29 окт. 2012 г.

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары ниндәй?

“Микротулҡынлы мейес һатып алғайным, гарантия осоронда ул ватылды. Магазинда уны яңыһына бер ай эсендә алмаштырабыҙ, тип белдерҙеләр. Һатып алыусы булараҡ, минең ниндәй хоҡуҡтарым бар?”
Гөлнара, Баймаҡ ҡалаһы.

Һорауға “Консультант” ЯСЙ-һы директоры Ғ.С. Ярбулов яуап бирә:
– “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закондың 21-се статьяһы тап ошо мәсьәләгә ҡағыла ла инде. Унда һатып алған тауарҙың етешһеҙлеге асыҡланған осраҡта, алмаштырыу тәртибе һәм ваҡыты тураһында ла әйтелә. Билдәләнгән ваҡыт етешһеҙлеге булған тауарҙы магазинға тапшырған көндән алып иҫәпләнә башлай. Ләкин уның бер нисә осрағы ҡарала:
  • әгәр кәрәкле тауар һатыуҙа бар икән, уны һеҙгә ете көн эсендә алмаштырырға тейештәр;
  • тауарҙың сифаты өҫтәмә тикшереү талап итә икән, уның өсөн 20 көн ваҡыт бирелә;
  • һеҙгә кәрәк тауар һатыуҙа булмаһа, уны алмаштырыу өсөн 30 көн көтөргә тура киләсәк.
Законда ҡаралған ошо талаптарҙы иҫәпкә алғанда, тауарҙы алмаштырыу өсөн яҡынса бер ай ваҡыт талап ителә. Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк, микротулҡынлы мейесте яңыртып алғандан һуң, уның өсөн гарантия ваҡыты ла яңынан иҫәпләнә башлай.

Л. ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.