8 окт. 2012 г.

Хеҙмәттән йәм тапҡан ир уҙаманы


 “Әлегеләй хәтеремдә: мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн беҙгә ҡәбер ҡаҙырға ҡуша торғайнылар. Баланың көсө күпме генә инде... Шулай ҙа хәлдән тайғансы эшләйбеҙ. Тәрән ҡаҙа алманыҡ, шундай ҡәберҙәргә мәрхүмдәрҙе ерләнек. Уларҙы эттәр һөйрәп сығарып ашауын күреүе ҡот осҡос күренеш була торғайны. Кешеләр аслыҡтан интегеп, ситкә эш эҙләп китергә мәжбүр ине”.

Ветерандар советы, “Атайсал” клубы ағзаһы Хәлфетдин Сафа улы Ишморатов ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Заманында Баймаҡта етәксе вазифалар биләп, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән аҡһаҡалды барыһы ла яҡшы беләлер тип уйлайым.

Хәлфетдин Сафа улы 1932 йылда Йылайыр районында донъяға килә. Ата-әсәһе ғаиләһен тәьмин итер өсөн тырышып эшләй, донъя көтә. Ҡашҡар ауылында лавкалар менән етәкселек иткән ғаилә башлығын улар һирәк күрә. Бар ил халҡын зар илатып, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Хәлфетдин Ишморатовҡа 9 йәш була. 1942 йылда атаһы яуға оҙатыла. Хәлфетдин Сафа улы әйтеүенсә, ул йылдарҙа, айырыуса Ҡашҡарҙа, тормош бик ауыр була. Кешеләр аслыҡтан йыш үлә. Уларҙы күмергә өлкәндәр етешмәй. “Әлегеләй хәтеремдә: мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн беҙгә ҡәбер ҡаҙырға ҡуша торғайнылар. Баланың көсө күпме генә инде... Шулай ҙа хәлдән тайғансы эшләйбеҙ. Тәрән ҡаҙа алманыҡ, шундай ҡәберҙәргә мәрхүмдәрҙе ерләнек. Уларҙы эттәр һөйрәп сығарып ашауын күреүе ҡот осҡос күренеш була торғайны. Кешеләр аслыҡтан интегеп, ситкә эш эҙләп китергә мәжбүр ине”, – тип хәтерләй аҡһаҡал ауыр йылдарҙы.

1945 йылда Хәлфетдин Сафа улы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Шуныһы ҡыуаныслы, уның атаһы яуҙан имен әйләнеп ҡайта. 1949 йылда Ишморатовтар ғаиләһе Баймаҡҡа күсеп килә. Ғаиләһенә ярҙам итеү теләге менән янған егет ҡаланың баҡыр иретеү заводына йөк тейәүсе булып эшкә төшә. Белем алырға ынтылған Хәлфетдин Ишморатов Баймаҡ тау-металлургия техникумында асылған курста уҡый. Тырыш егетте мастер итеп үрләтәләр. 1954 йылда ул Совет Армияһы сафына алына. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан Хәлфетдин Сафа улын һаҡлыҡ банкына инспектор итеп билдәләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта ул ситтән тороп тау-металлургия техникумында уҡый һәм 1965 йылда диплом ала. Йәш кешенең оҫта, талапсан, һәр эште еренә еткереп эшләүен күреп, ул саҡтағы АТП начальнигы Н.К. Башкуров уны үҙҙәренә эшкә саҡыра. Хәлфетдин Сафа улын автостанция начальнигы итеп ҡуялар. Уның тырышлығы менән ҡала эсендә, ауылдарға һәм Сибайға автобус маршруттары асыла.

1965 йылдың 20 мартында Хәлфетдин Сафа улын ҡала советы рәйесе итеп һайлайҙар. Ул саҡта ҡалаға 30 йыл тулып килә ине. Проблемалар етерлек – ремонт эштәре, торлаҡ, мәктәп төҙөү һ.б. көнүҙәктә булды. Шул мәлдә район, ҡала рәйестәре Х.Ш. Кашанов, Х.С. Ишморатов, район архитектураһы, республика белгестәренең күрһәтмәләренә таянып, төҙөлөш буйынса генераль план төҙөнө. Әйтергә кәрәк, ул документ Баймаҡтың төҙөү эшендә файҙаланыла.

Ҡалала парк асыу, уны мәҙәни ял итеү урынына әйләндереү өсөн дә Хәлфетдин Сафа улына күп көс түгергә тура килде. Ленин һәм Горький урамдарында Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәлдәр ҡуйылды. Баймаҡта “зәңгәр экрандар” тоҡанһын өсөн дә Х.С. Ишморатов бар тырышлығын һала. Хатта үҙе ҡала советының ишек алдына антенналар эшләй. Баймаҡты телевизорлы итеү теләгенә район советы рәйесе Х.Ш. Кашанов та ҡушыла. Шул рәүешле, Ирәндек тауында телевышка ҡалҡып сыға.

1967 йылда Хәлфетдин Сафа улын һыра заводы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул эшен тәртип урынлаштырыуҙан, төҙөкләндереүҙән башлай. Уны бигерәк тә эшселәрҙең өсәр айлап эш хаҡы алмауы борсой. Хәлфетдин Сафа улы бында ла һынатмай, ике тиҫтә йыл уңышлы эшләй, район-ҡалаға күп кенә килем килтереүгә өлгәшә. 1987 йылда уны домоуправлениеның начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Штат ҙур булһа ла, ойошма бәләкәй, иҫке, 3 бүлмәнән торған бинала урынлашҡан. Ҡаланың бар йорттары, урамдары уларҙың ҡарамағына тапшырылған. Шул саҡта урамдарҙың байрамы үткәрелеүе бик тә үҙенсәлекле булғайны. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәр ҡатлы өйҙәрҙә, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашып, уҙасаҡ сара тураһында хәбәр итте. Кешеләр өйҙәрен, йорт-тирәһен, урамдарҙы таҙартты. Байрам көнө үткәрелгән конкурстарға бешерелгән тәмлекәстәрен алып сыҡтылар, ҡул эштәре ҡуйылды. Спорт ярыштарында ҡатнаштылар, йырсы-бейеүселәр, төрлө музыка ҡоралында уйнаусылар үҙ һөнәрен күрһәтте. Был онотолмаҫлыҡ байрам  булды. Уны әле һағынып иҫкә алыусылар бар.

1990-1993 йылдарҙа Х.С. Ишморатов “Урал аръяғы” совхозында яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ошонан ул хаҡлы ялға сыға. 

Хәлфетдин Сафа улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Район советы депутаты булып һайлана. Хәҙерге ваҡытта ла тынғыһыҙ кеше ветерандар советының, “Атайсал” ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Хәлфетдин Сафа улы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап миҙалдар, Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Ил ағаһының ғаиләһенән дә үрнәк алырлыҡ. Улар тормош юлдашы Әлмира менән ярты быуаттан ашыу иңгә-иң терәп, бик татыу йәшәй. Бәхетле ғаиләлә 4 ул һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләнгән. Уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, матур, етеш донъя көтә, балалар үҫтерә.
Ғүмерен хеҙмәттә үткәргән сабыр, ғәҙел, тынғыһыҙ Хәлфетдин Сафа улына оҙайлы ғүмер, ғаилә бәхете, балаларының тик игелеген күреүен теләйем.

Гөлкәй ЯҠУПОВА, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Г. Иҫәнгилдина фотоһы.  

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.