14 нояб. 2012 г.

Ауыр һәм кәрәкле хеҙмәт


 

Кешелек тормошонда граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, уларҙы яман уйлы енәйәтселәрҙән һаҡлау элек-электән мөһим роль уйнай. Йәмәғәт тәртибен тейешле кимәлдә тотоу уның үҫеш кимәлен билдәләгән. Шуға күрә һәр заман кешеләренең үҙ хөкөмө, хоҡуҡ һаҡсылары булған.  

Баймаҡ эске эштәр бүлеге граждандарҙың хоҡуғын һәм милкен һаҡлау, енәйәтселек менән көрәш буйынса ҙур эштәр алып бара. Беҙҙең полиция хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәргә, операциялар, махсус рейдтар үткәреүгә ҙур иғтибар бирә. 
Ағымдағы йылдың 9 айы эсендә район-ҡалала 793 енәйәт теркәлгән. 583 эш Баймаҡ судына йүнәлтелгән. Был ваҡытта 168 ауыр һәм үтә ауыр енәйәт ҡылынған. Үкенескә ҡаршы, был былтырға ҡарағанда 40 осраҡҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта бындай енәйәттәрҙе тиҙ арала асыу проценты ла күтәрелгән. 
Бик күп хоҡуҡ боҙоуҙар хәмер йоғонтоһонда килеп сыға. Иҫерек кеше нимә ҡыланғанын белмәй, енәйәткә бара. Көмөшкәне күпләп ҡулланыу арҡаһында фажиғәләр ҙә арта. 
Шулай уҡ һуңғы осор урлыҡтың йышайыуы борсоуға һала. Граждандарҙың транспортынан, фатирынан, йортонан, баҡсаһынан, магазин, складтарҙан төрлө әйберҙәр урланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыуға бар тырышлығын бирә. 
Шулай уҡ балиғ булмағандарҙың енәйәт юлына баҫыуы оло борсоуға һала. Тәрбиәнең ғаиләлә башланыуын оноторға ярамай. Йыш ҡына өлкәндәрҙең балаһының нимә менән мәшғүл булыуы менән ҡыҙыҡһынмауы, уларҙың ваҡытты нисек үткәреүен контролдә тотмауы аяныслы хәлдәргә килтерә. Ҡайһы бер ата-әсәләр бала тәрбиәләүҙе уны ашатып-кейендереү, ҡулына күпләп аҡса тоттороп ебәреү тип кенә уйлаһа, бәғзе берәүҙәр үҙҙәре эскелеккә һабышып ҡына ҡалмай, был тайғаҡ юлға улдарын-ҡыҙҙарын да этәрә. Баймаҡ полицияһы бындай ғаиләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Балаһын насар ҡараған, тейешле кимәлдә тәрбиәләмәгән ата-әсә, опекундарға 86 протокол төҙөлдө. Шулай уҡ балиғ булмағандарға иҫерткес эсемлектәр эсергән өсөн 7 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 
Хәҙерге ваҡытта Баймаҡ эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса комиссияла 74 үҫмер теркәлгән. Иҫәптә торған балалар менән инспекторҙар әңгәмәләр үткәрә, уларҙың йәшәйеше, тәртибе, уҡыуы тикшерелә. 
Тағы бер борсоған мәсьәләне билдәләп үткем килә. Ул – балаларҙың комендант сәғәтен күҙәтмәүе. Ҡараңғыла йөрөгән үҫмерҙәрҙе күреп, хафаланырға тура килә. Урамға тапшырылған балаларҙың енәйәт ҡорбаны булыуы ла, наркоман, токсикоманға әүерелеүе лә ихтимал бит. Ни өсөндөр ата-әсә ошо хаҡта уйламай, балаһын тыныс күңел менән тышҡа сығарып ебәрә. Әммә шуны ла иҫкәртергә кәрәк – комендант сәғәтенән һуң йөрөгән балалары өсөн ата-әсәгә закон алдында яуап тоторға тура киләсәк. 
Наркомания афәте беҙҙең район-ҡаланы ла урап үтмәй. Быйыл ошондай 12 енәйәт теркәлгән. Шуларҙың һигеҙе – был үлемесле ағыуҙы һатыу. Бындай күренеш йәш быуынға ниндәй афәт менән янауын һәр кем аңлайҙыр тип уйлайым. Шуға күрә балаларға наркоманияның әҙәм балаһын юҡҡа сығарған ҡурҡыныс күренеш икәнлеге мәктәптә генә түгел, ә өйҙә лә аңлатылырға тейеш. 
Кешеләрҙең законды һанламауы, күп күренештәргә битараф ҡалыуы талау, көсләү, үлтереү кеүек енәйәт һанын арттыра. Шулай уҡ мал урлау осраҡтары ла йышая. Кешеләрҙең һыйыр-һарығын көтөүсеһеҙ ҡырҙа ҡалдырыуы, кәртә-ҡураһын бикләмәүе был хоҡуҡ боҙоуҙарға булышлыҡ итә. Күп осраҡта граждандар малды оҙаҡ ваҡыт үҙҙәре эҙләй, унан ғына полицияға мөрәжәғәт итә. Шуға күрә енәйәтте асыу күпкә ауырлаша.
Эйе, енәйәтселектең үҫеүен күптәр заман ауырлығына һылтай. Шул уҡ ваҡытта күҙ алдыңда ҡылынған енәйәтте күрмәмешкә һалышыу, хоҡуҡ боҙоу урынынан ҡасыу ҙа яман уйлы кешеләргә иркен эш итергә мөмкинлек бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә бар йәмәғәттең енәйәтселеккә ҡаршы сығыуы ғына беҙҙең тормошобоҙҙо күпкә тыныс итер, йәмләр. 
Хөрмәтле Баймаҡ эске эштәр бүлегенең полиция хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, ауыр хеҙмәтегеҙҙә ҙур-ҙур уңыштар теләйем. 

Ғ. ЮЛДЫБАЕВ,
Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий