыныс тормоштоң, ғүмеренең һәр секундының ҡәҙерен белеп йәшәгән Тәлғәт Шәрип улы йәш быуынға ғына түгел, ә киләсәккә лә үрнәк ул. Уның тиңһеҙ батыр тормош юлы бер ҡасан да онотолмаҫ.
    Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
   
    «Их, һағындыра шул ағайҙарым!..»
    Бына һуғыш тамамланыуға 67 йыл да тулды. Ә миңә ул кисәгеләй һымаҡ булып тойола. Ауыр һуғыш яландарынан ҡайта алмаған, күпме яралар алып тыуған төйәгенә ҡайтып та, һалдат гимнастеркаларын сисмәйенсә, колхоз-совхоз яландарына эшкә сығып, арымай-талмай хеҙмәт итеп вафат булған һуғыш ветерандарына шиғри шәлкемдәремде бағышлайым. Шулай уҡ ветеран ағайҙарым – Мәхмүтйән Ғәлин, Ибраһим, Нурислам һәм Шәрифйән Бейешевтар, Мөхәмәтғәле Ишмөхәмәтовтарға ла арнала ул.
    Яҙҙар еткән һайын түҙалмайым,
    Ҡоштар ҡайтҡан һайын талпынам.
    Яуға киткән юлығыҙға ҡарап
    Мин, ағайҙарым, һеҙҙе һағынам.
    Оноталмайым һаман беҙ, балалар,
    Ҡоштаҡ тауына хәтлем оҙатып барғанды,
    Оноталмайым һеҙҙе оҙатып та
    Илай-илай ҡайтып барғанды.
    Нисә йылдар үтте,
    Күпме һыуҙар аҡты
    Ул ғәрәсәт ҡупҡан ваҡытҡа.
    Күптәрегеҙ ҡайталманығыҙ,
    Ҡайтҡаны ла инде ләхеттә.
    Онотолмай ағайҙарым,
    Ятһалар ҙа инде ләхеттә.
    Һеҙһеҙ ҡыйын беҙгә, юҡһынабыҙ,
    Рәхәт йәшәһәк тә бәхеттә.
    1942 – 1943 йылдар. Ул ваҡытта беҙ 11 – 12 йәшлек кенә малайҙар инек. Яҙғы һыуҙар ташҡан мәлдә 18 йәшлек кенә ағайҙар беҙҙең өй эргәһенә сборға йыйылды. Унда улар:
    Ҡыҙҙар тауы, Ҡыҙҙар тауы,
    Ҡыҙҙар тауы аҡланда.
    Инде ни хәлдәр итәйем
    Ҡар һыуҙары аҡҡанда, – тип йырлашып китте. Апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр менән Ҡаштаҡ тауына тиклем илай-илай оҙатып барғаныбыҙ һаман да хәтерҙә. Һуғыш яланынан килгән хаттарҙы уҡып, илашып ултыра торғайныҡ.
    Ғүмәр ХАРРАСОВ.
    Ҡарамалы ауылы.