31 окт. 2012 г.

Ғаиләм – ҡәлғәм

Розалина Ҡотлоғолова.
   Ошо көндәрҙә ҡаланың 105-се һөнәрселек лицейының тамашалар залында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Йәш ғаилә – 2012” конкурсы үтте. Унда ҡаланың иң өлгөр, һәр яҡтан алдынғы булып һаналған йәш ғаиләләре йыйылған ине.


 Бәйгене ҡала биләмәһе башлығы Исмәғил Әхмәт улы Бураншин үҙенең сығышы менән асты: “Беҙ бында тамаша ҡарарға ғына килмәгәнбеҙ. Бәйгелә ҡатнашҡан йәш ғаиләләрҙе тәбрикләп, улар өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында йыйылғанбыҙ”. Исмәғил Әхмәт улының һүҙҙәрен дәлилләп, сәхнәгә йәштәр: Рәзинә менән Нәдир Ҡотлоғужиндар, Гөлфиә менән Ким Баййегетовтар, Юлиә менән Рим Йәнбәковтар, Зәлиә менән Руслан Ҡотлоғоловтар, Зарема менән Хәйҙәр Ғибәҙәтовтар сығып баҫты. 
 
 Бәйгенең тәүге өлөшөндә һәр пар-конкурсант үҙҙәре менән таныштырып үтергә тейеш ине. Ҡотлоғужиндар ғаиләһе был ярышҡа ижади ҡараған. Ғаилә башлығы Нәдир ҡурай уйнай, уның көйөнә тормош юлдашы Рәзинә дәртләнеп бейей. Тап ошо моң ҡасандыр ике йәш йөрәкте бергә бәйләй ҙә инде. 
 
 Баййегетовтар ҙа был ярышта башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын ҡулланды, аталы-уллы Ким менән Динар ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны. 
 
 Бәйгенең икенсе өлөшө балаларға арналды һәм “Мин буласаҡ йондоҙ” тип аталды. Бында Әлфиә Йәнбәкованың – һинд, Динар Баййегетовтың, ағалы-ҡустылы Вадим менән Вилдан Ғибәҙәтовтарҙың башҡорт батыры, Розалия Ҡотлоғолованың рус халыҡ бейеүҙәре, Айгизә Ҡотлоғужина менән Розалина Ҡотлоғолованың шиғырҙары тамашасыларҙы дәртләндереп тә, илһамландырып та ебәрҙе. 
 
Ҡотлоғужиндар ғаиләһе.
  Һәр бер ғаиләнең үҙенең традициялары, йолалары була. Ул шуларға таянып йәшәй. Артабанғы ярышта конкурсанттар тап ошо яҡтан үҙҙәренең ғаилә нигеҙенең ныҡлығын күрһәтергә тырышты. Ололарҙың тәжрибәһенә, йәшлектең дәртенә таянып йәшәй Ҡотлоғужиндар ғаиләһе. Уларҙың өләсәһе, әсәһе мөнәжәт әйтеп, балаларына бүләктәр таратты. 
 
 Баййегетовтарҙың ғаиләһе “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тигән халыҡ мәҡәленә таянып эш итте. Ким менән Гөлфиә үҙҙәренең ҡул эштәрен балаларына күрһәтеп, уның башҡарылыу техникаһы менән таныштырҙы. 
 
 Йәнбәковтар йәшлек хәтирәләренә бирелде: тәүге осрашыуҙары, туй, унан оло ҡыҙҙары Әлфиәнең тыуыуы... – барыһы ла бөгөн генә булып үткән кеүек. 
 “Эш эш менән, ял итә лә белер кәрәк”, – ти Ҡотлоғоловтар ғаиләһе. Улар йәй көндәре тәбиғәткә сығырға ярата икән. 
 
 Ғибәҙәтовтар ғаиләһендә һәр байрамға оло мәғәнә һалына. Айырыуса 8 март көтөп алынған көн булып сыҡты. Ғаиләләге берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ затынан булған әсә кешегә ҙур хөрмәт күрһәтелә. 
 
 Бәйгенең дүртенсе өлөшөндә “Бәхетле ғаилә – ул ниндәй булырға тейеш?” “Ғаиләлә ата ролен нисек күрәһегеҙ?” “Һеҙҙә ғаилә башлығы кем?” кеүек һорауҙарға һәр парҙан ҡыҙыҡлы, матур яуаптар ишетелде. 
 
 Ғәҙәттә, яңы өйләнешкән парҙарға: “Табынығыҙ мул булһын!” тигән кеүек теләктәр еткерелә. Фойены биҙәгән аҙыҡ-түлектән һығылып торған өҫтәлдәр тап ошо һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгән кеүек ине. 
 
 Шулай итеп, бәйге тамам. Ярышта өсөнсө урынды Зарема һәм Хәйҙәр Ғибәҙәтовтар менән Рим һәм Юлиә Йәнбәковтар бүлешһә, Гөлфиә һәм Ким Баййегетовтар менән Зәлиә һәм Руслан Ҡотлоғоловтар икенсе урынға лайыҡ булды. Ә бына Нәдир һәм Рәзинә Ҡотлоғужиндар беренсе урынды яуланы. Уларҙың һәр ҡайһыһына уңыштар, аҡ бәхеттәр юлдаш булһын. 

 Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.
 Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.