9 нояб. 2012 г.

Ауыл хеҙмәтсәне тәбрикләнәсәк


Бөгөн Өфөлә ҙур ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш була. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл хеҙмәтсәненә хөрмәт күрһәтеләсәк, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә тос өлөш индергән аграрийҙар бүләкләнәсәк. 

Ошо тантанала республиканың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҙур роль уйнаған Баймаҡ районы аграрийҙары ла ҡатнаша. Кисә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге делегация баш ҡалаға юлланды. Уның составында район-ҡала ветстанцияһы начальнигы Н.Р. Ғәлимйәнов, Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ.Б. Сәлимов, “Баймаҡ” ҒПБ-һы водителе А.С. Һатыбалов, “Таналыҡ” АХК-һының баш зоотехнигы Р.А. Танһыҡҡужин, “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры С.Ғ. Урманов, Салауат исемендәге АХК рәйесе И.М. Мөхәмәтғәлиев, “Союз” ЯСЙ-һы директоры Р.Х. Ҡасҡынов, “Уңыш” АХК-һының баш зоотехнигы Н.Р. Мәхейәнов, Ленин исемендәге АХК водителе Й.Р. Моталлапов, “Уңыш” АХК-һы механизаторы Ф.А. Кәримов бар.
 
Район аграрийҙарының баш ҡалаға сәфәре менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында таныштырырбыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин. 
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.