15 окт. 2012 г.

Оло байрамға арнап

Республика көнө – Башҡортостаныбыҙҙың төп байрамы булып һанала. 11 октябрҙә республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһала, тыуған яғыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән эшсәндәре билдәләнә.
8 октябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә үткән тантанала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе З.И. Еникеев, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, район-ҡаланың предприятие-ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һ.б. ҡатнашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов үҙенең сығышында тыуған яғыбыҙҙың сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль үҫешенә баһа бирҙе. “Әлбиттә, район-ҡалала газ, һыу үткәреү, яңы объекттар тапшырыу, инвесторҙар йәлеп итеү буйынса бик күп эш башҡарылды. Шулай ҙа барыбыҙға ла тағы ла тырышып эшләргә, ябай эшсенең, ауыл кешеһенең хеҙмәтен күрә һәм баһалай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта ҡалабыҙҙың – 75, заводтың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла. Ғөмүмән, районыбыҙға булған оло иғтибар һәм хәстәрлек өсөн беҙ Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовҡа, Хөкүмәткә бик тә рәхмәтлебеҙ”, – тине.
Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы З.И. Еникеев, район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова, район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов һ.б. тәбрикләне.
Зөфәр Ирғәле улының муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа “Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн” Почет билдәһе тапшырыуы һөйөнөслө ваҡиға булды. Артабан район-ҡалабыҙҙың алдынғы эшсәндәре БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, муниципаль район хакимиәтенең, муниципаль район Советының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренең, мәктәп уҡыусыларының моңло йырҙарға сорналған, дәртле бейеүҙәре менән күңелде елкендергән концерты тантананың сағыу биҙәгенә әүерелде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.