18 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар


Депутат ҡабул итә
20 мартта көндөҙгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә муниципаль район Советына 13-сө һайлау округынан депутат Сәйғәфәрова Динара Юрис ҡыҙы граждандарҙы ҡабул итә.

Олпат юбилей айҡанлы
24 мартта сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә элекке партия хеҙмәткәре, Ленин ордены кавалеры, билдәле ғалим, фәнни хеҙмәттәр авторы, профессор В.С. Мәҡсүтовтың 80 йәшлек юбилейына арналған ҙур сара уҙасаҡ. 

Контракт буйынса хеҙмәт
БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлеге Тажик Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан хәрби частарҙа контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәт итеү өсөн яҡшы физик әҙерлекле һәм психик яҡтан тотороҡло кандидаттар араһында һайлау үткәрә. Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса 2012 йылдың 30 мартына тиклем хәрби комиссариаттың 16-сы бүлмәһенә йәки 3-16-30 телефоны аша мөрәжәғәт итергә була.
“Флера дуҫтарын йыя”
Киләһе дүшәмбелә район китапханаһында 15 сәғәттә яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор, шағирә һәм рәссам Флера Шәрипованың ижад кисәһе үтәсәк. 
C. КЕЙЕКБИРҘИНА.

Турнир көтә!  
Республикала иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнап, балалар ижады үҙәгенең шахмат клубында 24 мартта “Атай, әсәй һәм мин – шахмат ғаиләһе” исемле район турниры уҙғарыла. Заявкалар 21 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
А. ИШНАЗАРОВ.

Ҡышты оҙаттыҡ
Әбделкәрим ауылында ҡышты оҙатыу байрамы шаулап-гөрләп үтте. Үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараусылар өсөн төрлө спорт ярыштары ойошторолдо, халыҡ таланттарынан торған матур концерт ҡуйылды. Эҫе сәй табыны артында ҡоймаҡ, бәлештәр менән һыйланыу байрамға үҙе бер йәм өҫтәне. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар ҙа күп булды.
Х. Йәнбирҙин, 
Әбделкәрим ауыл хакимиәте белгесе.

Эстафета дауам итә
Ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы дауам итә. 12 мартта Таулыҡай ауыл биләмәһе Ишбирҙегә килеп, тантаналы шарттарҙа эстафетаны тапшырҙы. Урындағы “Атайсал” клубы ағзалары һәм “Хәтирә” фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Осрашыуҙа тарих биттәренә байҡау яһалды, хәтирәләр иҫкә алынды. 
19 мартта Ишбирҙе ауыл биләмәһе эстафетаны Түбә ауылына тапшырасаҡ.

Гөлсирә Вәлиева.
Ишбирҙе ауылы.  

Байрамығыҙ ҡотло булһын!


18 март – Сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ 
хеҙмәткәрҙәре көнө


Хөрмәтле сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
 Бөгөн сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе йәшәйешебеҙҙең мөһим элементы булып тора һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнай. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ арҡаһында беҙҙең йорттарыбыҙға йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм һыу бер өҙлөкһөҙ килеп тора, инженер селтәрҙәре ышаныслы эшләй, урамдар, ихаталар, скверҙар төҙөкләнә, ҡулланыусылар баҙары үҫешә һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе камиллаша.
Эшегеҙҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтлелеген баһалап бөтөрлөк түгел. Ул ҙур яуаплылыҡ, фиҙаҡәрлек, сыҙамлылыҡ, төрлө кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү кеүек сифаттар талап итә, сөнки һеҙ күрһәткән хеҙмәттәр гел генә йәмәғәтселек иғтибары үҙәгендә булараҡ кешеләрҙең кәйефенә һәм тормош сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ, көс-дәртегеҙ, үҙ эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыуға арналған еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, бәхет һәм именлек, күрһәтелгән хеҙмәттәрегеҙҙең сифатлы булыуын теләйем!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.




Тырыш хеҙмәте, уңғанлығы менән коллективта абруй яулаған Радмир Егетбай улы Моталлапов “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһында 2009 йылдан эшләй. Оҙаҡ йылдар Баймаҡ АТП-һында водитель булғандан һуң БРСУ-ға күсә. Техниканы яратҡанға ла ул һәр саҡ “тимер ат”ын төҙөк тоторға тырыша, ҡушылған эштәрҙе ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Тырыш хеҙмәте менән ул ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2011 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Радмир Моталлапов өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше менән ике балаға ғүмер бүләк итеп, матур донъя көтәләр.

Л.Такаева. 
Автор фотоһы.

Рәсми бүлек


Ҡала Советы ултырышы үтә

2012 йылдың 19 мартында 14 сәғәттә 1-се мәктәптең актовый залында Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советының ойоштороу ултырышы үткәрелә. 
Ултырышҡа ҡала биләмәһе Советы депутаттары, ҡаланан һайланған район Советы депутаттары, предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең участка хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре саҡырыла.

Йылдың ҡоро килеүе көтөлә

Быйыл яҙғыһын Башҡортостанда ҙур ташҡын көтөлмәй, тип фаразлай синоптиктар. 10 мартҡа ҡарата ҡарҙағы һыу запасы бынан алдағы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙең 50 процентынан да түбәнерәк. Шул уҡ ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы һәм тупраҡтың туңыу тәрәнлеге норманан күпкә юғары, хатта 100 сантиметрға барып етә. “Өҫтән” ирей башлаһа, йылғалар ярҙарынан сығыуы ихтимал, тик ҙур ташҡын булмаясаҡ. Был хаҡта республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы ултырышында Башҡортостан гидрометеорология үҙәге етәксеһе Юрий Феропонтов һөйләне. 

Кәңәшмәләр


Файҙалы һөйләшеү

15 мартта халыҡ ижады үҙәгендә райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси предприятие етәкселәре, үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн «Асыҡ ишектәр» көнө уҙҙы. «Баймаҡ» мәғлүмәт-консультация үҙәге ойошторған был сара «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә үтте һәм үҙенең конструктив йүнәлешле булыуы менән айырылып торҙо. Ҡатнашыусылар унда үҙҙәрен борсоған күп һорауҙарға төплө яуап алды.
Тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығының  ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров сығыш яһаны. Ул үҙенең телмәрендә тармаҡтың торошона байҡау яһап, ауыл хужалығы предприятиеларындағы эштәр менән таныштырҙы. 
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш юрисы Н.А. Филина  крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының һалым органында теркәлеү, юридик бурыстар һәм муниципаль район милкендә булған ауыл хужалығына тәғәйенле ерҙәрҙе ҡуртымға биреү шарттары менән таныштырҙы.        

Ултырыштар


Көн ҡаҙағында – хәүефһеҙ хеҙмәт

Хеҙмәтте нисек хәүефһеҙ итергә, зыянлы һәм хәүефле факторҙарҙы нисек кәметергә, нисек производствола бәхетһеҙ осраҡтар булдырмаҫҡа, профессиональ ауырыуҙарға юл ҡуймаҫҡа? Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм контролдә тотоу маҡсатында муниципаль район хакимиәте ҡарамағында хеҙмәтте һаҡлау буйынса комиссия эшләй. Уның муниципаль район хакимиәтендә уҙған сираттағы ултырышында был юлы ла көнүҙәк һорауҙар күтәрелде.

18 март – сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө


Заман менән йәнәшә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә күп мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Торлаҡ йорттарҙа яҡты, йылы, таҙа һәм бар уңайлыҡтар булыуы әллә күпме ойошманың, уларҙа эшләгән бихисап хеҙмәткәрҙең көндәлек эшенән  тора. 

Әлеге ваҡытта ил буйынса коммуналь-торлаҡ өлкәһендә реформалар дауам итә. Идарасы компаниялар барлыҡҡа килә, йорт комитеттары, советтары төҙөлә, ғөмүмән, был өлкәләге закондарға бер туҡтауһыҙ тиерлек үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индерелә, яңылары ҡабул ителә... Заман менән бергә атларға ынтылған кешеләргә  уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә еңел түгел. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һ.б. өсөн тарифтар артыуына әсенһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында ыҙалай. Нисек кенә булмаһын, әлегә был өлкәлә булғанды һаҡлап, бәпләп торорға ғына ҡала. 

Юбиляр түрҙе биҙәр


Был ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт

 Һәр төбәктең абруйлы шәхестәре була. Улар үҙҙәренең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ғәҙеллеге менән хөрмәт ҡаҙана.  Ошо көндәрҙә үҙенең етмеш йәшлек юбилейын билдәләүсе Миңлеғәле Хәйбулла улы Йәндәүләтов тап шундай кешеләрҙең береһе. Ихласлығы менән балҡып, әйләнә-тирәләгеләргә яҡты нур бөркөп йәшәгән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. 

Бөтә ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған Миңлеғәле ағай ҙа күптәргә үрнәк. Ул әле лә ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.  Донъя, ил, республикалағы яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһына. Бер көн яңылыҡтар ҡарамаһам – үҙемде доньянан артта ҡалған кеүек хис итәм, ти.

Хөрмәтле коллегабыҙ Йәндәүләтов Миңлеғәле Хәйбулла улын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ул – ауылыбыҙҙың абруйлы ир уҙаманы, үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергән мәғариф алдынғыһы, өлгөлө ғаилә башлығы. Артабан да район, ауыл, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуын теләйбеҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Тормоштан йәм-тәм табып, йәштәргә үрнәк булып, артабан да бәхетле йәшәргә яҙһын!
Ҡаратал мәктәбе коллективы.

Концерттар


Йырҙары менән яҡтылыҡ ҡына һибә

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева күптән түгел ижадының 25 йыллыҡ юбилейын билдәләп, “Был донъяны нисек яратмайһың?..” исемле өр-яңы концерт программаһын Өфө, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ тамашасылары хөкөмөнә сығарһа, иртәгә ул беҙҙе лә һөйөндөрмәксе. Әңгәмә шул хаҡта.

– Резеда апай, ҡыҫҡаса үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле...
– Бөрйән районының мул һыулы, иркен ағышлы Ағиҙел буйында ултырған Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙымын. Бала саҡтан йырсы булырға хыялландым. Районға Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле педагог Рәйсә Әхмәҙиева килеп, йырсылар һайлап алғандан һуң, юллама буйынса мин Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Флүрә Ноғоманова класында йыр серҙәрен өйрәнеү бәхете тейҙе.

Гәзит уҡыусы...


... хәбәр итә

Балалар ижады үҙәгендә өсөнсө йыл рәттән “Йәш музыкант” район конкурсы уҙғарыла. Уҡыусыларҙың музыка ҡоралдарына иғтибарын арттырыу, уйнау оҫталыҡтарын камиллаштырыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған бәйге өс йәш категорияһы буйынса баһаланды. Конкурсанттар араһында башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары ҡумыҙ, мандолина, ҡурай, думбыра менән бер рәттән флейта, баян, гармун, скрипка, гитара, ҡалаҡ менән оҫта уйнаусыларҙың күплеге ҡыуандырҙы. Йомаш мәктәбенән И.Тойғонов “Йыл асышы” тип билдәләнде. Аҡморон мәктәбенең “Ҡалаҡсылар” ансамбле ябай ағас ҡалаҡтар ярҙамында матур, күңелгә үтеп инерҙәй көйҙәр сығарыуы, БЛИ-ның “Серле йондоҙҙар” ҡумыҙсылар ансамбленең сыңлы сығыштары, балалар ижады үҙәгенең “Гармун” берекмәһе малайҙарының гармунда һыҙҙырыуын билдәләп үтмәйенсә булмай. 
Киләсәктә конкурс тағы ла күберәк йондоҙҙар асыр, тип ышанабыҙ.

Гөлнар Рәсүлева.
Баймаҡ ҡалаһы.

... йомғаҡ яһай

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында студент тормошо гөрләп тора. Көн һайын тиерлек ятаҡта төрлө саралар үтә. Тәүге ярты йыллыҡҡа арналған йыйылышта йәштәр үҙәгенең уҡыу секторы С.Хөсәйенов, мәҙәни секторы Г.Баянова сығыш яһаны, әүҙем студенттарҙы билдәләп үтте. Яҡшы уҡығандар һәм техникумдың йәмәғәт эшендә әүҙемдәре маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Әлбиттә, уларҙың ҡатнашлығынан тыш бер сара ла үтмәй. Бында улар бер ғаилә кеүек берләшеп йәшәй.
А.Ҡылысова, 
педагог-ойоштороусы.

... рәхмәт әйтә

Быйыл Түбәнге Таһир мәктәбендә “Йыл класы”, “Йыл уҡыусыһы” конкурстары иғлан ителде. Мәктәп директоры Марат Әүәлбаев ярышты ҡыҙыҡлы һәм сәмле ойоштороу өсөн бағыусылар табыуға ла өлгәште. Беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәр ҙә билдәләнде. “Йыл уҡыусыһы” исеменә лайыҡ булған уҡыусылар барыһы ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм 160-ар һум стипендия алды. Башланғыс кластар араһында “Йыл класы” исемен яулаған өсөнсө класс уҡыусыларын бағыусыбыҙ, Темәс ауыл советынан район советы депутаты Борис Макаров, махсус бер көн ваҡытын бүлеп, үҙ транспортында бассейнға алып барҙы. Балалар рәхәтләнеп һыу инде, ял итте. 
Бағыусыларыбыҙға ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Ярыш икенсе ярты йыллыҡта ла дауам итә.

3-сө класс уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән – Гүзәл Ибраһимова.