14 нояб. 2012 г.

Атайыбыҙға рәхмәт



Темәс ауылында йәшәгән атайыбыҙ Ғәйнуллин Әнүәр Зәки улы 1947 йылдың 11 ноябрендә Баймаҡ районының Ҡыпсаҡ ауылында ҙур ғаиләлә донъяға килгән. Биш ҡыҙ һәм ике малай бер-береһенә терәк һәм таяныс булып үҫә. Билал урта мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, фермала малсы булып эшләй башлай һәм шул уҡ йылда Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, водитель һәм механизатор һөнәрен алып сыға. Әрме йылдарында ла водитель-механик булараҡ хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас та Темәс автогаражында водитель булып эшләй. 1971 йылда “Һәүәнәк” совхозының йүнәлтмәһе буйынса Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында белемен камиллаштыра һәм совхоздың Өмөтбай бүлексәһендә инженер-механик вазифаһын биләй. Бер үк ваҡытта урындағы комсомол ойошмаһы секретары булып та эшләй. Оҫта ойоштороусы, халыҡ менән аралаша белеүе, тырыш булғаны өсөн дә уны ауыл халҡы хөрмәт итә, ихтирам менән ҡарай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн атайыбыҙҙы 1983 йылда совхоздың иң ҙур Үҙәк бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләйҙәр. Бүлексә совхоз һәм район кимәлендә ойошторолған баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ буйынса ярыштарҙа гел алдынғылар рәтендә була. Ул етәкселек иткән 20 йыл эсендә ферма тулыһынса автоматлаштырыла. Унда ашхана, ял итеү бүлмәләре, сауна эшләй. Бүлексәнең үҫемлекселек тармағы ла һынатмай.
Ауылдың социаль торошон яҡшыртыуҙа ла атайымдың өлөшө ҙур. Юғары эш һөҙөмтәһе халыҡтың йәшәйешен яҡшырта. Ауылда береһенән-береһе матур өйҙәр ҡалҡып сыға. Районда беренселәрҙән булып Темәстә һыу, газ селтәре төҙөлә. Балалар баҡсаһы асыла, мәҙәниәт йорто төҙөлә. 
Атайым Буранбай ауылы ҡыҙы Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтереп үҙаллы тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙ, ҡаты ауырыуҙан һуң, беҙҙе бик иртә ташлап китте. Шулай ҙа атайыбыҙ тормош ауырлыҡтарына бирешмәне. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтә. Ҡура тулы мал, баҡсаһында ла еләк-емеш ишелеп уңа. Бөгөн ул беҙҙең өсөн хәстәрлекле атай, терәк һәм таяныс, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай.
Ошо көндәрҙә атайыбыҙ үҙенең матур юбилейын билдәләй. Күркәм байрамы уңайынан уға сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған ғүмер юлы, именлек теләйбеҙ.

Бөтә балалары исеменән – Резеда Ғәйнуллина.
Темәс ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.