31 окт. 2012 г.

Тармаҡ – үҫеш юлында

Районда сауҙа һәм халыҡты көнкүреш
хеҙмәтләндереүе торошо тураһында


Сауҙа өлкәһе – районыбыҙ иҡтисадының иң мөһим тармаҡтарының береһе һанала. 2012 йылдың 1 сентябренә ҡарата районда 793 эшҡыуар һәм 55 предприятие теркәлгән. Хәҙерге көндә 429 берәмләп һатыу предприятиеһы, шул иҫәптән 275 магазин, 60 киоск, 91 павильон, 3 күмәртәләп һатыу базаһы, 13 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы бар. Ағымдағы йылдың алты айында берәмләп һатыуҙа тауар әйләнеше 845 миллион һум тәшкил итһә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында был күрһәткес 66 миллион һумға тиң.

Әлеге мәлдә сауҙа өлкәһендә 2 меңдән ашыу кеше эшләй. Былтыр сауҙа өлкәһе муниципаль район бюджетына 23 миллион 607 мең һум һалым индергән, ул түләнгән дөйөм һалым күләменең 10,7 процентын тәшкил итә. Иң күп һалым түләүселәр – “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте һәм “Магнит” магазиндары, уҙған йылда улар урындағы бюджетҡа 1,9 миллион һум һалым түләгән. Эшҡыуарҙар араһында һөҙөмтәле эшләгән Ләйсән Дәүләтшина, Александр Минаев, Таштимер Фәхрисламов, Альберт Ишбулатов, Илдус Ибраһимов, Николай Жжонов, Зоя Минаева, Әҙеһәм Шәрипов, Галина Давыдова, Хөсәйен Ғайсин беренсе унау исемлегендә.
 
Районда сауҙа үҫеше хеҙмәтләндереү сифатына яҡшы йоғонто яһай, тип әйтеп булмай. Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоу, ваҡыты сыҡҡан тауарҙар һатыу, нигеҙһеҙ рәүештә хаҡтарҙы арттырыу осраҡтары бар, антисанитария күҙәтелә. Магазин һәм баҙарҙарҙа һатып алыусыларҙы алдап кәм үлсәһәләр йәки артыҡ иҫәпләһәләр, супермаркеттарҙа урынлаштырылған автоматлаштырылған компьютер системаларын да аферистар үҙ файҙаһына ҡулланыу алымдарын уйлап таба.
 
Берәмләп һатыу секторы буйынса ялыуҙар ҙа даими арта бара. Статистика буйынса ялыуҙарҙың 40 проценты аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары сифатының ҡәнәғәтләнерлек булмауы, 12 проценты һатып алыусыларҙы алдау, 14 проценты ҡулланыусылар хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарына тура килә.
 
Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһенә килгәндә, бөгөн район буйынса – 18, ҡалала 184 субъект теркәлгән. Шул иҫәптән ҡала буйынса 4 – теген, 5 – аяҡ кейемдәрен ремонтлау, 35 – бөҙрәхана, 2 – сәғәт ремонтлау цехы, 74 – такси хеҙмәте, 18 – автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау станцияһы, 9 фотоателье һ.б. бар. Сер түгел, рәсми теркәлгән эшҡыуарҙарҙан тыш, көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһендә эшләүселәр бихисап. Беҙҙә, бигерәк тә ауыл ерендә, күрһәтелгән хеҙмәттәр күләмен арттырыу потенциалы ҙур. Быға йәштәрҙе, эшһеҙ граждандарҙы йәки үҙ бизнесын асырға ниәтләгән кешеләрҙе йәлеп итергә була. Ләкин ташлама менән биналар алыу, мәғлүмәт-консультация биреү, дәүләт теркәүе үтеү йәһәтенән эшҡыуарҙарға ярҙам кәрәк.
 
Муниципаль район биләмәһендәге күмәртәләп һатыу базалары берәмләп һатыу итеүселәр ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Был проблеманы хәл итеү өсөн күмәртәләп һатыу итеү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға сауҙа объекттары төҙөү өсөн ер участкалары бүлеүҙә, инвестициялар һәм кредит ресурстары йәлеп итеүҙә лә булышлыҡ итергә кәрәк.
 
Йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары үҫешенә килгәндә,  иҡтисади көрсөк кире йоғонто яһаны. 2012 йылдың башына бөтәһе 677 урынға тәғәйенләнгән 20 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы теркәлгән. Был тәңгәлдә килеме ҙур булмаған граждандарға тәғәйенләнгән тармаҡ үҫешмәгән, уртаса хаҡтар категорияһындағы продукция тәҡдим итеүсе предприятиелар аҙ, балалар өсөн кафелар юҡ. Булғандары ла урындағы халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй, ҡала уртаһында киске сәғәт 8-ҙән һуң бер ашхана ла эшләмәй. Мәҫәлән, “Башҡортостан” кафеһы иртәнге ундан төнгө икегә тиклем эшләһә лә, ҡала ситендә урынлашҡан, “Имамов” магазины янындағы кафе кесаҙнанан шәмбегә тиклем иртәнге ундан киске унға тиклем эшләй, башҡа көндәрҙә заказдар булмау сәбәпле, 8-гә тиклем генә хеҙмәтләндерә. Ҡалала халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек берҙән-бер йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы – “Илсебикә-Тау” рестораны бар. Ул иртәнге 11-ҙән төнгө 2-гә тиклем эшләй.
 
Был өлкәләге хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн демократик форматтағы йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары булдырырға, сифатлы ярымфабрикаттар етештереүҙе ойошторорға һәм арзан хаҡлы әҙер блюдолар тәҡдим итергә кәрәк. Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында килеме уртаса булған халыҡ мәнфәғәтендә эшләү – хәҙерге заман йәмәғәт туҡланыуы индустрияһының иң һөҙөмтәле ысулы булып тора.
 
Хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү өсөн сауҙа предприятиеларының матди-техник базаһын нығытыу һәм заманса хеҙмәтләндереү технологияһын үҫтереү менән бер рәттән кадрҙарҙың профессиональ әҙерлеге лә талап ителә. Сауҙа ойошмалары персоналының әҙерлек кимәле түбән, квалификациялы урта звено кадрҙары етешмәй. Ауылдарҙа йәмәғәт туҡланыуы урындары асыуҙа атап үткән проблемаларҙан тыш, беҙҙең менталитет менән бәйле мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар Мерәҫ һәм Түбә ауылында кафе асты, әммә йәштәрҙең үҙҙәрен тота белмәүе арҡаһында предприятиеларын ябырға мәжбүр булды.
 
Ауылдарҙа эшләгән шәхси магазиндар буйынса хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Күптәрендә эш сәғәте күрһәтелмәй, ҡайһы саҡта эш ваҡытында ла улар бикле тора. Дәүләт телдәрендә яҙылған алтаҡталар тураһында әйтәһе лә түгел. Шуға ла был тәңгәлдә депутат комиссиялары, йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләргә тейеш. Эшҡыуарҙың бурысы мөмкин тиклем әҙерәк сығым менән күберәк табыш алыу булһа, беҙҙең бурыс 131-се федераль Законға ярашлы, халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн шарттар тыуҙырыу. Күп кенә ауыл биләмәләре башлыҡтары сауҙа объекттарын тикшереүгә  хоҡуҡтары юҡлығына һылтана. Был ысынында ла шулай. Бөгөн законға ярашлы эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген, сауҙа объекттарын пландан тыш һәм нигеҙһеҙ рәүештә тикшереү тыйыла. Бында ике яҡ өсөн дә файҙалы булған алымдар менән эш итергә кәрәк. Бының бер юлы – ялыуҙар һәм тәҡдимдәр китабын алып барыу буйынса эшҡыуарҙарҙы сауҙа һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү буйынса даими комиссиялар ултырыштарында тыңлау.
 
Сауҙа өлкәһендәге яҡшы яҡҡа табан үҙгәрештәр сауҙа итеүҙең ойошторолмаған формаларын ҡыҫҡартыу һәм төрлө форматтағы яңы сауҙа ойошмалары – супермаркеттар, эре сауҙа үҙәктәре һәм комплекстары асылыуы,  берәмләп һатыу селтәренең үҫешеүе менән бәйле.
 
Ҡала һәм ауылдар инфраструктураһы үҫеше тигеҙ булмағанға күрә халыҡтың сауҙа объекттары менән тәьмин ителеше күрһәткестәре минималь нормативтарҙан түбәнерәк.  Йылайыр, Таулыҡай, Ишмырҙа ауыл биләмәләрендә был күрһәткес юғары булһа, Ишмөхәмәт, Ҡолсора, Семеновск ауыл биләмәләрендә сауҙа нөктәләре аҙ. Был халыҡтың түләүгә һәләте ҙур булған урында сауҙа ла үҫешә, тигән һүҙ. Әле район буйынса уртаса 1000 кешегә 7 магазин тура килә. Ауыл халҡын сауҙа хеҙмәтләндереүе кимәлен күтәреү өсөн артабан да сауҙа ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнашлығында заманса сауҙа объекттары төҙөү, шулай уҡ ҡулланыусылар кооперацияһы объекттарын реконструкциялау талап ителә.
 
Хәҙерге көндә район биләмәһендә ике универсаль баҙар эшләй – “Баймаҡ” сауҙа-сервис комплексы, “Темәс баҙары” МУП-ы. Темәс баҙары ҡануниәт талаптарына яуап бирмәй, шуға ла унда реконструкция эшләргә һәм капиталь биналар төҙөргә кәрәк.
 
Атап үткән бөтә мәсьәләләрҙе йәмәғәт ойошмалары, депутаттар, ауыл старосталары, эшҡыуарҙар менән берлектә хәл итергә һәм артабан үҫешергә мөмкин.

З. Ушанов, муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.