29 окт. 2012 г.

Дин һәм иман

Ҡоҙоҡ һыуын тәмләп...


Беҙҙең бик күптәребеҙ дин тарихы тураһында бәйән итергә ярата, тап ошо темаға ҡарата булған бәхәстәр ҙә йыш ҡына ҡыҙыу төҫ ала. Әммә бөгөн мин дин тураһында бәхәсләшергә йыйынмайым, киреһенсә, уның ыңғай, тормошобоҙға йәм, матурлыҡ биргән яғын күрһәткем килә.


Тәбиғәттең хозур бер урынында, Иҫән ауылына ингән генә ерҙә, Әнәс ҡоҙоғо урынлашҡан. Был ҡоҙоҡто 1878 йылда 15 кенә йәшендә имам Әнәс Насырйән улы Йәрмөхәмәтов (1863-1940) ҡаҙған. Бынан ике йыл элек уның туғандары, ауылдаштары ҡоҙоҡтоң тирә-яғын таш менән уратып алып, башына манара, янына таҡтаташ ҡуя.

Әнәс Насырйән улы үҙ заманының уҡымышлы кешеһе була. Ҡөрьәнде ул яттан белгән. Әле халыҡтың яратып ял иткән Талҡаҫ шифаханаһының да урынын тап ул күрһәтә. Әнәс ҡоҙоғон асыу тантанаһы менән бер үк көндө Иҫән ауылы мәсетенә лә нигеҙ ташы һалынды. Был эштең башланғысын Ә.Н. Йәрмөхәмәтовтың ейәне Миңлеғәле Зөлҡәрнәй улы үҙ өҫтөнә алды.

Тантана ауыл халҡының ҡоҙоҡ янына ағастар ултыртыуҙан башланды. Артабан М.З. Йәрмөхәмәтов ҡоҙоҡтоң тарихын һөйләне. Әнәс Йәрмөхәмәтовтың ейәнсәрҙәре Мәрғиҙә Нәҙербаева менән Миндинур Баҡыевалар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәрғиҙә атаһы һөйләгәндәргә таянһа, Миндинур өләсәһе бәйеттәрен уҡып ишеттерҙе.
 
Иҫән ауылында тыуып үҫкән Исмәғил Латып улы Мөхәмәтйәнов Әнәс Насырйән улы Йәрмөхәмәтовтың уҡымышлылығына баҫым яһаһа, Баймаҡ мәсете имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин: “Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Мәсет һалған, ағас ултыртҡан һәм ҡоҙоҡ ҡаҙған кеше үҙенең артынан мәңгелек эҙ ҡалдыра, һәр саҡ сауап алып тора,” – тине.
 
Артабан килгән ҡунаҡтар буласаҡ мәсет нигеҙенә юлланды. Ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Ғиләж ҡыҙы Вәхитова: “Мәсет тауҙа урынлашырға тейеш тиҙәр. Шулай уҡ халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ауыл урамдарына яҡын урынды һайланыҡ”, – тине. Унан һуң мәсеткә тәүге нигеҙ таштары һалынды һәм аят уҡылды.

Эльмира Кейекҡужина.
Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.