29 окт. 2012 г.

Проблема күтәрәм

Закон бөтәһенә лә бер иш түгелме?


Мин күп йыллыҡ стажы булған профессиональ водитель, әле хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветеранымын. Район гәзите аша яуаплы кешеләргә бер һорау биргем килә. Йома етһә, беҙҙең Баймаҡ ҡот осҡос шау-шыулы, юлдарҙа бер ниндәй тәртип булмаған ҡалаға әйләнә лә ҡуя. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тап ошо көндә ҡала буйлап “Туйсылар хәрәкәте” башлана. Закон буйынса ҡалала буштан-буш ҙур тауыш ҡуптарып, сигнал биреп йөрөү тыйыла. Оҙон-оҙон колонналарға теҙелгән туй машиналарының туҡтауһыҙ ҡысҡыртып йөрөүенә лә түҙергә булалыр, йәштәр кәләш алыуҙары, кейәүгә сығыуҙары тураһында бар халыҡҡа “хәбәр итергә” теләйҙәрҙер, күрәһең... Ләкин бына юл ҡағиҙәләрен йәки светофор билдәләрен һанға һуҡмаусыларҙы бөтөнләй аңламайым.
 
Үткән йомала универмаг тәңгәлендәге юл киҫешендә светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торабыҙ. Йәйәүлеләр, күбеһе мәктәп балалары, юл аша үтә башлағайны ғына ныҡ итеп өҙлөкһөҙ тауыш биргән туй машиналары күренде. Ҡыҙыл утҡа туҡтап, балаларҙы үткәрҙеләр, тип уйлайһығыҙымы? Булмай торһон әле. Туй машиналары нисек килде, шул уҡ тиҙлектә юлын дауам итте. Ярай әле, балалар сос – ситкә ҡасып ҡотолдо. Бер генә машина түгел, сағыу итеп биҙәлгән машиналар колоннаһы – бөтәһе лә светофорҙың хәрәкәт итеүҙе тыйған билдәһен инҡар итеп, үтеп китте. Был ни хәл? Әллә хәҙер “туйсыларға” закон юҡмы? Улар бит үҙҙәренең өлгөһөнә башҡаларҙы ла эйәртеүе мөмкин?! Ишетеүемсә, ошо тәңгәлдә тәртип боҙоусыларға административ яза ҡаралған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо һорауыма яуап бирһә ине. Әллә улар кеше (уныһын да туйҙа ҡатнашҡандарҙыҡын ғына) күңелен күреп, “туйсыларҙы” туҡтатмайҙармы икән?

Йосоп Исчурин.
Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.