8 окт. 2012 г.

Әрме


Ватанды һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү – элек-электән ир-егеттәрҙең изге бурысы булып һанала. Хәйер, илдәге сәйәси үҙгәрештәр хәрбиҙәрҙе лә урап үтмәне. Ҡасандыр әрмелә хеҙмәт итеү изге эш булып һаналһа, хәҙер унан ҡасып ҡалырға теләгәндәр ҙә бар.

1 октябрҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса көҙгө комиссия үҙ эшен башланы. Уның рәйесе – район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, урынбаҫары Р.Ф. Иҫәнбаев. Шулай уҡ комиссияла үҙәк ҡала дауаханаһы врачы Ф.А. Ниғмәтуллин, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан А.Р. Байымов, мәғариф бүлегенән Р.С. Мифтахетдинов та бар.
Был көндө хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүҙә медицина тикшереүе үтте. Артабан улар табиптарҙың ауырыуҙар тураһындағы һығымтаһы яҙылған шәхси эше менән комиссия алдына баҫты. Бында инде егеттәр менән әңгәмә үткәрелде, уларҙың ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итергә теләүен һораштылар. Хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов: “Быйыл комиссияға 541 егет саҡырыласаҡ. Шуларҙың 160-ы көҙгөһөн әрмегә оҙатыласаҡ. Егеттәр ноябрҙең башында хәрби билет алып, хеҙмәт итәсәк урынына йүнәлтеләсәк. Тәү сиратта, быға тиклем төрлө сәбәптәр арҡаһында әрменән кисектереүе булғандарға иғтибар бирәсәкбеҙ”, – тине.
Эйе, хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса төрлө проблемалар ҙа килеп тыуа. Мәҫәлән, ҡайһы бер егеттәрҙең иленә булған бурысын үтәргә теләмәй, ҡасып йөрөүе. Был йәһәттән комиссариат хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бергә эшләргә, ҡасҡалаҡтарҙы законға ярашлы яуапҡа тарттырырға уйлай. Шул уҡ ваҡытта күп кенә Баймаҡ егеттәренең өлгөлө хеҙмәт итеп, командованиенан тик рәхмәт һүҙҙәре килеүе лә ҡыуаныслы.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса комиссияның эшендә ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала. Был юлы ла бер атай улы менән бергә килеп, үҙен борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.
Тәүге комиссияны үткән егеттәр тураһында ниҙәр әйтеп була һуң? Уларҙың ҡайһы берәүҙәре хатта ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итергә теләүен белмәһә, араларында командир булырға хыялланған, парашют менән һикерергә ҡурҡмағандарҙың күберәк булыуы һөйөндөрҙө. Күҙҙәрендә балҡыған осҡондар, уларҙың ысын һалдат буласағында шик уятманы.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Ватан алдындағы бурысын үтәргә ваҡыты еткән егеттәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙары, килеп тыуған ниндәйҙер проблемалары менән хәрби комиссариатҡа ваҡытында мөрәжәғәт итергә тәҡдим итер инек. Сөнки һалдат булыуҙан ҡасып йөрөгән өсөн енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған. Шулай ҙа егеттәребеҙ данлыҡлы Баймаҡ яугирҙарының исеменә тап төшөрмәҫ, тип ышанғы килә.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: комиссия эшен дауам итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.