29 окт. 2012 г.

ИСЕМ ТУЙЫ

Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ хаҡында

Автор китабын бүләк итә.
Һәр яңы китап – үҙе бер мөғжизә, әҙәбиәтебеҙҙе тулыландырыусы ынйыҡайҙыр ул. Һуңғы йылдарҙа әсә телендә китаптарҙың күпләп донъя күреүе айырыуса шатлыҡлы. Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың “Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында” исемле китабы, Рәсәйҙә Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгәндә, башҡорт халҡының һәм яҡташтарыбыҙҙың ошо һуғышта рус һалдаттары менән берҙәй булып, батырҙарса көрәшеүҙәре хаҡында бай мәғлүмәт тупланған тәүге китаптыр ул.
Китап “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексында 150 дана булып донъя күрҙе. Ундағы мәҡәләләр башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған, эстәлеге фотоһүрәттәр, карталар, схемалар менән байытылған. Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, бик күп китаптар, мәҡәләләр авторы Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың был китабы киң ҡатлам китап уҡыусыларына, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән һәм заманыбыҙ өсөн бик актуаль баҫма.

Район китапханаһында китаптың исем туйы итеп үткәрелгән сараға “Атайсал”, ағинәйҙәр клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, әүҙем китап уҡыусылар йыйылды. Кисәнең ҡурай моңона һәм боронғо башҡорт көйҙәренә һуғарылыуы һәр ҡатнашыусыны алыҫ, дәһшәтле яу йылдарына алып китте. Шәмсиә Рыҫҡужинаның “Һары ла сәс”, “Любизар”, “Байыҡ”ты йырлауы, Фәттәх Аралбаевтың өҙҙөрөп гармунда уйнауы һәм “Ирмәк” йырын башҡарыуы, Рәмил Хәсәновтың сихри ҡурайы һәр кемдә милли ғорурлыҡ тойғоларын уятты. Ысынлап та, милләтебеҙҙең данын бар Ер шарына таратҡан олатайҙарыбыҙҙың рухы алдында беҙ мәңге бурыслы бит. Сарала яңы китап тураһында күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Темәс ауылының “Атайсал” клубы рәйесе С.Ғ. Вәлиев: “Китаптың күләме – бәләкәй, ә йөкмәткеһе бик бай булыуы һоҡландырҙы. Күп кенә ваҡиғаларҙың хронологик тәртиптә бирелеүе тарихи ваҡиғаларҙы байҡарға, еңел генә өйрәнергә ярҙам итә. Әлбиттә, был уҡытыусылар өсөн бик яҡшы ҡулланма. Һәр кемдең архивта ултырырға, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә ваҡыты юҡ бит”, – тине.
 
Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров бар изге теләктәрен белдергән һәм баҫманы сығарырға ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ автор сарала ҡатнашыусыларға яңы китабын бүләк итте.
 
Эйе, районыбыҙҙың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлау, киләсәккә аманат итеп тапшырыу өсөн ойошмаларға берләшә, осрашыуҙар үткәрә, китаптар яҙа. Уларҙың милләтебеҙ һаҡлаусылары һәм яҡлаусылары булыуы оло ихтирамға лайыҡ. Ошондай изге эштәрҙе күтәреп алып дауам итерлек йәштәребеҙ ҙә күп булһын ине. Баймаҡ районының “тере энциклопедияһы” исемен алған Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың артабан да ижади ҡомары һүнмәүен, беҙҙең өсөн тағы ла яңы, данлыҡлы исемдәр асыуын теләгебеҙ килә.

Г. САЛАУАТОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.