8 окт. 2012 г.

Спорт

Баймаҡ боксерҙары – беренсе!

Үткән аҙнала районыбыҙҙың спорт тормошон ике ҙур ваҡиға йәмләне. Алдан яҙып үтеүебеҙсә, кесе йоманан шәмбегәсә К.Е. Сентюриндың 60 йәшлек юбилейына арналған үҫмерҙәр араһында бокс буйынса асыҡ турнир уҙҙы. 6 октябрҙә еңел атлеттарҙың Ҡуянтау – Баймаҡ араһында Республика көнө алдынан уҙғарыла торған традицион ярышы ойошторолдо.

Өс көн дауамында барған “аяуһыҙ” алыштарҙа республиканың ҡала-райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән барлығы 14 команда үҙ-ара көс һынашты. Һөҙөмтәлә Баймаҡ спортсылары беренсе урынға сыҡты. Свердловск өлкәһе менән Белорет боксерҙары иһә II-III урындарға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә лә баймаҡтар һынатманы. 6 кеше үҙ категорияларында чемпион исемен алыуға өлгәште. Улар – 30 кг ауырлыҡта Ильяс Исмәғилев (3-сө мәктәп), 4-се мәктәп спортсылары Абдулла Ишниязов (36 кг), Артем Новиков (38 кг), Дастон Рөстәмов (56 кг), Яҙгөл Аралбаева (54 кг) һәм 3-сө мәктәптән Лиана Сирбаева (52 кг).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Йүгеректәр уҙҙырманы

Еңеүсе йүгеректәр.

Ғәҙәттәгесә, ир-егеттәр Ҡуянтауҙан (12 км) старт алһа, ҡатын-ҡыҙҙар йүгереүҙе Л.Пономарев һәйкәленән (6 км) башланы. Финиш иһә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында ине.
Был көндө 80-дән ашыу спортсы үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәтә алды. Һөҙөмтәлә уҡыусы балалар араһында тәүге урындарҙы Илүзә Мостафина (Ниғәмәт), Камилла Маркабаева (Сибай), Рәзилә Юлыева (Байыш) менән Вадим Ишбахтин (Сибай), Данил Байышев (Байыш), Айгиз Сәғәҙиев (105-се ПЛ) алды. 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Хәниф Исмәғилев, Илсур Әхмәтҡужин (Сибай), Даян Ғүмәров (Икенсе Этҡол), ҡатын-ҡыҙҙарҙан (Зиниә Райманова, 105-се ПЛ) иң йүгеректәре булып сыҡты. 40 йәштән олораҡ ир-егеттәрҙән Дамир Хәсәнов (Сибай), Шәрифйән Мырҙабулатов (Сәйғәфәр) һәм Хәйҙәр Моталлапов (105-се ПЛ) I-III урындарға лайыҡ булды.
Был көндө шулай уҡ иң оло һәм иң йәш йүгерек билдәләнде. Улар – 61 йәштәге Зөфәр Зөбәйеров (Баймаҡ) һәм 3-сө мәктәп уҡыусыһы, 2002 йылғы Лиза Чернышева булды.
Сара аҙағында еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  

А. ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.