14 нояб. 2012 г.

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр конференцияһы үтте



Конференцияның эшендә партияның урындағы 74 беренсел ойошмаһынан 83 делегат, шулай уҡ урындағы политсовет, мандат, контроль-ревизия комиссиялары ағзалары ҡатнашты. Әйткәндәй, әлеге көндә беҙҙең районда 1018 кеше “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып иҫәпләнә. 

Көн тәртибенә ете мәсьәлә сығарылды. Төп доклад менән партияның урындағы башҡарма комитет етәксеһе, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р.Ф. Иҫәнбаев сығыш яһаны.

– “Берҙәм Рәсәй” партияһы төрлө кимәлдәге мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы хәл итеүсе берҙән-бер партия, – тине ул. – Бөгөн 29 – социаль, 14 инфраструктура йүнәлешендәге партия проекты эшләй. “Берҙәм Рәсәй” партияһының инициативаһы менән районда 6 йорт алды ихатаһы төҙөкләндерелде, Баймаҡ ҡалаһында 3,2 километр юлға асфальт түшәлде, Ленин исемендәге АХК “500 ферма” программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды һ.б. 

Артабан конференцияла урындағы бүлексәнең контроль-ревизия комиссияһы рәйесе З.Т. Ушанов, мандат комиссияһы рәйесе В.Р. Хисмәтуллин сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа Түбә ауыл биләмәһе башлығы М.Ф. Хәсәнова, партия яҡлылар советы етәксеһе С.Р. Ярҡынбаев, “Йәш гвардия” йәмәғәт ойошмаһының Баймаҡ ауыл хужалығы техникумындағы ячейка етәксеһе Р.Д. Ғарипов ҡатнашты.

Конференцияның киләһе көн тәртибенә ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Баймаҡ районы бүлексәһе секретары итеп йәшерен тауыш менән И.Х. Ситдыҡов һайланды. Артабан урындағы партия Советына һәм контроль-ревизия комиссияһына ағзалар тәғәйенләнде. 
Урындағы бүлексәнең контроль-ревизия комиссияһы тураһындағы Положение ҡаралды һәм раҫланды. 

Мөһим сараның һуңғы көн тәртибенә ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ағымдағы йылдың декабрендә уҙасаҡ конференцияға асыҡ тауыш биреү тәртибе менән делегаттар һайланды. Улар: “Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы” ДУП-ы начальнигы Д.Ғ. Арсланов, муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш иҡтисадсыһы Л.Н. Байғотлина, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова. 

И.Х. Ситдыҡов конференцияға йомғаҡ яһап, ҡатнашыусыларға партия эшендә тағы ла әүҙемерәк булыуҙарын, алға ҡуйылған бурыстарҙы бойомға ашырыуҙа уңыштар теләне.

Урындағы сәйәси партияның эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек, тип баһаланды. 

Лилиә ТАКАЕВА.


Комментариев нет:

Отправить комментарий