8 окт. 2012 г.

Көҙ – һағыш миҙгеле


Көҙ миҙгелен бик күп шағирҙар, әҙиптәр маҡтап йырҙар сығара. Ул үҙенең алтын төҫтәренә бай булыуы менән күптәрҙең күңелен арбап тора. Әммә ул һәр кешенең дә күңеленә шатлыҡ хистәре алып килмәй шул.

Шулай уҡ был күркәм миҙгелдә Ололар көнө лә уҙғарыла. Бәғзеләр уны байрамға тиңләһә лә, күңелдә төрлө ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙыра. Үҙҙәренең сағыу, тәьҫораттарға бай булған тормошоноң артта ҡалыуын, үҙенең “оло йәштәге” категорияһына индерелеүен аңлау шатлыҡлы тойғолар килтерәме икән?

Беҙҙең яҡындарыбыҙҙың күңеле әсе әрнеүҙәргә, яралы уйҙарға ла сорналыуы ихтимал. Ни тиһәң дә уларҙың иңендә йәшәлгән йылдар, уҙған ғүмер ята. Күптәренең бала, йәш саҡтары ауыр аслыҡ-яланғаслыҡ йылдары менән дә тап килә. Беҙҙең шатлыҡлы, етеш тормошта йәшәүебеҙҙә уларҙың өлөшө лә бар икәнен күптәребеҙ аңлап та етмәй, йә теләмәй. Беҙ ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, күрешмәйбеҙ, хатта телефон аша ғына булһа ла хәлдәрен дә белешмәйбеҙ. Ә улар... көн дә көтә. Фатихаларын биреп, доғаларын уҡып көн дә өмөт итә.
 
Ҡаланың 2-се мәктәбендә тормошон уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған мәғариф ветерандарын тәбрикләү тантанаһы булып үтте. Улар – Г.В. Воронкова, В.В. Журавлева, Т.Г. Сырлыбаева, К.С. Ирғәлина, Р.П. Колоколова, О.Н. Кузнецова, М.П. Трубина, А.В. Буранбаева, Р.Д. Чинейкина, А.Т. Жжонова. Әммә үкенескә күрә, ветерандарыбыҙҙың барыһы ла килә алманы. Беҙ, уҡыусылар, уларҙың өйҙәренә барып, хәлдәрен белештек, бәләкәй генә булһа ла бүләктәр тапшырҙыҡ.
 
Оло быуын кешеләре! Хәстәрлекле әсәләр, талантлы уҡытыусылар, тоғро дуҫтар һәм ҡатын-ҡыҙҙар. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ тураһында китаптар яҙып, иҫ китмәле һүрәттәр төшөрөп, һәйкәлдәр ҡуйырға мөмкин булыр ине. Һәр саҡ шулай күңелегеҙҙә йылылыҡ һаҡлап йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ.

Валерия Байғотлина, 2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.