15 окт. 2012 г.

Районыбыҙ төп дәүләт байрамын күтәренке кәйеф һәм ҙур уңыштар менән ҡаршыланы



Бынан егерме ике йыл элек 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
Тап ошо дата артабан төп дәүләт байрамы – Башҡортостан Республикаһы көнө тип иғлан ителә.
Башҡортостаныбыҙ үҙаллылығы һөҙөмтәһендә өлгәшелгән ҡаҙаныштар – республикабыҙҙың алтын йылъяҙмаһы ул. Тап үткән быуаттың 90-сы йылдарында йөмһүриәтебеҙ бығаса булмағанса үҫеш кисерҙе, Рәсәйҙә иҡтисади йәһәттән көслө һәм сәйәси яҡтан тотороҡло төбәктәр рәтенә баҫты.

Заманалар үҙгәреп, сәйәсәт тә икенсерәк йүнәлеш алып, “суверенитет” һүҙе тормошобоҙҙан төшөп ҡалһа ла, республикабыҙ яулаған позицияларын артабан нығытыу, донъя иҡтисади көрсөгө осорон имен үткәреү, халыҡ хужалығы тармағының төрлө өлкәләрен яңы шарттарҙа үҫтереү буйынса етди аҙымдар яһай.
Һуңғы тиҫтә йылда күп позицияларын юғалтҡан, иҡтисади күрһәткестәре түбән тәгәрәгән районыбыҙҙың аҙаҡҡы осорҙа яңы һулыш алыуы, яңы дәүергә аяҡ баҫыуы киләсәккә өмөт уята, иртәнге көнгә ышаныс тыуҙыра. Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәтенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге, Баймаҡ районы хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн беҙҙең төбәк төҙөлөш майҙансығына әүерелә, яңынан-яңы объекттар, производстволар файҙаланыуға тапшырыла, үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла.  Төп дәүләт байрамын – Республика көнөн – баймаҡтар яңы бейеклектәр һәм ҡаҙаныштар, матур пландар һәм өмөттәр менән ҡаршыланы.

Әйтергә кәрәк, һуңғы ике йыл эсендә генә тиҫтә йылдар башҡарылмаған эштәр бойомға ашырылды һәм ашырыла. Район властары республика етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар менән конструктив үҙ-ара бәйләнеште яйға һалыуға иреште, был иһә төбәкте үҫтереүгә этәргес көс бирҙе. Был Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһының, башҡа проекттарҙың барлыҡҡа килеүенә, дәүләт ярҙамының даимиға әйләнеүенә булышлыҡ итте, барлыҡ өлкәләр буйынса ла үҫеш динамикаһына өлгәшелде. Ә хәҙер иҡтисадтың төп йүнәлештәренә байҡау яһайыҡ.
Район иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, белеүебеҙсә, һуңғы тиҫтә йылда көрсөккә терәлгәйне. Район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн был тармаҡты һаҙлыҡтан сығарыу буйынса аныҡ саралар күрелә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бирелде һәм ул яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуҙа ҙур ярҙам булды. Шул уҡ ваҡытта 3 мең тонна арзан хаҡҡа яғыулыҡ бүленде. Дөйөм алғанда, район аграрийҙарына дәүләт ярҙамы 98 млн һум тәшкил итте.
Әммә аяуһыҙ ҡоролоҡ  йәнә ҡаты һынау ҡуйҙы. Шуға ҡарамаҫтан, бөтәһе 30,5 мең тонна ашлыҡ йыйып алынды, гектар ҡеүәте уртаса 6,2 центнер тәшкил итте.
Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған “Байҡара”, “Аҡморон”, “Ҡолонсаҡ” хужалыҡтарына быйыл йәнә берәү өҫтәлде – бындай статусты “Толпар” ЯСЙ-һы алды.
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында техника яңыртыу маҡсатлы дауам итте – бөтәһе 36 млн һумға техника һәм ҡоролмалар алынды  (был үткән осорға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк). Атап әйткәндә, 1 берәмек трактор, 4 иген йыйыу комбайны, “Полесье” мал аҙығы йыйыу комбайны, пресс-йыйғыстар, һөт һыуытыу ҡоролмалары һәм башҡалар алынған.

Ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар төрлө дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша. Әле райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК “500 ферма”, Сыңғыҙҙан Нияз Уразбаев һәм Яраттан Айҙар Мырҙаҡаев ғаилә һөтсөлөк фермалары проектына инде. Әйткәндәй, 6 фермер төрлө программалар буйынса дәүләт ярҙамы алыуға иреште.
Шуныһы һөйөнөслө, районда ҡеүәтле агрохолдинг төҙөү эштәре башланды. Ул “Урал аръяғы” МТС-ын, “Уңыш” АХК-һы, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе һәм “Күлтабан” МУП-ын берләштергән эре дәүләт предприятиеһы буласаҡ. Агрохолдинг төҙөүҙең төп маҡсаты – атап үтелгән ауыл хужалығы предприятиеларының производство базаһын һаҡлап ҡалыу һәм район биләмәһендә юғары эффектлы производство үҫтереү. Был проект буйынса буласаҡ предприятие орлоҡсолоҡ (элиталы иген һәм мал аҙығы культуралары орлоғо етештереү), тоҡомло малсылыҡ (тоҡомло һыйыр һәм йылҡы үрсетеү), ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеү (мәҫәлән, һөт эшкәртеү) кеүек йүнәлештәр буйынса махсуслашасаҡ. Күрше төбәктәрҙә, бар ил буйынса күмәк хужалыҡтар тарҡалған-ҡыйралған һәм шәхси ҡулдарға күскән ваҡытта, беҙҙә, киреһенсә, муниципаль һәм дәүләт милкендәге яңы предприятиелар асыла, был иһә ауыл хужалығының яҡты киләсәгенә өмөт уята. Мәҫәлән, элекке “Йылайыр” совхозы биләмәһендә “Күлтабан” МУП-ын ойоштороу быға асыҡ дәлил. Быйыл унда мал индереү күҙ уңында тотола.


Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, һуңғы осорҙа ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары производство ҡеүәтен арттыра, техник потенциалын нығыта. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Толпар”, “Союз” ЯСЙ-лары, “А.Шәрәфетдинов”, “А.Мырҙаҡаев” КФХ-лары бөгөн башҡа хужалыҡтарға бөтә күрһәткестәр буйынса ла үрнәк булып тора.
ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ системаһындағы йылдар буйы хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең бөгөн иң киҫкен проблемаға әүерелеүе бер кемгә лә сер түгел. Халыҡты эсәр һыу, электр уты, газ менән тәьмин итеү, юл инфраструктураһын яҡшыртыу йүнәлешендә, ысынлап та, проблемалар быуа быуырлыҡ. Бына шул ауыр, әммә яуаплы мәсьәләне ыңғай хәл итеү урындағы властың иң мөҡәддәс бурысы булырға тейеш. Заман алға киткән, юғары технологиялар үҫешкән мәлдә ауылдарҙа эсәр һыу, газ йәки ут булмауы бик ҡыҙғаныс һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.
Ошоноң ише бихисап проблемаларға күп сығымдар талап ителһә лә, һуңғы ике йылда тармаҡта ошоғаса булмағанса хәтһеҙ эштәр башҡарыла, мөмкинлектәр табыла. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла. Быйыл, мәҫәлән, ҡаланың Көньяҡ биҫтәһен, Ишмырҙа ауылын эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүленде. Шул уҡ ваҡытта Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарында, Аҡморон, Ҡуянтау, Темәс һәм Күлтабан ауылдарында ла был мәсьәләне ыңғай хәл итеү буйынса эштәр алып барыла. Әйткәндәй, райондың 23 ауылында һыу селтәрен ремонтлау өсөн 10 млн һум аҡса тотонолған.
Ошо уҡ программаға ярашлы, Урал ауылының Мәктәп, Үҙәк, Төҙөлөш, Йылға урамдарын, Комсомол ауылының Мәктәп, Үҙәк, Йәштәр һәм Ветерандар урамдарын тәбиғи газ менән тәьмин итеү буйынса эштәр башланып тора. Хәсән ауылына һәм ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенә лә “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреләсәк. Әйткәндәй, Темәс ауылындағы Леспромхоз биҫтәһендә генә лә 15,5 км газ селтәре файҙаланыуға тапшырылды. Бынан тыш, Әбделкәрим, Билал һәм Өмөтбай ауылдарына ла газ барып етте.

Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенә ошо арала электр уты биреү ҡала тормошонда ҙур ваҡиға буласаҡ. Күп йылдар утһыҙ интеккән йәш ғаиләләр, ниһайәт, бер проблеманан ҡотоласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ урамдарындағы яҡтыртыу ҡоролмаларын модернизациялау эштәре лә аҙағына яҡынлаша. Темәс ауылында ғына 2861 метр оҙонлоҡта электр селтәре яңыртылды.
Юл инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса һуңғы ике йылда ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Район биләмәһендәге юлдарҙы капиталь ремонтлау, асфальтлау буйынса күп сығымдар тотонолған. Был йүнәлештәге эштәр быйыл да әүҙем дауам итте. Ҡалала, мәҫәлән, Коммунистик, Ҡарағайлы, Буранбай сәсән, Юбилей урамдарындағы юлдарға яңы асфальт түшәлде, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың ихата биләмәләре лә капиталь ремонтланды. Шулай ҙа был тәңгәлдә эшләйһе эштәр етерлек.
Райондың ТӨҘӨЛӨШ КОМПЛЕКСЫН беҙ “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Был өлкәлә күптән инде абруй яулаған предприятие быйыл да әүҙем эшмәкәрлеген дауам итте. Тап уның көсө менән Ҡуянтау ауылында 108 урынға иҫәпләнгән өр-яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Ошо уҡ йәмғиәт Ниғәмәттә хәҙер инде  ауылдың күркенә әүерелгән яңы мәҙәниәт йорто төҙөнө.  Әйткәндәй, ошо көндәрҙә объект тантаналы асылды.
Бер үк ваҡытта Баймаҡ төҙөүселәренең көсө менән ҡаланың “Малыш” биҫтәһендә 220 урынға иҫәпләнгән  балалар баҡсаһы, үҙәк ҡала дауаханаһының 15 урынға иҫәпләнгән инфекция корпусы һалына. Эштәр билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла.
Шулай уҡ Баймаҡта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм етем балалар өсөн 24 фатирлы ике торлаҡ йорт төҙөлә. Был бик мөһим фактор, сөнки бындай төҙөлөштөң беҙҙә булғаны юҡ ине. Ул ысын мәғәнәһендә социаль торлаҡ буласаҡ. Бер үк ваҡытта Күлтабан ауылында мегаферма төҙөлә, киләһе йылдарҙа «Талҡаҫ» шифаханаһында яңы объекттар күтәреү буйынса эштәр алып барыла.
Киләһе йылда ла райондың төҙөлөш комплексының эшмәкәрлеге әүҙем дауам итәсәк. Икенсе Этҡолда мәҙәни-мәғариф комплексы, Баймаҡта 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү,  Көньяҡ биҫтәһенә газ үткәреү, Аҡморон, Ҡуянтау, Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарын һыу менән тәьмин итеү буйынса проект-смета документтары дәүләт экспертизаһына тапшырылған.Шул уҡ ваҡытта Иҫәнбәт, Йылым һәм Йәрмөхәмәт ауылдарында мәҙәни-мәғариф комплексы күтәреү планлаштырыла.
СОЦИАЛЬ ПРОГРАММАЛАР уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөтәһе 69 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 354 тол ҡатынға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат бирелде. Быйыл Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусы 5 кеше лә яңы торлаҡлы булды. «2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә 11 йәш ғаилә һәм 5 гражданға бөтәһе 12 млн һум субсидия тапшырылды.
3  һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 56 ғаилә, инвалид балаһы булған 8 ғаилә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары алды.
РАЙОНДА ИНВЕСТИЦИЯЛАРҘЫ ЙӘЛЕП ИТЕҮ буйынса әүҙем эш алып барыла, был йүнәлештә беҙҙең төбәк республиканың башҡа райондарына өлгө булып тора. Инвесторҙар көсө менән бөгөн беҙҙә бихисап производстволар төҙөлә, яңы проекттарға нигеҙ һалына. “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты файҙаланыуға тапшырылды ла инде. Әле Темәстә “Башагрофин” ЯСЙ-һы көсө менән ҡеүәтле һөт комбинаты төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша, тиҙҙән уны файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Ошо уҡ инвестор ярҙамы менән  Бетерә ауылында ағас эшкәртеү производствоһына нигеҙ һалынды. Әле унда төҙөлөш әүҙем бара, кәрәкле ҡоролмалар килтерелгән. Объектты яҡын арала асырға ниәтләйҙәр. Был производстволар 50-нән ашыу кешене эш менән тәьмин итәсәк.
Икенсе Этҡолда иһә “ПромРегионЛес” компанияһы брикет һәм пеллет сығарыу буйынса предприятие буласаҡ. Бөгөн унда инвестор тарафынан бина һайланған, кәрәкле документтар юллау эштәре бара. Был предприятиела 30-ға яҡын кеше эш табасаҡ.
Семеновск ауылы эргәһендә “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы  тарафынан алтын, баҡыр һәм цинк руда ятҡылығын үҙләштереү дауам итә. Йылына производство күләме – 802 кг алтын, 4,9 тонна көмөш, 762 тонна баҡыр (баҡыр концентратында) һәм 5,6 мең тонна цинк (цинк концентратында). Планлаштырылған инвестиция күләме – 2 млрд 800 млн һум. Бөгөнгә производствоға 365 млн һум инвестиция һалынған. Райондың тау-руда сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк был предприятиела тау-байыҡтырыу  фабрикаһы төҙөү ҙә күҙ уңында тотола. Әле унда 51 кеше эшләй, киләсәктә 400-гә етәсәк тип көтөлә.
Таш сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендә лә тәртип урынлаштырыу мөһим. Ошо маҡсатта Темәс ауылында кирбес заводы эргәһендә буласаҡ таш эшкәртеү предприятиеһының биналарын һәм ҡоролмаларын күтәреү башланды. Яңы производствоның инвесторы —яҡташыбыҙ Рафаэль Баймырҙин.
Шуныһы мөһим, «Урман сәнәғәтселәренең Баймаҡ союзы» йәмғиәтен булдырыу бик тә мөһим һәм сәйәси аҙым булды. Хәҙер беҙ  урмандарыбыҙҙы үҙебеҙ эшкәртә аласаҡбыҙ, ә күрше райондарҙағы кеүек ситтәр түгел.
Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Президент  Указына ярашлы, әле уны лайыҡлы ҡаршы алыу буйынса эштәр киң йәйелдерелгән. Юбилейға әҙерлек сиктәрендә ҡалала заводтың элекке клубын Никах һарайы итеп  реконструкциялау, мәҙәниәт һәм ял паркын, «Труд» стадионын, Үҙәк майҙанды һәм С.Юлаев проспектын реконструкциялау, Хоҡуҡ йорто, Ҡуянтауҙа ипподром төҙөү кеүек ғәйәт ҙур эштәрҙе бойомға ашырыу планлаштырылған.
Күреүебеҙсә, район Республика көнөн бына шундай ҡаҙаныштар һәм киләсәккә матур пландар менән ҡаршыланы. Был уңыштарҙың барыһына ла Башҡортостан етәкселегенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың, уның командаһының эҙмә-эҙлекле һәм ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында өлгәшелә. Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл түгел, проблемалар, эшләйһе эштәр етерлек. Ә бындай оло маҡсатҡа ирешеү өсөн, билдәле, уртаҡ һәм ныҡышмалы хеҙмәт талап ителә. Ғөмүмән, районды үҫтереүгә һәр кемебеҙ үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.

Һис шикһеҙ, Баймаҡтың элекке данлыҡлы позицияларын яулау өлкәһендә бик тә мөһим аҙымдар яһалды һәм ул иртәнге көнгә ныҡлы ышаныс тыуҙыра. “Баймаҡ районы – республиканың иң эре, етди һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге бик ҙур. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Төбәк инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеп, яңынан-яңы производстволар төҙөү буйынса республиканың башҡа райондарына үрнәк булып тора. Ғөмүмән, Баймаҡ күп позициялар буйынса алға етди аҙымдар яһаған һәм киләсәктә Башҡортостандың терәк төбәге буласаҡ бик ҡеүәтле район ул.Мин быға ышанам”. Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов күптән түгел районға рәсми эш сәфәре барышында шулай тип белдергәйне. Шулай булыр ҙа!

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Фотоларҙа:
Киләсәгебеҙ – балалар ҡулында
«Малыш» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы төҙөлә
Баймаҡ ит комбинаты
Темәстәге һөт комбинаты
Ҡуянтау ауылындағы яңы мәктәп.
Чекмарев урамында яңы торлаҡ йорт һалына

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.