14 нояб. 2012 г.

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап


Клиенттар залында
Сибай ҡалаһындағы Һаҡлыҡ банкыһының Баймаҡтағы 7760-025-се өҫтәмә офисы ошо статус аҫтында өс йыл эшләй. Бөгөн унда юридик һәм физик берәмектәргә кредит биреү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү, касса операциялары секторҙары бар.

Әленән-әле төрлө банктар асылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ элеккесә Һаҡлыҡ банкына өҫтөнлөк бирә. Бында һаҡлыҡҡа аҡса һалыу, түләүҙәр ҡабул итеү, ҡиммәтле металл иҫәбен асыу, пластик карталар менән эшләүҙән тыш, төрлө йүнәлештәр буйынса аҡса күсерергә була. Бөгөн Баймаҡтағы өҫтәмә офис көнөнә генә яҡынса 550-600 кешене хеҙмәтләндерә.
Ҡаланың төрлө урындарында ҡуйылған банкомат, инфокассаларҙың уңайлыҡтарын халыҡ баһалап өлгөрҙө инде. Улар Иҫән һәм Темәс ауылдарында бар. Киләсәктә башҡа ауылдарға ла банкоматтар ҡуйыу күҙ уңында тотола. Бөгөн улар аша кредиттарҙы ҡапларға, коммуналь хеҙмәт һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы түләргә, кеҫә телефондарына аҡса күсерергә мөмкин. Шулай уҡ йәш пенсионерҙарҙы ла пластик карталар аша хеҙмәтләндереү буйынса эш алып барыла. Магазиндарҙағы терминалдарҙан иҫәпләшеү уңайлығы бар. Ауылда йәшәүселәргә пластик картаһындағы аҡсаһын алыр өсөн Баймаҡҡа килеү кәрәкмәй, улар филиалдарҙа урынлашҡан терминалдарҙы файҙалана ала.
– Халыҡ шулай уҡ мобиль банк, Һаҡлыҡ банкы-онлайн уңайлыҡтарын да киң ҡуллана, – тине өҫтәмә офис мөдире Гөлсинә Йосоп ҡыҙы Абайҙуллина. – Улар өйҙән сыҡмай ғына Интернет селтәре аша кредитты ҡаплау, аҡса күсереү мөмкинлектәрен бирә. Был сиратты бөтөрөү, хеҙмәт төрөн яҡшыртыу маҡсатында эшләнде.
Рәсәй Һаҡлыҡ банкы халыҡты хеҙмәтләндереүҙең төрлө юлдарын тәҡдим итә. Бөгөн өҫтәмә офиста электрон сират булдырылған. Халыҡ талондарҙа күрһәтелгән сират һаны һәм ваҡыты буйынса ҡабул ителә. Киләһе йылдың беренсе кварталында өҫтәмә офистың эшмәкәрлегендә тағы ла үҙгәрештәр көтөлә. Универсаль эш урындары булдырыласаҡ. Йәғни, белгестәрҙең һәр береһе халыҡты төрлө йүнәлеш буйынса хеҙмәтләндерәсәк. Клиенттарға һорауҙарын хәл итер өсөн кабинеттан кабинетҡа йөрөргә кәрәк булмаясаҡ.
Бөгөн халыҡты 17 белгес хеҙмәтләндерә. Улар араһында йәштәр ҙә, оҙайлы йылдар эшләгән тәжрибәле белгестәр ҙә бар. Һөнәри байрамдары уңайынан уларҙы ихлас ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.