31 окт. 2012 г.

Пай еренә аҙ түләйҙәр...

Быйылғы шарттарҙа был насар түгел

 
 “Һеҙгә Урғаҙа ауылынан пенсионерҙар ғаиләһе – Буранбаевтар мөрәжәғәт итә. Һеҙгә үкенесле лә, үтенесле лә хат яҙырға булдыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә 2 йыл инде пай еребеҙҙе фермерҙар Илдус Ҡадыров менән Сынтимер Ибраһимовҡа ышаныс менән биргәйнек. Был егеттәр бигерәк әрһеҙләшеп киттеләр – һәр пай өсөн 3-әр центнер иген бирергә булдылар. Беҙ быға бер ҙә риза түгелбеҙ. Мал, ҡош-ҡорт көтәбеҙ, ә ашлыҡты һатып алырға тейешбеҙ. 
 Һуңғы осорҙа халыҡтың эскелеккә һабышыуы хафаға һала. Күптәр төшөнкөлөккә бирелеп, донъяһын да йүнләп көтмәй, малдарын да татарҙарға һатып бөттө. Был хәлгә кем сик ҡуйыр?

 
 Был хатҡа рәсми яуап алыу өсөн беҙ муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә һәм Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Улар бына нимә тип яуап бирҙе: 
 – Пайға килгәндә, уның хужаһы ерен кемгә биреү-бирмәүҙе үҙе хәл итә. Әгәр ҙә Буранбаевтар атап үтелгән фермерҙар ҡуйған хаҡ менән риза түгел икән, алдағы йыл улар пайын икенсе кешегә эшкәртеүгә бирә ала. Ә барыһы ла алдан төҙөлгән килешеү нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Быйылғы йылдың ҡоролоғон иҫәпкә алғанда, һәр пай өсөн 3 центнер иген бер ҙә насар түгел, киреһенсә, бик һәйбәт.

 “Икенсе мәсьәләгә килгәндә, һәр кем үҙ донъяһын үҙе төҙөй, электән эсеү менән мауыҡҡан бер үк кешеләр һаман да шуның менән булыша, – шулай тип яуап бирҙеләр урындағы ауыл биләмәһендә. – Беҙҙә, мәҫәлән, эшһеҙлек көслө тип әйтмәҫ инек. Урындағы хужалыҡта ла, МТС бүлексәһендә лә, фермерҙарҙа ла эшләргә була. Тырыштар электән аҡсаһын да тапты, донъяһын да көттө. Ғөмүмән, һәр нәмә кешенең үҙенән тора. Шуға ынтылайыҡ, киләсәгебеҙҙе үҙебеҙ төҙөйөк”.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.