29 окт. 2012 г.

“Һоро эш хаҡы” нимәһе менән ҡурҡыныс?


Күптәр эш хаҡының күп өлөшөн “конвертта” алырға риза була һәм пенсияға тиклем әле оҙаҡ, иң мөһиме – хәҙерге көндә лайыҡлы эш хаҡы, тип иҫәпләй. Хеҙмәт килешеүендә рәсми эш хаҡы билдәләнгән минималь күләмдә генә күрһәтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: эш хаҡының минималь күләме – эш биреүсе тарафынан бер календарь ай өсөн мотлаҡ түләнә торған сумманы тәшкил итә. Ул әлеге көндә 4611 һумға тиң, Башҡортостан буйынса Урал коэффициентын ҡушып иҫәпләгәндә – 5302,65 һум.

Рәсәйҙең заманса социаль системаһында күп кенә социаль гарантияларҙың үтәлеше һәр кемдең дәүләт ҡаҙнаһына индергән өлөшөнә бәйле. Эш хаҡы ни тиклем ҙурыраҡ булһа, эш биреүсе бюджеттан тыш фондтарға тейешле аҡсаны ла күберәк күсерә, тимәк, хеҙмәткәр төрлө тормош хәл-ваҡиғаларында үҙен күпкә яҡлаулыраҡ тоя. Мәҫәлән, һеҙ сирләп киттегеҙ, ти, эш хаҡығыҙ айына 5 мең һум тәшкил итә, ә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие эш урыны буйынса ай һайын түләнгән һәм декларацияланған рәсми килем күләменән сығып иҫәпләнә.

Әгәр хеҙмәткәр производствола йәрәхәт алып, эшкә һәләтен юғалтһа, тағы ла хөртөрәк. Бындай осраҡтарҙа айлыҡ түләүҙәр күләме нисә процент эшкә һәләтлек юғалһа, эш хаҡының шул күләмдәге өлөшөнә тиң була. Рәсми рәүештә  юғары эш хаҡы алған хеҙмәткәргә ай һайын байтаҡ ҡына сумма аҡса түләнә. Ә бына эш хаҡының минималь күләменә “риза булып” йөрөгәндәр иһә тиндәргә генә иҫәп тота ала. Эш хаҡын конвертта алыусы йөклө ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса ҙур финанс юғалтыуҙарға дусар. Сөнки йөклөлөк һәм бала табыу, балаға 1,5 йәш тулғансы баланы тәрбиәләү буйынса пособиелар ҙа рәсми эш хаҡы күләменән сығып билдәләнә. Әгәр эш хаҡы бик бәләкәй (минималь эш хаҡы күләменә тиң) икән, ғаилә өсөн бик әһәмиәтле осорҙа байтаҡ аҡсанан ҡолаҡ ҡағаһың, тигән һүҙ был.

Күп кенә ойошмаларҙың “һоро эш хаҡы” схемаһы ҡулланыуы – эш биреүселәрҙең һалымдан ҡасыу алымы. Бындай осраҡтарҙа һәр ваҡыт хеҙмәткәр зыян күрә, сөнки ул үҙе үк тулы күләмдәге социаль гарантияларҙан мәхрүм итеүсе документҡа ҡул ҡуя. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бер ваҡытта ла һеҙ быға тиклем айына 25 мең һум эш хаҡы алыуығыҙҙы иҫбатлай алмаясаҡһығыҙ – “законға ярашлы тултырылған” документтар һәм хеҙмәт килешеүе буйынса һеҙҙең эш хаҡығыҙ – 4 мең һум.

Эш хаҡын “конвертта” алыуҙың башҡа күңелһеҙ сюрприздары ла бихисап. Начальнигыгыҙ менән конфликтҡа инһәгеҙ, эш хаҡығыҙҙың “аҡ”, йәғни рәсми өлөшөн генә ала башлауығыҙ, отпуск аҡсаһын тулы күләмдә түләмәүҙәре, эштән киткәндә тулыһынса иҫәп-хисап яһамауҙары ихтимал. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеның аҙ түләнәсәген атап үткәйнек инде. Бынан тыш, эштә ҡыҫҡартыуҙар, бала тыуыуы, уҡыу һ.б. хәлдәр менән бәйле социаль гарантиялар ҙа үтәлмәйәсәк. Шулай уҡ банктарҙың һеҙгә кредит биреүҙән баш тартыуы, сит илгә виза бирмәүҙәре ихтимал. Ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыҡҡанда йәки инвалидлыҡ билдәләгәндә минималь пенсия тәғәйенләнәсәге тураһында ла оноторға ярамай. Былар барыһы ла бизнес структураларҙың үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре алдындағы социаль һәм гражданлыҡ яуаплылығынан ҡасыуы тураһында һөйләй.

Эш хаҡы күләме түбән булған ойошмалар эшмәкәрлеген төрлө ведомстволар, һалым, прокуратура органдары, РФ социаль страховкалау фонды һ.б. даими рәүештә контролдә тота. Эш хаҡын “конвертта” бирһәләр, хеҙмәткәр прокуратура һәм хеҙмәт буйынса инспекцияға мөрәжәғәт итә ала. Намыҫһыҙ эш биреүселәр Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.27-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла – уларға 50 мең һумға тиклем штраф һалына.
Эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү фондынан страховка иғәнәләрен тулы күләмдә һәм ваҡытында күсермәүе, ялланған хеҙмәткәрҙәр менән легаль хеҙмәт килешеүҙәре төҙөмәүе, ысынбарлыҡтағы килемдәрҙе йәшереү маҡсатында эш хаҡын “конверттарҙа” биреүе – хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге закондарҙы боҙоу ул.
Хәҙерге көндәге ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының төп маҡсаты – граждандар алдындағы дәүләт гарантияларын оператив һәм тулы күләмдә үтәү өсөн тотороҡло финанс системаһын булдырыу. Был иртәгеһе көнгә беҙҙең өсөн ышаныс тыуҙырыусы төп принцип икәнлеген оноторға ярамай.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.