1 нояб. 2012 г.

Маҡсатыбыҙ – ауыл хужалығын үҫтереү


“Россельхозбанк” ААЙ-һы капитал һәм актив суммалары күләме буйынса – дүртенсе, ә илебеҙҙең иң ҙур банктары араһында ышаныслылыҡ кимәле буйынса икенсе урынды биләй. Уның төбәктәрҙә 78 филиалы эшләй.

Банктың эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында “Россельхозбанк” ААЙ-һының Башҡортостан филиалы директоры И.Р. Мөхәмәтйәнов менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

– Ирек Рәдил улы, “Россельхозбанк” ААЙ-һының Башҡортостан филиалы ниндәй маҡсатта эш итә һәм уның һөҙөмтәләре нисек?
– Банк республикала 8 йыл эшләй. Ошо дәүерҙә Башҡортостандың иҡтисадына 42,1 миллиард һум кредит һалынған, шуның 74 проценты – республика агросәнәғәте өлөшөнә тура килә. “Россельхозбанк” ААЙ-һының эшмәкәрлеге тәү сиратта ауыл хужалығы предприятиеларының төп йүнәлештәрен үҫтереүгә, финанс ярҙам күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.
Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһын, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса дәүләт программалары сиктәрендә 2008-2012 йылдарҙа яҡынса 12,3 миллиард һум йүнәлтелгән. Шулай уҡ ауылдарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһенә: крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡты алып барыу, ҡулланыусылар кооперативтарына булышлыҡ итеү маҡсатында банк тарафынан һалынған кредит күләме ҙур әһәмиәткә эйә. Шәхси хужалыҡты үҫтереүгә генә 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Банк райондарҙағы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм халыҡҡа яҡын булһын өсөн урындарҙа филиалдың өҫтәмә офистары асылды. Башҡортостанда “Россельхозбанк”тың 39 өҫтәмә офисы эшләй.
 
– Ауылда эшләү һәм ауыл менән эшләү хәүефле һәм ауыр тиҙәр...
 – “Россельхозбанк” ААЙ-һы агросәнәғәт һәм ауыл биләмәһен милли кредит-финанслау системаһын үҫтереү маҡсатында барлыҡҡа килгән ойошма. Ул ҡала һәм ауыл халҡына Рәсәйҙә бөтә төр банк хеҙмәттәрен күрһәтеүсе универсаль банктарҙың береһе. Башҡортостан халҡына һәм предприятиеларына ауыл хужалығы һәм йәнәш өлкәләге предприятиеларҙың эшмәкәрлеген үҫтереүгә махсус программалар күрһәтергә, шулай уҡ ипотека программалары, ҡулланыусылар кредиты, кредит карталары һәм овердрафтар, вкладтар һалыу, аҡса күсереү, валюталар алмаштырыу-һатыу һәм башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – был ҡатлам клиенттарға кредит ресурстарын алыуҙа килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарыу, бирелгән заявкаларҙы мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта ҡарау һәм кредит биреү шарттарын ябайлаштырыу, шулай уҡ клиенттарға уңайлы һәм ҡулай хеҙмәт төрөн күрһәтеү.
Ауыл хужалығын финанслау хәүефле тип, миңә ҡалһа арттырып әйтәләр. Агросәнәғәт комплексы предприятиеларында һәм ерҙә эшләүсе кешеләрҙә яуаплылыҡ һәм бурыс тойғоһо ҙурыраҡ. “Россельхозбанк” ААЙ-һы республика агросәнәғәт комплексын кредит-финанслау системаһы буйынса хеҙмәтләндереүсе оператор булараҡ, уларға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген киңәйтергә иҫәп тотола.
Туғыҙ айлыҡ эш һөҙөмтәһе буйынса филиалдың кредит портфеленең 74 процентын ауыл хужалығы предприятиеларына, фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға бирелгән ссудалар тәшкил итә, был иһә 6 миллиард һумдан ашыу тигәнде аңлата. Сәсеү һәм ураҡ кампаниялары барышында беҙҙең филиалдан ғына 2,2 миллиард һум бирелгән. Банк тап ошо өлкәлә эшмәкәрлек иткән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа иғтибарҙы күберәк бүлә. Март айында ике яңы кредит төрө индерелде – “Һәр кем алырлыҡ” һәм “Рациональ”. Программалар, беренсенән, клиенттың бизнес үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бурыстарҙы ҡайтарыуҙың шәхси графигын булдыра. Икенсенән, кредит алыу өсөн техник-иҡтисадты нигеҙләүсе документтар һәм бизнес-план талап ителмәй. Банк хеҙмәткәре тарафынан финанс торошҡа анализ яһау ҙа етә. “Россельхозбанк” ААЙ-һы тарафынан тәҡдим ителгән тағы ла бер уңайлыҡ – “Госконтроль” кредиты. Бәлә-кәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына кон-курстарҙа ҡатнашыуға заявкаларҙы тәьмин итергә, дәүләт һәм муниципаль контракттарҙы үтәү өсөн заем алырға мөмкин.

Лилиә Такаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.