1 нояб. 2012 г.

“Һеҙҙән яңы китаптар көтәбеҙ...” тине кисәлә ҡатнашыусылар


Азамат Тажетдинов сығышы менән шәхестәргә бай төбәк Алдар батыр, Хәмит сәсән, шағир-сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиевтар тыуған II Этҡол ауылынан. Ул һуғыш алып килгән донъялағы иң ауыр ҡайғыны – атайһыҙлыҡты татып үҫһә лә, донъя ауырлығы алдында баш эймәй. Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Азамат Әғзәм улы “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеменә, Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була. Ул – тыуған яҡтың тарихын, халҡын өйрәнеүсе, яҡташтарының исемен мәңгеләштереүсе. Китап уҡыусыларға Азамат Әғзәм улының “Беҙ – байымдар”, “Ел-дауылдар аша”, “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән”, “Шәһәрғәзе сәсән Ғәбдиев”, “Сәсәндәр иленә сәйәхәт”, “Ғүмерем ағыштары–ғаиләм яҙмыштары” китаптары яҡшы таныш. 2012 йылда иһә Юлыҡ ауылы халҡына ҙур бүләк булып “Оло юлда Юлыҡ” китабы донъя күрҙе.
Ошондай матур көнгә арналған баҫманың исем туйы ла бик матур, юғары кимәлдә үтте. Ә инде йылы һүҙҙәргә, изге теләктәргә сорналған кисәнән һуң “Каруанһарай” төркөмө һәм билдәле йырсы, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадырованың сығыш яһауы барыһы өсөн һөйөнөслө бүләк булды.

Азамат Тажетдинов китабын Юлыҡ ауылы тарихын бәйән итеүҙән башлаған. Юлыҡҡа 1781 йылда нигеҙ һалына. Ситтән килгән кешеләрҙең төп маҡсаты – аҫаба башҡорттарҙан ҡуртымға ер алыу һәм тирә-яҡта күскенсе сифатында ғына йәшәгән туғандарын бер урынға күсереү була. Был үтенес менән улар бөрйән ырыуы башлығына мөрәжәғәт итәләр. Кисәлә ошо тарихи мәл юлыҡтар тарафынан бик оҫта итеп сәхнәләштерелде.
 
Азамат Әғзәм улы ике быуаттан ашыу йәшәү дәүерендә Юлыҡтың мәҙәниәтле, мәғрифәтле кешеләрҙең йәнтөйәгенә әүерелеүен оҫта һүрәтләгән. Был ерҙе билдәле Рәмиевтар үҙ иткән, күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи үҙенең данлы эҙен ҡалдырған. 1862 йылда Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев та ғаиләһе менән Юлыҡта төпләнә. Сауҙагәр булараҡ алтын эше менән ҡыҙыҡһына башлай һәм Ишбирҙе приискыһын һатып ала. Уның Шәкир һәм Зәкир исемле улдары данлыҡлы Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем ала. Рәмиевтар Юлыҡ ауылына китапханасы итеп М.Фәйзиҙе алып килә. Ошо ваҡытта драматург “Ғәлиәбаныу”, “Аҫылйәр”, “Аҡ ҡалфаҡ”, “Ҡыҙыл йондоҙ” исемле әҫәрҙәрен ижад итә. Кисәлә Сибайҙан Фәниә Исмәғил ҡыҙы менән Фидай Хәйбулла улы Әбүбәкеровтарҙың “Ғәлиәбаныу” йырын  башҡарыуы А.Ә. Тажетдиновҡа күңел түренән сыҡҡан бүләк булып яңғыраны.     
 
Автор ауылдың алдынғы кешеләре Мират Тимербулатов, Тәүфиҡ Моһаев, Рәиф Әбүбәкеров, Люциә Тажетдинова, Хәмзә Нурсаев, Рәиф Ғәбитов, Мәсғүт Әҙеһәмов һ.б. тураһында мәғлүмәт бирә. Азамат Әғзәм улының һөйөклө тормош юлдашы, Юлыҡ ауылы ҡыҙы Люциә Хәйбулла ҡыҙы Әбүбәкерова ошо китапты сығарыуға булышлыҡ иткән кеше. Ул: “Эх, беҙҙең данлы Юлыҡ ауылы тураһында китап сыҡһа ине!” – тип хыялланыр булған. Ҡәҙерле кешеһенең теләген иҫәпкә алып, Азамат Әғзәм улы ҡулына ҡәләм ала. Ҙур үкенескә ҡаршы, Люциә апай был китапты күрмәне. Шуға күрә яңы баҫма, уның исем туйы, мәрхүмәнең яҡты рухына арналды. Әйтергә кәрәк, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Элемтә отличнигы” исеменә лайыҡ булған, хаҡлы ялға тиклем II Этҡол почта начальнигы булып эшләгән Люциә Хәйбулла ҡыҙын бар ауылдаштары ихтирам итә, әле лә һағынып хәтеренә ала. Азамат Әғзәм улы һәм Люциә Хәйбулла ҡыҙы 4 балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Өлкән улдары Нур – Сибай ҡалаһында “Строймеханизация” йәмғиәтенең генераль директоры, ҡала советы депутаты, “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Илшат – БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе, Наил – инженер-механик, ҡыҙҙары Гөлнур Сибай район-ара элемтә үҙәгендә инженер. Тажетдиновтарҙың изгелекле-игелекле балалары кисәлә атаһына бик күп йылы һүҙҙәрен еткерҙе, әсәһе тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
 
“Оло юлда Юлыҡ” китабында мәңге һыҙлар яра булып уйылып ҡалған фажиғәле хәлдәр, аслыҡ йылдары, сәйәси золомдар дәүере, Бөйөк Ватан һуғышы осоро тураһында ентекләп яҙылған.
 
А.Ә. Тажетдинов: “Китапта кешеләрҙең хәтирәләре, иҫтәлектәре лә күп бирелгән. Һәр кем хәл-ваҡиғаларҙы үҙенсә аңлағас, фекерҙәрҙең дә төрлөһө булыуы мөмкин. Быныһы инде әҙәм балаһының үҙ ихтыяры. Бөгөн яңғыраған йылы һүҙҙәргә бик рәхмәтлемен. Шулай ҙа мин үҙемдең тыуған яғым, яҡындарым алдындағы тейешле бурысымды ғына үтәнем тип уйлайым”, – тине.
 
Моң-йырға сорналып барған йылы кисәлә матур, изге  теләктәр күп яңғыраны. Авторҙы тәбрикләргә китабының геройҙары ла, йәшлек дуҫтары ла, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә төрлө тарафтан йыйылған ине. Улар Азамат Әғзәм улының киләсәктә яңы әҫәрҙәр ижад итәсәгенә ышанысын да белдерҙе. Ысынлап та, тормошон тыуған яғының бай тарихын өйрәнергә, данлы яҡташтарының яҙмыштарын уҡыусыларына еткерергә ынтылған А.Ә. Тажетдиновҡа киләсәктә лә ижади ҡомарының һүрелмәүен, тик шатлыҡ-ҡыуаныста ғүмер кисереүен теләгебеҙ килә.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Фәниә менән Фидай Әбүбәкеровтар сығыш яһай

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.