15 окт. 2012 г.

Ололарҙы һөйөндөрөп


Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү, хәстәрлек күреү өсөн районыбыҙҙа күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың иң һөйөнөслөһө – торлаҡ сертификаттары тапшырыу. 

Республика көнө алдынан муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов I Этҡолдан Маһинур Абдрахман ҡыҙы Мөхәмәтйәнова менән Темәстән Миңлебикә Сибәғәт ҡыҙы Мырҙагилдинаға сертификат тапшырҙы. Тыл ветерандарын шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының бүлек начальнигы Т.В. Денисова ла ҡотланы.

М.А. Мөхәмәтйәнова район, республика етәкселегенә рәхмәтен белдереп, һуғыштан һуң яу яраларынан оҙаҡ йәшәй алмаған тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сөләймән олатай Мөхәмәтйәнов тураһында һөйләп үтте. “Эйе, беҙҙең заман кешеләренә күп ауырлыҡтар кисерергә тура килде. Шулай ҙа һәр саҡ түҙемле һәм сабыр булдыҡ. Беҙ тормош иптәшем менән ете бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Үкенескә ҡаршы, эш менән уларҙың кескәй сағын күрмәй ҙә ҡалдыҡ”, – тине 85 йәшлек Маһинур инәй.
 
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, һәр көндөң матурлығын, йәмен күрә белгән, йәшләй һәләк булған тормош иптәштәре тураһында яҡты хәтирәләрҙе күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлаған инәйҙәргә һаулыҡ, оҙон ғүмер, аласаҡ яңы фатирҙарының ҡотло булыуын теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.