8 окт. 2012 г.

Тәбиғәт байлыҡтары ситкә китмәһен


Беҙҙең Урал аръяғы төбәге ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына һәм тәбиғәт ресурстарына бик бай. Бер яҡтан Урал аръяғында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу Башҡортостандың иҡтисади үҫешенең арҡа һөйәген тәшкил итһә, икенсе яҡтан, предприятиелар тарафынан ер аҫты байлыҡтарын рациональ файҙаланыуға тейешле иғтибар бирелмәй.

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының вәкәләтенә киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы һәм ер аҫты байлыҡтары булған участкаларҙы ҡулланыу өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләү ҙә инә. Министрлыҡтың Сибай территориаль комитеты хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә тәбиғәт байлыҡтарын (ҡом-гравий ҡатнашмаһы, кирбес балсығы, йөҙләү ташы һ.б.) талауға ҡаршы көрәш буйынса ҙур эш башҡара. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа атап үткән материалдар республикала һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ҙур һорау менән файҙалана.
Закон тәртибендә документ тултырмайынса киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу осраҡтары йышая бара. Был эш менән шөғөлләнеүселәр закондарҙы урап үтеп, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә. Бындай кешеләрҙе “ҡара ҡаҙыусылар” тиергә мөмкин, сөнки улар ҡиммәтле ресурстарҙы сығарып ала һәм  үҙҙәренән һуң ер участкаларын асыҡ килеш ҡалдыра, бер ниндәй ҙә рекультивация эштәре башҡарылмай. Асыҡ ер участкалары күп осраҡта санкцияланмаған ҡыйлыҡҡа әйләнә.
2012 йылда ғына райондың ауыл биләмәләре территорияларында законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙың 11 осрағы теркәлгән. Төбәгебеҙҙең экологик торошона һәм иҡтисадына зыян килтереүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Әлеге ваҡытта республикала был тәңгәлдә эш башҡарыу тәртибе раҫланды. Уға ярашлы, ер участкалары милекселәре аукционһыҙ участкалағы ер аҫты байлыҡтарын үҙ ихтыяжы өсөн (һатыу өсөн түгел) ҡуллана ала. Ер аҫты байлыҡтарын сығарыуға һалым түләргә кәрәкмәй. Тағы ла шуныһы: быраулау-шартлатыу алымдарын ҡулланыу тыйыла. Бындай хоҡуҡ менән Баймаҡ районында бер генә ауыл биләмәһе хакимиәте файҙаланды. Сағыштырыу өсөн күрше Хәйбулла районында 8 ауыл биләмәһе хакимиәтенең 12 участкала ошондай эш башҡарыуға рөхсәте бар.
Хәҙерге көндә ауыл биләмәләре хакимиәттәре үҙ ихтыяжы өсөн участкаларҙы ҡулланыу хоҡуғына эйә була ала. Был хоҡуҡ менән улар бөгөн ҡулланырға тейеш, иртәгә һуң булыуы ихтимал. 

Ғ. Сафиуллин, Сибай территориаль комитетының эксперт-белгесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.