29 окт. 2012 г.

ҺЕҘ ҺОРАҒАЙНЫҒЫҘ

Үҙ эшегеҙҙе асһағыҙ...

Бөгөн республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус программалар эшләй. Бөгөн ниндәй йүнәлеш буйынса үҙ эшеңде асыу отошлораҡ һәм уны үҫтереүгә ниндәй дәүләт программалары бар? Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов менән булған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Зариф Тәфтизан улы, инвестиция проектын тормошҡа ашырыусы субъекттарға кредит алыу мөмкинлеге бармы?
– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 21 июнендә ҡабул ителгән “Республика инвестиция проекттарын финанслау буйынса кредит ойошмалары менән бәйләнеш булдырыу тәртиптәрен раҫлау тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, республиканың социаль-иҡтисади торошон үҫтереүгә йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡ төрҙәренә өҫтөнлөк бирелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына минималь процентлы ставка менән кредит биреү өсөн Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан улар һайлап алына. Уның тәртибе БР Хөкүмәтенең 2010 йылдың 8 февралендә ҡабул ителгән 35-се ҡарары менән раҫланған.
 
– 2012 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар биреү ҡаралғанмы?
– БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 29 мартында ҡабул ителгән 84-се ҡарары менән 2012 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программалары раҫланған. Унда, әлбиттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың сығымдарын ҡаплау буйынса субсидиялар биреү ҙә ҡаралған. Был хаҡтағы мәғлүмәт менән дәүләт комитетының www.mbis.bashkortostan.ru рәсми сайтында танышырға мөмкин.
БР Хөкүмәтенең ҡарары менән 2012 йылдың 20 июлендә 249-сы “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү тураһында”ғы ҡарары менән 2013-2018 йылдарға оҙайлы ваҡытҡа маҡсатлы программа ла ҡабул ителгән. Унда яңы башланғыс алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына лизинг буйынса ҡоролма һатып алғанда тәүге иғәнәне түләүгә грант (субсидия) бирелә. Студенттарға йәки һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаған йәш эшҡыуарҙарға ла эшмәкәрлектәренең башланғыс осоронда грант (субсидия) биреү ҡарала. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм инфраструктура ойошмаларының сығымдары, лизинг түләүҙәрҙең, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө, кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкалары субсидиялана. Энергия менән тәьмин итеү һәм электр селтәрҙәре объекттары хужалыҡтарына тоташтырыу программаларын тормошҡа ашырыу менән бәйле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе субъекттарҙың сығымдарының бер өлөшөнә субсидия бирелә.
Муниципаль район хакимиәте тарафынан да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында махсус программа эшләй. Ошо көндәрҙә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән муниципаль район хакимиәте араһында төҙөлгән килешеү буйынса, районға 3 млн һум бүленәсәк. Өҫтөнлөклө бизнес-пландары булған эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ.

– Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар күп...
– Районда был өлкә эшҡыуарҙары “Баймаҡ урман сәнәғәте союзы” ЯСЙ-һына берләшкән. Бөгөн улар түбән сортлы ағастарҙы эшкәртеүгә ҡоролмалар һатып алыу һәм технологияһын үҙләштереү өҫтөндә эшләй. Был тәңгәлдә ағас күмере әҙерләү буйынса проекттарҙы өйрәнәбеҙ. Был продукцияға һорау ҙур икәнен иҫәпкә алғанда, эшҡыуарлыҡ өсөн бик тә отошло булмаҡсы. Шулай уҡ яғыулыҡ өсөн брикеттар һәм грануллы пеллеттар етештереү ҙә уңышлы булмаҡсы. Ағас эшкәртеү буйынса инвестиция проектының бизнес-планы булған осраҡта Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Сәнәғәт металл ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса районда эш алып барыламы? – 2011 йылдың сентябрендә БР-ҙың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына Түбә металл изделиелары заводынан, хәҙер ул “Ватан” ЯСЙ-һы тип атала, “Ҡоростан шарҙар әҙерләү һәм етештереү” тураһындағы проект тәҡдим ителде һәм ул яҡлау тапты. Ул проектты 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғы райондарын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына индереү ҡарала. 2012 йылдың 3 октябрендә БР-ҙың Иҡтисадты үҫтереү министрлығы тарафынан “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы бизнес-идеяһы” конкурсының һуңғы этабы үтте. Конкурстың эксперт-комиссияһы тарафынан да был проект яҡшы яҡтан баһаланды. Шунлыҡтан был программаның эшләп китеүе район өсөн бик отошло. Яҡынса 150 кешегә өҫтәмә эш урыны буласаҡ.
Һүҙ һуңында шуны әйтеп үткем килә, өҫтөнлөклө бизнес-пландарҙы беҙ ҡарарға һәм өйрәнергә әҙербеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.