8 окт. 2012 г.

«Бәхет хат»тары таратыла


Башҡортостан Республикаһына 2 миллиондан ашыу “Бәхет хат”ы килде, әлеге көндәрҙә уларҙы эйәләренә тапшырыу бара. Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды йыл да хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө тураһында мәғлүмәт бирә. Унда мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһындағы граждандың шәхси иҫәбенең торошо хәбәр ителә. Һәр белдереү ҡағыҙы шәхси иҫәптә күрһәтелгән адрес буйынса заказлы хат итеп ебәрелә.

Быйыл белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәттәр һәр кемгә лә аңлайышлы булһын өсөн ябайлаштырылған. Унда 2011 йылға эш биреүсе тарафынан хеҙмәт пенсияһының страховка һәм тупланма өлөштәренә күсерелгән страховка иғәнәләре тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Шулай уҡ граждандың һайлап алған идарасы компанияһы тарафынан 2011 йылға тупланма өлөшөнөң инвестицияланыуы тураһында мәғлүмәт тә сағылдырыла. Пенсияны дәүләт тарафынан финанслау программаһында ҡатнашыусы граждандарҙың белдереү ҡағыҙында өҫтәмә иғәнәләр суммаһы ла күрһәтелә: 2011 йылда хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә үҙе күсергән иғәнәләр, дәүләт тарафынан финансланған сумма һәм эш биреүсенең күсергән иғәнәһе тураһында мәғлүмәттәр. Әсәлек (ғаилә) капиталын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереүселәр ҙә ул аҡсаларҙың фондҡа күсеүе тураһында мәғлүмәт аласаҡ.

Пенсия фонды шул уҡ ваҡытта граждандарҙың шәхси иҫәбенең торошон хәбәр итеүҙең заман талаптарына яуап биргән ысулдарын үҙләштерергә тырыша. Республика халҡы үҙ иҫәбенең торошо хаҡындағы мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фонды килешеү төҙөгән кредит ойошмалары, шулай уҡ www.gosuslugi.ru сайтына инеп Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша электрон формала белешә ала. Унан тыш, урындағы Пенсия фонды идаралығына килеп шәхси иҫәптең торошо хаҡында тулы мәғлүмәт алырға ла мөмкин. “Башҡортостандың социаль картаһы”на эйә булыусылар республиканың бөтә Пенсия фонды идаралыҡтарына урынлаштырылған инфоматтар аша белешмә ала ала.

М. Йәнбәкова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.