8 окт. 2012 г.

“Мөмкин булһа һәйкәл ҡуйыр инем...”


Кешегә ғүмер бер генә бирелгән. Айырыуса ата-әсәйҙәрҙең ғүмере бик ҡыҫҡа тойола. Шуға ла уларҙың ҡәҙерен үҙ мәлендә белергә кәрәк.

Эйе, ғүмер аҡҡан һыу һымаҡ уҙған икән. Йәшлек тә эш, мәшәҡәттәр менән күҙ асып йомған арала үткән. Хәҙер инде янымда атай ҙа, әсәй ҙә юҡ. Ә бит барыһы ла яңы ғына булған кеүек ине.

...Атайым Ғәлимйән Мөхәмәтзәкир улы Айытбаев 1927 йылда Үрге Иҙрис ауылында донъяға килгән. Ул 11 йәштә генә етем ҡалып, тормоштоң әсе һурпаһын татый башлай.
Совет Армияһы сафына 1945 йылда алына. Унда 4 йыл танкист булып хеҙмәт итә. 1949 йылдың алтын көҙөндә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм Муллаҡай ҡыҙы Гөлзәғифә Абдрахман ҡыҙы Дәүләтҡолова менән яҙмышын бәйләй. Тиҙҙән, мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы 2 ҡыҙы һәм 6 улы донъяға килә.
 
Атайыбыҙ беҙгә һәр саҡ үрнәк булып торҙо. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла: комбайнға ултырып йөрөһөнмө, тракторғамы – һәр саҡ күңелен һалып башҡарҙы.
 
Ғәлимйән Мөхәмәтзакир улы ауыл, район һабантуйҙарынан да ситтә тороп ҡалманы. Көрәштәрҙә тәүге урындарҙың береһен яулап, бүләккә велосипед, гармун, электр сәйнүге, ҡул сәғәттәре һәм башҡа бүләктәр алып ҡайта торғайны. Ә 40 йәше тулғас, көрәштәрҙә уны судья итеп һайлап ҡуйыр булдылар. Әммә тиҙҙән, 46 йәшендә генә, атайыбыҙ гүр эйәһе булды. Тырыш, сабыр холоҡло әсәйебеҙ юғалып ҡалманы, һәр ҡайһыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙы, кеше итте.
Әле әсәй үлгәнгә – 20, ә атайға 39 йыл тулды. Уларҙы беҙ ҙә, ауылдаштары ла бик хөрмәтләп хәтергә ала.
 
Атай! Әсәй! Беҙгә тормошто яратырға өйрәткән өсөн һуңлап булһа ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын!

Гөлшат Исҡужина.
Үрге Иҙрис ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.