9 нояб. 2012 г.

Йәйәүлеләргә һөжүм башланды


Ҡыш яҡынлашҡан һайын көндәр ҡыҫҡара бара. Сәғәттең ҡышҡы ваҡытҡа күсеүенә лә өмөт һүнде. Иртәнсәк күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы. Ҡойонан ҡасып оло юлдың ситенән йүгерә-атлай мәктәпкә, эшкә ашыҡҡандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф артты. Юл уртаһына ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе машина менән төкөп китмәҫ өсөн бик һаҡ йөрөргә тура килә. Ә инде юғары тиҙлек яратыусылар, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тоймай елеүен генә белә. Мәктәптәрҙә дәресте һуңыраҡ башлау ҙа проблеманы хәл итмәйәсәк. Сәғәт 8-ҙән эшләгән ата-әсә балаһын мәктәпкә иртәрәк оҙата.
 

Проблеманы хәл итеү юлдары ниндәй? Әлбиттә, тәү сиратта, водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәргә бурыслы. Был талап һәр кемгә лә ҡағыла. Өҫ кейемдәренә, сумкаларға яҡтылыҡты сағылдырыусы әйбер тағыу мотлаҡ. Мөмкин булған осраҡта, балаларҙы мәктәпкәсә оҙатып ҡуйыу хәйерле.
 
Баймаҡта бөтә урамдарҙа ла урам яҡтыртҡыстар бар, тип әйтеп булмай. Булғандарында ла 3-4 йәки 5-6 бағана аша һүрән генә яна һәм иртәнге сәғәт 8-се яртыла уҡ һүндерелә. Бәлки уларҙы сифатлыраҡ лампаларға алмаштырырға кәрәктер? Кеше ғүмере хаҡына электр энергияһын экономиялайбыҙ түгелме?
 
Урамдарҙа тротуарҙың бик әҙ булыуы ла хәүефте арттыра. Бысраҡтан ҡасып оло юлға килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙең хәлен кем аңлар? Асфальт булмаған урамдарға ҡырсынташ (балсыҡ түгел) түгеп, юлдарҙы тәртипкә килтереү проблеманы бер аҙ хәл итер ине.
 
Л. Разгилева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.