9 нояб. 2012 г.

Яңылыҡтар

Грипҡа ҡаршы

Район-ҡалала грипҡа ҡаршы вакцинациялау тамамланыу өҫтөндә. Тәү сиратта прививка балаларға эшләнде. Шулай уҡ өлкәндәр өсөн 5600 доза вакцина алынған. Улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡала студенттарын вакцинациялау өсөн файҙаланыласаҡ. Был профилактик сара бушлай үткәрелә. 
 

Президент Гранты – темәстәргә! 

 “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге “Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү” йүнәлеше буйынса Башҡортостан Республикаһы Президентының 100 мең һумлыҡ Грантына лайыҡ булған. Был аҡсаға үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау әҙерләү, быйма баҫыу буйынса эште йәнләндерәсәк. Шулай уҡ улар 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған төрлө кисәләрҙе әүҙем үткәрә. Ошо көндәрҙә буласаҡ һалдаттарҙы мәсеткә йыйып, уларға вәғәз уҡыу, ололарҙың фатихаһын биреү кеүек изге эште лә ойошторғандар.
 

Эстафета – Сәйғәфәрҙә

 Ошо көндәрҙә күсейҙәр “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын Сәйғәфәр ауылына тапшырған. Ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Г. Азаматова етәкселегендәге делегация юғары кимәлдә ҡаршы алған. Сарала мәктәп, дин әһелдәре, ауыл йәмәғәтселеге, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнашҡан. Күсейҙәр 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларының шәжәрәһен төҙөгән. Сарала сәйәси золом ҡорбандары хәтергә алынған. 
Башҡорт телендә уҡыйыҡ!
 
Райондың аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр клубы рәйестәре йыйылыш үткәргән. Унда йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, ғаиләләрҙе заман афәттәренән һаҡлап ҡалыу кеүек мәсьәләләр күтәрелгән. Шулай уҡ аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр клубтары араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына иң күп яҙылыусыларға конкурс иғлан ителгән. Районыбыҙҙың оло быуын вәкилдәре башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы күпләп алдырыу һәм таратыу яғында.  
 
Г. Иҫәнгилдина.
 

Профком рәйестәре иғтибарына!

2013 йылда балаларҙы йәйге лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ял иттереү өсөн ойошма, учреждение, шәхси эшҡыуарҙарҙан заявкалар ҡабул итеү башланды. Уны 20 ноябргә тиклем мәғариф бүлегенә тапшырырға кәрәк. Заявкала план буйынса һаулығын нығытасаҡ һәм ял итәсәк балаларҙың һаны күрһәтелергә тейеш. 
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26, 106-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-11-71.
Мәғариф бүлеге.   
 

Хроника

Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы идаралығы дәүләт учреждениеһы начальнигы итеп, ошоға тиклем БР Федераль ҡаҙналығының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса бүлеге етәксеһе булып эшләгән Салихов Илгиз Мөрит улы тәғәйенләнде.

* * *
Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Ирмәкова Жанна Зөбәйер ҡыҙы тәғәйенләнде.
Ошоға тиклем район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы булып эшләгән Ишембәтов Ришат Вәкил улы биргән ғаризаһына ярашлы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан  бушатылды.  

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.