29 окт. 2012 г.

Айлыҡ тамам. Кемдәр еңеүсе?

Билдәле булыуынса, 15 сентябрҙән 15 октябргә ҡәҙәр районда ер эшкәртеү айлығы иғлан ителгәйне. Сер түгел, бөгөн элекке кеүек ергә хужаларса ҡараш та юҡ, битарафлыҡ та көслө. Аяуһыҙ ҡоролоҡ йыл һайын ҡабатланған беҙҙең төбәктә ерҙе туңға һөрөү һәм уны минималь эшкәртеү бик тә мөһим, ул дымды күпләп туплау ысулы булып тора.

Район хакимиәте башлығы һәм ауыл хужалығы бүлеге тәҡдиме менән иғлан ителгән айлыҡ та тамамланды. Әйтергә кәрәк, был эшкә бер үк хужалыҡтар яуаплы ҡараны, уны тиҙ арала һәм сифатлы итеп атҡарып сыҡты. Ленин исемендәге АХК, “Толпар” ЯСЙ-һы, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһы, “Союз” ЯСЙ-һы ерҙе туңға һөрөү һәм эшкәртеү буйынса план-заданиены районда иң тәүгеләрҙән булып үтәне. “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Алғаҙы”, “Богачевка” ЯСЙ-лары, “Рассвет” АХК-һы ла был агротехник алымға яуаплы ҡараны. Әммә шул уҡ ваҡытта “Аҡморон”, “Октябрь”, “Таналыҡ” хужалыҡтары иһә бер ҡарыш ер эшкәртмәне, төрлө проблемаларға һылтанды. “Уңыш” АХК-һы ла, план-заданиеһы районда иң ҙурҙарҙан булһа ла, уны ни бары 2 процентҡа ғына үтәне. Ә бына ра-йондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәр ваҡыттағыса был эшкә яуаплы ҡараны. Был тәңгәлдә “А.Шәрәфетдинов”, “Б.Фролов” КФХ-лары башҡаларға өлгө булып тора.
Ергә хужаларса ҡараш, уға даими иғтибар бүлеү – уңыштың нигеҙе. Ошо хәҡиҡәтте онотмаһаҡ ине.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.