11 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Музейҙа — күргәҙмәләр
Ҡаланың “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейында Н.Иҙелбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы һәм Р.Өмөтбаевтың тыуған көнөнә арналған күргәҙмәләр үтә. Унда билдәле шәхестәрҙең тормош юлы һәм әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин.
 
Әбйәлилдәр концерт ҡуя
13 апрелдә киске сәғәт 6-ла халыҡ ижады үҙәгендә ут күршеләребеҙ – Әбйәлил районының үҙешмәкәр ижади коллективтары ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Концертта республика «Байыҡ» телевизион конкурсында Гран-при яулаған «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, район мәҙәниәт һарайының халыҡ хоры һәм «Миләш» фольклор ансамбле, билдәле йырсылар Садыҡ Шаһбалов, Зөмәрә Хызырова, Вадим Папанин, бейеүселәр Радик Хәлилов, Илдар Сабитов, «Алтынай», «Сулпан» балалар бейеү ансамблдәре һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
 
Йәштәр секторы акция уҙғара
Ошо көндәрҙә “Йәш ғаилә-2012” акцияһы старт алды. Уны район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы үткәрә. Конкурста ҡатнашыусылар “Минең ғаиләм—минең байлығым” темаһы аҫтында сығыш яһаясаҡ. Ярыш тәүҙә ауылдарҙа үтәсәк, унан еңеүселәр 15 майҙа ҡалала көс һынашасаҡ.
 
Эх, һеҙ, матур ҡыҙҙар!..
Бетерә мәктәбендә “Иң матур ҡыҙҙар” конкурсы үткән. Таһир Мәмбәтов хәбәр итеүенсә, был бәйгелә йыл һайын мәктәптең иң сағыу, матур ҡыҙҙары көс һынаша. “Иң матур ҡыҙ” титулына Яҙгөл Рыҫҡолова лайыҡ булһа, Илнара Заманова, Нәркәс Назарғолова, Айгөл Бирғәлина, Аида Осипова,  Зинира Аслаева төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылған.
 
Күңелле йәшәйҙәр
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов кубогына “Ялан” зонаһы ауылдарының ярышы үткән. Унда Йылайыр, Ишмөхәмәт, Татлыбай, Иҫке Сибай, Моҡас, Күсей биләмәләре ҡатнашҡан. Шулай уҡ “Мираҫ” район смотр-конкурсында беренсе урынды яулаған күсейҙәр район буйынса концерт ҡуя башлаған.
 
Айгөл Әбдрахманова, БДУСИ студенты.            
 
Икенсе Этҡолда — концерт
Икенсе Этҡолда “Темәс” төркөмө егеттәре әҙерләгән концерт үткән. Егеттәрҙең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре халыҡтың күңелен яулаған. Ауыл халҡы күңелле тамаша бүләк иткән  “Темәс” төркөмөнә ысын күңелдән оло рәхмәтен белдерә.
 
Гөлфирә Байтурина.

Иғтибар: «тура бәйләнеш»
Йәш ғаиләләргә һәм белгестәргә ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтлә?
Хәҙерге көндә йәштәр өсөн ниндәй социаль программалар әүҙем эшләй?
Социаль программаларҙа кемдәр ҡатнаша ала?
Торлаҡ төҙөү (һатып алыу) өсөн субсидиялар һәм льготалы заемдарҙы нисек алырға?
Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенең баш белгесе Фәйзуллин Рөстәм Фәрит улы һәм “Архитектура” муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Конюхова Нина Григорьевна яуап бирәсәк.
Һорауҙар менән йома, 13 апрелдә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 2-20-11 телефонына шылтырата алаһығыҙ.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Ауыл хужалығы ҡулланыусылар
кооперативы ойошторола

Уҙған аҙнала Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда 2011 – 2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында  “Ҡулланыусылар кооперацияһының әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу” темаһына арналған төбәк кәңәшмәһе үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов алып барҙы. Сарала Баймаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге делегация ла булды.

Уңғандар беҙҙең арала

Эше менән һөйөндөрә

“Россельхозбанк” ААЙ-һының Баймаҡ филиалы асылыуға ла байтаҡ ваҡыт үтте. Филиал төрлө банк хеҙмәттәре күрһәтеүҙән тыш, ауыл хужалығы предприятиеларын, ауылдар халҡының шәхси хужалығын үҫтереү йүнәлешендә айырым эш алып бара. Ниндәй генә ойошманы алып ҡарама, уның һәр бүлегенең үҙ законы, эш принциптары һәм схемалары була. Ойошма уңышлы эшләһен өсөн бөтә бүлектәрҙең дә берҙәм көс түгеүе талап ителә.

Мәҫәлән, “Россельхозбанк”тың кредит бүлегенән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Әлеге көндә иң файҙалы кредиторҙарҙың береһе булараҡ, банктың заемсыларға юғары талаптар ҡуйыуы аңлашыла ла. Был үҙ сиратында кредит бүлеге эшендә лә сағылыш таба.
Бүлектең әйҙәүсе иҡтисадсыһы Хазина Ғәбитова бында 2005 йылдан бирле эшләй. Шул дәүер эсендә ул үҙен эшенең бар нескәлектәрен белгән һәм бурыстарын теүәл үтәгән, клиенттар менән яҡшы мөнәсәбәт булдырған белгес итеп танытҡан. Бүлеккә мөрәжәғәт итеүселәрҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алыуы, һәр кемгә тейешле иғтибар биреп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап биреүе, ихласлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Коллегалары араһында ла лайыҡлы абруй менән файҙалана. Хазина Булат ҡыҙы ғаиләһенән дә уңған: ире Азат менән гөлдәй ике ҡыҙ үҫтерәләр. Үҙ эшен яратып башҡарған тырыш хеҙмәткәр быйыл “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән исемгә лайыҡ булды. Уға артабан да хеҙмәтенән кинәнес табып, башҡаларҙы ла һөйөндөрөп эшләүен, яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйһе генә ҡала.
 
С. Кейекбирҙина.
Л. Такаева фотоһы.

Сәсеүгә әҙерһеңме?

Таналыҡтар һынатмаҫ

Күптән түгел “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә хужалыҡтарҙың яҙғы баҫыу эштәренә яҡшы әҙерлек алып барыуы билдәләнде. Таналыҡтарҙың орлоҡ һалынған келәттәрен һәм машина-трактор ихатаһындағы ремонт барышын ҡарағандан һуң, район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров ошондай һығымта яһаны: “Күреүебеҙсә, “Таналыҡ” АХК-һы яңы миҙгелгә  ныҡлы әҙерләнә. Техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау ойошҡанлы бара. Бөтә цехтар ҙа эшләп тора, ваҡытында запчастар алына. Ғөмүмән, хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәрен үҙ көсө менән атҡарып сығыр, тигән ышаныс бар”.

Сер түгел, ҡасандыр райондың агросәнәғәт комплексында лайыҡлы урын биләгән, атаҡлы хеҙмәт алдынғылары менән дан тотҡан хужалыҡ һуңғы тиҫтә йылда күп кенә позицияларын юғалтты. Быға, әлбиттә, ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре, етәкселәрҙең йыш алмашыныуы ла кире йоғонто яһамай ҡалманы. Техника, ауыл хужалығы машиналары паркы ла ныҡ туҙҙы. Теүәл бер йыл элек кооперативҡа яңы етәксе – М.Ш. Абҙаҡов тәғәйенләнде.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!

21 – 27 апрелдә иммунизация буйынса Европа аҙналығы үтә
Хәҙерге заман шарттарында инфекция сирҙәре ауырыуҙарҙың төп сәбәбе булып тора һәм Ер шарында киң таралыуы менән билдәле. Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә генә ҡырҡҡа яҡын яңы вирус сире табылған. Билдәле булыуынса, сәсәк, ваба, тағун, полиомиелит, менингит кеүек ауырыуҙар үткән быуатта уҡ кешеләрҙе был яҡты донъяларҙан алып киткән һәм кешелектең сәләмәтлегенә, иҡтисади үҫешенә төҙәткеһеҙ зыян килтергән. Киҙеү, ҡыҙылса, вируслы гепатит, ВИЧ-инфекция һәм башҡа инфекциялар эпидемияһы хәҙерге көндә лә бигерәк тә балаларҙың сәләмәтлеге һәм һаулығы өсөн ҡурҡыныс.


Инфекциялы сирҙәр менән көрәштә әүҙем иммунизация юлы менән генә уңышҡа ирешергә мөмкин. Вакцинацияның маҡсаты – сирҙе иҫкәртеү, әгәр ҙә ул йоҡҡан икән, юҡҡа сығарыу. Сәсәк сирен юҡҡа сығарыу вакцинацияның яҡшы миҫалы булып тора. 1977 йылдың октябренән алып донъяла сәсәк менән ауырыған кеше теркәлмәгән. Был уңыш —  эффектлы иммунизация программаһы менән бөтә донъя масштабында тәрән уйланылған контроль сараларҙы берләштереүҙең һөҙөмтәһе ул. Сәсәкте юҡҡа сығарыу төрлө инфекциялы сирҙе еңеүҙең моделе.

Беҙҙең интервью

Янғындан һаҡланайыҡ

Республикала  1 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелде. Ҡар иреп, ер-һыу кибә башлау менән күптәр тәбиғәт ҡосағына ташланасаҡ. Ләкин урманда ял итеү тәртиптәре менән беҙ танышмы? Янғын сығармаҫ өсөн ниндәй талаптарҙы мотлаҡ күҙәтергә? Ошо һорауҙар менән “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһының урман һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү федераль дәүләт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Хәлит Ғәле улы Вәлишин менән әңгәмәләштек.


– Хәлит Ғәле улы, һеҙҙең коллектив өсөн тынғыһыҙ миҙгел башланды...
– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең өсөн һәр миҙгел яуаплы, йыл әйләнәһенә урман һағына баҫабыҙ. Районда алты участка урмансылығы бар. 158,8 мең гектар урманды һаҡларға 28 кеше йәлеп ителгән. Көндәр йылытыу менән тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәлә. Сөнки янғын хәүефһеҙлеге етди иғтибар талап итә. Тәбиғәт ҡосағында «ҡырағай» ял итеүселәр ҙур зыян килтерә. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһында янғындан меңәр гектар урман юҡҡа сыға. Уҙған йылда Баймаҡ районы биләмәһендә урман янғыны осраҡтары теркәлмәне. Ә 2010 йылда 18 гектарҙа үҫентеләр янғынға дусар булғайны. Төп сәбәп – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе. Районда иң күп янғындар Икенсе Этҡол ауыл биләмәһендә теркәлде. 

Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл

Ҡурайға дан йырлаусы

Ҡурай – ул башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм тормошо. Милләтте һаҡлап ҡалыу, берҙәм булыу һәм баш эймәҫ халыҡ икәнебеҙҙе күрһәтеп тороусы төп символ. Борон ҡурайсылар бөтә йырҙарҙы, уның тарихын һәм риүәйәттәрен белергә һәм шуларҙы уйнар алдынан халыҡҡа еткерә алырға тейеш булған.


Элек ҡурайсылар  халыҡ араһында юғары белемле, мәҙәниәтле кеше булараҡ ихтирам яулаған. Ә бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда, ҡурайсы – ул  композитор, фольклорсы һәм ижад итеүсе шәхес. Тап ҡурайсылар, үҙҙәренең халыҡҡа һөйөүен еткереп, быуындан-быуынға белемдәрен, таланттарын күсерә килеп,  халыҡ йырҙарын, риүәйәт һәм эпостарҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.

Уңғандар беҙҙең арала

Алтын ҡуллы Зәйнулла

Зәйнулла Хәсән улы Салихов 1962 йылдың 2 февралендә Түбәнге Таулыҡай ауылында кинйә бала булып донъяға килә. Дүрт ағайҙан һуң тыуған малай бик зирәк, шуҡ булып үҫә.

Уҡыуға һәләтле, талантҡа бай Зәйнулла белем серҙәрен еңел үҙләштерә. Түбәнге Таулыҡайҙан Үрге Таулыҡайға йөрөп уҡыу уға физик яҡтан үҫеүгә ярҙам итә. Күстәнә тауы итәгендә сана-саңғы шыуыу сәләмәтлек өсөн ҙур ярҙам була. 1977 йылда VII класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 3-сө курста уҡып йөрөгәндә армия сафына алына. Ул Волгоградта өлгөлө хеҙмәт итә. Зәйнулла Хәсән улы артабан уҡыуын дауам итеп ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Өфө районында башлай.
1985-1987 йылдарҙа ул Өфө моторҙар эшләү заводында хеҙмәт итә. Шулай ҙа тыуған төйәк үҙенә тартып, Кәрешкә мәктәбендә хәрби әҙерлек дәрестәре уҡытыусыһы булып эш башлай. Спорт менән дуҫ Зәйнулла Салихов өсөн Баймаҡ – Сибай марафоны кеүек ҙур ярыштарҙа ҡатнашыу бер ни ҙә тормай. Ә инде уның ҡурайҙа һыҙҙырыуы һәр кемде һоҡландыра.
Белемгә ынтылған Зәйнулла Салихов 1993 йылда ситтән тороп тарих факультетын тамамлай. Ул үҙенең ғаиләһе менән бик бәхетле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беренсе Этҡолдан Зифа Сәлимйән ҡыҙына өйләнеп, 4 ҡыҙ, 1 малай үҫтерәләр. Балалары ла иҫ киткес уңған, аҡыллы, белемле, тәртипле булыуҙары менән айырылып тора.
Зәйнулла Хәсән улының шәхси оҫтаханаһы ла бар. Унда ул өҫтәл, гардиндар һ.б. кәрәкле әйберҙәр эшләй. Халыҡ йомошон ихлас үтәүе менән үҙенең ниндәй кешелекле икәнен дәлилләй ул. Берәү ҙә ергә мәңгелеккә килмәй, улар өсөн Зәйнулла Хәсән улы ташҡа яҙыуы менән изге эш башҡара.    
Ата-әсәһе нигеҙен һыуытмай, ауылда гөрләтеп донъя көтөүе менән башҡаларға үрнәк булған Салиховтарға артабан да тик уңыштар юлдаш булыуын, аҡ бәхеттәр теләйем.

Венера БИЛАЛОВА-КИЛДЕБАЕВА.
Таулыҡай ауылы.

Яңы китап сыҡты

“Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!”
Ю.Мәҡсүтовтың китабы шулай тип атала
 

Күптән түгел “Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе,  Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союздары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 50 йыл тулыу уңайынан район типографияһында “Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!” тип аталған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Үҙәк район китапханаһы инициативаһы менән баҫылған йыйынтыҡҡа Юлай Хөрмәт улының ғүмеренең һуңғы йылдарында Баймаҡ районынан яҙылған юлъяҙмалары – “Йәшлек” гәзитендә баҫылған үткер телле, халыҡсан рухлы мәҡәләләре, шулай уҡ уның хаҡында иҫтәлектәр тупланған.
12 апрелдә сәғәт 11-ҙә үҙәк район китапханаһында китаптың исем туйы үтәсәк.

Айгөл Иҙелбаева.

Киләсәк йәштәр ҡулында

Күңел нурын өләшәйек

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙы ҡыуандырып районыбыҙҙа һәм ҡалабыҙҙа бик һәләтле, матур йәш быуын үҫеп килә, егәрле, татыу, һөйкөмлө ғаиләләр ҡорола. Балаларҙың, йәштәрҙең илдә, республика һәм төрлө төбәк спорт, мәҙәни, ижади ярыштарҙа еңеүе, төрлө өлкәлә мәртәбәле конкурстарҙа урын яулауы, фән өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы шуны дәлилләй.