14 нояб. 2012 г.

Полиция капитаны – Салауат Йәнбирҙин



Полиция көнөндә йәмәғәт тәртибен һаҡлаған, йыш ҡына төндәре йоҡоһоҙ үткән, оператив эшләгән хоҡуҡ һаҡсылары тәбрикләнә. Был йәһәттән беҙҙең Баймаҡ эске эштәр бүлегенең республика кимәлендә танылыу алып, яҡшы эшләүе ҡыуандыра.  

Салауат Лоҡман улы Йәнбирҙин был яуаплы хеҙмәткә 2003 йылда килә. Тырыш, кешелекле һәм кеселекле Салауат Лоҡман улы балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, участка уполномоченныйы булып эшләй. 

Хәҙерге көндә өлкән участка уполномоченныйы, полиция капитаны Йәнбирҙин ҡаланың “Мөкәсәй” микрорайоны, Мерәҫ ауыл биләмәһе өсөн яуап бирә. Тынғыһыҙ участка уполномоченныйы хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау өсөн профилактик эштәр ҙә алып бара. “Эйе, хәҙер полицияла эшләүе еңелдән түгел. Сөнки эскелеккә һабышҡан кешеләр күп. Бынан тыш енәйәтте күреп тә, өндәшмәй ҡалыусылар, шаһит булырға теләмәүселәр эшебеҙҙе ауырлаштыра. Кешеләр төрмәлә ултырып сыҡҡандарҙан йәки шул уҡ хоҡуҡ боҙоусыларҙан ҡурҡып, күп кире күренештәрҙе күрмәмешкә һалыша”, – тип борсолоуҙары менән уртаҡлашты Салауат Лоҡман улы.

Эйе, участка уполномоченныйының эше тынғыһыҙ. Кешеләр уға бар проблемалары менән мөрәжәғәт итә, шуға күрә уның телефоны төндәрен дә тынмай. 

Салауат Лоҡман улы бәхетле ғаилә башлығы ла. Ул тормош юлдашы Айгөл Салауат ҡыҙы менән Динислам һәм Аделина исемле матур балалар үҫтерә.

Баймаҡ эске эштәр бүлегенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренең береһе булған Салауат Лоҡман улы Йәнбирҙинды һөнәри байрамы менән ҡотлап, киләсәктә лә тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып эшләүен, тыныс төндәренең йышыраҡ булыуын теләгебеҙ килә.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.