14 нояб. 2012 г.

Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәте юғары баһаланды




Республиканың агросәнәғәт комплексы тормошонда мөһим урын биләгән Баймаҡ районы аграрийҙарының хеҙмәте был юлы ла лайыҡлы баһаланды. Райондың ауыл хужалығы тармағы флагманы – Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК ауыл хужалығы производствоһында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн БР Хөкүмәтенең Дипломына һәм 100 мең һум аҡсалата премияһына эйә булды. Район-ҡала ветстанцияһы (етәксеһе Н.Р. Ғәлимйәнов) “Иң яҡшы ветеринар учреждение” тип табылды һәм 25 мең һум премия менән бүләкләнде.

Райондың бер нисә хеҙмәт алдынғыһы ла юғары наградалар алып ҡыуанды. Ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендә өлгәшкән уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн “Уңыш” АХК-һы механизаторы Ф.А. Кәримов – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, “Баймаҡ” ҒПБ-һы водителе А.С. Һатыбалов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ә Ленин исемендәге АХК-ның алдынғы водителе Й.Р. Моталлапов “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе менән бүләкләнде.

Байрамға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап, БР Президенты Р.З. Хәмитов аграрийҙарҙың хеҙмәтен юғары баһаланы. 

– Республика халҡының 40 проценты – ауыл кешеләре, улар беҙҙең туйындырыусыларыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Крәҫтиәндең фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында һәр ваҡыт айырым бер йылылыҡ һәм хөрмәт менән телгә алабыҙ. Башҡортостан илдең иң ҡеүәтле аграр төбәктәренең береһе булды һәм булып ҡала. 

Әлбиттә, йыл еңелдән булманы, ҡоролоҡ 5 млрд һум зыян килтерҙе. Шулай ҙа беҙ ауылды ярҙамдан ташламаясаҡбыҙ. Зыянды федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә ҡаплаясаҡбыҙ.

Республика башлығы ауыл хужалығы тармағының төрлө өлкәләренә ҡағылып, уны үҫтереүҙә төрлө дәүләт программаларының әһәмиәте ҙур булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Р.Хәмитов билдәләүенсә, малсылыҡ ауыл хужалығының иң өҫтөнлөклө һәм табышлы тармаҡтарының береһе булып тора. Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында һөтсөлөк йүнәлеше буйынса уңышлы эшләгән төбәктәр рәтендә Баймаҡ районын да атап үтте. 

Байрам тантаналары республиканың сәнғәт оҫталары әҙерләгән ҙур концерт менән тамамланды.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий