8 окт. 2012 г.

Ауылыбыҙҙың йәме булған ғаилә

Алтын көҙҙөң матур көнөндә Аҡморон мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Нурания һәм Ирек Низамовтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ тантанаһы үтте. Кисәгә ауылдың оло быуын кешеләре, уларҙың хеҙмәттәштәре, туғандары йыйылды.

Был матур кисә бик йәнле һәм күңел йылылығы менән барҙы. Фаягөл Таулыҡаева моңло йыры менән юбилярҙарыбыҙҙың йәшлек тауы артында ҡалған мөхәббәт ҡылдарын тибрәтте. Сара матур хәтирәләргә ҡоролғайны. Китапханасы Раушания Баййегетова алдан әҙерләнгән эстәлекле һорауҙары менән был осрашыуҙы тағы ла йөкмәткелерәк итте.
Нурания һәм Ирек Низамовтар икеһе лә 40 йыл “Баймаҡ” совхозында хеҙмәт юлын үткән. Нурания апайҙың: “Эш һайлап торманыҡ, ҡайҙа ауыр – шунда бара торғайныҡ. Үкенмәйем – емертеп эшләнек. Беҙ бит хеҙмәт менән тәрбиәләнгән балалар”, – тигән һүҙҙәре һәр кемде уйға һалғандыр.
Низамовтар тормоштарынан ҡәнәғәт булып, өс балаһының, ейәндәренең ихтирамын тойоп, бер-береһенә терәк булып, бәхетле ғүмер итә. Ишек алдындағы шау сәскә, өйҙәге бөхтәлек – уларҙың эшһөйәрлектәре тураһында һөйләй.
Йәш ғаиләләргә өлгө булған Низамовтар ғаиләһе – ауылыбыҙ йәме. Һәр заманға хас ауырлыҡтарға ҡаршы тороп, илле йыл бергә ғүмер иткән, кешеләргә йылылыҡ, наҙ өләшкән Нурания һәм Ирек Низамовтарға иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс күк йөҙө аҫтында тиң ғүмер итеп, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Кисәнең аҙағында ғаиләгә Башҡортостан Республикаһы Президентының бүләге тапшырылды, шулай уҡ урындағы ветерандар советы рәйесе Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы Фәттәхова уларға рәхмәт хатын тапшырҙы. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, “Гөлнәзирә” ансамбле йырсылары кисәне күңелле итеп тамамланы. Был сара, көҙҙөң моңһоу көнөндә, ололар күңеленә йәшәү дәрте өҫтәне.

Гөлназ АЗАМАТОВА, Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.