15 окт. 2012 г.

ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛДЕ: һыу ҙа, газ да булды

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов ике йыл элек Темәстә эш сәфәре менән булып киткәндә ауылдың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдергәйне. Ул һүҙендә торҙо: бөгөн ”Темәс” тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ремонтланды, юлдар төҙөкләндерелде, мәҙәниәт йорто реконструкцияланды, Әмин һәм Бетерә ауылдарында мәсет төҙөлдө. Психоневрология интернатында ла төҙөлөш эштәре көтөлә.


Темәстәрҙең тағы ла бер шатлығы: 7 октябрҙә һыу һәм газ селтәре төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды.
– Районда алып барылған төҙөлөш эштәренең барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәте ярҙамы менән башҡарыла, – тине район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Ыңғай күренештәрҙе Темәс ауылында ла күрергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәте хаҡына башҡарыла. Республика башлығының Мөрәжәғәтнамәһе “Халыҡ өсөн эшләргә” тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Артабан ҡотлау һүҙен Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаев, район Советы секретары Р.З. Ишбулатов, район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова, “Строй-сервис” ЯСЙ-һы директоры А.В. Макаров алды. Мәғариф ветерандары С.Ғ. Вәлиев менән Асия Бикбова яуап һүҙе алып, рәхмәттәрен белдерҙе.
Иң тулҡынландырғыс мәл етте: һыу селтәре асылды. Ал таҫмаларҙы И.Х. Ситдыҡов, А.В. Макаров, С.Ғ. Вәлиев киҫте. Биҙәктәр төшөрөлгән биҙрәләрен көйәнтәгә элгән ҡыҙҙар колонканан һыу алып, тантанала ҡатнашыусыларҙы һыйланы.
Тағы ла бер сара: йорттарҙа “зәңгәр яғыулыҡ” тоҡандырыу. Ауылдың 6 урамында газ селтәре төҙөлгән. Тантаналы был көндө Рәмзиә һәм Рәмил Солтановтар, Гөлназ һәм Кәрим Яхиндарҙың өйөндә тәүге тапҡыр “зәңгәр яғыулыҡ” тоҡанды. Хужалар үҙҙәренең ҡыуаныстарын йәшермәне, рәхмәттәрен белдерҙе.
Әйткәндәй, Темәстә 15,5 километрҙа газ селтәре “Ауылды социаль үҫтереү“ һәм республика адреслы инвестиция программалары, 5 километрҙа һыу “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү“ программаһы ярҙамында башҡарылған. Темәс ауыл биләмәһе башлығы Р.Х. Йәнсурин ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәрҙең барыһы өсөн дә рәхмәт белдереп, ауыл халҡы исеменән Р.З. Хәмитовҡа ебәреләсәк телеграмманың йөкмәткеһе менән таныштырҙы. Унда: “Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙгә Урал тауындай сәләмәтлек, ҙур уңыштар теләйбеҙ”, –  тигән юлдар бар.
Тантанала “Каруанһарай” студияһы егеттәре һәм ҡыҙҙарының сығыш яһауы байрамға матур өҫтәмә булды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.